Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)
план-конспект занятия по развитию речи (подготовительная группа)

Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәте

Маҡсат:

 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш

2) бәйләнешле телмәр үҫтереү күнекмәләре; башҡортса аралашыуға ынтылыш тәрбиәләү

3) телмәр ағзаларын үҫтереүгә һәм дөрөҫ тын алыу кунекмәләре

4) хәтерҙе, иғтибарлыҡты үҫтереү, тауыш менән идара итә белеүҙе нығытыу.

Йыһаз:  «Төлкө һәм торна» сюжетлы һүрәт, көҙгөләр.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

«Әкиәт» бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһы

Телмәр үҫтереү дәресе:

«Төлкө һәм торна» әкиәте

(мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Әҙерләне һәм үткәрҙе:

тәрбиәсе Рысбаева А.С.

Сибай, 2017

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәте

Маҡсат:

 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш

2) бәйләнешле телмәр үҫтереү күнекмәләре; башҡортса аралашыуға ынтылыш тәрбиәләү

3) телмәр ағзаларын үҫтереүгә һәм дөрөҫ тын алыу кунекмәләре

4) хәтерҙе, иғтибарлыҡты үҫтереү, тауыш менән идара итә белеүҙе нығытыу.

Йыһаз:  «Төлкө һәм торна» сюжетлы һүрәт, көҙгөләр.

Дәрес барышы

Тәрбиәсе дөрөҫ тын алыу һәм өндәрҙе әйтеүгә ауыҙ-тел  гимнастикаһы үткәрә: артикуляция гимнастикаһы «Йылмайыу», «Тештәрҙе таҙартыу», «Көрәк», «Ҡалаҡ». Дөрөҫ тын алыу күнекмәләре: «кем алыҫыраҡ өрә?», «Ҡулдарҙы йылытыу».

Тәрбиәсе:  сюжетлы һүрәтте ҡарағыҙ әле балалар. Нимәләр,  кемдәр төшөрөлгән был һүрәттә. (төлкө, торна, һауыт-һабалар, өй..һ.б.). Беҙ бөгөн «Төлкө һәм торна» әкиәтен иҫкә төшөрәбеҙ. (Әкиәтте уҡыу.)

«Урманда йөрөй торғас, төлкө торна менән дуҫлашып киткән.

Төлкө торнаны ҡунаҡҡа саҡырған. Бутҡаны тәрилкәгә йәйеп һалған.

  • Аша, дуҫ,- ти икән. Ә торна суҡыштары бутҡаны эләктерә алмаған. Тиҙ арала төлкө бутҡаны ашап та ҡуйған.

Торна ҡунаҡтан ас ҡайтып киткән.

  • Торна төлкөнө ҡунаҡҡа саҡырған. Ул бутҡаны нәҙек муйынлы сүлмәккә һалып биргән. Торна төлкөгә:
  • Аша, дуҫым, ти икән. Төлкө нәҙек муйынлы сүлмәктән ашай алмаған.

Төлкө ас ултыған. Ә торна үҙе башын сүлмәккә тығып ебарәлә ашай ҙа, ашай икән. Бутҡаны ашап бөткәс, Торна:

  • Төлкө, ҡунаҡҡа саҡырып, тәрилкәгә һалынған бутҡаңды үҙең ашап бөтөрҙөң, ә мин ҡарап ултырҙым. Мин дә һине шулай һыйларға булдым. Хәйләгә ҡаршы хәйлә, ашҡа аш менән, ташҡа таш менән булһын, - тигән.»

 

Һорауҙар биреү:

  • Был әкиәт нимә тураһында?
  • Әкиәттә төлкө ниндәй? (хәйләкәр, һаран, ҡомһоҙ..)
  • Нимә аңлата ул сүлмәк тигән һүҙ? (нәҙек муйынлы һауыт-һаба)
  • Торнаның танауы нисек атала? (суҡыш)
  • Ә төлкөнең? (морон)

Балалар мин һеҙгә әкиәтте тағы ла бер тапҡыр  уҡып ишеттерәм, һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ. Һөйләргә әҙерләнегеҙ.(Әкиәт уҡыу)

Ял минуты үткәреп алайыҡ:

Рә-рә-рә – урман буйлап йүгерә

Ра-ра-ра – ҡулын болғап саҡыра

Рө-рө-рө – урманда тыныс йөрө

Артабан дауам итәйек. –төлкө әкиәттә нимә эшләй? (бутҡа бешерә, тәрилкәгә йәйе һала)

  • Төлкө хәйләкәр булған, ә торна... (унанда хәйләкәрлерәк булған)
  • Сүлмәк оҙон булған, ә торнаның суҡышы ....(унанда оҙонораҡ булған)
  • Төлкөнөң мороно оҙон, торнаның ........(суҡышы  оҙонораҡ)

Әкиәттең башында торна менән төлкө ниндәй мөнәсәбәттә булған һуң? (дуҫ)

Әйе улар дуҫ булһын өсөн нимә эшләр кәрәк тип уйлайһығыҙ?

Әйҙәгеҙ, балалар дуҫлыҡ тураһында мәҡәл, әйтемдәр иҫкә төшөрөп алайыҡ. Кем ниндәй белә?

«Дуҫ булһа, үҙеңдән артыҡ булһын»

«Дуҫ булһа, дуҫ ҡәҙерен онотма»

«Дуҫ булһа, дуҫ ҡәҙерен онотма» тигән мәҡәлде бергәләп көслө тауыш сығарып әйтәбеҙ, һәм әҙ тауыш менән әйтеп алайыҡ.

Афарин, балалар. Һеҙ барығыҙҙа бөгөн әүҙем ҡатнаштығыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Маҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтереү күнекмәләре; башҡортса аралашыуға ынтылы...

Өлкәндәр төркөмөндә телмәр үҫтереү дәресе " Йәшәгән ,ти ,ҡуян менән төлкө"

Тема: « Йәшәгән, ти, Ҡуян менән Төлкө»              (дәрес тәжрибә)Маҡсат:Балаларҙы әкиәт һөйләргә өйрәтеү. Халыҡ ижадына ҡ...

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн " Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. " темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн" Рәсимә Ураҡсина -  башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. "темаһынаойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге      ...