Сығарылыш кисәһе
материал (подготовительная группа)

Мустахитдинова Альбина Римовна

Сценарий на выпускной на башкирском языке                                               

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon stsenariy_na_vypusknoy_na_bashkirskom_yazyke.doc78 КБ

Предварительный просмотр:

   Музыка астында балалар залга инәләр.

1 а.б. - Бөгөн беҙҙгә бик шатлыҡлы шулай уҡ саҡҡына моңһоу көн,сөнки бөгөн сығарылыш байрамы. Оҙаҡламай балаларыбыҙҙы еҙ ҡыңғырау тауыштары юлға, белеем иленә зыңлап саҡырыр. Ә хәҙер балаларыбыҙҙы алҡышлап ҡаршы алайыҡ.

       Балалар иналар

Алып барыусы: Бөгөн байрам барыбыҙҙа өсөн

                         Хушлашыу мәле етте

                        Һеҙгә уҡыусы булырға

                        Ваҡыт та килеп етте.

                       Беҙҙән һеҙгә теләктәр шул

                        Бик тырышып уҡығыҙ

                        Һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләп

                        Ҙур юлға оҙатабыҙ.

Балаларҙың шиғырҙары:

Был түтәлдә бик тар беҙгә

Бында урында аҙ беҙгә.

Беҙгә тағы үҫер өсөн

Ҙурыраҡ ерҙәр кәрәк беҙгә.

             : Бөгөн баҡса бигерәк матур,

              Уттары балҡып тора.

              Дуҫтар һеҙҙе саҡырабыҙ,

              Хушлашыу байрамына.

              Шаулап – гөрләп, бергә- бергә

              Баҡсала 5 йыл үтте.

              Инде бөгөн май ҡояшы,

              Сағыу нурҙарын һипте.

              Бер уйлаһаң күңелле лә,

              Бер уйлаһаң һағышлы.

              Ни эшләйһең көслө икән,

              Был доъяның ағышы.

              Баҡсала үткәргән көндәрҙең

              Буш булманы сәғәте:

              Һүрәт төшөрҙөк, уҡыныҡ-

              Үҫте һәр кем һәләте.

               Белем ишеген асабыҙ

               Һау бул, һау бул баҡсабыҙ!

               Инде ҙурайҙыҡ хәҙер,

               Беҙ бит уҡырға әҙер!

               Беҙ сабый ғына саҡтан

               Ошо баҡсаға килдек.

               Ҡәҙерләндек, иркәләндек

                Бик күп нәмәләр белдек.

                  Бөгөн беҙҙә оло байрам

                 Баҡсаны тамамлайбыҙ.

                 Бик теләһәктә бында

                 Бүтәнсә ҡала алмайбыҙ.

 

                       А в сторонке сидят родители

                         И с волненьем на нас глядят.

                         Будто первый раз увидели

                          Повзрослевших своих ребят!

                      . Барыһы беҙгә яҡын:

                       Уйынсыҡтар , тәтәйҙәр

                       Тәрбиәсе апайҙарҙа

                        Беҙҙе матур бәпләйҙәр.

                Беҙҙең сабый саҡ бөттө

               Инде осор саҡ етте.

               Беҙҙе мәктәп кә саҡырып

                Ҡыңғырау зыңлап китте.

Йыр “Учат в школе”

Алып барыусы: Ҡәҙерле балалар, бөгөн һеҙҙең бик шатлыҡлы көнөғөҙ, һеҙ үҫтегеҙ, ҙур булдығыҙ,мәктәпкә бараһығыҙ. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, бик моңһоу ҙа сөнки һеҙ үҙегеҙҙең бала сагыгыҙ менән хушлашаһыгыҙ.

 Бына йәй үтеп, көҙ етһә, һеҙҙе мәктәп бүлмәләре ҡаршы алыр. Ә мәктәптә беҙҙең баҡсаға оҡшамаған икенсе донъя көтә: һеҙ унда белеем алырһығыҙ, уҡырға, яҙырға өйрәнерһегеҙ. Бөгөнгө көн һеҙҙең тормошоғыҙҙа иң беренсе иҫтәлекле көнөгеҙ

Алып барыусы: балалар, ошо балалар баҡсаһында һеҙ күп нәмәлерҙе өйрендегеҙ: үҙегеҙҙе тәртипле тоторға, бөхтә булырға, ололарҙы хөрмәтләргә – һеҙгә лә мәктәпкә барырға ваҡыт етте. Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн һеҙгә мәктәпкә барырға керәк икән? Афарин, тап шулай!һеҙ белеем аласаҡһығыҙ. Белеем - ул кешелектең иң ҙур хазинаһы. Белеем – ул ҙур байлыҡ.

Алып барыусы:      Магазин кәштәләрендә

                                   Бик күп китаптар тора.

                                   Китаптар менән һөйләшкәс

                                    Шундай хәбәр тарла.

                                   Имеш бар тей диңгеҙҙәр,

                                   Диңгеҙҙәрҙә утрауҙар.

                                   Биктә ҡыҙыҡ тей улар.

                                   Утрауҙарҙы күрергә

                                    Барабыҙмы балалар?

                                  Күрәһегеҙме балалар

                                  Беҙгә капитан килгән

                                   Бик күп илдәҙе гиҙгән

                                  Төрлө хәлдәр кисергән

                                   Батыр капитан икән!

(корабль сиренаһы)

Алып барыусы:  Бөгөн “Балалар баҡсаһы” портынан “Бәхетле баласаҡ” карабы белем иленә юл тота. Иптәш капитан 15 баланан торған экипаж юлға әҙер.

Капитан: Ә ҡайҙа ул белем иле? Глобуста ла , карта ла юҡ ул ил.

Алып барыусы: Ул илде үҙегеҙгә асырға тура киләсәк.

Капитан: Беҙ тәүге асыусылармы?

Алып барыусы: Әлбиттә!

Капитан: бөтә ерҙе урарбыҙ –

                 Белем илен табырбыҙ.

                 Карабҡа ултырайыҡ,

                 Белем иленә юл тотайыҡ.

                 Бейеү:рок-н-ролл

Капитан:

 Күңелле тауыштар

Дәртле көйҙәр ишетелә

Был “Баласаҡ утрауы”

Бик күңелле тыңлауы

Тыңлағыҙ команданы

Туҡтатығыҙ карапты.

 

Кескәйҙәр төркөмө балалары инә. Ҡотлайҙар

Алып барыусылар: Беренсе тапҡыр әсәйҙәрегеҙ менән килгәндә һеҙҙә шулай бәләкәс кенә инегеҙ.

Капитан :  Беҙгә ҮТКӘНДӘ оҙаҡларға ярамай. Ҡуҙғалырға ваҡыт!

(Диңгеҙ тауышы. Капитан бинокльга ҡарай.)

Капитан: Һаҡ булығыҙ! Пираттар утрауын күрәм! Ихтибар!!! Һыуҙа кешеләр!!!

(Пираттар килеп инәләр)

1-се пират: Эй унда карапта ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ!

2-се пират: Кем һеҙ? Ҡайҙа юл тотаһығыҙ?

Алып барыусылар: Беҙ балалар баҡсаһынан Белем иленә йөҙәбеҙ. Беҙ инде ҙур үҫтек, балалар баҡсаһы менән хушлашабыҙ, ә сентябрҙә мәктәпкә 1-се класҡа барабыҙ.

1-се пират: Мәктәп, мәктәп....Ниндәйҙер таныш һүҙ

2-се пират: Ә нимә аңлатҡанын белмәйем

Шиғыр мәктәп тураһында :

Газизов Ильнар:     Что такое школа? Как тебе ответить?

Это то, куда спешат по утрам все дети.

             Что за странный вопрос, если ты уже подрос?

                       Если семь, то самый раз сбораться в первый класс!

Что такое школа? Как тебе ответить?

Это то, где ты узнаешь обо всем на свете:

О таблице умноженья, о глаголах и сложеньи,

Про планеты и моря, и что круглая Земля!

Что такое школа? Как тебе ответить?

Перемены и звонки, булочки в буфете

И отметки в дневнике, и заданье на доске,

Все узнаешь и поймешь, если в школу ты пойдешь!

  1. се пират: Иҫләнем, иҫләнем нисек беҙҙе 11 йыл буйы ыҙалатҡандарын. Уны онотоп буламы мы ней?!
  2. Се пират: Хәҙер беҙ һеҙҙе өйрәтәбеҙ нисек үҙегеҙҙе мәктәптә тоторға.

«Вредные советы в стихах школьникам»

1.Не забудь взять в школу дудку,
И, конечно же, свисток,
На уроке, перемене
Пошуми, браток, чуток.

2.Изгрызи свои резинки,
Ручки и карандаши.
В чистоте чудо-пеналы
Держат только малыши!

1.На уроке развлекайся,
Анекдоты изучай,
Жалко, не дают на русском
Крепкий, ароматный чай.

2.А на музыке, дружище,
Ку-ка-ре-ку распевай,
Если телефон запикал,
То ему ты подпевай.

1.На уроке рисования,
Стены маслом испиши,
Парту изрисуй гуашью,
И соседу покажи.

2.На уроке технологии
Ножницами ткань изрежь,
Лишь учитель что-то скажет —
Сядь и булочку поешь.

1.Накроши кругом побольше,
За собой не убирай,
Крошки – это ведь красиво,
Настоящий хлебный рай!

2.А учителю на кресло
Самый крепкий клей намажь,
Педагог уж встать не сможет
Хоть пойдет на абордаж.

1.Выполнить задание на дом –
Вот про это ты забудь,
Твой учитель обойдется
Без проверок как-нибудь.

2.На уроках не работай,
Двойки, тройки – ерунда.
Что учитель объясняет,
Ты не слушай никогда.

1.На уроках развлекайся,
И ходи на голове.
Станешь очень популярен,
Скажут о тебе везде.

Алып барыусылар: Балалар беҙгә ундай кәңәштәр кәрәкме? Юҡ!!! Беҙҙең балаларыбыҙ бик аҡыллылар, тыңлаулылар. Бер ҡасанда улар һеҙҙең кеүек булмаясаҡтар.

Алып барыусылар: Теләйһегеҙме улар һеҙгә белемдәрен күрһәтеүен?

1-се пират: Эйе, эйе ҡарап ҡарайыҡ әле кем аҡҡыллыраҡ икәнен!

2- се пират: беҙ уҡымаһаҡта барыһын да беләбеҙ.

Уйын “Һандар” (балаларға һандар бирелә, музыкаға төрлөһө- төрлө яҡҡа йөрөйҙәр. Музыка туҡтауға дөрөҫ теҙелергә тейештәр)

1-се пират: Ә былар ниндәй ханымдар? Нимәлер өйрәтәләр, матур итеп һөйләйҙәр (тәрбиәселәргә ҡарап)

Балалар: тәрбиәсе апайҙар!

Шиғырҙар тәрбиәсе тураһында: Файзуллина Камила

Рәхмәт һезгә, бик зур рәхмәт,

Тәрбиәсе апайҙар.

 Беҙҙән һуң да шаулап торһын,

Гөрләп торһын баксалар

. Тик һез берүк, беҙ китә тип,

Яманһыулап ҡалмагыз.

 Беҙ бит хәҙер ҙурҙар булдык,

 Беҙ мәктәпкә барабыҙ.

Өйрәттегеҙ беҙҙе баҡсаларҙа

Хәреф танып, һандар яҙырға.

Кеселәрҙе һәрсаҡ яратырға,

Ә ҙурҙаҙы хөрмәт итергә.

Баш эйәбеҙ бөгөн һеҙҙең алда,

Бурыслыбыҙ һеҙгә ғүмергә

. Өйрәттегеҙ: “Дуҫ һәм татыу булып

Йәшәгеҙ, - тип, - шулай, гел бергә”.

Йыр  Тарбиасе апайыбыз.

  1. се пират: Әгәр минең дә шулай тәрбиәселәрем булып, мәктәптең нисек миңә кәрәк булыуын аңлатҡан кеше булһа, бәлки миндә мәктәпте алтын миҙалға бөтөр инем.
  2. Се пират: Әйе шул .....

Алып барыусылар: берҙә ҡайғырмағыҙ. Әле бит юғары йорттарға уҡырға инеү мөмкинселеге бар.

1-се пират: Әйҙәгеҙ беҙ балалар баҡсаһы асабыҙҙа, ә һеҙ беҙгә эшкә килегеҙ.

2-се пират: мин хатта исемдә таптым “Пиратики”

1-се пират: Эш хаҡын алтын менән түләрбеҙ.

2-се пират: йыл һайын ял итергә Канара утрауҙарына барырһығыҙ.

Алып барыусылар: юҡ, беҙҙең балалар баҡсаһы иң яҡшыһы.

1-се пират: Нығыраҡ уйлағыҙ.

2-се пират: Әгәр кире уйлаһағыҙ, бына беҙҙең визитка. Ә хәҙергә һау булығыҙ!

Алып барыусылар: Диңгеҙ беҙҙе саҡыра! Бөтәгеҙгә лә урындарығыҙа ҡалыуығыҙ һорала!

Алып барыусылар: мин алда бер утрау күрәм! Был ата-әсәләр утрауы!

Алып барыусылар: Туҡтайыҡ дуҫтар! Был утраҙы бер нисектә ҡалдырып булмай. Ана беҙгә ҡул болғайҙар.

Игра “Папа составь слово”

Игра с папами на выпускном утреннике

В центр зала выходят папы – участники игры. Им через голову надевают нагрудники с буквами так, чтобы буквы были видны на груди и спине. Чередование букв: а – о, е – и, ш – п, н – л.

Ведущий зачитывает задание а, папы должны быстро составить слово, повернувшись необходимой стороной, и став в определенной последовательности. Зрители громко читают получившееся слово.

1. Бывает рыбой, а бывает инструментом  (ПИЛА)

2. Дерево, из цветов которого заваривают чай (ЛИПА)

3. Бывает пшеничное, а бывает и футбольное (ПОЛЕ)

4. Его не утаишь в мешке  (ШИЛО)

5. Обувь для колеса (ШИНА)

6. Бывает морской, бывает для бритья (ПЕНА)

7. Маленькая лошадка (ПОНИ)

Танец: флеш моб или круто ты ходил в д/С

Алып барыусы : бындай ата әсәләр менән беҙҙең балаларыбыҙ ҙур кешеләр булып китерҙәр.

Алып барыусы : миндә балалар өсөн тынысмын.

(Диңгеҙ тауышы)

Алып барыусы : Алға, тик алға

                              Беҙҙең был карап бара.

                         

Алып барыусы- Беҙ нидәйҙер батшалыҡа килеп эләктек түгелме.

                          Музыка. Батша һәм принцесса сыға.  

                 Принцесса илай, батша күҙ йәштәрен һөртә.

Батша : Күҙ нурым һиңә нимә булды? Нишләп илайһың? Атайыңа һөйлй әле. Минең ҡыҙым нимә теләй.

Принцесса: башҡа өйҙә ултырырға теләмәйем! Көҙгө алдында уралырға арыным. Кейемдәрҙе лә алыштырып ялҡытты.минең эшләгем килә.

Батша: Тағы үҙенекен һөйләй. батша ҡыҙының ҡасн эшләгәнен күргәнең бар? Минән бит көләсәктәр.

Принцесса: Миңә күңелһеҙ. Барыбер эшкә сығасаҡмын! (балаларға ҡарай) балалар баҡсаһында эшләгем килә!

Батша: Ҡыҙым уйлап ҡара бәлки кәрәкмәҫтер. Кем булаһың һин унда?

Принцесса: Барыбер түгелме кем булһамда? Няня булам! Уның ней ауырлығы бар. Сепрәкте унда – бында һелтәнең, балаларҙы ашаттың, горшокка ултырттың. Бер ҡыйынлығын да күрмәйем.

Батша: Йә улайһа һынап ҡарайыҡ.

Звучит быстрая музыка. Принцесса сажает одного стражника на горшок, другого за стол. Пытается завязать ему слюнявчик. В это время тот, что на горшке, тянет на себя скатерть. Посуда грозится упасть. Принцесса оборачивается. Тот, что за столом, начинает плакать. Принцесса подхватывает тарелку, оборачивается на плач, остальная посуда слетает на пол. Принцесса хватается за швабру. Тот, что на горшке, тоже начинает плакать. Принцесса бросает швабру и пытается кормить его кашей. Он плюется. Тот, что за столом, уже не плачет — надрывается. Принцесса в изнеможении опускается среди битой посуды на пол.

      Батша: минеңсә насар түгел килеп сыға.

Алып барыусы: Һеҙ нимә! Беҙҙең кесе тәрбиәселәребеҙ улай эшләмәй.

Бала шигыр:

         “Ярҙамсы” тигән һүҙҙең,

             Эсендә ҙур мәғәнә.

              Тәрбиәсе буш булмаһа,

              Ул Әсәйгә әйләнә

               Арҡабыҙҙанда һөйә,

               Матур һүҙҙәрен әйтеп.

               Ваҡытында ашата

               Беҙ һау булып үҫһен тип.

   

Батша: Күрҙеңме ҡыҙым, һинән кесе тәрбиәсе лә сыҡманы.

Принцесса: Баребер балалар баҡсаһына эшкә барам. Барам, барам, барам! Тәрбиәсе булып барам! Хәҙер брлалар, беҙ тиҙ әйткестәр өйрәнәбеҙ.

(Принцесса тиҙ әйткесте тиҙ, балалаҙа , батша ла әйтә алмай. )

Принцесса: Һеҙ бер нәмә лә белмәйһегеҙ. Хәҙер хәреф өйрәнәбеҙ.

(Принцесса таҡталағы хәрефтәр күрһәтә үҙе дөрөҫ әйтмәй .)

Алып барыусы: Ғәфү итегеҙ, ләкин һеҙ дөрөҫ әймәйһегеҙ хәрефтәрҙе.

Принцесса: Ә нисек әйтәләр?

Алып барыусы: Хәҙер балалар һеҙгә күрһәтәләр.

 Уйын “Кубиктарҙан һүҙ төҙө”

Батша: Һы, ҡыҙым һинән тәрбиәсе килеп сыҡманы.

Принцесса: Улай булғас мин МӨДИР булып эшкә барам!

Батша: Был уйың миңә нығыраҡ оҡшай. Шулайҙа репетиция кәрәк.

(Бөтә балаларҙы түңәрәккә ҡуя, цирктағы һымаҡ һикертә, йөрөтә...)

 

Алып барыусы: Туҡтатығыҙ!!! Был бит һеҙгә цирк түгел. Беләһегеҙме мөдирҙең эше бик ҡатмарлы, яуаплы! Уның өсөн бик күп уҡырға, белергә шунһыҙ бер ниндәй репетиция ла ярҙам итмәйәсәк.

Бала шигыр: 

           Ололарҙа, балаларҙа

           Бик яҡшы белә уны.

           Был бит беҙҙең мәдиребеҙ

           Альмира Марат ҡыҙы.

            Рәхмәт һеҙгә беҙҙең өсөн

            Бар уңайлыҡ булғанға.

            Баҡсабыҙ бик бәхетле

             Балалар менән тулғанға.

             рәхмәтебеҙ ҙур һеҙгә

             бик ҡәҙерле һеҙ беҙгә!

Батша: Эххх ҡыҙым ҡайтайыҡ инде,  батшалар эше түгел ул баҡсала эшләү.

(Һаубуллашып сығып китәләр)

Алып барыусы: Балалар алда бик матур, сағыу утрау күренә.

Алып барыусы: Был “Уйынсыҡтар утрауы” . был уйынсыҡтар һеҙҙе уйнаттылар, йыуаттылар, йоҡлаттылар. Ә алда һеҙҙе китаптар, портфельдәр көтә. Уйынсыҡтар менән хушлашырға ваҡыт етте.

 

Бейеү “ Уйынсыҡтар менән хушлашыу”

Капитан: Ихтибар!!! Алда белем иле!!!Бәхетле баласаҡ карабы билдәләнгән урынға килеп етте.

Алып барыусы: Хушлашыу минуты етә, тип

                            Моңаймайыҡ дуҫтарым.

                             Баҡсаны һис онотмағыҙ

                             Изге булһын уйҙарығыҙ.

                              Балалар  ҡараһаң,                            

                            Яҡтырып китә донъя.

                             Тиҙҙән мәктәпкә һеҙгә

                             Йылмайыу булһын даръя.

Балалар шиғыр һөйләйҙәр (3шт)

Алып барыусы: Мәктәпкә оҙатабыҙ,

                            Беҙ бөгөн балаларҙы.

                            Һуңғы вальс бейергә

                             Саҡырабыҙ уларҙы.

(Балалар вальс бейейҙәр. Вручение грамот. Ҡотлау өсөн һүҙҙе Альмира Марат кызына бирелә. Һуңынан ата-әсәләргә.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сығарылыш кисәһенә сценарий «Бәхетле баласаҡ - карабы»

сценарий на выпускной вечер в детском саду...

сығарылыш кисәһе балалар баҡсаһында

: Бик боронда булманы, бик алыҫта ла түгел ябай кешеләр менән йәшәнеләр тей баҡсасылар. Һәм булды тей уларҙың баҡсаһы....

Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе

Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе (мәктәпкә әҙерлек төркөмө)...

Балалар баҡсаһында сығарылыш кисәһе өсөн сценарий.

Башҡорт балалар баҡсаһында әҙерлек төркөмдәре өсөн сценарий .Темаһы - "Диңгеҙгә сәйәхәт"...

Балалар баҡсаһында сығарылыш балы " Золушка мәктәпкә бара"

Рус теленән үҙем башҡорт теленә тәржемә иткән сценарий....

Cығарылыш кисәһе-2023

Сығарылыш байрамы  - 2023 Музыка яңғырай, балалар залға инәләр. Монтаж. Тәрбиәселәр инә, ике яҡҡа матур итеп баҫалар. Фанфары яңғырай, алып барыусылар сыға. АС. Был ниндәй матур ир...