Осенний утренник
учебно-методическое пособие (старшая группа)

Хуснутдинова Эльзида Рафаэловна

Утренник с Осенью для старший группы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Осенний праздник15.37 КБ

Предварительный просмотр:

СӨМБӨЛӘ БАЙРАМЫ    

Балалар күңелле көйгә инәләр. Баштарында төрлө уңыш билдәһе. Кемдә  башаҡ, ҡауын, кишер, ..

ЙЫР,,Осень хороша,,

Бала: Сөмбөлә, сөмбөлә – ниндәй байрам кем белә? Бала: - Был бит уңыш байрамы

  • Бына башаҡ бәйләме.
  • Быныһы бойҙай, арыш.
  • Бына шалҡан бер ҡарыш.
  • Сөгөлдөр
  • Кишер
  • Ә мин үҫтерҙем ҡабаҡ,

Утаным ҡабат, ҡабат.

Алып барыусы: Хөрмәтле балалар, ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн йылдың гүзәл бер  миҙгеле – байлыҡ, муллыҡ килтереүсе – көҙ байрамын ,,Сөмбөлә,,байрамын билдәләргә йыйылдыҡ.

Алып барыусы; Балалар, әйҙәгеҙ байрамыбыҙҙың йөҙөк ҡашы – Сөмбөлә һайлайыҡ. Ул уңғандарҙың уңғаны, үҙе тапҡыр, үҙе отҡор, үҙе һөнәрле булырға тейеш.

(ҡыҙҙар бер рәткә торалар;көйгә төрлө хәрәкәттәр;ел иҫеүен, ағастар сайҡалыуын һәм ҡоштарҙың ҡанаттарын елпеп йылы яҡҡа китеүҙәрен күрһәтәләр)

Алып барыусы; Һай афарин ҡыҙҙар. Арағыҙҙа кем көҙҙө дөрөҫ итеп күрһәтә белде?

БАЛАЛАР ; Илгизә

Ҡыҙҙар Сөмбөләне уратып алалар.

Алып барыусы:Ҡотлайбыҙ һине Сөмбөлә булыуың менән. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар күмәкләшеп, Илгизәне Сөмбөләгә әйләндерәйек. (Ҡыҙҙар башына үрелгән таж кейҙерәләр, муйынына миләштән эшләнгән муйынсаҡ, ҡолағына миләш һырғалар эләләр.)

Алып барыусы; Бына ысын Сөмбөлә – Көҙһылыу булдың да ҡуйҙың.

Алып барыусы;

Сөмбөлә, сөмбөлә

Көҙҙөң матур байрамы

Уңышҡа һоҡланып

Ҡалабыҙ беҙ хайран.

Сөмбөлә уртаға сыға ла:

  • Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, малайҙар күмәкләшеп йырлап алайыҡ

ЙЫР,,  Сөмбөлә ,, (ултыралар)

Сөмбөлә уртаға сығып: Балалар, бойҙайҙы ҡайҙан алалар?

БАЛА; Бойҙайҙы яҙын ерҙе һөргәс сәсәләр, көҙ еткәс игенселәр уралар.

Алып барыусы: Игенселәр ерҙе һөйә

Иген хаҡында уйлай

Уларҙың күңел түрендә

Алтын башаҡтар сыңлай

БЕЙЕҮ,,БАШАҠТАР,,

Алып барыусы:Афарин, ҡыҙҙар. Йәйҙәр үттеләр, көҙҙәр еттеләр. Муллыҡ ҡына булып килһендәр. Рәхмәт игенсегә тиһендәр. Ил бураһы тулы игендәр

БЕЙЕҮ ,,Ялан батыры,,

Алып барыусы: Афарин игенселәр. Хәҙер инде күңел асып йырлап алһаҡ та була.

ЙЫР,,КОСИЛКА-МОЛОТИЛКА,,

Алып барыусы; килһә ни килһен әйҙә,

Яратам алтын көҙҙө

Беҙҙең балалар баҡсаһы

Һағынып көттө көҙҙө!

БЕЙЕҮ,,ДОЖДИК,,

СӨМБӨЛӘ; Һау булығыҙ торналар

Һау булығыҙ аҡҡоштар.

Тиҙҙән аҡ тунын алып

Елеп килер аҡ ҡыш та.

-Был минең һеҙгә көҙгө бүләгем.

Алып барыусы: Сөмбөлә, сөмбөлә

Уңышлы еремдең

Ул һәр саҡ мул булһын

Бәхетле еремдең

Алып барыусы: Сөмбөлә, сөмбөлә

Ҡыштар килһен имен

Мул булһын, күп булһын

Бураларҙа иген...

Алып барыусы: Мал тыуар теүәл ҡышлаһын

Имен йәшәйек беҙ ҙә.

Алла бирһә осрашырбыҙ

Киләһе алтын көҙҙә.

Күңелле көйгә сығалар


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий осеннего утренника в средней группе "Осень, осень наступила"

Это утренник для детей средней группы с большим количеством ребят. В сценарии использованны песни, танцы музыкальные игры и маленькая инсценировка с участием взрослых. Это Веселый Скоморох и Баба Яга....

Сценарий осеннего утренника в средней группе "Осень, осень наступила"

Это утренник для детей средней группы с большим количеством ребят. В сценарии использованны песни, танцы музыкальные игры и маленькая инсценировка с участием взрослых. Это Веселый Скоморох и Баба Яга....

Сценарий осеннего утренника в средней группе "Осень, осень наступила"

Это утренник для детей средней группы с большим количеством ребят. В сценарии использованны песни, танцы музыкальные игры и маленькая инсценировка с участием взрослых. Это Веселый Скоморох и Баба Яга....

Осенний утренник для детей младшей разновозрастной группы "Осень, Осень, в гости просим!"

Создать праздничную атмосферу,вызывать активность детей при пении и подпевании, развивать речь детей....

"Осень,осень в гости просим!"-осенний утренник для детей средней группы

Осенний утренник для средней группы со следующими ролями:Ведущий,Осень,Гном-взрослые,дети-лесные звери(ёж,мышка,заяц,белка,медведь)Цель утренника:Создать праздничное настроение у детей,вызвать желание...

Сценарий осеннего утренника в средней группе "Осень, осень в гости просим"

Интересный материал для воспитателей и музыкальных руководителей...

Сценарий осеннего утренника "Осенний переполох или как дети Осень вызволяли"

Сценарий осеннего праздника  для возраста 6-7 лет с оригинальной шуточной сказкой "Репка на новый лад"...