"Атай - ғаилә тотҡаһы"
методическая разработка (средняя группа)

Гульназ Хакимьяновна Масягутова

Балаларҙа атайға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү

ғаиләлә атайҙың абруйын күтәреү

бала һәм атай араһындағы мөнәсәбәтте яҡшыртыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kunel_asyu_atayzar_bayramy_ml_gr_2021.docx18.74 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: “ Атай – ғаилә тотҡаһы”

Маҡсат: балаларҙа атайға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү

ғаиләлә атайҙың абруйын күтәреү

бала һәм атай араһындағы мөнәсәбәтте яҡшыртыу

Йыһазландырыу: стенд “Беҙҙең атайҙар”

стенд “Татыу ғаилә - ил күрке”

баларҙың атайҙарға бүләктәре

бүлмәне биҙәү өсөн шарҙар

ярыштар өсөн обручтар, хоккей таяғы һәм шайба, йомшаҡ туптар

Күңел асыуҙың  барышы:

- Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле,

Күрешеү бит шулай башлана!

Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,

Күңелебеҙ шундай шатлана!

- Ниндәй байрам яҡынлашып килә?

- Ошо байрамға арнап беҙ “Атай – ғаилә тотҡаһы” тигән күңел асыуға йыйылдыҡ.

Хәҙер һүҙҙе балаларға бирәйек.

Марат: Ул мине һуңға ҡалып

Ҡайтҡанға әрләһә лә,

Иртәнән кискә ҡәҙәр

Уйнарға бирмәһә лә,

Ул – ерҙә иң шәп кеше!

Шәп кеше – ғәжәп кеше.

Арслан: Минең әле бер ҡат та

Ҡолаҡты бормаһа ла,

Һабантуйҙарҙа ла әле

Еңгәне булмаһа ла,

Ул иң-иң көслө кеше!

Баһадир төҫлө кеше.

Илина: Ул зирәк тә, шаян да,

Аҡыллы ла, һәйбәт тә.

Кем тиһегеҙме? Ул кеше

Минең атай, әлбиттә! (бергә)

Тәрбиәсе:

- Афарин, балалар! Атайығыҙҙы бик яратаһығыҙ икән. Уларға әйткән яғымлы һүҙҙәрегеҙ атайҙарҙы шатландырып, һәр ваҡыт дәртләндереп, ҡолаҡтарында яңғырап торһон. Ә һеҙ уларҙы матур эштәрегеҙ менән шатландырып, уларға терәк булырһығыҙ тип ышанам.

Нәркәс: Ҙур үҫәйек, атайҙарҙы, әсәйҙәрҙе

Ҡарарбыҙ, ҡәҙерләрбеҙ.

Эштәрен дә гел эшләрбеҙ,

Яғымлы ла булырбыҙ.

Хор менән:

Иркәләрбеҙ гел генә

Атай-әсәй бер генә!

Уйындар: -Ә хәҙер, күңелле уйындар уйнап алайыҡ.

1 бирем: Обруч аша һикереп тупты кәрзингә һал.

2 бирем: Хоккей уйыны.

3 бирем: Матур һүҙҙәр әйт.

4 бирем: Уйынсыҡтар араһынан эш ҡоралдарын һайлап ал.

5 бирем: Кемдең өйө бейегерәк?

6 бирем:  Бөгөн һинең тыуған көнөң. Атайығыҙ һеҙҙе ҡотлап, уйынсыҡ машина бүләк

итте. Эй уйнанығыҙ ҙа һуң! Беҙгә лә уйнап күрһәтегеҙ әле.

Артур: Атайымдың һөнәренә

Ҡыҙығып ҡарап торам:

Таҡтала һүрәт төшөрә,

Кәрәкһә, бура бурай.

Ҡулдары алтын бит уның-

Бер ҡасан арыу белмәй.

Инсаф: Минең атай тырыш кеше,

Күп һөнәр белә.

Үҙе белгән күп нәмәне

Өйрәтә миңә.

Рамзан: Шофер булып эшләй минең атай,

Йәй ҙә, ҡыш та эше һис бөтмәй.

Өс улына, өс таянысым, тип,

Йәшәү ҡанунын ул өйрәтте:

Кеше көсө һәм хеҙмәте

Тыуҙыра бар хикмәтте.

Ильвина: Атайыбыҙ беҙҙең шундай һәйбәт,

Ҡайтып инә өйгә ҡояштай.

Биш балаға атай ғына түгел,

Хәҙер булды инде олатай.

Ясмина: Мин атайымды яратам

Исеме – Руслан.

Уның эргәлә булыуы

Үҙе бер бәхет.

Тәрбиәсе: - Һеҙ бәхетле, аҡыллы булып үҫһен өсөн атайҙарығыҙ иген үҫтерәләр, мал ҡарайҙар, ҡалала эшләп йөрөйҙәр. Атайҙарығыҙ һеҙҙең өсөн тырышалар. Һеҙҙе кейендерәләр, ашаталар, теләгән әйберҙәрегеҙҙе алып бирәләр, һеҙҙе тәрбиәләйҙәр. Ә һеҙ үҫкәс уларҙы тәрбиәләргә тейешһегеҙ.

Бергә:

Атайҙарҙы яратабыҙ

Һәр саҡ ярҙам итәбеҙ

Әсәйҙәрҙе яратабыҙ

Һәр саҡ ярҙам итәбеҙ.

Тәртипле лә булырбыҙ

Тырышып та уҡырбыҙ.

Йомғаҡлау.

Атайҙар! Балаларға ныҡлы терәк булығыҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла уңыштар юлдаш булһын!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Что такое атом?

Проект по работе с детьми....

Атом добрый и злой

Конспект совместной деятельности воспитателя и детей по познавательному развитию. Данное занятие проводилось к годовщине аварии на Чернобыльской АЭС в рамках региональной  акции «Дни защиты от эк...

Атом - служит людям

Участие в  открытом творческом образовательном проекте "Атомная энергия - наш друг"...

Лего-проект "Мирный Атом - друг Земли"

Формирование у детей позитивного отношения и доверия к атомной энергетике и развитие конструктивной деятельности в процессе проектирования средствами  LEGO-конструктора....

Проект "Атом.Почта.KIDS

Мы с малышами участвовали в образовательном проекте «Атом Почта «KIDS»Нам очень понравилось принимать участие в  проекте. С огромным удовольствием мы с воспитанниками прове...

Атайҙар конференцияһы

Балалар баҡсаһында "Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр" тип аталған Атайҙар конференцияһы үтте....

Балалар баҡсаһында “Атайҙар ҡоро” ойошмаһының эше

Балалар баҡсаһында “Атайҙар ҡоро” ойошмаһының эше...