Мәктәпкә оҙатыу иртәлеге
материал (подготовительная группа)

Валеева Марзия Миниахметовна

Баҡса менән хушлашыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hush_baksa.docx19.41 КБ

Предварительный просмотр:

Мәктәпкә оҙатыу иртәлеге.

А.б.Хәйерле көн хөрмәтле ата-әсәләр,килгән ҡунаҡтар,бөгөн беҙҙә оло байрам.Күңелдәребеҙгә илһам,маҡсатыбыҙға ынтылыш,хыялдарыбыҙға ҡанат ҡуйған баҡсабыҙ менән хушлашыр ваҡыттар етте.

З.Наҙгөл.Был ниндәй матур кисә        

        Был ниндәй шатлыҡ бөгөн

Азалия.    Был мы Иң иҫтәлекле

           Тантаналы көн бөгөн.

Наҙгөл. Баҡса менән һаубуллашыу көнө

Ул ғәжәйеп моңһоу һағышлы

        Шундай көн был-оло байрам үҙе

        Үҙгәртә лә ҡуя  тормошто

Азалия.Эйе Наҙгөл бөгөн беҙҙең бик бәхетле шатлыҡлы көнөбөҙ.Сөнки беҙ тиҙҙән мәктәпкә барасаҡбыҙ.Әйҙә байрамға дуҫтарыбыҙҙы саҡырайыҡ.

        Сығалар.

Балалар керә.

Йыр «Беҙ инде хәҙер ҙурҙар”

Ҡотлау.

Шиғырҙар.

Фатима.   Шатлыҡтар күңелебеҙҙә

        Ал ҡояш күгебеҙҙә

        Рәхәтләнеп байрам итәйек

        Сығарылыш кисәһендә.

        Был көнөбөҙ гөрләп ңтһен

        Иҫтә ҡалһын ғүмергә

        Байрамдарһыҙ йәшәп булмай

        Ерҙең яҡты йөҙөндә.

Фахриева  Етте хушлашыу сәғәте

           Эй күңелле баҡсабыҙ

                   Һәм бындағы бик ҡәҙерле

            Барлыҡ апаларыбыҙ.

            Беҙ һөйөклө баҡсабыҙҙы

             Бер ҡасан онотмабыҙ.

             Барлыҡ дуҫтарыбыҙ менән

              Беҙ бөгөн хушлашабыҙ.

М.Динислам     Беҙ сабый ғына саҡтан

        Ошо баҡсаға килдек

        Ҡәҙерләндек иркәләндек

        Бик күп нәмәләр  белдек.

Бейеү (русса)

А.б.     Эйе балалар.Һеҙ  тиҙҙән уҡыусы булып китәсәкһегеҙ.Һеҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ донья көтә.Ә шулай ҙа һеҙ  икенсе йортоғоҙға әйләнгән балалар баҡсаһын икенсе әсәйегеҙ кеүек яратҡан  тәрбиәселәрегеҙҙе онотмаҫһығыҙ.Әйҙәгеҙ йылй һүҙҙәребеҙҙе уларға еткерәйек.

З.Нәркәс.    Тәрбиәсе булыу ауыр

        Күпме бала тора ҡаршыңда

        Улар һинән көтә белемдәр

        Яғымлы ҡарашыңдан.

        Һинең бер йылмайыуың

                  Иретә күңелдәрҙе

        Һин беҙгә иң яҡыны

                 Араһынан йөҙҙәрҙең.

Л.Динә     Тәрбиәселәр-әсәйҙәй

        Илаһаҡ-йыуатты

        Бойоҡһаҡ-уйнатты

        Асыҡһаҡ-ашатты

        Арыһаҡ-йоҡлатты

        Үҙ улы үҙ ҡыҙы шикелле

        Ул һөйҙө арҡамдан

               Һыйпаны сәсемдән-яратты.

Хәлил.   Урамда уйнаған саҡта

       Һеҙҙе күрербеҙ әле

        Баҡсаның хәлен белергә

        Килеп йөрөрбөҙ әле

Һағындырыр тәрбиәселәр

Һағындырыр уйынсыҡтар

Бик йыш ҡына иҫкә төшөр

Бергә уйнаған саҡтар.

Я.Динә.      Ярҙамсы тигән һүҙҙең

        Эсендә ҙур мәғәнә

        Тәрбиәсе буш булмаһа

        Ул Әсәйгә әйләнә.

        Арҡабыҙҙан да һөйә

        Матур һүҙҙәрен әйтеп

        Ваҡытында ашата

        Беҙ һау булып үҫһен тиеп.

Алмаз.     Бәрәңге-омлеттарҙы

        Бутҡа һәм котлеттарҙы

        Маҡтап-маҡтап ашағанда

        Саҡ-саҡ телде йотмайбыҙ

        Шуға ла ашнаҡсы апайҙарға

        Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ беҙ.

З.Наҙгөл.    Беләм  инде беләм

        Һин бит әрләһәң дә

        Яҡын итеп кенә әрләнең

        Өйрәткәнеңде белмәһәк

        Әсәләр кеүек борсолдоң.

        Тәрбиәле белем биргәндә

        Мауыҡтырғыс юлдар эҙләнең

        Маңлайыңа һырҙар һалынғанын

                Һиҙмәнең  шул  һиҙмәнең.

Йыр “Тәрбиәсе апайыбыҙ»

Ф.Диана.    Әллә ниңә күңел тула

        Белмәйем тик сәбәбен

        Әсәй һөйләп аптырата

        Яҡты күркәм мәктәбен

        Мин ҙур үҫтем ти торғайным

        Йәнәһе китап көтә

        Тәрбиәсе апай бойоҡ

        Хушлашабыҙ тип әйтә.

В.Динислам.   Баҡсалаш малай-ҡыҙҙар ҙа

        Башҡаса кеүек миңә

        Уйынсыҡтар ҙа йылмаймай

        Бик моңһоу әле ниңә

        Ниңә әле бөтә нәмә

        Күңел ҡылдарын сиртә

        Моңһоу булһа ла беҙ үҫтек

        Белем доньяһы көтә.

Луиза.       Бында  үткәргән көндәрҙең

        Буш булманы сәғәте

        Һүрәт төшөрҙөк уҡыныҡ

        Үҫте һәр кем һәләте.

        Белем ишеген асабыҙ

        Һау бул һау бул баҡсабыҙ

        Инде ҙурайҙыҡ хәҙер

               Беҙ бит уҡырға әҙер.

Искәндәр.    Мәктәпкә барам мәктәпкә

        Кем унда бармай ҡалған

        Атай-әсәй йәш саҡта

        Мәктәптә белем алған.

Диләрә.      Сәскәләр тотоп ҡулға

        Беҙ сыҡтыҡ оло юлға

        Һәр кем белә әлбиттә

        Беҙ барабыҙ мәктәпкә.

Бейеү (ҡыҙҙар)

А.б.Балалар әйтегеҙ әле Нимә ул ғаилә.Яуаптар.

Дөрөҫ, ул беҙҙең атайыбыҙ, әсәйебеҙ, туғандарыбыҙ, олатай-оләсәйебеҙ.

Беҙ уларҙың ышанысын аҡлап аҡыллы, тырыш,тыңлаусан балалар булып үҫергә тейешбеҙ.

Әлфиә.   Балалар баҡсаһына көн дә

        Атайым менән барам

        Минһеҙ иламаһын тип

        Ҡурсағымды ла алам.

        Кис әсәйем килеп ала

        Ҡустым менән бергәләп

        Мине лә бәпесем тип

        Һөйөп ала иркәләп.

        Азат.  Беҙҙең сабый саҡ бөттө

        Инде осор саҡ етте

        Беҙҙе мәктәпкә саҡырып

        Ҡыңғырау зыңлап китте.

А.б.Ә хәҙер моңло ҡыңғырау  тауышын тыңларға тәҡдим итәбеҙ.Ул беҙҙең балаларыбыҙға мәктәп юлдарына саҡырыу ауазы булып яңғыраһын.

Йыр.

Алиса.   Уйынсыҡтар һау булығыҙ

        Һау бул,йәмле баҡсабыҙ.

        Йәйҙәр үткәс беҙ мәктәпкә

        Тәү ҡат аяҡ баҫырбыҙ.

        Белем доньяһына беҙҙе

        Саҡыра китап иле

        Ә шулай ҙа онотмабыҙ

        Күркәм баҡсабыҙ һине.

Яҙгөл.   Бер аҙ ғына моңһоу ҙа

Шатлыҡлы ла көнөбөҙ

Баласаҡтың иң ҡәҙерле

        Баҫҡысын бит үтәбеҙ.

        Һағындырыр ,һағындырыр

        Баҡсабыҙҙың һәр көнө

        Тыуған йорттай яҡын булған

        Һәр бүлмәһе һәр ере.

Азалия.  

Борсолмағыҙ тәрбиәселәр,китәһегеҙ тип

Янығыҙға килеп йөрөрбөҙ

Һеҙ өйрәткән белем-тәрбиәнең

Һәр ерҙә ҡәҙерен белербеҙ.

Һеҙ бит беҙгә бик күп белем биреп

Өйрәттегеҙ бик күп нәмәгә

Намыҫ,хеҙмәт,тырышлыҡ менән

Өйрәттегеҙ дөрөҫ йәшәргә.

А.б  .Хөрмәтле ата-әсәләр,ҡунаҡтар  һеҙҙең өсөн Хушлашыу вальсы.

Ҡотлауҙар.

А.б.   Бөгөн байрам барыбыҙ өсөн

        Хушлашыу мәле етте.

        Һеҙгә уҡыусы булырға

        Ваҡыт та килеп етте.

        Беҙҙән һеҙгә теләктәр шул

        Бик тырышып уҡығыҙ,

        Һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләп

        Ҙур юлға оҙатабыҙ.

        Ололарҙы хөрмәтләгеҙ

        Кескәйҙәрҙе ҡаҡмағыҙ

        Аҡыллы булып үҫегеҙ

        Тыуған илде һаҡлағыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект занятия по лего-конструированию "Путешествие в Лего-град"

Цель: Развитие способности детей к наглядному моделированию через ЛЕГО – конструктор.Задачи: Развивать зрительное и пространственное восприятие, активизировать внимание, направленное на продолжение ри...

Конспект родительского собрания «С ЛЕГО легче все уметь, с ЛЕГО легче поумнеть».

Данный материал будет полезен педагогам ДОУ при проведении родительских собраний...

Консультация на тему: Особенности образовательной деятельности в приобщении дошкольников к лего-конструированию. Значение Лего-конструирования в жизни ребенка дошкольника.

Среди разных видов технического конструирования- конструкторы Лего вызывают особый интерес и популярность у детей дошкольного возраст. Конструирование из конструкторов Лего полностью отвечает их интер...

Творческий проект по лего-конструированию "Лего и космос"

Проект рассчитан на детей 7-го года жизни....

Авторская дополнительная образовательная программа «Я моделирую мир. Лего-технологии (лего-конструирование и лего-дизайнерство)»

Авторская дополнительная образовательная программа «Я моделирую мир.  Лего-технологии (лего-конструирование и лего-дизайнерство)».Лего-технологии (лего-конструирование и лего-дизайнер...

«Развитие интеллектуальных и математических способностей дошкольников посредством лего-конструирования» «Изучаем ЛЕГО математику»

     Развитие элементарных математических представлений у детей дошкольного возраста имеет большую ценность для интенсивного умственного развития ребенка, его познавательных инте...

Конспект ОД по Лего-конструированию «Путешествие по ЛЕГО стране»

Развитие способности детей к наглядному моделированию через ЛЕГО – конструктор....