“ Сәләмәт бул” викторинаһы
методическая разработка (подготовительная группа)

Кадаева Гулия Нурисламовна

Сценарий данного мероприятия может быть использован педагогами дополнительного образования, учителями начальных классов, педагогами-организаторами для проведения внеклассных и воспитательных мероприятий.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл vik.docx26.13 КБ

Предварительный просмотр:

“Ҡыңғырау” мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә

 “ Сәләмәт бул” викторинаһы

Маҡсат:  сәләмәт тормошҡа ынтылыш формалаштырыу;

Бурыстар:

1. хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен нығытыу.

2.балаларҙың сенсомоторика күнекмәләрен, иғтибарын, хәтерен, фекерләү һәм эшмәкәрлеккә һөҙөмтә яһау һәләттәрен; үҙ аллы алған белем оҫталыҡтарын ҡуллана белеүҙәрен үҫтереү;

3. Эмоциональ лексика камиллаштырыу.

4. Закрепить правила безопасного поведения.

5. Үҙ-ара ярҙам һәм иптәшлек хистәре  тәрбиәләү.

6. Балаларҙа шат, күтәреңке кәйеф булдырыу.

Викторина барышы.

Ойоштороу моменты.

Алып барыусы. Хәйерле көн, балалар!  Беҙ йыш ҡына “Һау булығыҙ”, “Ауырымағыҙ”, “ Һаулыҡ теләйем” тигән һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ.

Үҙебеҙҙең һаулығыбыҙ тураһында йыш уйланабыҙмы  икән? Иҫән-һау булыр өсөн беҙ нимәләр эшләйбеҙ?

Ошо һорауҙарға беҙ бөгөн яуаптар бирергә тырышабыҙ.

Әйҙәгеҙ, балалар, һеҙҙең менән “Сәләмләйем!” хәрәкәтле уйын уйнап алайыҡ.

Һин атла, иҫнәмә!

Һин атла,  үҙ юлыңдан атла, иҫнәмә.

Һин атла, Һин атла, үҙеңә иптәш һайла.

Устарың менән сәләмләш,

Аяҡтар менән сәләмләш.

Яурындар һәм терһәктәр

Һәм әлбиттә, тел менән: - Һаумы!

Һин атла, тағы үҙ юлыңдан атла, иҫнәмә.

Һин атла, Һин атла, икенсе иптәш һайла.

Баштар менән сәләмләш

Һин барыһын етеҙ эшләйһең!

Бармаҡтар һәм йоҙроҡтар и кулачком

Һәм әлбиттә, тел менән: - Хәйерле иртә!

Һин атла, тағы үҙ юлыңдан атла, иҫнәмә.

Һин атла, Һин атла, икенсе иптәш һайла.

Түбә менән сәләмләш

Һәм матур ҡолаҡтар менән,

Арҡа һәм йылы ҡабырғалар

Һәм әлбиттә, тел менән: - Сәләм!

Подвижная игра «Поздоровайся!»

«Ты шагай, не зевай!

Ты шагай, ты шагай своей дорогой, не зевай.
Ты шагай, ты шагай, себе пару выбирай.
Поздоровайся ладошкой,
Поздоровайся и ножкой.
Плечиком и локотком.
И конечно, язычком: - Здравствуй!
Ты шагай, опять шагай своей дорогой, не зевай
Ты шагай, ты шагай, другую пару выбирай.
Поздоровайся головкой.
Как ты делаешь все ловко!
Пальчиком и кулачком.
И конечно, язычком: - Доброе утро!
Ты шагай, опять шагай своей дорогой, не зевай!
Ты шагай, ты шагай, другую пару выбирай.
Поздоровайся макушкой.
И своим красивым ушком,
Спинкой, тепленьким бочком.
И конечно, язычком - Привет!»

 (Балалар ике командаға бүленеп бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торалар)

Алып барыусы:  "Сәләмәт бул" викторинаһын башлайбыҙ. Командаларҙы сәләмләйек : "Витаминдар" һәм "Йылмайлик". Командалар бер-берегеҙҙе сәләмләп үтегеҙ.  

1. Беҙ - «Витаминдар» 

 килдек осрашыуға,

     оҫталыҡ һәм отҡорлоҡ

      үҙебеҙ менән килтерҙек.

2. Беҙ – «Йылмайлик», дуҫтар,

      еңелергә ярамай.

Беҙ һеҙҙең менән көрәшеп,

Тик кенә бирелмәҫбеҙ.

Алып барыусы. Викторина ҡағиҙәһен тыңлайыҡ: эштәр командаларға бирелә, һәр бер дөрөҫ яуап өсөн һаулыҡ тоҡсайы аласаҡһығыҙ.(күрһәтеү)

Яҡшы формала булыу өсөн разминка үткәрергә тәҡдим итәбеҙ.

«Эйе һәм  Юҡ» уйыны

Бутҡа – бик тәмле аҙыҡ

Был беҙгә файҙалымы? (Эйе)

Ҡайсаҡ йәшел һуған

Балалар файҙалымы? (Эйе)

Күләүектәге бысраҡ һыу

беҙгә файҙалымы? (Юҡ)

Щи – бик яҡшы аҙыҡ

Был беҙгә файҙалымы? (Эйе)

Һәр ваҡыт Мухомор ашы  –

Был беҙгә файҙалымы?  (Юҡ)

Емеш-еләк – их, матур!

Был беҙгә файҙалымы? (Эйе)

Бысраҡ еләк ҡайсаҡ

Ашарға файҙалымы, балалар? (Юҡ)

Түтәлдә үҫә йәшелсә.

Йәшелсәләр файҙамы? (Эйе)

Сок, компот ҡайсаҡ

Беҙгә файҙамы, икән? (Эйе)

Бер тоҡсай кәнфит ашау,

Зарарлылыр, балалар? (Эйе)

Тик файҙалы ғына аҙыҡ

Беҙҙең өҫтәлдә һәр саҡ!

Файҙалы аҙыҡ менән–

Сәләмәт булабыҙмы? (Эйе)

Беренсе эстафета: “Зарарлы һәм файҙалы аҙыҡ – түлек”.

Беренсе команда файҙалы аҙыҡ – түлек  төшөрөлгән һүрәттәр йыя, икенсе команда – зарарлы аҙыҡ – түлек .

Файҙалы (бутҡа, сәтләүектәр, кәбеҫтә, балыҡ, диңгеҙ  кәбеҫтәһе, һөт, борсаҡ, алма, йогурт)

Зарарлы (картуф фри, кока- кола, чупа-чупс, сухарики, чипсы, поп корн, фанта)

Алып барыусы. Икенсе эш «Йомаҡтар».

  1. Уны тибәләр, һуғалар, ә ул иламай,

Күңеллерәк һикерә. (Туп)

2. Ике аяҡлы үгеҙ, 
         Маңлайында ҡуш мөгөҙ. /велосипед/

3. Кеҫәгә төшөп ятты

Илаҡ, бысраҡайға ҡарауыл.

Уның менән иртәнсәк

Һөртәбеҙ күҙ йәшен һәм танауҙы (Ҡулъяулыҡ)

4. Кем һеҙ, аңламайым?

Ҡошсолар? Балыҡсылар?

Нимә бара урамда?

Уйынға һин мәшәҡәтләмә,

Ҡырға һин китеп тор,

Беҙ уйнайбыҙ ... (волейбол).

5. Мин ни күрҙем, ни күрҙем,
         Күпереп торған май күрҙем. /һабын/

6. Тештәрҙе ул таҙарта... (теш щеткаһы)

7. Ауыҙы юҡ, теше күп,
Көлтә һүтә, эше күп. /тараҡ/

8) Аҡ ҡына йылға, мәмерйәгә аҡты,

Ап-аҡ итте, ағартты. (теш пастаһы)

9. Буй-буй, йомшаҡ,

Һәр ваҡыт ҡул аҫтында,

Нимә һуң ул? (таҫтамал)

10. Төн етһә ябыла, иртә менән асыла ( күҙҙәр)

11. Һәр саҡ ауыҙҙа, йотоп булмай бер нисек. (Тел)

12. Биш балаға бер исем. /бармаҡ/

13. Мин ни күрҙем, ни күрҙем,
           Күпереп торған май күрҙем. /һабын/

14. Береһе алға китеп бара, 
Икенсеһе ҡалып бара. 
Ҡыуып етә, уҙып китә, 
Тегенеһен көтөп ала. /аяҡтар/

 

Алып барыусы. Өсөнсө конкурс уйын «Парын тап».

Ҡағиҙә: һеҙҙең алдығыҙҙа һаулыҡҡа янаусы  хәүефле  күренештәр менән һүрәттәр, уларҙың парын табып, нимә менән хәүефле икәнен атарға кәрәк .

Алып барыусы. – Һеҙ, шул тиклем иғтибар менән һүрәттәрҙе эҙләнегеҙ, күҙҙәрегеҙ арыны. Әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.

Күҙҙәргә гимнастика

Күп эшләнем, күп күрҙем, 
Арынылар күҙҙәрем. 
Йомам күҙем, ял итһен, 
Асам күҙем, күп күрһен. 
Тағын йомам һәм асам, 
Бер йомам да, бер асам. 
Күҙҙәр хәрәкәте менән 
Бик ҙур түңәрәк һызам. 
Унан төбәйем күҙҙәремде 
Имән бармаҡ осона. 
Тәҙрә аша ҡарыйым тышта үҫкән 
Бейек ағас башына.

Алып барыусы: Викторинаны дауам итәбеҙ.

Дүртенсе конкурс “ Мәҡәлдәр”

Мин башлайым, һеҙ дауам итегеҙ.Бер команда әйтә алмаһа, икенсеһе яуап бирә.

  1. Һаулыҡ – ҙур ..... (байлыҡ)
  2. Ауырыған дауалан, һау булған ... (һаҡлан)
  3. Эшләнең ... (ял ит)
  4. Сәләмәт тәндә, сәләмәт ...(рух)
  5. Һаулыҡ байлыҡтан ... (ҡиммәт)
  6. Көсһөҙҙө ауырыу ҙа ...(белә)
  7. Ҡояш, һауа, һыу ... (беҙҙең тоғро дуҫтар)
  8. Кем спорт менән шөғөлләнә, шул көс ... (йыя)
  9. Йәйәү йөрөү, оҙаҡ ...(йәшәү)

10.Күлдәктең яңыһын һаҡла, ә һаулыҡты ... (йәштән)

Алып барыусы.  Бишенсе  конкурс – эстафета «Нимәләрҙе  дуҫың менән дә бүлешергә ярамай?»

Ҡағиҙә: сәләмәтлек юлынан өҫтәлгә үтеп , нимә менән бүлешергә ярамай , шул предметты ( ҡулъяулыҡ, тараҡ, йыуғыс, теш щеткаһы, бассейн өсөн тәпешкә, таҫтамал) алып  үҙеңдең командаңа килтер.

Ҡайһы команданың әйберҙәре дөрөҫ була, шул еңеүсе.

Алып барыусы. Киләһе алтынсы уйын  «Мискә эсендә» (ҡунаҡтар мискә эсенән һорауҙар сығарып командаларға бирәләр, ҡайһы команда күберәк һорауға яуап бирә, шул еңеүсе)

1. Йөрәк тәндең ҡайһы яғында урынлашҡан ?

2. Әгәр һеҙгә полицияға шылтыратырға кәрәк икән, ниндәй һандар йыйырһығыҙ?

3. Әгәр кеше ныҡ ауырый икән, ул нимә ҡуллана?

4. Тәндең ниндәй ағзаһы тауыш сигналын ала?

5.Аҙыҡ ҡабул иткәндән һуң, нимә эшләргә кәрәк?  

6. Ҡан ниндәй төҫтә?

7. Урамда эттәрҙе үсекләргә яраймы ? Ни өсөн?

8. Һеҙ урманда. Үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ? Урманда нимә эшләргә ярамай?

9. «Тиҙ ярҙам»ды ниндәй телефон номеры аша саҡырабыҙ ?

10. Кешенең дуҫтары күп, тик иң мөһиме: ҡояш, һауа һәм?

Алып барыусы. Һәм  иң һуңғы конкурс капитандарға «Ҡояш төшөр» 

Бына һеҙгә ҡоршау(обруч) һәм таяҡсалар, һеҙ үҙегеҙҙең командағыҙ өсөн ҡояш төшөрөргә тейешһегеҙ. Кем тиҙерәк, шуға сәләмәтлек тоҡсайы.

Алып барыусы:

–Жюри йомғаҡ яһағансы  бейеп  алайыҡ.  

Алып барыусы:

Бына хушлашыу мәле килде,

Минең һүҙем ҡыҫҡа.

Мин теләйем һеҙгә һаулыҡ,

Һәр ваҡыт булһын дуҫлыҡ!

Балалар, һеҙ сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында бик күп беләһегеҙ. Афарин! Беҙҙең еңеүсебеҙ дуҫлыҡ! Алҡышлайыҡ бер-беребеҙгә.

Барыһына ла “Сәләмәт йәшәү рәүеше” миҙалы тапшырыла!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Викторина «Что ты знаешь о космосе». Вопросы для проведения викторины и мультимедийная презентация.

Материал поможет систематизировать знания детей о планетах солнечной системы, космонавтах, космической технике; развить логическое мышление и коммуникативные навыки, актуализировать  словар...

Викторина для детей подготовительной группы «Олимпийская викторина»

Цель:Познакомить с историей олимпийского движения;Расширять знания о спорте.Развивать память, мышление;Активизировать словарь детей по теме;Развивать физические качества: ловкость, скорость;Воспитыват...

Викторина с ответами для детей 5-7 лет на тему: Животные. Викторина с ответами для детей старшего дошкольного возраста.

Данная викторина предназначена для детей старшего дошкольного возраста. Материал может быть полезен как педагогам дошкольного учреждения, так и родителям. Его можно включить в занятие по лексическим т...