"Әсәйҙәр- тормош биҙәге"
материал (средняя группа)

Салихова Розалия Азаматовна

-балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү,легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,

-балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү,

-әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,-әсәләрҙә балалар менән берлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл syzr_bayramy.docx24.87 КБ

Предварительный просмотр:

                                    “Әсәйҙәр– тормош биҙәге”

Маҡсат:

-балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү,легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,

-балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү,

-әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,-әсәләрҙә балалар менәнберлектә иртәлектә ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу.

Йыһазландырыу: слайд, балаларҙың һөйләүе буйынса видеояҙма, уйындарға, сценкаларға атрибуттар
Көй аҫтында балалар залға инәләр.
I алып барыусы:

-Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ.

Берҙән – берем, күҙ нурым, тип
Һәр саҡ арҡаңдан һөйә.
Сирләгәндә төн йоҡламай,
Зарыңды белә, көйә.
Кем һуң ул һинең өсөн?
Ул – һөйөклө әсәйем.
II алып барыусы:

-Ә ҡасан барлыҡҡа килгән һуң был байрам? Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында балаларын юғалтҡан әсәйҙәр бик күп күҙ йәштәре түгә. Әсәйҙәрҙең сабырлығы, түҙемлеге, хеҙмәте өсөн “Ҡаһарман әсәй” ордены булдырыла. 90 – сы йылдарҙан алып ноябрҙең һуңғы аҙнаһында бөтә Рәсәйҙә “Әсәйҙәр көнө” билдәләнә.

I алып барыусы:

-Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”. Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.

-Ә хәҙер һүҙ балаларға:

Әсәй ул – һауа!
Әсәй ул – яҡтылыҡ!
Әсәй ул – бәхет!
Әсәй ул – йылылыҡ!
Әсәй ул – тыныслыҡ!

-Мин әсәйемде яратам!

Йыр “Мин әсәйемде яратам”
Балалар ултырғыстарға ултыра.
II алып барыусы:

-Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер.

Балалар шиғыр һөйләй.

1-се бала:Иртән һөйөп уята,
Эсерә тәмле сәйен.
Баҡсаға ла оҙата
Көләс йөҙлө әсәйем.
Ҡаршы ала йылмайып,
Ашы, сәйе өҫтәлдә.
Өйҙө матурлап ҡуя
Ҙур ҡунаҡты көткәндәй.
2-се бала:Әсәйҙәр берәү генә,
Беләйек ҡәҙерҙәрен.
Һәр эштә ярҙамлашып,
Күрәйек күңелдәрен.
3-сө бала:Бик матур минең ҡурсағым,
Әсәйемә оҡшаған.
Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ.
Ҡурсағым да, әсәйем дә,
Икеһе лә йоҡлаған.
4-се бала: Әсәйем эштән ҡайтыуға
Иҙәнде йыуып ҡуям.
Ҡасан ҡайта инде, тиеп,
Һағынып көтөп алам.
5-се бала:Мин бәхетле, бик бәхетле,
Әсәйем янда һәр саҡ.
Һин булғанға ғына, әсәй,
Көндәрем яҡты һәр саҡ.

I алып барыусы:ң

-Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән изге зат – әсәйҙәр.

Әсәйҙәр тураһында притча. Көй яңғырай.
Бәпес тыуыр алдынан аллаға һорау бирә:

-Иртәгә Һеҙ мине Ергә ебәрәһегеҙ, унда мин кем менән йәшәйәсәкмен?

-Мин һиңә фәрештә бүләк итәм, ул һәр ваҡыт һинең яныңда булыр.

-Мин һауала көләм, йырлайым. Миңә бында оҡшай.

-Ерҙә лә һиңә рәхәт буласаҡ. Фәрештәң һинең менән бергә йырлар, көлөр, ул һиңә үҙ мөхәббәтен бүләк итер.

-Ә мин уның телен нисек аңлармын һәм мине кем ҡурҡыныстарҙан ҡурсалар?

-Һинең фәрештәң ҡурҡыныстарҙан ҡотҡарыр.

-Ә уның исеме кем булыр?

-Исеме уның мөһим түгел. Һин уны ӘСӘЙ тип йөрөтөрһөң.

I алып барыусы: (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға)

-Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.

II алып барыусы:
Әсәйем, күҙ нурым, Әсәйем, алтыным,
Йылмая йөҙҙәрең. Һин бит иң яҡыным.
Йылытып йөрәкте Үҙеңә гел тарта
Нур һибә күҙҙәрең. Күңелең ялҡыны.
I алып барыусы:

-Ә хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү.

Ҡыҙҙар бейеүе.
I алып барыусы:

-Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын да бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр.

-Балалар, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?

-(Балаларҙың яуаптары).

Азалияның әсәһенә нисек ярҙам итеүен йырын тыңлап белербеҙ.

Йыр “Әсәйгә ярҙам итәм”
II алып барыусы:

-Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән? Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була.


Уйын “Әсәйҙәргә аш әҙерләү” (әсәйҙәр менән бергә)

-Ҙур рәхмәт. Бик тәмле булғандыр. (Әсәйҙәр рәхмәт әйтһен).

-Хәҙер балаларҙы полька бейеүенә саҡырабыҙ.


Бейеү “Полька”
I алып барыусы:

-Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә, ә әсәйҙәребеҙ балаларға яуап итеп бишек йыры әҙерләгәндәр. Рәхим итегеҙ!


Бишек йыры” (әсәй башҡара)
II алып барыусы:

-Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Балалар, әсәйҙәр тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр ҙә ярҙам итһен.

Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.
Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.
Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.
Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.
Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.
Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.

-Рәхмәт, балалар! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ.

(Балалар сценкаға сыға)
Көй яңғырай. “Сәскәләр бейеүе”
Сценка “Терпекәй”
Йәшәгән, ти, урманда терпе. Бер көн терпе әсәһенә сәскә бүләк итергә уйлаған.
Терпе: - Һаумыһығыҙ, сәскәләр, фр – фр!
Сәскәләр: - Хәйерле көн, көн!
Терпе: - Сәскәләр, зинһар өсөн, әйҙәгеҙ минең әсәйемде ҡотлайыҡ.
Сәскәләр: - Беҙ риза, ә ҡайҙа барырға?
Шул ваҡыт урман эсенән Төлкө килеп сыға.
Төлкө: - Ниндәй тәмле, ням – ням.
Хәҙер мин һине ашайым, ам – ам.
Терпе: - Ай, мин ҡурҡам, фр – фр, ярҙам итегеҙ!
Терпе сәскәләр араһына йәшенә, төлкө сәскәләр тирәләй әйләнә лә китә. Урман эсенән Терпекәйен эҙләп Әсәй терпе сыға.
Әсәй төлкө: - Ниндәй матур сәскәләр, ә ҡайҙа һуң минең терпекәйем?
Терпе сыға.
Терпе: - Әсәй, мин сәскәләр араһында, фр – фр.
Әсәй, һине байрам менән ҡотлайым
I алып барыусы:

-Терпекәй әсәһенә сәскә бүләк итте, ә беҙҙеңҒәзинур әсәһенә шиғыр арнаған. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ.

Шиғыр:Әсәйемдең ҡулы алтын,
Тәмле аштар бешерә.
Энә алһа ҡулдарына
Матур кейемдәр тегә.


II алып барыусы:

-Ысынлап та, әсәйҙәр нимәгә тотонһалар ҙа, бөтә эштәре лә ҡулдарынан килә. Әйҙәгеҙ, әсәйҙәребеҙгә ял биреп уларҙы байрамса биҙәндерәйек.

Уйын “Әсәйҙе биҙәндер”
5 бала әсәйҙәрен биҙәндерә.

-Әсәйҙәребеҙ тағы ла матурыраҡ булып китте. Әйҙәгеҙ әле, ысын йондоҙҙар һымаҡ әсәйҙәребеҙ көй аҫтында үтһендәр.

Зал буйлап әсәйҙәрҙең дэфилеһы
I алып барыусы:

-Бөгөн балалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, әсәйҙәргә шиғырҙар, мәҡәл – әйтемдәр ҙә бағышланылар. Ә киләһе сәләмде экран аша ҡарағыҙ!

Экран. (Балаларҙың әсәйҙәре тураһында һөйләүе)
Балалар әсәйҙәренә теләктәрен еткерәләр.
Ә хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк. Төркөмөбөҙ тәрбиәләнеүсеһенең атаһы һәм әсәһе
 ә башҡарыуында йыр.

-Рәхмәт. Балалар, йырға тороғоҙ.

Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” (Балалар һәм әсәйҙәр бергә башҡара)
II алып барыусы: - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелд
Рәхмәтлемен Хоҙайыма,
Рәхмәтле мин һәр көнгә,
Атай-әсәй тип өндәшеү,
Насип булһын һәр кемгә.

Нимә бирһәм дә һиңә
Бөтәһе лә аҙ кеүек,
Әгәр бер һүҙ әйтһәң дә,
Иркәләү һәм наҙ кеүек.


Иң тәүге һүҙ, яғымлы һүҙ,
Тылсымлы һүҙ – ул әсәй,
Һәр бер кеше, һәр бер бала,
Тик “әсәй” тиеп йәшәй.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты