Дүртенсе һәм бишенсе йәштәге баланың телмәрен үҫтереү
консультация по развитию речи (средняя группа) на тему

Уразбаева Айгуль Фатиховна

Консультация для родителей

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл durtense_hm_bishense_yshtge_balanyn_telmren_ustereu.docx17.69 КБ

Предварительный просмотр:

ДҮРТЕНСЕ ҺӘМ БИШЕНСЕ ЙӘШТӘГЕ БАЛАНЫҢ

ТЕЛМӘРЕН ҮҪТЕРЕҮ

Ураҙбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы, Сибай ҡалаһы Бала үҫтереү үҙәге “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды

 Дүртенсе йәштәге баланың актив һүҙлеге 2 тапҡырға арта һәм 2000 һүҙгә етә. Унда исем һәм ҡылымдарҙан тыш алмаштар (минең, һинең, һеҙҙең), рәүештәр (бында, тегендә, ошонда), һандар (бер, ике) һәм сифаттар йышыраҡ осрай башлай, телмәрҙең грамматик дөрөҫлөгөн даими камиллаша. Өлкәндәрҙен һорауына ул 3-4 һәм унан да күберәк һүҙҙән торған фразалар менән яуап бирә. 
Дүртенсе йәшлек бала һыҙғырыусы өндәрҙең бөтә төркөмөн асыҡ ижектәрҙә (сисә, кәзә) дөрөҫ әйтә, улар башҡа тартынҡы өндәр менән бергә килгәндә, төшөп тә ҡалырға мөмкин. Бала шышылдаусы өндәрҙе (ш,ж,ч,щ) һәр ваҡыт дөрөҫ әйтә алмай, һыҙғырыусы өндәр (с, з, ц) менән алыштырыуы ихтимал. Сонор өндәрҙе (р,н,м,л) иһә башҡа өндәр менән алмаштыра. Ҡайһы осраҡта бала өндәрҙе һәм тотош ижектәрҙе (бигерәк тә ауыр әйтелешле һәм күп ижекле һүҙҙәрҙә) төшөрөп ҡалдырыуы йәки урындарын алмаштырыуы мөмкин. Был етешһеҙлектәр дүртенсе йәштәге балалар телмәре өсөн хас. Телмәр үҫеше процесында улар яйлап бөтә бара. 
Әҙәби әҫәрҙәр уҡыу баланың уратып алған предметтар, күренештәр, өлкәндәр тормошо хаҡындағы белемен һиҙелерлек киңәйтә. Тик уның йәшенә тура килгән китапты һайлай белеү бик мөһим. Бер үк әҫәрҙе бер нисә тапҡыр уҡырға мөмкин; ҡабатлап уҡыу баланың кәйефенә йоғонто яһай, тексты һәйбәтерәк хәтерҙә ҡалдырырға булышлыҡ итә. Әкиәт йәки хикәйәне уҡығас, баланан унда нимә тураһында һүҙ барыуын, геройҙар менән ни булыуын һорашалар. Художестволы әҫәрҙең йөкмәткеһен төшөнгәс, бала уның хаҡында аныҡ, тулы итеп фекерен әйтә ала; һанамыш, әүрәткес, йомаҡтарҙы тиҙ һәм еңел ота. Был уның хәтерен нығытырға, актив һәм пассив һүҙлеген үҫтерегә ярҙам итә. 
Ата-әсә баланың һүҙлеге үҫеүгә, телмәр грамоталылығына ғына иғтибар итмәй, ә уның ишетеү һәләтен дә күҙ уның тота. Эш ике йүнәлештә алып барыла: ишеткәнде төшөнөү һәм әйтелеште камиллаштырыу. 
Ишетеү һәләтен үҫтереү маҡсатында баланы эргәһендәгеләрҙең телмәрен тыңларға, үҙ телмәрен ололарҙыҡы менән сағыштырғанда, контролләргә өйрәтергә кәрәк. Бала менән тауышлы предметтар һәм уйынсыҡтар ярҙамында уйындар үткәреү файҙалы. 
Ҡайһы бер өндәрҙе, ҡатмарлы һүҙҙәрҙе әйттереү өсөн бөтә артикуляцион аппаратты күнектереү фарыз. Тел, ирен мускулдарын нығытыу, уларҙың хәрәкәтсәнлеген үҫтереү мотлаҡ. Бының өсөн өндәрҙе әйттереү уйындары, шулай уҡ телмәр аппараты өсөн гимнастика үткәреү файҙалы: тел шартлатыу, яңаҡтарҙы ҡабартыу һәм эскә тартыу, ирендәрҙе ослайтыу һ.б. 
Бишенсе йәшкә киткән баланың телмәре төрлөләнә һәм байый. Ул яуабын ике-өс фразанан төҙөй, телмәренә теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе йышыраҡ индерә. Актив һүҙлеге артыу (биш йәшкә 3000 һүҙ) балаға фекерен анығыраҡ белдерергә, өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән иркен аралашырға мөмкинлек бирә. 
Биш йәшлектәр рифмаға ныҡ тартыла. Улар шиғыр тыуҙыра, рифмалы һүҙҙәр һайлай, хатта бер ниндәй мәғәнәһе булмағандарын да әйтә. Бишенсе йәштәге балаларҙың күбеһе шышылдаусы өндәрҙе (ш,ж,ч,щ) асыҡ һәм таҙа әйтә белә, күптәре р, л өндәрен дә дөрөҫ әйтә. Был йәштәге балаларҙы яңы һүҙҙәр менән таныштырыуҙы дауам итергә, предметтарҙың сифатын аныҡ атарға, улар нимәнән эшләнеүен билдәләргә (өҫтәл, ултырғыс – ағастан), предметтарҙың оҡшаш һәм айырмалы сифаттарын табырға өйрәтергә кәрәк. 
Балалар йыш ҡына ваҡыт төшөнсәләрен бутай: кисә һәм иртәгә, иртәнсәк һәм кис, яҙ һәм көҙ. Теге йәки был ваҡыт төшөнсәһенең бер нисә билдәһен атап, балаға йылдың ниндәй миҙгеле хаҡында һүҙ барыуын әйтергә ҡушырға мөмкин: 
- Ҡасан балалар сана шыуа? –Ҡыш көнө. 
- Ҡасан еләк бешә? Йылғала һыу инергә була? – Йәй көнө. 
Баланың пространство мөнәсәбәттәрен белеүен асыҡлағыҙ: Һин ҡайһы ҡулың менән һүрәт төшөрәһең? Машинаңды һул ҡулыңа ал. Бындай күнекмәләр балаға эргәһендәгеләрҙең телмәрен аңларға, үҙ телмәрен аныҡ ҡорорға, өлкәндәр ҡушыуы буйынса дөрөҫ хәрәкәт итергә өйрәнергә ярҙам итә. 
Бала телмәренең грамматик яҡтан дөрөҫлөгөнә иғтибар итеү мотлаҡ. Ул һүҙҙәрҙә үҙ-ара нисек бәйләй? Әгәр ҙә хаталар булһа, төҙәтергә кәрәк, төҙәтмәһәң хаталар бала телмәрендә нығынасаҡ, аҙаҡ уларҙан арыныу бик ауыр буласаҡ. 
Баланың һөйләү телмәре үҫеүе уның бәйләнешле телмәрен формалашыуҙа төп урын алып бара. Бала был йәштә нимә хаҡындалыр һөйләргә, үҙенең күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашырға, ижад итергә ярата. Нисек кенә бушамаһағыҙ ҙа, уның актив телмәрен хуплағыҙ, уны тыңларға өйрәнегеҙ. Әгәр балағыҙ һөйләшеп бармаһа, уны үҙегеҙ һөйләшергә мәжбүр итегеҙ, һорауҙар бирегеҙ. 
Баланың һүҙлеге артыу менән бергә уның һөйләү телмәре лә камиллаша. Өндәр аңлайышлы, асыҡ, аныҡ булыуына, телмәр темпына, интонация сараларына айырыуса иғтибар итегеҙ. Был маҡсатта шиғыр ятлау һәм уҡыу, аудиояҙмаларҙан хикәйәләр тыңлау отошло. 



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Урыҫ телендә аралашҡан башҡорт балаларының телмәрен үҫтереү алымдары. Ата-әсәләр йыйылышы өсөн доклад.

Әгәр баланы бала саҡтан уҡ туған теленә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә г...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәтеМаҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтере...