Өлкәндәр төркөмөндә телмәр үҫтереү дәресе " Йәшәгән ,ти ,ҡуян менән төлкө"
план-конспект урока по развитию речи (старшая группа)

Саяхова Самара Габдинуровна

Тема: « Йәшәгән, ти, Ҡуян менән Төлкө»

              (дәрес тәжрибә)

Маҡсат:

Балаларҙы әкиәт һөйләргә өйрәтеү. Халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Предметтарҙың сифаты тураһында күҙаллауҙарын формалаштырыу.

Һүҙлек эше: ҡабыҡ. Үтә күренмәле.

Типик грамматик конструкциялар:

              Ҡар боҙға ҡарағанда тиҙерәк иреп бөтә.

Йыһазландырыу: ”Ҡуян менән Төлкө “ әкиәтенә иллюстрациялар, төлкөнөң

битлеге, ҡар, боҙ, йылы һыулы банка, тәрилкәләр, һәр балаға салфеткалар.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_konspekty.docx17.25 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: « Йәшәгән, ти, Ҡуян менән Төлкө»

              (дәрес тәжрибә)

Маҡсат:

Балаларҙы әкиәт һөйләргә өйрәтеү. Халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Предметтарҙың сифаты тураһында күҙаллауҙарын формалаштырыу.

Һүҙлек эше: ҡабыҡ. Үтә күренмәле.

Типик грамматик конструкциялар:

              Ҡар боҙға ҡарағанда тиҙерәк иреп бөтә.

Йыһазландырыу: ”Ҡуян менән Төлкө “ әкиәтенә иллюстрациялар, төлкөнөң

битлеге, ҡар, боҙ, йылы һыулы банка, тәрилкәләр, һәр балаға салфеткалар.

                                      Дәрес барышы.

       -Һаумыһығыҙ, балалар!

 Тынысландыҡ һәм бер – беребеҙгә йылмайышып ҡына ҡарайыҡ та,  башҡорт теле дәресен башлап ебәрәйек.

       -Балалар, иң тәүҙә мин һеҙгә яратҡан ҡошобоҙ тумыртҡаның

йомаҡтарын әйтеп алайым, ә һеҙ яуабын дөрөҫ әйтһәгеҙ бөгөнгө дәрес темеһы менән танышасаҡбыҙ.

  1. Йәйгә сыҡһа һөйөнә,

Һоро тунын кейенә.

Ҡышын ҡарҙа күренмәй ул –

Кейенә аҡ кейемгә.                       (Ҡуян)

2. Ҡойроғо көлтә, хәйләкәр үтә

    Эҙен артынан һепереп үтә.                  (Төлкө)

- Дөрөҫ, балалар.

- Тумыртҡаны ҡыуандырҙығыҙ. Рәхмәт. Ул беҙҙе дәрес буйына ҡарап торасаҡ.

- Балалар, ә бына был һүрәт ниндәй әкиәт буйынса төшөрөлгән?

- Афарин, балалар, “Ҡуян менән Төлкө” әкиәте буйынса төшөрөлгән.

- Әйҙәгеҙ, әкиәтте иҫкә төшөрөп һөйләйек әле. Кем әкиәтте һөйләргә теләй?

- Балалар, һеҙ әкиәтте һөйләгән саҡта, кем ҡурсаҡ театрын күрһәтергә теләй?

(Ҡурсаҡ театры: төлкө, ҡуян, эт, айыу, әтәс, салғы)

  • Афарин, балалар.

(Төлкө инә)

  • Һаумыһығыҙ, балалар!
  • Һаумы, төлкө!

Төлкө: Минең турала һөйләгәнегеҙҙе ишетеп ҡалдым да инергә булдым.

    Һеҙгә минең һорауым бар:

  • бәлки,өйҙө миңә боҙҙан түгел, ә ҡарҙан төҙөргә кәрәк булғандыр?

Тәрбиәсе:

-Балалар, төлкө өйҙө ҡарҙан төҙөргә кәрәк, тип дөрөҫ уйлаймы?   Балалар:

  • Юҡ! Ҡар боҙға ҡарағанда ла тиҙерәк иреп бөтә.

Төлкө:

  • Ышанмайым, юҡ, юҡ!                                                                       Тәрбиәсе:
  • Төлкө, оҙаҡ бәхәсләшеп тормайыҡ. Бергәләп ҡар һәм боҙ менән тәжрибә үткәреп, тикшереп ҡарайыҡ. Кемдең һүҙе дөрөҫөрәк булыр.
  • Иң беренсе ҡар менән боҙҙоң сифаттарын билдәләп сығайыҡ.
  • Балалар, ҡар ниндәй?
  • Ҡар йомшаҡ, һыуыҡ, аҡ, төҫһөҙ, еңел.
  • Ә боҙ ниндәй?
  • Боҙ төҫһөҙ, үтә күренмәле, ҡаты, ялтыр, һыуыҡ.
  • Балалар, ҡар менән боҙҙо нисек иретергә мөмкин?
  • Йылы һыуға һалып иретергә була, ҡулда йылытып иретергә була.

Ял минуты.    

1.  Килсе төлкө дуҫҡайым,                   2.  Сәпәкәйләп алайыҡ,

Әйҙә бергә уйнайыҡ,                            Ҡулдарҙы күтәрәйек,

Әйҙә әле бейейек,                                  Бармаҡтарҙы бөгәйек,

Тыпыр – тыпыр итәйек,                        Бергәләп һикерәйек,

Унан атлап китәйек.                              Әйҙә гел дуҫ йәшәйек.

Тәжрибә үткәреү.

  • Балалар, хәҙер ике төрлө юл буйынса ҡар һәм боҙ менән тәжрибә үткәрәйек.  Әйҙәгеҙ, бергәләп өҫтәл янына киләбеҙ.                                        Иң беренсе, ҡар менән боҙҙо ҡулыбыҙға алайыҡ. Ҡарҙы аҙ ғына  итеп алабыҙ һәм усыбыҙға һалып, ҡулыбыҙҙы йомабыҙ. Ә икенсе ҡулыбыҙға боҙҙо алабыҙ һәм ҡулыбыҙҙы йомабыҙ. Тикшереп ҡарайыҡ та, һәр кем үҙ фекерен әйтер.
  • Боҙ тиҙерәк ирерме, әллә ҡармы?       (Яуаптар)

-Ә хәҙер ҡар менән боҙҙо йылы һыуға һалып иретеп ҡарайыҡ.

Шулай итеп, балалар, нимә тиҙерәк иреп бөттө?

  • Ҡар боҙға ҡарағанда йылы һыуҙа тиҙерәк иреп бөттө.

Төлкө:

  • Бына хәҙер ышандым инде. Рәхмәт һеҙгә. Хәҙер мин дә күршем кеүек өйөмдө ҡабыҡтан төҙөйәсәкмен.

(Һаубуллашып төлкө сығып китә.)

Йомғаҡлау:

  • Балалар, дәрестә беҙ нимәләр тураһында һөйләштек?
  • Төлкө үҙенең ғәйебен аңланымы?
  • Балалар, һеҙ ҙә бер – берегеҙ менән дуҫ, татыу, ярҙамсыл булығыҙ.

Ауыр саҡтарҙа бер – береңә ярҙам итергә кәрәк.

Насарлыҡ эшләргә ярамай.

  • Афарин, балалар!  Барығыҙ ҙа дәрестә ҡатнашып ултырҙығыҙ.

Хатта, тумыртҡа ла һеҙгә ҡарап һоҡланып тора. Рәхмәт, балалар.

Дәресебеҙҙе “Ҡар һәм боҙ” уйыны менән тамамлап ҡуяйыҡ.

  • Уйын «Ҡар һәм боҙ»

Ошоноң менән дәрес тамам.

Һау булығыҙ!

             

   


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Урыҫ телендә аралашҡан башҡорт балаларының телмәрен үҫтереү алымдары. Ата-әсәләр йыйылышы өсөн доклад.

Әгәр баланы бала саҡтан уҡ туған теленә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә г...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәтеМаҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтере...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Маҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтереү күнекмәләре; башҡортса аралашыуға ынтылы...