Использование метода проектов при ознакомлении дошкольников с ОБЖ
методическая разработка по обж (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа) на тему

Каримова Ямиля Сайфулловна

В работе дается понятие метода проектов. Показаны этапы подготовки проектов. Дается план разработки проектов по ОБЖ.Обозначены темы проектов.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл proekt_eshmkrlege_etaptary_hm_proekt_zerlu_algoritmy.docx18.13 КБ

Предварительный просмотр:

 Тормош хәүефһеҙлеген  ойоштороу эштәрендә  проект алымын ҡулланыу

Нимә ул проект? 
Руссанан  – «брошенный вперед». 
Проект – докуменнтар пакеты. Был ниндәйҙер пландарҙың, маҡсаттарҙың  тормошҡа ашырыусы саралар тупланған документтар.

 Проекттар методы  –  ниндәйҙер проблеманы тормошҡа ашырыу сараһы.
   
Бала тыуғандан алып донъяға асыш яһаусы, үҙен уратып алған донъяны өйрәнеүсе  итеп күрһәтә. Уның өсөн бөтә нәмә яңы: ҡояш, ямғыр, ҡурҡыныс һәм шатлыҡ тойғолары. Биш йәшлек балаларҙы русса әйткәндә “почемучкалар” тип атайҙар. Сөнки был йәштә балаларҙың аң – зиһенгә алыу һәләте бик юғары кимәлдә була. Мәктәпкәсә йәштәге бала  үҙаллы бөтә һорауҙарға ла яуап таба алмай. Уға педагогтар ярҙам итә. Айырыуса проблемалы уҡытыу алымы киң ҡулланғанда баланың аҡыл – зиһен үҫеше алға китә. Проблемалы уҡытыу ул- балаларҙың логик фекерләүҙәрен үҫтереүсе алмыдар ҡулланыу, проблемалаы ситуацияларҙы моделләштереү, тәжрибәләр үткәреү, эҙләнеү – тикшеренеү эштәре ойоштороу, кросвордтар, шарадалар, башватҡыстар  сисеү һ б.

Алған белемдәрен нығытыу маҡсатныда комплекслы – тематик тәбиғи белем биреү эшмәкәрлектәре ойошторола. Әгәр ҙә ошо эшмәкәрлектә интеграциялы алымдар ҡулланылһа, был инде яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк кенә. Мәҫәлән, балаларҙың  юл ҡағиҙләре  тураһында күҙҙалауҙарын   үҫтергәндә тәрбиәсе аҡыл – ҙиһен үҫтереү .дәрестәрендә балаларҙы юл ҡағиҙәләренең үтәлеше кешенең ғүмеренә бәйле икәнлеген күрһәтә алһа, художестволы – эстетик тәрбиә биреү дәрестәрендә  светофор эшләү, юл ҡағиҙәләре билдәдәрен һүрәтләү, хәрәкәт эшмәкәрлектәрендә уйындар, күңел асыуҙар үткәрһә, музыкаль эшмәкәрлектәрҙә йырҙар өйрәтелһә, сюжетлы – ролле уйындар “Юл инспекторы” ойошторһа балаларҙы төрлө яҡлап был йүнәлештә үҫтерә ала тип әйтергә була. Интеграцияалар тулы йәки өлөшләтә булыуы мөмкин. Тулы интерграция миҫалы: ОБЖ+ нәфис әҙәбиәт+художестволы эшмәкәрлек+ музыка+хәрәкәт эшмәкәрлеге+ уйын .

Интеграцияның бер төрө – берҙәм проект әҙерләү нигеҙендәге интеграция.

Проекттар әҙерләү алымының этаптары:

  • Проблемалы ситуацияларҙы үҙ эсенә алған эҙләнеү – тикшеренеү буйынса ТББЭ;
  • Комплекслы блоклы – тематик ТББЭ;
  • Интеграция:
  • Өлөшләтә интеграция (программаның бер йүнәлеше икенсеһе менән);
  • Тулы интеграция;
  • Аҡыл – зиһен үҫтереү алымдары
  • Проекттар алымдары:
  • Белем биреү пространствоһын ойоштороу формалары;
  • Аҡыл – зиһен үҫтереү алымдары

ПРОЕКТ ӘҘЕРЛӘҮ ПЛАНЫ

  1. Балалар өйрәнгән проблемалар буйынса маҡсаттар ҡуйыу;
  2. Маҡсатҡа ирешеү юлдарын һайлау (тәрбиәсе, ата - әсәләр);
  3. Белгестәрҙе йәлеп итеү;
  4. Проекттың план – схемаһын әҙерләү;
  5. Материалдар  йыйыу һәм әҙерләү;
  6. Проекттың план – схемаһына дәрестәр, уйындар , башҡа төрлө эшмәкрлектәр индереү;
  7. Үҙаллы эштәр;
  8. Проекттың презентацияһы, асыҡ сара.

Проект этаптары

Педагогтың эшмәкәрлеге

Балалар эшмәкәрлеге

1 этап

  1. Маҡсат билдәләй;
  2. Уйын ситуацияһына индерә;
  3. Бурыс ҡуя

1.Проблемаға индереү;

2.Уйын ситуацияһын ҡабул итеү;

3.Бурыстар алыу;

4. Бурыстарға өҫтәлмәләр индереү

2 этап

  1. Бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтә;
  2. Эшмәкрлекте планлаштырыуҙа ярҙам итә;
  3. Эшмәкрлек ойоштора

5.эш төркөмдәренә балалар бүлешеү;

6.Йөкләмәләр бүлешеү;

3 этап

  1. Кәрәк булһа практик ярҙам күрһәтә;
  2. Проект әҙерләүҙә кәрәкле йүнәлеш бирә һәм контролдә тота

7. кәрәкле күнекмәләр һәм белемдәр алалар

4 этап

  1. Презентацияға әҙерлек. Презентация

8.Эшмәкрлек продуктын презентацияға әҙерләү;

9.тамашасыларға эшмәкәрлек продуктын тәҡдим итеү

Практикала түбәндәге проект эштәре киң ҡулланыла:

  1. Ижади эҙләнеү проекттары- балалар тәжрибәләр үткәрәләр, һөҙөмтәләрен гәзит, драматизация, балалар дизайны формаларында әҙерләйҙәр;
  2. Сюжетлы – ролле уйындар- балалар әкиәт персонаждары образына  инеп проблемаларҙы үҙҙәренсә хәл итәләр;
  3. Мәғлүмәт – практик проекттар – балалар мәғлүмәттәр йыялар һәм тормошҡа ашыралар (төркөмдө биҙәү, витраждар әҙерләү һ .б.);
  4. Ижади проекттар – эш һөҙөмтәһен байрам формаһында әҙерләү

Төркөм – ара проекттар ҙа ихлас ҡулланыла. Проект темалары: “ “Юл ҡағиҙәләре ” , “Минең дуҫтарым”, “Тормош хәүефһеҙлеге”, “Янғын хәүефһеҙлеге”, “Бәлә килмәһен тиһәң”, “Транспорт төрҙөре һәм хәүефһеҙлек” , “Мин һәм башҡа кешеләр ”, “Һаулыҡ әлифбаһы”һ.б. оҙонлоғо буйынса проект эштәре ҡыҫҡа ваҡытлы (бер йәки ике дәрес – 1-2 аҙна), оҙайлы – йыл буйына.

Балалар баҡсаһында проект эштәренең төп маҡсаты – ирекле ижади шәхес үҫтереү. Йәш үҙенсәлектәренә ярашлы бурыстар ҙа төрлөсә була.

Кескәйҙәр төркөмөндә:

  • Проблемалы сиуацияларға инеү;
  • Проблеманы асыу юлдарын эҙләргә теләк уятыу;
  • Эҙләнеү эштәренең нигеҙҙәрен һалыу.

Өлкәндәр төркөмдәрендә:

  • Эҙләнеү – тикшеренеү эштәре нигеҙҙәрен формалаштырыу;
  • Проблеманы сисеү .лдарын эҙләү;
  • Проблеманы сисеү алымдарын ҡуллана белеү;
  • Махсус терминдар менән ҡулланыу теләге булдырыу.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Дипломная работа:ИСПОЛЬЗОВАНИЕ МЕТОДА ПРОЕКТОВ В ОЗНАКОМЛЕНИИ ДЕТЕЙ МЛАДШЕГО ДОШКОЛЬНОГО ВОЗРАСТА С КОМНАТНЫМИ РАСТЕНИЯМИ.

СодержаниеВведение 3Глава 1Технология проектного обучения в системе дошкольного образования  1.1Метод проектов как средство внедрения педагогических инноваций в деятельности ДОУ 7...

ОЗНАКОМЛЕНИЕ С ПРИРОДОЙ РОДНОГО КРАЯ С ИСПОЛЬЗОВАНИЕМ МЕТОДА ПРОЕКТОВ В МЛАДШЕЙ ГРУППЕ

Метод проектов в работе с дошкольниками сегодня – достаточно оптимальный, инновационный и перспективный. Он все больше занимает свое достойное место в системе дошкольного образования....

Проект "Использование метода проектов в экологическом воспитании дошкольников"

Предложенный материал может быть использован педагогами в своей профессиональной деятельности....

Использование метода проекта при ознакомлении с игрой в хоккей

Проектная деятельность инструктора по физической культуре может с успехом применяться для обогащения знаний детей старшего дошкольного возраста о спортивных играх...