Ни өсөн бала тыңламай?
консультация на тему

Хасанова Гульназ Рамазановна

 

Балаларының тыңламаған сағы менән һәр ата-әсә осрашҡаны барҙыр. Ҡайһы берҙә яза биреү ҡурҡынысы ла, иркәләп-наҙлап ипкә килтерергә маташыу ҙа ярҙам итмәй, тыңлауһыҙ бала үҙенекен атҡара бирә. Уның был ҡылығына ҡаршы көрәшер алдынан сәбәптәренә төшөнөргә тырышығыҙ, үҙегеҙҙең һәм ғаиләләге туғандарының балаға ҡарата тәрбиә алымдарын анализлағыҙ. Психологтар был күренештең сәбәптәрен түбәндәгесә аңлата.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ney_oson_bala_tynlamay.doc32.5 КБ

Предварительный просмотр:

Ни өсөн бала тыңламай?

Балаларының тыңламаған сағы менән һәр ата-әсә осрашҡаны барҙыр. Ҡайһы берҙә яза биреү ҡурҡынысы ла, иркәләп-наҙлап ипкә килтерергә маташыу ҙа ярҙам итмәй, тыңлауһыҙ бала үҙенекен атҡара бирә. Уның был ҡылығына ҡаршы көрәшер алдынан сәбәптәренә төшөнөргә тырышығыҙ, үҙегеҙҙең һәм ғаиләләге туғандарының балаға ҡарата тәрбиә алымдарын анализлағыҙ. Психологтар был күренештең сәбәптәрен түбәндәгесә аңлата.

Кеше үҙенең ғүмерендә байтаҡ ҡына көрсөк осорҙарын үткәрә. Улар бәләкәстәрҙе лә урап үтмәй, бәлиғ булғансы бала дүрт көрсөктө үткәрергә мөмкин: 1 йәш, 3 йәш, 7-8 йәш, үҫмерлек мәле. Был осорҙарҙы тыңлауһыҙланыуға нисек бәйләргә була? Мәҫәлән, ике йәшлек сағында әсәһенән һүҙһеҙ генә ботинка бауын бәйләттергән, кейеменең төймәләрен элдергән сабый өс йәше тулыуға “мин үҙем” тип барыһын да үҙе эшләргә ынтыла. Тик бәләкәй ҡулдар уны тыңлап етмәй, оҫталыҡ яғы аҡһай, әммә бала тырыша, әсәһен кейемдәренә ҡағылдыртмай. Уны йәһәтерәк кейендереп, тышҡа алып сығырға теләгән әсә, әлбиттә, барыһын да йәһәт кенә үҙе теүәлләп ҡуйырға уйлай. Бала үҙенекен эшләргә теләй, сөнки уның уйынса хәҙер ул ҙур, күп нәмәне үҙаллы башҡара ала. Һөҙөмтәлә бала менән был хәлгә аптырап ҡалған әсә бер-береһен аңламай. 

“Ни эшләргә?” тигән һорау килеп тыуа. Бындай осраҡта балаға иғтибарлы булығыҙ, ҡайһы берҙә үҙенең кире яҡтарын күрһәтеп, тиҫкәреләнеп алһа ла, һеҙ уға барыбер терәк-таяныс булыуығыҙҙы, уны яратыуығыҙҙы белдерергә тырышығыҙ, артыҡ әрләү, янауҙар зыян ғына килтерә, язаға тарттырырға маташыу хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Тыңлауһыҙланыу ул күрәләтә яуызлыҡ ҡылырға теләүҙән килеп сыҡмай, бала бының менән һеҙгә нимәлер әйтергә, үҙенең фекерен еткерергә теләй.

Үтә юғары талаптар. Әлбиттә, һәр ата-әсә балаһының иң-иң яҡшыһы булыуын, уҡыуҙа ла, эштә лә ҙур ҡаҙаныштарға ирешеүен теләй. Ҡайһы бер ата-әсә ошо маҡсаттан сығып балаһына үтә юғары талаптар ҡуя, үҫеш планкаһын буй етмәҫлек үргә күтәреп ебәрә. Шуны онотмаҫҡа кәңәш ителә: бала һеҙ нимә теләйһегеҙ, шуны әүәләп була торған балсыҡ түгел, ул – гөл-сәскә, уға мәлендә һыу ҡойоп, файҙалы матдәләр менән туҡландырып, һөйөү-наҙыңды бүләк итеп торорға кәрәк. Ни өсөн алты йәшлек малай тыңламай башланы әле? Сөнки атаһы унан спортсы яһарға теләй, ә баланың һүрәт төшөргөһө йә иһә конструктор йыйғыһы килә. 

Ни эшләргә? Сабый билдәле бер холоҡ-фиғел һыҙаттары, теге йәки был өлкәгә бәйле һәләттәр менән тыуа – ошо фактты ҡабул итә белергә кәрәк. Тәбиғәт тарафынан балағыҙға ниндәй яҡшы сифаттар бирелгән, нимәгә һәләтле, нимә менән күңел биреп ҡыҙыҡһына – ошоларҙы күрә белегеҙ, артабан үҫтерергә тырышығыҙ, ә үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе көсләп таҡмағыҙ. 
lКүптәрҙең ошондай күренешкә шаһит булғаны барҙыр: ғаиләлә бер өлкән кеше бөтәһен дә ҡурҡытыңҡырап, хөкөм сығарып, ныҡлы ҡулда тотоусы ролен уйнаһа, икенсеһе яҡлаусы, йәлләүсе, йыуатыусы ролен үҙ өҫтөнә ала.

Әгәр ҙә балалар атай абруйы алдында үҙҙәрен ҡулда тота икән, ул эштә саҡта, өйҙә булмаған мәлдәрҙә әсәйҙе тыңламауы, уның әйткәнен ҡолаҡҡа ла элмәүе күҙәтелә. Әгәр ҙә әсәй абруйы көслөрәк икән, атай кис эштән ҡайтып инеү менән, әле генә ҡушҡанды тыңлап ҡына торған бала, шунда уҡ ҡырҡа үҙгәреп, тыңлауһыҙға әйләнеүе ихтимал, сөнки яҡлаусыһы хәҙер янында. 

Ни эшләргә? Ата-әсәгә бер төптән булып, абруйҙарын һаҡлау, уны артабан үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Икеһе лә бер һүҙҙән булып, атайҙы ла, әсәйҙе лә берҙәй тыңларға кәрәклеген билдәләп, һәр ваҡыт ошо сәйәсәтте алып барһа, береһе әйткәнде икенсеһе кире ҡағып тормаһа, был осраҡта дөрөҫ булыр. Был ҡағиҙә ата-әсәгә генә түгел, олатай-өләсәйҙәргә лә ҡағыла. Ейән-ейәнсәрҙәренә яҡшы булам тип, барыһына ла юл ҡуйып, ата-әсә тарафынан һалынған тәрбиә нигеҙҙәрен емереп ташлау – хата күренеш. 
“Үҙебеҙҙе үҙгәртеп, беҙ донъяны ла үҙгәртәбеҙ” тигән фекер бар. Әгәр ҙә һеҙгә кемдеңдер тәртибе оҡшамай икән, ошо фекергә ҡолаҡ һалығыҙ. Балалар – бәләкәй, әммә тик дөрөҫлөктө күрһәткән көҙгө ул. Тыңлауһыҙланып, улар был көҙгөлә кемде сағылдыра икән?.. Бәлки, шул турала ла уйланырға кәрәктер.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий выпускного бала в младшей группе.

Это сценарий был разработан  специально для моих деток ( возраст 3-4 года). Праздник получился  интересным, насыщенным и очень трогательным....

Конспект музыкального занятия "На балу у золушки" для детей подготовительной к школе группы

Разнообразные и актуальные темы музыкальных занятий, затрагиваемые через сказки и проигрываемые через музыку, дают пищу для размышлений и осмысления детям.Музыка — воображение — фантазия —...

Сценарий осеннего бала в подготовительной группе доу

Интересный сценарий осеннего развлечения в подготовительной группе...

Биләүдәге бала

Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары белән шөгыль....

Гаиләдә баланы тәрбияләү Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , гаиләдә формалаша.

Һәр сабый тумыштан килә торган үзенчәлекләргә ия, әмма аның нинди булып үсүе нигездә тәрбиягә бәйле. Баланың акыл үсеше, әхлакый сыйфатлары , тирә-юньдәгеләргә мөнәсәбәте, барысыннан да элек , г...

Сценарий Выпускного бала в подготовительной группе "Музыкальная Моль на Выпускном балу"

Сценарий утренника, предназначенный для Выпуска в школу, составлен с участием необычной гостьи (Музыкальная Моль), которая не хочет отпускать детей в школу, ссылаясь на то, что они очень музыкальные и...

Баловать или не баловать детей

Назаренко Наталья Дмитриевна...