Социализация дошкольников с ОВЗ в условиях детского сада
методическая разработка по коррекционной педагогике на тему
В разработке описывается опыт работы воспитателя по социализации воспитанников с ОВЗ
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 24.01 КБ |
Предварительный просмотр:
Балалар баҡсаһында инклюзив белем биреү буйынса социалләштереү һәм индивидуалләштереү принциптарын тормошҡа ашырыу формалары
Кәримова Йәмилә Сәйфулла ҡыҙы
Тәрбиәсе
Бала үҫтереү үҙәге «Ҡурай» балалар баҡсаһы
Федераль дәүләт белем биреү стандартында бала позицияһы белем биреү субъекты булараҡ индивидуалләштереү принцибына таянып билдәләнә. 2012 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһындағы белем биреү” законы һәм Федераль дәүләт белем биреү стандарты “дәүләт тарафынан һәр балаға мәктәпкәсә сифатлы белем биреү өсөн уның йәшәү урынына, милләтенә, теленә, социаль статусына, психофизик үҙенсәлектәренә ҡарамай баланың төрлө яҡлап үҫешенә бер тигеҙ мөмкинселектәр тәьмин ителә” тип билдәләй.
Федераль дәүләт белем биреү стандартының төп принциптарының береһе – белем биреүҙе индивидуалләштереү, йәғни белем биреү эшмәкәрлеген баланың индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ойоштороу, шул иҫәптән һаулыҡтары сикләнгән балалар өсөн дә.
Инклюзия — ике йүнәлешле процесс. Инклюзия коллективтың айырым баланы ҡабул итеү әҙерлеген күҙаллай һәм һәр баланың, шул рәттән мөмкинслектәре сикләнгән балаларҙың д, индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала.
Бала үҫтереү үҙәге – «Ҡурай» балалар баҡсаһында инклюзив белем биреү моделен формалаштырыу буйынса «Шатлыҡ» исемле проект булдырылған һәм тормошҡа ашырыла.
Проекттың маҡсаты – һаулыҡтары сикләнгән балаларҙы балалар баҡсаһының социаль һ әм белем биреү арауығына индереү, балаларҙың һәм уларҙың ғаиләләренең йәшәү сифатын күтәреү.
Бурсытар:
- Һаулыҡтары сикләнгән балаларға психологик – педагогик теркәү;
- Һау балаларҙа толерантлыҡ тойғолары тәрбиәләү һәм һаулыҡтары сикләнгән балаларҙы ҡабул итеү теләге формалаштырыу;
- Педагогтарҙың профессиональ компетентлығын күтәреү;
- Коррекция, тәрбиәүи һәм белем биреү буйынса һөҙөмтәле эш алымдары һәм формалары булдырыу.
Психологик – педагогик эш алып барыу өсөн белгестәр етәрлек: уҡытыусы – логопедтар, уҡытыусы – дефектолог, педагог – психолог, шәфҡәт туташы, тәрбиәселәр, музыка етәкселәре һәм физик тәрбиә биреү инструкторы.
Проекттың тәүге этабында һаулыҡтары сикләнгән балалар һәм уларҙың ата – әсәләре тураһында мәғлүмәттәр йыйылды, психологик үҫеше буйынса индивидуаль күҙәтеүҙәр ойошторолдо. Һаулыҡтары сикләнгән балалар өсөн индивидуаль маршрут төҙөлдө.
Әлбиттә бындай балалар менән эште системалы юғары квалификациялы белгестәр алып барырға тейеш. Шунлыҡтан һаулыҡтары сикләнгән балалар өсөн махсус төркөм асылды.
Балаллар менән эш бурыстары билдәләнде:
- Һаулығы сикләнгән баланың социаль тормошҡа яраҡлашыу активлығын күтәреү;
- Коммуникатив күнекмәләр үҫтереү;
- Эмоциональ – ихтыяр сфераһын үҫтереү;
- Тәртип буйынса социаль өлгөләр үҙләштереү.
Атап әйтелгәндәрҙән сығып һаулыҡтары сикләнгән балаларҙы социалләштереү маҡсатында түбәндәге этаптар буйынса эш башланыҡ:
- Баланың балалар баҡсаһына яраҡлашыуы;
- Төркөмдә балаларҙың үҙ – ара бәйләнеше;
- Дөйөм үҫеш төркөмдәрендәге балалар менән бәйләнеш.
Социаль яраҡлаштырыу баланың балалар баҡсаһында беренсе көнөнән алып башлана һәм этаптарға бүленеп алып барыла.
Беренсе этапта төп адаптация һорауҙары буйынса эш башҡарыла, йәғни балала балалар баҡсаһына йөрөүгә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт булдырыу һәм уны коррекция үҫтереү барышына актив рәүештә йәлеп итеү.
Икенсе этапта төркөмдәге балалар менән үҙ – ара бәйләнеш булдырыу. Был этапта бала башҡалар менән аралашырға, уйнарға өйрәнә.
Өсөнсө этапта эш башҡа төркөмдәр менән аралашыуға йүнәлтелгән. Һаулыҡтары сикләнгән балалар ғәҙәти төркөм балалары менән аралашһын өсөн айырым ваҡыт сарыф ителә. Былар – саф һауала бергә уйындар, бергә байрамдар, экскурсиялар. Балалар башҡалар менән аралашҡанда үҙҙәрен ышансылы тоялар, уларҙың коммуникатив мөмкинселектәре арта бара.
Әлбиттә һау балалар менән педагогтар толерантлыҡ тойғолары үҫтереү буйынса алдан айырым эш алып баралар.
Балалар баҡсаһында һаулыҡтары сикләнгән балалар өсөн үҫтереүсе күргәҙмәле аралыҡ булдырылған. Балалар баҡсаһы территорияһында төрлө йыһаздар менән тәьмин ителгән уйын майҙансығы бар: физик үҫеш өсөн оборудование, спорт майҙансығы. Бынан тыш балалар баҡсаһы территорияһында экологик белем биреү өсөн сәскә клумбалары, йәшелсә баҡсаһы ла бар. Төркөм бүлмәһе төрлө күргәҙмә материалдар, уйынсыҡтар, дидактик уйындар, конструкторҙар менән тулыландырылған. Телмәр үҫтереү, ваҡ ҡул моторикаһын камиллаштырыу өсөн заман талаптарына ярашлы материалдар күп. Воскобовичтың “Тылсымлы ларчик”, “Уникуб”, Кьюзинер таяҡсаларын, Дьенеш блоктарын, “Логико малыш” уйындарын балаларҙы уратып алған донъя менән таныштырыуҙа актив ҡулланабыҙ.
Коррекцион – үҫтереү эшмәкәрлектәрендә төрлө заманса технологиялар беҙгә ярҙамға килә: бармаҡ гимнастикаһы, мнемотехника, психогимнастика, тын алыу гимнастикаһы, массаж, Су- джок терапия, ИКТ.
Белем биреү эшмәкәрлегендә төрлө кимәлле эштәр ҡуланабыҙ. Эшмәкәрлектә балаларҙың көслө яҡтарына, коррекция эштәре баланың һаҡланған зоналарына таянып ойошторола. Баланы дәртләндереү, уның ҡаҙаныштарын айырып билдәләү бала өсөн уңыш ситуацияһы булдыра. Парлы эшмәкәрлектәр, үҙ – үҙен хеҙмәтләндереүҙә ярҙам күрһәтеү төркөмдә ғәҙәти күренеш.
Һаулыҡтары сикләнгән балалар һәм уларҙың ата – әсәләре балалар баҡсаһында үткәрелгән төрлө сараларҙа башҡалар менән бер рәттән ҡатнашалар: күргәҙмәләр, конкурстар, акциялар һ.б. Мәҫәлән, балалар баҡсаһында Ер көнөнә арналған сарала балалар һәм ата – әсәләр тәбиғәт макеттары һәм плактттар әҙерләнеләр. Ә «Һәр ҡошҡа үҙ өйө» акцияһында сыйырсыҡ оялары эшләнеләр. Ата – әсәләр халыҡ – ара инвалидтар көнөнә арналған сарала бик актив ҡатнаштылар: һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторҙолар, «Ете тажлы сәскә» йәнһүрәтен күрһәттеләр, плакаттар әҙерләнеләр.
Ата – әсәләр менән хеҙмәттәшлек һаулыҡтары сикләнгән балалар менән эштә бик мөһим шарт. Ғаиләлә һәм балалар баҡсаһында балаға берҙәм талаптар булдырырға тырышабыҙ.
Ата – әсәләр менән хеҙмәттәшлек консультациялар, семинарҙар, ата – әсәләр йыйылыштары , клуб эштәре аша башҡарыла.
Асыҡ ишектәр көнө үткәреү традицияға әйләнде. Ата – әсәләр белгестәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтәләр, байрамдарҙа, күңел асыу сараларында ҡатнашалар.
Ата – әсәләр клубында төрлө әҙәбиәт менән таныштырыу бик әһәмиәтле. Балалар менән уйнаған яңы уйындар менән дә таныштырыу клуб ултырыштарында башҡарыла, төрлө тренингтар даими үткәрелеп тора.
Һаулыҡтары сикләнгән балаларҙы социаль тормошҡа яраҡлаштырыу эштәре бик ҡатмарлы һәм оҙайлы, һөҙөмтәгә тиҙ генә ирешеп тә булмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан «Шатлыҡ» проектын тормошҡа ашырыу түбәндәге һөҙөмтәләргә килтерер тигән өмөттә ҡалабыҙ:
- балаларҙа адекват үҙбаһа формалаштырыла;
- һаулыҡтары сикләнгән балаларҙың социаль активлығы күтәрелә;
- коммуниткатив күнекмәләре үҫешә;
- балалар баҡсаһындағы башҡа балаларҙың һаулыҡтары сикләнгән балаларға ҡарата эмпатияһы формалаша;
- һаулыҡтары сикләнгән балаларҙың комфортлы һәм ыңғай социаль адаптацияһы булдырыла;
- ата – әсәләргә өй шарттарында балаларҙы реабилитациялау өсөн педагогик һәм психологик ярҙам күрһәтелә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Абуталипова Э.Н. Интеллектуальное развитие детей с ОВЗ средствами кинезиологических практик. Сборник материалов Международной НПК, 485 с. 28.03.2015. Уфа, ИРО РБ. С.335-336.
2.Абуталипова Э.Н., Бурашникова Н.А. Детский сад и семья – участники и партнеры образовательного процесса. // Логопед. – Медработник дошкольного образовательного учреждения». 2014. - №7. – С. 94-117
3. Прочухаева М. М., Самсонова Е. В. Методические рекомендации по организации инклюзивного образовательного процесса в детском саду // Инклюзивное образование. Выпуск 4. — М.: Центр «Школьная книга», 2010. — С. 34–37.
4.Юсупова Г.Х, Кузьмина Ф.М. Психокоррекционная работа с дошкольниками с нарушениями речи. Журнал «Логопед».- 2014.- №1.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Статья Интеграция и социализация детей после КИ в условиях детского сада
Поддержка и помощь психолога необходима не только детям после кохлеарной имплантации, но в том числе и их родителям, так как детям очень важно интегрироваться и адаптироваться в ДОУ. Родителям требует...

Комплексное занятие как один из способов интеграции и социализации детей с ОВЗ в условиях детского сада комбинированного вида.
Комплексное занятие как один из способов интеграции и социализации детей с ОВЗ в условиях детского сада комбинированного вида....
Социализация детей с ОВЗ в условиях детского сада
Социализация детей с ОВЗ в условиях детского сада...

Консультация для педагогов "Адаптация и социализация детей группы риска в условиях детского сада"
Консультация для педагогов "Адаптация и социализация детей группы риска в условиях детского сада"...

Организация работы по социализации дошкольников с ОВЗ в условиях детского сада
Социально-коммуникативное развитие дошкольников на современном этапе развития общества. Современные технологии социализации дошкольников с ОВЗ.Организация дружественного социума на территории детского...

Презентация "Социализация детей раннего возраста к условиям детского сада!"
Презентация "Социализация детей раннего возраста к условиям детского сада!"...

Долгосрочный проект (цикличный) «Социализация детей с ОВЗ в условиях детского сада»
Долгосрочный проект (цикличный) «Социализация детей с ОВЗ в условиях детского сада»Подготовили: учитель-дефектолог Моисеева Л.М.; воспитатель Митрофанова В.Э.АктуальностьЦель социализации ...
