Тормош -көнкүреш әкиәте "Бөтәбеҙҙә өйҙә булғанда- яҡшы"
материал по развитию речи (средняя группа)

Мамбетова Лилия Закиевна

Башҡорт телендә әкиәт 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл minen_kit_mmbtova_lili_zki_kyzy.docx12.94 КБ

Предварительный просмотр:

Тәрбиәсе: Мәмбәтова Лилиә Зәки ҡыҙы,

Баймаҡ ҡалаһы “Әкиәт” балалар баҡсаһы

Жанр:Тормош- көнкүреш әкиәте

Бөтәбеҙҙә өйҙә булғанда- яҡшы.

Борон-борон заманда түгел, хәҙерге көндәрҙә, бәләкәй генә бер ауылында  йәшәгән, ти бер бесәй. Бер нәмәгәлә ҡайғырмай гына йәшәй был бесәйкәй, Иркәбай.

Хужабикә иркәләтеп боҙоп бөткән, ти . Ул бесәйенә иртәнсәк һәм кискеһен яңы ғына һауылған һөт эсергән, тауыҡ ите ашатҡан һәм һурпа менән дә һыйлаған.

Ялҡауҙан ялҡауға әйләнгән, ти Иркәбай, хатта сысҡан тоторға ла ялҡауланған. Тиҙҙән сысҡандар куп итеп үрсеп киткәндәр- һәр ерҙә йөрөп,бөтә нәмәне кимергәндәр, ти. Шуның һөҙөмтәһендә хужабикә сысҡан биҙгәге ауырыуын йоҡтороп, дауаханаға дауаланырға киткән, ти.

Иркәбай һөтһөҙ ҡалған хужабикә дауаханала  булғанда, ауылдан һыйыр һауырлыҡ кеше табылмай, һыйыр быҙауы менән бергә көтөүлеккә китә һәм ҡайтмай башлай. Иркәбайға тәмләп эсергә  өйҙә һөт, тауыҡтарға онға йә фуражға болғатып бирергә эремсек, ҡаймаҡ, май, ҡорот бөтә, хатта хужабикәгә күстәнәскә ебәрергә бер нәмәлә ҡалмаған, ти.

Алабайҙа ҡарауылһыҙ тороп ҡала. Һуңғы сиктә  Алабайҙа ҡапҡаны, өйҙө  ҡарауылсыһыҙ ҡалдырып сығып киткән. Иртәнсәк ҡарауылсыһыҙ өйҙөң баҡсаһына һарыҡ, кәзә көтөүе инеп, йәшелсә- емештәрҙе  тапап, ашап сығып киткәндәр, ти.

Алабайһыҙ ҡапҡаның йәме булмаған, ти . Ҡаҙҙар быуа эргәһендә йоҡлап ҡайтмағанлыҡтан, туристар, йылға буйлап ағыусылар уларҙы салғандар.

Бөтә нәмә  кирегә китә, ашарға ла, эсергә лә юҡ. Һыуһыҙ сәскәләр һулый, бал ҡорттары айырып урманға осоп китеп бөтәләр.

Байтаҡ ваҡыттан һуң хужабикә һауығып дауахананан ҡайтып ингән, ти . Ҡайтып өйөнөң ниндәй хәлдә булыуын күреп, бик ныҡ ҡайғырған, илаған.

Шунан яңынан эшкә тотона. Иртәнән ҡара кискә тиклем баҡсала эшләй. Яңынан картуф сәсә, йәшелсә-емештәр ултырта.  Быҙауы менән һыйырҙарын, ҡаҙҙарын  эҙләп алып ҡайтҡан.  Эштәр яйлана, Иркәбай туҡ, Алабай өрә, берәүҙе лә өйгә яҡын ебәрмәй, тауыҡтар үрсей, һәр көн һыйыр йылы һөт килтерә, бал ҡорттары бал йыя, ҡаҙҙар аҡ сылбырға теҙелешкән кеүек һәр көн өйгә ҡайта, ти.

Тормош элеккесә дауам итә. Уйлана торғас Иркәбай шундай фекергә килә: ялҡау булмаҫҡа, эшләргә сысҡан тоторға, сөнки береһе икенсегә бәйләнеп бөтәһе лә юҡҡа сығасаҡ.

Сысҡандар өй тирәһенән төрлө яҡҡа ҡасҡандар, ти. Бал ҡорттары айырып, бал йыялар. Хужабикә ҡыуана-ҡыуана баҡсаһын, ҡош-ҡортон, мал-тыуарын, Алабай менән Иркәбайҙы ҡарай.

Тимәк, кеше тәбиғәттең бер өлөшө. Иң мөһим өлөшө икән. Кешеһеҙ, хужабикәһеҙ, бер нисектә йәшәп булмай тигән һығымтаға килгән Иркәбай.

Бына әкиәтем тамам, кем уҡыған ҡалғандарға һөйләргә ҡушам.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Қарағанды қаласы

Қарағанды және Саран қалаларында орналасқан ғимараттар фотосуреттері...

Открытое занятие в старшей группе "Урман һәм анда яшәүчеләр".

Экологик инспектор белән берлектә оештырылган ачык эшчәнлек....

Өләсәйем һандығы

Балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына,мәҙәниәтенә, фольклорына һәм өлкән быуынға ҡарата ихтирам,ғорурлыҡ    тойғоһо тәрбиәләү.                ...

Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге сценарийы “ Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығы”

Балаларҙа якынлашып килеүсе яңы йыл байрамы менән бәйле шатлыҡлы хистәр уятыу...

Тема: "Өләсәйем һандығы"

Тема: "Өләсәйем һандығы"...

"Әсәйҙәр- тормош биҙәге"

-балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү,легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,-балаларҙың телмәрен үҫтереү; шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән ...