Ҡом терапияһы
план-конспект занятия по коррекционной педагогике (подготовительная группа)

Гайнуллина Гульгуна Ахметовна

Ҡом терапияһы ярҙамында балаларҙың үҫешенә булышлыҡ итеү

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл pesochnaya_terapiya.docx15.25 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ҡом иленә сәйәхәт

Дәрес барышы.

Педагог балаларҙы саҡыра,улар ултырғысҡа ултыралар,яндарында сепрәк менән ҡапланған һауытта ҡом.

Пед. Һаумыһығыҙ балалар,мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын.Әйҙәгеҙ әле бер беребеҙ менән һаулыҡ һорашып алайыҡ әле,әммә ләкин ябай итеп тугел,ә икенсе төрлө итеп: ҡул-ҡулға,сикә-сикәгә,аяҡ-аяҡҡа, маңлай-маңлайға. Афарин балалар.

Балалар,беҙ һеҙҙең менән бөгөн ҡом иленә сәйәхәткә сығабыҙ.Унда беҙ ҡом һаҡлаусыһы менән осрашабыҙ,уның исеме кем икән,кем әйтә ала? Уның исеме Ҡомбатыр. Ләкин уны саҡырыр өсөн тылсымлы һүҙҙәр әйтергә кәрәк:

Ҡара беҙҙең ҡулдарға

Тик тылсым бар уларҙа

Изге эштәр эшләйбеҙ

Ҡомбатыр һине көтәбеҙ

Музыка яңғырай,педагог ҡулына персонажды ала.

Балалар күҙегеҙҙе асығыҙ,беҙгә ҡунаҡҡа Ҡомбатыр килде.Әйҙәгеҙ әле уға беҙ ҡом иленең ҡағиҙәләрен ҡабатлап үтәйек әле.

Музыка тыма,балалар педагог артынан ҡабатлайҙар:

Тылсымлы ҡом илендә

Тешләшергә,һуғышырға

Ҡом бәрергә ярамай!

Кая тауҙар һәм диңгеҙҙәр

Беҙгә эшләргә ярай.

Тирә яҡ йәмле булһын

Бөтәһе лә был илдә

Гел тик бәхетле булһын!

Педагог: Һаумы Ҡомбатыр! Нимә булды һиңә? Ни өсөн һин шундай күңелһеҙһең?

Ҡомбатырҙың хикәйәһе:

-Һаумыһығыҙ балалар! Нисек миңә күңелһеҙләнмәҫкә инде? Минең илемдә нимә булғанын һеҙ әле белмәйһегеҙ шул. Минең илем иң матурҙарҙан матуры ине. Унда ниндәй генә ҡоштар һайраманы,ниндәй генә балыҡтар йөҙмәне,ә кешеләре шундай алсаҡ,ярҙамсыл инеләр.Ә хәҙер минең илемдән тик ҡом ғына тороп ҡалды.Яуыз мәскәй әбейҙең дуҫы,уҫал ҡойон килде беҙҙең илгә һәм тирә яҡты юҡҡа сығарҙы,бөтә ерҙе ҡомға күмде.Ишетһәгеҙ уның ағастарҙы тамыры менән йолҡоп ташлағанда,беҙҙең өйҙәрҙе емергәндә уның нисек ҡурҡыныс итеп көлгәнен,һеҙ ҙә бик ҡурҡыр инегеҙ.

Ул миңә илемде бер ваҡытта ла кире тергеҙә алмайһың тине.Миңә хәҙер нимә эшләргә,белмәйем? Кем уҫал ҡойондоң сихырын сисеп кире илемде төҙөргә ярҙам итер? Балалар һеҙҙең генә ҡулдан килгән эш түгелдер ул?

Балаларҙың яуаптары.

Педагог: Ҡомбарыр,беҙҙең балалар һиңә ярҙам итәм тейҙәр.Улар һинең илеңде яңынан төҙөйәсәктәр һәм ул тағы ла матурыраҡ буласаҡ тип вәғәҙә итәләр.

Ҡомбатыр: Ә һеҙ сихырҙы сисә алағыҙмы һуң? Күпме генә ҡомдо алһағыҙҙа ул кире күбәйеп тик торасаҡ бит.

Педагог: ҡайғырма Ҡомбатыр,беҙҙең балаларҙың ҡулдары тылсымлы икәнен белмәйһеңме әллә? Улар ҡулдары менән ҡомға тейһәләр,ҡулдарының эҙҙәрен ҡалдырһалар,сихыр юҡҡа сығасаҡ.

Әйҙәгеҙ әле балалар ҡарайыҡ әле,ҡомбатырға нисек итеп ярҙам итеп була икәнен.

Ҡомбатыр: күрәһегеҙме,тирә яҡ ҡомға күмелгән.

Музыка яңғырай. Күнегеү “Һаумы ҡом”.

Балалар ҡомдо һыйпап ҡарағыҙ әле.Беренсе усыбыҙ менән тейеп ҡарайыҡ,ҡулдың һырты менән тейеп ҡарайыҡ.Ҡом ниндәй.

Балалар: йомшаҡ ҡына,һыуыҡ,һибелеп кенә тора.

Педагог: ҡомға әллә күңелһеҙ инде,әйҙә беҙ ҡомдо ҡытыҡлап алайыҡ.Иң беренсе бер ҡулдың бармаҡтары менән,баш бармаҡ,һуҡ бармаҡ,уртансы бармаҡ,сығанаҡ бармаҡ,сәтәкәй бармаҡ.Ә хәҙер икенсе ҡулдың бармаҡтары менән,хәҙер ике ҡул менән ҡытыҡлайыҡ.Ишетәһегеҙме ҡом нисек итеп көлгәнен? Юҡмы,ул шым ғына көлә икән шул.

Күнегеү “Кемдең эҙе”.

Айыуҙар китте,

Ҡуяндар һикерә,

Йыландар шыуыша,

Бөжәктәр ҡасты.

Өҫтәлдә свет яна.

Педагог: афарин балалар,ҡарағыҙ әле,сихыр сиселде һәм ҡом тылсымлыға әйләнде.Ниндәй матур төҫтәр менән балҡый беҙҙең ҡомобоҙ.Һеҙ ысын тылсымсы икәнһегеҙ. Ә бында ниндәй тау өйөлгән ул? Әйҙә беҙ уны аҡтарып ҡарайыҡ әле.Бында тылсымлы илдең кешеләре,йәнлектәре күмелеп ята икән.Уларҙы ҡотҡарыр кәрәк.Ә хәҙер беҙ тылсымлы илде кире тергеҙәйек,өйҙәрҙе яңынан эшләйек инде.

Балалар һүрәт эшләй,кешеләрен кире ҡуялар.

Педагог: афарин балалар,беҙ ҡом илен кире тергеҙҙек.

Ҡомбатыр: Рәхмәт һеҙгә балалар,һеҙ беҙгә бик ныҡ ярҙам иттегеҙ.

Педагог: балалар,Ҡомбатыр менән хушлашып,үҙебеҙҙең балалар баҡсаһына ҡайтырға ваҡыт та килеп етте.Ҡом иленән сыҡҡанда ла тылсымлы һүҙҙәр әйтергә кәрәк:

Ҡом менән беҙ уйнаныҡ

Күп нәмәгә өйрәндек

Ҡомға рәхмәт әйтәбеҙ

Тағы һиңә киләбеҙ.

Педагог: бына беҙ балалар баҡсаһына кире әйләнеп тә ҡайттыҡ,ҡом менән уйнағандан һуң ҡулдарҙы йыуып алырға кәрәк икәнен онотмайбыҙ.

Балалар ҡулдарын йыуып ултырғысҡа ултыралар.

Психогимнастика:

1.Ултырғыстарға төҙ генә итеп ултырҙыҡ,аяҡтар иҙәнгә тулыһынса тейеп торһон,күҙҙәрҙе йомабыҙ.

2.Күҙ алдыбыҙға матур,асыҡ күк йөҙөн килтерәбеҙ.Унда аҡ ҡына болоттар йөҙөп бара.Беҙ уларҙы күҙәтәбеҙ.Әгәр икенсе уйҙар килһә,кәйефегеҙ насар булһа,уларҙы болоттар үҙҙәренә ултыртып йыраҡҡа алып китәләр.Һеҙ тик асыҡ күк йөҙөн генә күрәгеҙ.

3.Һеҙгә шул тиклем рәхәт,тыныс,һеҙ бәхетле.

4.Хәҙер күҙҙәрҙе астыҡ,әҙерәк кенә тыныс ултырып алабыҙ.

Һеҙ үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ.

Рефлексия:

Балалар,беҙ һеҙҙең менән бөгөн тылсымлы илгә барып бик күп файҙалы эштәр эшләп ташланыҡ.Һеҙ ысын тылсымсы икәнегеҙҙе күрһәттегеҙ.Минең кәйефем бик яҡшы,күп нәмәгә өйрәндем. Ә һеҙ нимәгә өйрәндегеҙ.Һеҙҙең кәйефегеҙ нисек.

Яҡшы,ҙур рәхмәт һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн.Ә хәҙер инде хушлашайыҡ,икенсе осрашыуға тиклем,һау булып тороғоҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Арт-терапия - терапия искусством

Для маленького ребёнка, как известно, характерно чувственное восприятие мира. Его чувства, преобладая над всеми сферами психики, являются главной побудительной силой действий , реакций, поступков. Арт...

Арт-терапия - терапия искусством

Для маленького ребёнка, как известно, характерно чувственное восприятие мира. Его чувства, преобладая над всеми сферами психики, являются главной побудительной силой действий , реакций, поступков. Арт...

Арт-терапи-терапия искусством.

Арт-терапия – не просто красивое и модное слово, а прежде всего,  это современный метод положительного психологического воздействия, с целью поддержания и укрепления  душевного баланса...

Занятие с элементами тренинга с применением арт-терапии и рецептивно-регулятивной формы музыкальнгой терапии "Спокойствие! Спокойствие! И еще раз спокойствие!"

Данный крнспект разработан для работы с педагогами, с целью информирования о влиянии стресса на человека. Занятие включает в себя не только опросники и мини-тесты, а так же способы борьбы с ним при по...

Гармонизация детско – родительских отношений с использованием методов арт – терапии, игровой терапии и песочной терапии.

Современным подходом к развитию взаимодействия детского сада и семьи, педагогов и родителей является: партнерский подход -- более сложный многообразный способ организации совместной деятельности родит...

Консультация для воспитателей "Здоровье сберегающие технологии. Арт-терапия. Направления арт-терапии - изо терапия, сказка терапия

Основная цель арт-терапии состоит в гармонизации состояния ребенка через развитие способности самовыражения. Арт-терапевтические занятия придають силы, уверенность, могут помочь найти выход из сложной...

« Гармонизация детско – родительских отношений с использованием методов арт – терапии – песочной терапии – игровой терапии»

Статья о гармонизации детско - родительских отношений с использованием разных методов терапии...