Балалар өсөн башҡорт халыҡ хәрәкәтле уйын "Биш кәкүк"
видеоурок (подготовительная группа)

Альбекова Гульсум Шагибаловна

Д.Н.Ушаковтың аңлатмалы һүҙлегендә  “Уйнау - вакытты күңел асыу өсөн хеҙмәт итеүсе берәр шөғөл менән үткәреү, һәм унда ҡатнашып, үҙеңә шатлыҡ, рәхәтлек алыу” тип бирелә. Шулай булғас, уйын - ул эшсәнлектең бер төрө, бала өсөн нерв системаһы, тән, аҡыл гимнастикаһы булып хезмәт итә.

50 йылдар элек Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында   үҙем бәләкәй саҡта яратып уйнаған уйындарҙың береһе булды.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bish_kkuk_uyyny.docx14.59 КБ

Предварительный просмотр:

Проект эшенең темаһы: хәрәкәтле уйын “Биш кәкүк”

Проект авторы: Әлбәкова Гөлсөм Шаһибал ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһының Баланы үҫтереү үҙәге “Айыуҡай”балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.

 Уйналыу урыны. 50 йылдар элек Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында   үҙем бәләкәй саҡта яратып уйнаған уйындарҙың береһе булды.

Проект эшенең актуаллеге. Балаларҙың рухи яктан бай, физик яҡтан һау-сәламәт булып үҫеүендә уйындарҙың әһәмиәте бик ҙур. Бала өсөн уйын –  хеҙмәткә әҙерләнеү .

Д.Н.Ушаковтың аңлатмалы һүҙлегендә  “Уйнау - вакытты күңел асыу өсөн хеҙмәт итеүсе берәр шөғөл менән үткәреү, һәм унда ҡатнашып, үҙеңә шатлыҡ, рәхәтлек алыу” тип бирелә. Шулай булғас, уйын - ул эшсәнлектең бер төрө, бала өсөн нерв системаһы, тән, аҡыл гимнастикаһы булып хезмәт итә.

Проекттың  маҡсаты һәм бурыстары:

-башҡорт халыҡ уйындарының дәртле йәшәйеш, һәр яҡлап йылдам үҫеш сығанағы, рухи тәрбиә алыу сараһы, көс-ғәйрәтте, таҫыллыҡты үҫтергән хеҙмәт мәктәбе булыуын аңлатыу;

-спорт, физик күнекмәләр аша һаулыҡты нығытыу һәм сәләмәт йәшәйеш күнекмәләрен үтәүгә күнектереү;

-хәрәкәт әүҙемлеген, тырышлыҡ, сослоҡ, таҫыллыҡ, йылдамлыҡ, иғтибарлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

Уйын урыны:  яңы буралған бура (сруб) эсе. Яҙ башында ер ҡарҙан әрселгән бейегерәк урында өлкәндәр өй йәки мунса бурай торғайнылар. Шул бура эсе уйын майҙансығы булды ла инде.

Әҙерлек. Уйында 5 йәштән  өлкәнерәк балалар  ҡатнаша.  Уйнаусылар һаны 5-тән күп һәм таҡ булырға тейеш.

“Көтөүсе” ике төрлө ысул менән һайлана:

1) “Биш кәкүк” тигән командаға йүгереп, алдан өлгөргән 4 бала            бураның 4 мөйөшөнә баҫа, ә мөйөшһөҙ ҡалған бала  “көтөүсе” була.

2)  Шыбаға алына. “Бер кәкүк” , “Ике кәкүк”, “Өс кәкүк”, “Дүрт кәкүк”, “Биш кәкүк” тип шыбаға тотошҡанда кем өҫкә сыға, шул “көтөүсе” була.

Уйындың аңлатмаһы.

                                1-се вариант (ҡыҙҙар уйыны)

“Көтөүсе” бураның (бүлмәнең, беседканың) уртаһында, ә ҡалған уйында ҡатнашыусылар (ҡыҙҙар) бура эсендә мөйөштәргә баҫалар. Мөйөштәрҙәге балалар бер-береһен “Биш кәкүк-биш кәкүк” тип саҡырып, “көтөүсе” иғтибар итмәгәндә, урындары менән алмашалар. Мөйөштән-мөйөшкә диагональ буйлап та йүгереп, алышырға мөмкин.

“Көтөүсе” бушаған мөйөшкә торорға тырыша. Ул мөйөшкә баҫып өлгөрһә, мөйөшһөҙ ҡалған бала “көтөүсе” була. Уйын дауам итә.

                                 2-се вариант (малайҙар уйыны)

“Көтөүсе” бураның уртаһында, ә ҡалған уйында ҡатнашыусылар бура  өҫтөндә мөйөштәргә баҫалар. Мөйөштәрҙәге балалар бер-береһен “Биш кәкүк-биш кәкүк” тип саҡырып, “көтөүсе” иғтибар итмәгәндә, урындары менән алмашалар. “Көтөүсе” бушаған мөйөшкә торорға тырыша. Ул мөйөшкә баҫып өлгөрһә, мөйөшһөҙ ҡалған бала “көтөүсе” була. Уйын дауам итә.

(Был вариант  бура өҫтөндә уйналыуы һәм малайҙарҙың бүрәнә буйлап хәрәкәтләнеүе менән ҡатмарлаштырылған).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.” (Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)

КВНТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.”(Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)...

МӘКТӘПКӘСӘ ЙӘШТӘГЕ БАЛАЛАРҘЫ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫУҘА ИННОВАЦИОН ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҠУЛЛАНЫУ

В материале  описывается опыт работы по использованию инновационных форм работы при ознакомлении дошкольников с башкирскими народными сказками...

"Башҡорт халыҡ ижадында балалар уйыны", дәрес өлгөһө

Балалар уйыны аша ер-һыу атамаларын өйрәнеү...

Башҡорт халыҡ ижады балалар баҡсаһында (Саф һауа эшмәкәрлегенә методик ҡулланма)

Мин, Хәйбуллина Зөлфиә Дамировна, был методик ҡулланманы оҙаҡ йылдар Ташбулат ауылы  “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында, тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә, саф һауала уйнағанда ҡулланыр өсөн йы...

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

Ата - әсәләр өсөн кәңәштәр: "Халыҡ ижады аша балаларҙы тәрбиәләү"

Халҡыбыҙҙың ауыҙ -тел ижады – бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина....