Балалар өсөн театрлаштырылған тамаша сценарияһы "Урманда янғын" . Сценарий театрализованного представления для детей подготовительной к школе группы "Урманда янғын".
материал (старшая группа)

Сценарий театрализованного представления для детей подготовительной к школе группы

"Урманда янгын".

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urmanda_yangyn_.docx180.05 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение

Детский сад № 41 “Солнышко”

Сценарий театрализованного представления для детей подготовительной к школе группы

"Урманда янгын".

C:\Users\User\Desktop\урманда янгын.jpg

Подготовили: Сахаува Р.Ф.

Шарипова Д.В.

Гильмуллина Р.М.

Нефтекамск, 2020

Катнашалар: сәсәктәр

Умарта ҡорто          

ҡыҙыл калфаҡ      

Ябалаҡ                    

Куяндар;

Әсәй ҡуян-            

Бала ҡуян-            

Төлкө            

Бүреләр ;

Өлкән бүре –          

Йәш бүре-              

Айыуҙар                

1 күренеш

Матур ялан. Тын гына көй ишетелә. Күбәләк белән умарта ҡорто осоп бейеп йөрөйҙәр һәм сәсәктәрҙе уяталар.

"Сәсәктәр биюе” башкарала

ҡыҙыл ҡалфаҡ тирә-яғына ҡарана-ҡарана килеп керә.

ҡыҙыл ҡалфаҡ:

-Ай-яй нинди матур алан. Әгәр мин ошо сәсәктәрҙән бәйләм яһап алып барһам, өләсәйем ниндәй шат булыр иде. (сәсәккә үрелә)

Умарта ҡорто:

-Беҙ-ҙ-ҙ Әгәр һин сәсәк өҙһәң,

Әгәр мин сәсәк өҙһәм.

Әгәр бергә һин һәм мин

Матур сәсәктәр өҙһәк

Бушап ҡалыр бу алан,

Бөтөр ошо матурлыҡ.

Кызыл калфак: Ә мин өләсәйемде һөйөндөрергә генә теләгән инем.

Умарта корты: Ә һин уларҙың файҙалары турында беләһеңме ?

Кызыл калфак: Матурлык өсөн инде.

Умарта корты: Ә һин уларҙы тыңлап ҡара.

Аксәсәк: һары күзем,аҡ керфегем,

Юлдан алмаймын күзем,

Әллә нисә ауырыуҙан                            

Дәуалармын мин үҙем.

Күксәсәк: Арыш араһында үҫәм

Зәп-зәңгәр сәсәк атам                        

Зәңгәр күкле, йалт  ҡояшлы                    

Аяҙ көннө яратам,                                  

Мин дә бит кешеләргә

Сәламәтлек таратам.

Тузганак: Яратам мин таң нурын,

Дарыу минең тамырым.

сәй ясаһаң киптереп,                                

Шифасы ла етәрлек,

Тәме исең китәрлек.

Умарта корты: бына  инде күрҙеңме

Шифаларын белдеңме.

Кызыл калфак: Ай-яй мин белмәгән инем күпме сер йәшеренгән икән был матур аланда?! Рәхмәт дустарым. Мин тиҙрәк өләсәйем янына барып, уны, ошо сәсәктәр менән дауалайым әле. (китә)

Умарта ҡорты: Мин дә китәйем эшем бик күп. Күп итеп бал йыяһым бар.(сәсәктәр менән беиеп кереп китәләр)

                                                2 нче күренеш.

(ҡуркыныс көй яңғырый. Тезелешеп бүреләр сыға)

Өлкән бүре: У-у-у. Ашыйсы килә.

йәш бүре: һин ғәйепле барһына. ҡасып китмәгән булһак, тамаҡ туҡ булыр ине. Хәзер  усаҡ та һүнгән. Кәҙә менән һарҡык та ҡаяҙыр киткән. ҡызыл ҡалфаҡ та ыскынды.

Өлкән бүре: Әй, юҡҡа ҡайғырма әле һин. Бына хәҙер усаҡ яғабыҙ. Уннан, Ҡыҙыл ҡалфаҡтан алдан барып өләсәйҙе алабыҙ...ҡыҙыл ҡалфаҡ үҙе килеп ҡаба. Бына тамаҡ туяр.(Усаҡ яғалар. Үзҙәре ашығып сығып китәләр. Ябалаҡ ағас артыннан ҡарап йөрөй)

Ялкын биюе башкарала.

3 нсө күренеш.

Әсәй ҡуян: Ой бәлә, бәлә. Ниндәйҙер төтөн исе килә түгелме? Әйе шул, унә-унә урман яна бит. Кемде ярҙәмгә саҡырырға һуң? Сү, төлкөбикә килә түгелме? Саҡырайыҡ һәм тиҙерәк. Ой юҡ, ҡурҡам. Инде нимә эшләргә? Урман янып бөтһә. Оят, бындай ваҡытта ҡурҡып торорға.

Бала ҡуян: Әй-әй, төлкө кил әле,

Бындағы хәлҙе күр әле.

(Үҙе әсәһе артына ҡаса)

(Төлкө иҫнәнә-иҫнәнә, хәйләкәр генә йылмайып килә. 2 балаһы ияргән)

Төлкө: Ай, ҡуян бигерәк яҡшы,

Осрауың әйбәт булды.

Балаларым да, үзем дә ас,

Тамаҡ туйғандай булды.

Әсәй ҡуян: Төлкө-төлкө тукта әле

Ашауыңды онот әле.

Күрәһеңме төтөндө?

Урманға бәла килҙе.

Төлкө: Кайҙа-кайҙа сынлап та,

Урман яна түгелме?

Кем эшләгән был эште,

Һин Ҡылый күрмәнеңме?

Әсәй ҡуян : Күрмәнем, шул, күрмәнем

Әйҙә төлкө ашығайыҡ

Тағын башҡаларҙы ла

Беҙ ярҙәмгә саҡырайыҡ.

(Ике яҡҡа сығып китәләр , ҡурҡыныс музыка яңғырый , ялғындар күренә,

шаулашып бер төркөм йәнлектәр керәләр, Ҡыҙыл ҡалфаҡ та алар янында)

Ҡыҙыл ҡалфаҡ: Юлымды дауам итәйем дисәм ни күрәйем, янғын сыҡҡан. Йә дуҫтарым тотонайыҡ .Ҡулдан-ҡулға бирешеп , һыуҙар сибәйек тиҙрәк . Урман бит ул тиҙ яна , тиҙ-тиҙ эшләргә кәрәк.

(йәнлектәрҙе тезә, силәктәр йөртәләр. Айыу кисмәкле һыу алып килә, музыка, янғын һүнә)

Ҡыҙыл ҡалфаҡ: Уф-ф арыным .

Ҡуян: Ҙур бәләнән ҡотолдоҡ.

Төлкө: Кем эшләгәнен беләргә ине.

Ябалак: (Яралы ҡанатын һалып килә)

Мин күрҙем, күрҙем , уларҙы яуыҙарҙы,

Төстәре-һоро ине ,исемдәре-бүре ине.

Тырышып усаҡ яҡтылар.

Хәйләле план ҡороп , өләсәй өйөнә саптылар.

Һезгә юл күрһәтер идем лә ,

Тик минең үҙемә ҙур ярҙәм кәрәк әле.

Янғынның озон телдәре ҡанаттарымны телде.

Ҡыҙыл ҡалфаҡ: Ҡая әле ҡарайыҡ, Шәфҡать бабайға барайыҡ.

Ә һеҙ дуҫтарым бында ҡалығыҙ

Урманға ярҙәм итегез , явыҙҙарҙы табығыҙ.

(Ҡыҙыл ҡалфаҡ ябалакны етәкләп сығып китә. ЙәнлекТәр эшләйҙәр, бейейҙәр)

Шиғыр: «Дуҫлыҡ"все вместе

Был  урманда кемдәр йәшәй?

Кемдәр булһын йәнлектәр.

Әйҙәгез бергә-бергә,

Дуҫ булайык ғүмер-ғүмергә.

Үҫтергән дә беҙҙе ысын дуҫлыҡ,

Көс биргән дә беҙгә ысын дуҫлыҡ

Дуҫлыҡ булһа йәшәр ғүмергә,

Беҙҙен ер шарында тыныслыҡ.

(Ябалаҡ, Ҡыҙыл Ҡалфаҡ керәләр бер яҡтан,2 нсе яҡтан бүреләрҙе алып керәләр.)

Ҡыҙыл ҡалфаҡ: Дустарым, күп эшләгәнһегез күреп торам, тырышҡанһығыз. Ә яуыҙҙарҙы ла тапҡанһыз икән.

Айыу: Әйе-Ҡыҙыл Ҡалфак,был яуыззар. Урман яныу ғына еттмәй, улар әле икәүләшеп, ашамаҡсы булгандар өләсәйҙе лә,һине лә.

 Ҡыҙыл ҡалфаҡ : Бына, дуҫтарым, был яуыҙҙарға ниндәй яза бирәйек икән. Урман патшаҺы Һин әйт, үҙ һүзеңде.

Айыу: Мин, урман патшаһы , фәрманымды тыңлағыҙ,

Бынан  ары урманда ,асыҡ ауыҙ булмағыҙ.

Төлкө: Өйрәнегеҙ урманда үзегеҙҙе тотарға.

Ә һезгә, яуыҙларға , кәрәк бүгендән,

Урман ҡағыйҙәләрен , яңа баштан ятларға.

Ҡыҙыл ҡалфаҡ: Яле, ғәйеплеләр ,ултырығыз бирегә.

Ә һез тамашасылар , булышырһығыз, бүрегә.

(йәнлектәр муз. аҫтында ҙур билгеләрҙе күрһәтеп сығалар, тамашасылар әйтәләр)

Айыу: Йәгез, инде нимә эшләйһегез.

Бүре: Беҙ барһын да аңланыҡ .һүз бирәбеҙ, бынан ары,

Урманда усаҡ яҡмаҫҡа ;уны ташлап сапмасҡа ;

сәсәктәрҙе, ағастарҙы Һәм ҡоштарҙы һаҡларға,

Санитарлыҡ эше менән шөғәлләнә башларға

(сигенә-сигенә китәләр. Айыу артларыннан китә.)

Ҡыҙыл ҡалфаҡ: Урманда сакһыҙ ҡыланһаң, нимә булаһын беләһегез. Мин дә оҙаҡ тотҡарландым, өләсәйемде килә күрәһем. Йүгерәием әле тиҙрәк.(сығып китә . Ҡалгандар тыныс көй аҫтында таралышалар . )


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий новогоднего театрализованного представления для детей подготовительной к школе группы "Снежная Королева"

Предлагаемый сценарий составлен на основе Мюзикла Морсина "Снежная Королева" и музыки М.Минкова к фильму-сказке "Тайна Снежной Королевы".Участники инсценировки-дети подготовительной группы.Роли Снежно...

Сценарий музыкального театрализованного представления для детей подготовительной к школе группы "Сказка за сказкой"

В этой сказке мальчик Вова путешествует во сне по сказкам. Встреча с героями этих сказок помогает мальчику осознать свои ошибки и исправить недостатки собственного характера. Сюжет можно использовать ...

Сценарий театрализованного представления для детей подготовительной группы «Новогодний карнавал с Котом в сапогах»

Новый год – один из волшебных праздников для детворы. В жизни  детского сада праздник занимает особое место. Дети дошкольного возраста  эмоциональны, впечатлительны, для них характерны яркос...

Сценарий театрализованного представления для детей подготовительной группы «Танцы разные нужны, танцы всякие важны!»

Сценарий разработан с целью познакомить детей и родителей с различными танцевальными направлениями....

Сценарий театрализованного представления для детей подготовительной группы "Теремок на новый лад вам покажет детский сад"

Ведущий:Сказки любят все на свете.Любят взрослые и дети.Сказки учат нас добру и прилежному трудуГоворят, как надо жить,Чтобы всем вокруг дружить.Теремок на новый лад, вам покажет детский сад. На ...

Театрализованное представление для детей подготовительной к школе группы "Золотой гусь"

Театрализованное представление для детей подготовительной к школе группы "Золотой гусь"...