Әсәләр көнөнә байрам сценарийы «Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!»
методическая разработка (старшая группа)

Абдрахимова Лилия Рафисовна

Балалар баҡсаһында әсә көнөнә арналҡан сценарий "Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!"

  өлкәндәр төркөмө өсөн.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл slr_konon_bayram_stsenariyy.docx23.72 КБ

Предварительный просмотр:

Әсәләр көнөнә байрам сценарийы

«Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!»
(Ярыш барышы)
Сәхнә матур итеп биҙәлгән: баннер «Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!», кәрзиндә яһалма сәскәләр, ҡатнашыусылар һанынса ултырғыстар ҡуйылған. Музыка яңғырай.)
Алып барыусы 1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! . 8 Март алдынан һеҙҙе бында күреүебеҙгә бик шатбыҙ!
Алып барыусы 2. Әсәй-ошо наҙлы һүҙҙә
Тик мөхәббәт кенә сағыла.
Әсәйемдең йырҙарынан беҙгә
Бөтмәҫ һөйөү генә ағыла.
Алып барыусы 2. Һеҙҙең өсөн һөйкөмлө, сибәр, уңған, аҡыллы, етеҙ, әсәйҙәр беҙ ярыш үткәрәбеҙ.
Бөтәһе: Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!
Алып барыусы 2. Әсәйҙәр, һеҙҙе сәхнәгә саҡырабыҙ! Бөгөн беҙҙең ярышта ҡатнашалар____________________________
Алып барыусы 1. Беҙҙең һөйкөмлө ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотлау өсөн мәктәп директорына һүҙ бирелә.
Алып барыусы 2. Беҙҙең әсәйҙәр һөйкөмлө йылмайыуҙар, күңелле шаярыуҙар, әсәлек оҫталыҡтары менән ярышҡа ҡоралланып килгәндәрҙер тип ышанабыҙ.
Алып барыусы 1. Ә әлегә жюри менән таныштырабыҙ.Ул: …… Жюри 5 балл менән билдәләр ҡуясаҡ.
Алып барыусы 2. Шулай итеп ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләйек!
Алып барыусы 1.Беренсе конкурс – ғаиләнең визит карточкаһы Һәм концерт номеры–был өйгә эш.
^
Конкурс «Визит карточкаһы һәм концерт номеры»
Әсәйҙәр үҙҙәре тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр һәм һуңынан бер концерт номеры күрһәтәләр.
Алып барыусы 2. Тәүге ярышҡа йомғаҡ яһайбыҙ.
Конкурс «Минең балам»
Әсәйҙәр балаларының һүрәтен эшләйҙәр һәм улар тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр
Алып барыусы 1. Мөғжизәләр иле беҙҙе
Гел саҡыра үҙенә.
Их, күңелле әкиәттәрҙә,
Ғашиҡмын һәр һүҙенә!
Алып барыусы 2. Әкиәт һөймәгән бер бала ла юҡ. Һәм һеҙҙең алдығыҙҙа, ҡәҙерле әсәйҙәр, таныш әкиәттәрҙән өр-яңы бер әкиәт ижад итеү бурысы тора.
( «Шалҡан», «Сыбар тауыҡ», «Ҡыҙыл Башлыҡ», , «Йомро күмәс», «Тирмә» тигән яҙыуҙар һалынған батмус сығарыла. Һәр әсәй бер ҡағыҙ ала)
Алып барыусы 1. Һәр берегеҙ үҙегеҙгә әкиәт һайлап алды, хәҙер уны үҙ сюжетығыҙҙы индереп, яңы бер ҡыҙыҡлы һәм матур әкиәт килеп сығырлыҡ итеп һөйләйһегеҙ.
Алып барыусы 2. Ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләйбеҙ, кәрәк ерҙә көйләбеҙ^
Конкурс «Әкиәт»
Алып барыусы 1. Ниндәй яҡшы әкиәтселәр беҙҙең әсәйҙәр!
Алып барыусы 1. Хөрмәтле жюри, һүҙ һеҙгә бирелә.
(Жюри конкурсҡа йомғаҡ яһай.)
Алып барыусы 1. Илгизә, һин үҙеңдең бала саҡта нисек булыуыңды хәтерләйһеңме?
Алып барыусы 2. Әлбиттә, мин бик ҡыҙыҡһыныусан бала инем.Әсәйемде һәр ваҡыт ни өсөн һорауҙарын биреп арытып бөтә торғайным .
Алып барыусы 1. Эйе, һәр әсәйгә әллә күпме төрлө-төрлө көтөлмөгөн һорауҙарға яуап бирергә тура килә. Киләһе ярыш бына шундай һорауҙарға яуап табыу.
Алып барыусы 2. Беҙ һорауҙар, ә һеҙ яуап бирәһегеҙ.
^
Конкурс «Һорау-яуап»
Һорауҙар:
1.
5 картуфты 2 балаға нисек итеп тигеҙ итеп бүлергә? (пюре.)
2.
Кем һорау бирмәй, әммә яуап талап итә? (Телефон)
3. Волгала ҡом ниндәй? (Һыулы)
4.Әгәр ашанғанда яңылыштан сәскесте йотһаң, ни буласаҡ? (Ҡул менән ашарға тура киләсәк)
5
Ниндәй бала мыйыҡлы булып тыуа? (Бесәй балаһы)
6
Ҡара бесәйгә ҡасан өйгә кереүе еңел? (Ишек асыҡ саҡта).
7.
Тәүге летчик-ҡатындың исемен әйтегеҙ. (Убыр ҡарсыҡ).
8.
Сыйылдаусы сусҡанан ике тапҡыр нығыраҡ нимә сыйылдай? (2 сусҡа).
9
Бер мөгөҙ, бер күҙ, әммә носорог түгел! Ул нимә? (Мөйөштәге һыйыр)
10.
Балыҡтарҙың һәм күп һөйләүселәрҙең уртаҡ яғы? (Бер туҡтауһыҙ ауыҙ асалар .)
11.
Әтәс үҙен ҡош тип әйтә аламы? (Юҡ, һөйләшергә белмәй)
12.
Ни өсөн Робин Гуд байҙарҙы талаған? (Сөнки ярлыларҙың аҡсаһы юҡ)
13.
Кем башы менән эшкә сума? (Водолаз).
14.
Нимәне әҙерләп була, тик ашап булмай? (Дәрестәр).
15.
Ни өсөн тауыҡ йомортҡа һала? (Ташлаһа, йомортҡа ватылыр ине)
16.
Кем ултырып ҡына йөрөй? (Шахматист)
17.
Ғәҙәти зонт аҫтындағы 6 бала һәм 2 эт ҡасан һыуланмаҫтар? (Ямғыр булмаһа)
Алып барыусы 1Һүҙ жюриға бирелә
Алып барыусы 2. Ә хәҙер һеҙгә әсәләрҙең бер иртәһен тәҡдим итәбеҙ. Әсәйҙәр роль алалар. (кәкүкле сәғәт, әсәй, будильник, плита, бутҡалы кәстрүл, бала).
(Ролдәр таратыла ).
^
Конкурс «Театр»
Алып барыусы тексты уҡый, әсәйҙәр һүҙһеҙ генә ым-ишара менән уйнай .
Алып барыусы 2. Таң атты. Сәғәттәге кәкүк 7 тапҡыр кәкүк тип ҡысҡырҙы. Әсә йоҡоһоҙ төндән һуң һис тә уяна алмай. Шул ваҡыт будильник шылтыраны, һәм әсәй урынынан һикереп килеп торҙо. Кухняға йүгерә, плитаны тоҡандыра. Унда бутҡалы кәстрүлде ултырта. Сәғәт тыҡылдай, инде һигеҙенсе яртыны күрһәтә. Әсә баланы уята башлай. Бала тормаҫҡа тырыша, хәленән килгәнсә ҡаршылаша. Әсә ни эшләргә белмәй: ҡулдарынан, аяғынан тартҡылай. Шул саҡ кәстрүлдәге бутҡа түгелә башлай һәм плитала бышылдаған тауыш ишетелә. Етмәһә кәкүкле сәғәт ватыла һәм кәкүге хыялый кеүек бер туҡтамай ҡысҡыра ла ҡысҡыра. Һәм ниһайәт әсә балаһын уятып кейендерә. Балаһын мәктәпкә оҙатҡан ыңғайы плитанан кәстрүлен ала, плитаны һөртә һәм ашыға-ашыға үҙе эшкә йүгерә.
Алып барыусы 1. Жюри еңел булмаған бурыс ҡуйылғайны– әсәйҙәрҙең ижади һәләтен билдәләү. Жюри, һеҙгә һүҙ бирелә.
Алып барыусы 1. Балалар үҙҙәре генә өйҙә ҡалған мәлдәр була. Бына шул саҡта нимә булғанын беҙ һеҙҙең менән хәҙер күрәсәкбеҙ.
Алып барыусы 2.
Әсә өйҙән сығыу менән
Диванға һикерә бала.
Тәҙрәләге бар шаршауҙы
Тартып иҙәнгә һала.
Елкәнле кәмә эшләй ул,
Ә үҙен ҡара-пират!
Бөтә донъя шау-шыу килә,
Әйтерһең йөрөй ҙур ат.
Алып барыусы 1.
Әсәй ҡайтҡас аптыраған
Өнөммө был, төшөммө?
Аҫты-өҫкә килгән донъя,
Әллә бурҙар төштөмө.
Алып барыусы 2.
Юҡ, ҡурҡырлыҡ бер ни ҙә юҡ,
Тик шаярған балалар.
Бына хәҙер йыйыштырып
Әсәйҙәр тиҙ алырҙар.
Алып барыусы 1. Ярыш «Тәртипкә килтер». Бына төрлө-төрлө әйберҙәр тулып ята. Һәр әсәйгә йә кейем генә, йә гәзит-журнал, йә баш кейеме, йә уйынсыҡтар, йә мәктәп кәрәк-яраҡтарын ғына йыйыр кәрәк.
Конкурс «Тәртипкә килтер»
Көй яңғырай. Әсәйҙәр әйберҙәрҙе йыйыштырып ултырғысҡа һала.
Алып барыусы 2. Ә хәҙер әйҙә тикшереп алайыҡ, әсәйҙәр дөрөҫ йыйҙылармы икән.
Алып барыусы 1. Әсәйҙәргә билдә ҡуябыҙ .
Алып барыусы 2. Әсәй – был беҙҙең иң тәүге һүҙебеҙ. Сөнки бала һәм әсә -ул бер бөтөн.
Алып барыусы 1. Ниндәй генә беҙ ҙур үҫһәк тә, көслө, аҡыллы булһаҡ та, әсәйҙәргә һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ.
Алып барыусы 2. Һәм һәр ҡайһыбыҙ бала саҡта әсәйебеҙ беҙҙе нисек атауын онотмайбыҙ.
Киләһе ярыш «Минең иң яғымлым, иң наҙлым …»
«Дәфтәр битенә ҡояш һүрәте төшөрәбеҙ һәм һәр нур һайын балаларыбыҙҙы ниндәй бер яғымлы һүҙҙәр менән атайбыҙ , шуны яҙабыҙ.
^
Конкурс «Минең иң яғымлым, иң наҙлым …»
Алып барыусы 2. Әсәләр үҙ балаларын нисек кенә атамай. Әсә һөйөүе сикһеҙ, уны бер ни менән дә сағыштырып булмай! Бөйөк тә ул һәм мәңгелек тә.
Алып барыусы 1. Төн йоҡоларын йоҡламай, балаһының тәмле йоҡоһон ул һаҡлай. Әҙ генә тауыш ишетеү менән урынынан һикереп тора. Бына хәҙер һеҙгә балағыҙҙың тауышын таныуы ауыр булмаҫ тип уйлайым.
(Әсәйҙәр арттары менән балаларға ултыра.)
Хәҙер балаларығыҙ һеҙҙең бала саҡтағы кеүек илар. Көймәгеҙ, был шаярып ҡына. Һеҙгә үҙ балағыҙҙың тауышын танырға кәрәк.
(Балалар микрофонға «уа-уа» тигән илау тауышы сығара . Балаһының тауышын таныған әсә ҡул күтәрә.
Алып барыусы 2. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был илау тауыштары һеҙҙең балағыҙҙың иң һуңғы илауы булыуын теләйем.
Алып барыусы 1. Жюри, беҙҙең хәлдәр нисек? Кем бөгөн «Йыл әсәһе»
Жюри билдәләй:
- Иң яғымлы әсәй
- Иң шат әсәй
- Иң һөйкөмлө әсәй
- Иң наҙлы әсәй
- Иң сибәр әсәй….
Алып барыусы 1.Тағы ла барығыҙҙы ла 8 март-ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлайым. Таҙалыҡ, һаулыҡ, түҙемлек, тырышлыҡ, оҙон ғүмер теләйем !
Һау булығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Өлкән төркөм өсөн көҙгө байрам иртәлегенең сценарийы "Йырлап уҙғарған йәй"

Нисек итеп сиңерткәнең йәй буйы йырлап,аҙаҡ ҡырмыҫҡаларға ярҙам һорап килеүе тураһында...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы

Алтын көҙ...Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө- ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы,...