"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.
план-конспект занятия по логопедии (подготовительная группа) по теме

Уразбаева Гузель Закировна

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.

                                                                                                                                                      Уразбаева Г.З.

                                                                                 Сибай ҡалаһының "Алёнушка" балалар баҡсаһы-бала

                                                                                                                   үҫтереү үҙәге уҡытыусы-логопеды.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tamyr_studiya.docx24.48 КБ

Предварительный просмотр:

 “Тамыр студияһында ҡунаҡта”, мәктәпкә әҙерлек -логопед төркөмөндә фронталь дәрес

Сибай ҡалаһының «Аленушка” балалар баҡсаһы-балаларҙы үҫтереү  үҙәге уҡытыусы-логопеды Уразбаева .Г.З

1.Коррекцион белем биреү  маҡсаты:

- Һ өнөн  ижектәрҙә, һүҙҙәрҙә дөрөҫ ишетергә, һүҙҙәрҙе дөйөмләштерергә өйрәтеү.

- һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлергә, өн анализы яһарға, һөйләмдәр төҙөү һәләтен  белемдәрендә киңәйтеү.

2. Коррекцион  үҫтереү маҡсаты:

-фонематик ишетеү һәләтен, бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү.

- иғтибарҙы, хәтерҙе,фекерләү ҡеүәһен нығытыу.

- һүҙ байлығын арттырыу.

3. Коррекцион тәрбиәләү маҡсаты:    

-башҡорт телендәге телетапшырыуҙарға ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт телен өйрәнеүгә ынтылыш , һөйөү тәрбиәләү.

Алдан үткәрелгән эш:  өн моделдәре, ижек баҫҡыстары менән таныштырыу, Башҡортостан  телекалының балалар өсөн тапшырыуҙарын ҡарау.

Йыһазландырыу:   өн символдары,  [һ] өнөнә карточкалар, ҡош яхемаһы, “Өндәр өйө”, “Ижектәр өйө”, ҡырҡылған һүрәттәр, предметлы һүрәттәр, төҫлө ҡәләмдәр, төрлө төҫтәге шарҙар, “Тамыр” телеканалының балалар өсөн тапшырыуҙары заставкаһы, тапшырыуҙарға көй.

Дәрес барышы:

“Тамыр”балалар тапшырыуының көйө яңғырай .

Уҡытыусы-логопед:

  • Һаумыһығыҙ, балалар! Башҡортостан телевидениеһында балалар өсөн тапшырыуҙар әҙерләйҙәр. Беҙгә шул студиянан саҡырыу ҡағыҙы килде. Унда эшләүсе апай – ағайҙар беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырғандар. Ә һеҙ барырға теләйһегеҙме?  

       Балаларҙың яуаптары: Эйе    

   

  Уҡытыусы-логопед:

 

  • Балалар өсөн ниндәй тапшырыуҙарҙы беләһегеҙ?
  • Балаларҙың яуаптары: “Ә Ю Я ҡаласығы”,”Борсаҡ”,”Семәр”, “Бауырһаҡ”,”Шәп арба”,”Сәңгелдәк”,”Байтус”.

Уҡытыусы-логопед:Афарин,балалар.

  • Студияға барыр өсөн беҙгә бик яҡшы кәйеф кәрәк. Бер – берегеҙгә ҡарап йылмаябыҙ, күҙҙәрҙе йомоп, урында бер тапҡыр өйрөләбеҙ һәм күҙҙәрҙе асабыҙ. Ҡарағыҙ әле, балалар, беҙ һеҙҙең менән “ӘЮЯ ҡаласығы” тапшырыуына килеп сыҡтыҡ. Был тапшырыуҙа башҡорт өндәренең серҙәрен өйрәтәләр; уларҙы ижектәрҙә, һүҙҙәрҙә нисек ҡулланырға, нығытырға өйрәтәләр. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шул серҙәрҙе асыҡлап китәйек. Бының өсөн уңайлы ғына итеп өҫтәл артына ултырайыҡ.
  •  Тәүҙә телдәргә артикуляция  күнекмәләре  яһайыҡ:
  • Йылмайҙыҡ,
  • Футбол,
  • Торба,
  • Тәмле варенье,
  • Ҡойма,
  • Көрәк.

            Бармаҡтарға күнекмәләр яһайыҡ:  ҡулдарҙы йылытайыҡ.

            Яңаҡтарға күнегеү:  һағыҙ сәйнәү.

           

 Уҡытыусы-логопед:

  •    Афарин, балалар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән  [һ] өнөн нығытыу өҫтөндә        эшләйәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, [һ] өнөнөң артикуляцияһын асыҡлап китәйек. [һ] өнөн әйткәндә ирендәр нисек була?
  •   Балаларҙың яуаптары: Ирендәр асыҡ.

  Уҡытыусы-логопед:

  •    Телдең осо ҡайҙа була?
  •    Балаларҙың яуаптары: Телдең осо аҫҡы тештәрҙән аҙ ғына артҡа китә.

   Уҡытыусы-логопед:

  •    Һауа нисек сыға?

     Балаларҙың яуаптары: Һауа иркен сығарылып, тауышһыҙ әйтелә

     

 Уҡытыусы-логопед:

  •    Әйҙәгеҙ, дөрөҫ итеп [һ] өнөн әйтәйек әле.

 Бер нисә баланан индивидуаль һорау

   

 Уҡытыусы-логопед:

  •     [һ] өнөнөң артикуляцияһын тикшерҙек, хәҙер [һ] өнөнөң ниндәй өн          икәнлеген асыҡлайыҡ.
  •     [һ] өнөн әйткәндә еп өҙөлә,
  •     [һ] өнөн әйткәндә ҡош йоҡлай, һайрамай,
  •     [һ] өнө тартынҡы өн.
  •     Тартынҡы өндө беҙ күк шаҡмаҡ менән билдәләйбеҙ.  Афарин, балалар!.      
  • Шулай итеп [һ]өнө тартынҡы икәнлеген асыҡланыҡ.Һеҙҙең алдығыҙҙа күк шаҡмаҡ ята,мин һеҙгә өндәр әйтәм,ә һеҙ [һ]өнөн ишетһәгеҙ күк шаҡмаҡты күрһәтегеҙ.Иғтибар менән тыңлағыҙ. әҙерләнегеҙ:п,т,һ,к,һ,п,т,к,һ,т,к.

Балалар [һ] өнөн ишетеп күк шаҡмаҡты күрһәтәләр.

     

    Уҡытыусы-логопед:

  • Афариндар, һеҙ дөрөҫ ишетеп күк шаҡмаҡты күрһәтә алдығыҙ. Әйҙәгеҙ хәҙер [һ] өнөнә йырларға өйрәтәйек. Бының өсөн беҙгә ҡурай сәскәһе ярҙамға килер. Тартынҡы өндәргә ниндәй өндәр йырларға өйрәтәләр? (ярҙам итәләр)

Балаларҙың яуаптары:һуҙынҡы өндәр.

Уҡытыусы-логопед:

  • Эйе, һуҙынҡы өндәр. Әйҙәгеҙ, ҡурай сәскәһендә һуҙынҡы өндәрҙең артикуляцияһын иҫкә төшөрәйек:  а – о, о -  , у - , ы - .
  • Һа – һо – һу – һы
  • Һәр бер ижекте өс тапҡыр ҡабатлап йырлағыҙ. (йырлау)
  • Хәҙер киреһенсә йырлап ҡарайыҡ:  аһ – аһ – аһ (аптырап), уһ – уһ – уһ (арып), оһ – оһ – оһ (дәтләнеп, ҡыуанып), ыһ – ыһ – ыһ (көрһөнөп)

Балалар хор,төркөмләп,берәмләп ижектәрҙе ҡабатлайҙар.

Уҡытыусы-логопед:

  • Әйҙәгеҙ, балалар, [һ] өнө менән һүҙҙәр уйлап әйтәйек.

Балаларҙың яуаптары:  һалдат, һауынсы, һыу, һағыҙ, һандыҡ, һалма, һурпа, һыйыр, һарыҡ һ.б.

Уҡытыусы-логопед:

  • Афарин, һеҙ бик күп һүҙҙәр беләһегеҙ икән. Балалар, һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята, иғтибар менән ҡарағыҙ. Һеҙ уларҙы бер һүҙ менән нисек әйтерһегеҙ?

Балаларҙың яуаптары:

  • һинең карточкаңда нимәләр төшөрөлгән? (һуған,картуф,кишер,сөгөлдөр).
  •  Уларҙы нисек бер һүҙ менән  әйтеп була? (йәшелсәләр)

Уҡытыусы-логопед:

  • Ошо карточкалағы һүрәттәр араһынан [һ] өнө булған һүҙҙе айырып әйтегеҙ әле.

Балаларҙың яуаптары: һуған,һарымһаҡ,һарыҡ,һатыусы,һыйыр,һандыҡ.

Уҡытыусы-логопед: 

  • Тапҡан һүҙегеҙҙә [һ] өнөнөң урынын билдәләгеҙ. Был эштә һеҙгә ҡош схемаһы һәм күк шаҡмаҡтар ярҙам итер.
  • һинең карточкаңдағы һүрәттәр араһында ниндәй һүрәттең атамаһында [һ] өнө ишетелә?

Балаларҙың яуаптары:  һарыҡ һүҙендә [һ] өнө ишетелә. [һ] өнө һүҙҙең башында ишетелә;һарымһаҡ һүҙендә [һ]өнө ишетелә.[һ]өнө һүҙҙең башында һәм уртаһында ишетелә.

      Бер нисә баланан һорау. Бер бала таҡта янында эшләй. Таҡтала һөнәр      кешеләре һүрәттәре: уҡытыусы, һатыусы, тегенсе, төҙөүсе.

  Баланың яуабы: Һатыусы һүҙендә [һ] өнө ишетелә. [һ] өнө һүҙҙең     башында килә.

      Уҡытыусы - логопед:

  •  Балалар, һут һүҙенә өн-анализ яһайыҡ . Бының өсөн беҙгә өндәр өйө ярҙамға килер.

            Беренсе өн [һ]  - күк шаҡмаҡ,

            Икенсе өн [у]  - ҡыҙыл түңәрәк,

            Өсөнсө өн [т] – күк шаҡмаҡ.

            Һут һүҙендә өс өн бар.

            Уҡытыусы-логопед:

  •    Балалар, һеҙҙең алдығыҙҙа өйҙәр ята, әйҙәгеҙ “Өйөнә урынлаштыр”    уйынын уйнап алайыҡ. Һәр берегеҙҙә  һүрәттәр. Ошо һүрәттәрҙәге   һүҙҙәрҙе өлөштәргә бүлеп өйҙәргә урынлаштырығыҙ. 1 өлөштән торһа –  бер ҡатлы өйгә, 2 өлөштән торһа – 2 ҡатлы йортҡа, 3 өлөштән торһа – 3 ҡатлы йортҡа урынлаштырабыҙ.

           Бер бала таҡта янында эшләй.  Һут, бурһыҡ, бауырһаҡ.

           Уҡытыусы-логопед:

  • Афарин, балалар! Һеҙ өйҙәргә дөрөҫ урынлаштырҙығыҙ

Көй яңғырай.

Уҡытыусы-логопед:

  •  Беҙ һеҙҙең менән киләһе студияға инәбеҙ. “Борсаҡ” тапшырыуы. Бында беҙҙе ял итергә саҡыралар. Был тапшырыуҙа һеҙҙе сәләмәт, һау, көслө булһын өсөн төрлө – төрлө күнекмәләр эшләргә өйрәтәләр. Ҡарағыҙ әле, бында төрлө төҫтәге шарҙар. Һеҙ төҫөндә [һ] өнө булған шарҙы һайлап алып түңәрәк яһап тороғоҙ.  
  • Юлиә, һин ниндәй төҫлө шарҙы һайланың?

Балаларҙың яуабы: һары төҫтәге,күкһел төҫтәге,алһыу төҫтәге шарҙы һайланым.

Уҡытыусы-логопед:

  • Әйҙәгеҙ, балалар, шарҙы ебенән тотоп шарға өрәйек. Беҙ шарҙы осорға өйрәтәбеҙ. Хәҙер “Остолар, төштөләр” уйынын уйнап алайыҡ.

Ял минуты.

  • Шарҙы ике ҡуллап тоттоҡ һәм аяҡ остарына баҫып өҫкә күтәрелдек. Шарҙар остолар, остолар, бейеккә остолар. Аҫҡа төштөләр.тағы ла юғарыға остолар, аҫҡа төштөләр. Ә хәҙер  түңәрәк буйлап йүгерәбеҙ. Атлайбыҙ. Урындарға ултырабыҙ.

Көй яңғырай.

  Уҡытыусы-логопед:

  • Ә был көй ниндәй тапшырыуға алып килә икән? Кем белә?
  • Балаларҙың яуаптары:”Шәп арба” тапшырыуының көйө.

Уҡытыусы-логопед:

  • Эйе, “Шәп арба” тапшырыуы. Бында нимә эшләргә өйрәтәләр?

Балаларҙың яуаптары:

  • Унда төрлө нәмәләр эшләргә, йүнәтергә өйрәтәләр.

Уҡытыусы-логопед: Ҡарағыҙ әле, балалар. Бында һеҙгә нимәнелер йүнәтергә әҙерләп ҡуйғандар. Был һеҙҙең яратып уйнаған пазлы уйынына оҡшаған. Хәҙер һеҙ ошо ҡырҡылған һүрәттәрҙе йыйып ниндәй һүрәт килеп сығыуын белерһегеҙ. Әйҙәгеҙ, эште башлайыҡ.

Һәр бер бала ниндәй һүрәт төҙөгәнен әйтеп сыға:һыйыр,һайыҫҡан,һарымһаҡ,һуған,һандыҡ

Уҡытыусы-логопед:

          Килеп сыҡҡан һүрәткә ҡарап һөйләм төҙөгөҙ инде. Ә һөйләмде ошо           схемаға ярашлы төҙөргә кәрәк.

  • Афарин, балалар! Һеҙ шундай уңғандар, һүрәттәрҙе тиҙ генә йыйып та ҡуйҙығыҙ, һөйләмдәр ҙә төҙөнөгөҙ.

“Сәңгелдәк” тапшырыуының көйө яңғырай.

Уҡытыусы-логопед:

  • Балалар, был ниндәй көй? Таныйһығыҙмы?

          Балаларҙың яуаптары:”Cәңгелдәк”тапшырыуының көйө.

       Уҡытыусы-логопед:

  • Эйе, “Сәңгелдәк” тапшырыуын әҙерләгән студияға килдек. Был тапшырыуҙа төрлө йәнһүрәттәр күрһәтәләр, бишек йырҙарын йырлайҙар, тиҙәйткестәр өйрәтәләр. Бәләкәй баланы уйнатҡанда нимә әйтәләр, беләһегеҙме?

 Балаларҙың яуаптары:

           Һәтес – һәтес, һәтес тә,

           Бигерәк матур бәпес тә,

           Кем ҡарамаҫ, кем һоҡланмаҫ

           Бындай матур бәпескә.

       Уҡытыусы-логопед:

  • Ә ниндәй тиҙәйткестәр беләһегеҙ?

Балаларҙың яуаптары:

           Һыуыҡ һыу һалҡын була,

           Һыуыҡ килһә, һыу туңа.

           Һайт – һайт, һыйырҡайым, ҡайт – ҡайт,

           Һыйырҡайым һәү – һәү.

           Һыу буйында һуғаным,

           Һыу һиптеңме, һылыуым?

       Уҡытыусы-логопед:

  • Афарин, һеҙ бик күп тиҙәйткестәр беләһегеҙ.

     

“Семәр”тапшырыуының көйө яңғырай.

Уҡытыусы-логопед:

  •  Был ниндәй тапшырыуҙың көйө? Ҡайҙа саҡыра ул беҙҙе? Дөрөҫ, был
  • “Семәр” тапшырыуы. Унда балаларҙы һүрәт төшөрөргә өйрәтәләр. Һүрәт төшөргәндә ниндәй төҫтәр ҡулланалар?

Балаларҙың яуаптары:

Һары,йәшел,күк,алһыу,күкһел,ҡыҙыл,аҡ.

Уҡытыусы-логопед:

  •   Ошо төҫтәр араһынан [һ] өнөнә ниндәй төҫтәр бар? (һары, алһыу, күкһел, һоро төҫтәр)
  • Бында һеҙгә Таһир исемле ҡурсаҡҡа һары футболка, ә Айһылыу исемле ҡурсаҡҡа алһыу күлдәк кейҙерергә кәрәк. Был эште һеҙ өйгә алып ҡайтып, матурлап буярһығыҙ.

“Бауырһаҡ” тапшырыуының  көйө яңғырай.

Уҡытыусы-логопед:

  • Киләһе  тапшырыу “Бауырһаҡ”. Был тапшырыуҙа Ләйсән апай төрлө аш – һыуҙы әҙерләргә өйрәтә.Һеҙ ниндәй аш төрҙәрен беләһегеҙ?

Балаларҙың яуаптары:

  •  һалма, һурпа, сәк – сәк, ваҡ бәлеш, бауырһаҡ һ.б..

Уҡытыусы-логопед:

  •  Бында һеҙгә күстәнәс әҙерләгәндәр. Был бауырһаҡ күстәнәсен һеҙҙең менән төркөмгә ҡайтҡас, ҡулдарҙы йыуып тәмле сәй менән ашарбыҙ.

Дәрескә йомғаҡ яуау:

  • Әйҙәгеҙ, балалар, төркөмгә ҡайтыр алдынан иҫкә төшөрөп үтәйек: “Тамыр” телеканалының  ниндәй студияларында булдыҡ?
  • Ниндәй эштәр үтәнек?
  • Һеҙгә ниндәй тапшырыуҙар бигерәк ныҡ оҡшаны?

Балаларҙың яуаптары:

“Семәр” ,”Шәп арба”,”Борсаҡ”,”Сәңгелдәк”,”Бауырһаҡ”тапшырыуҙары.

Ҡырҡылған һүрәт төҙөү,һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һ.б.

Уҡытыусы-логопед:

  • Беҙгә ҡайтырға ла ваҡыт. Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Ана теле -йөрәк теле, рухи тамыр"

Внедрение Родного языка через фольклор, художественное слово....

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәтеМаҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтере...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Көҙ байрамы

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Көҙ байрамы...

Мәктәпксә әҙерлек төркөмө балалары өсөн дәрес –сәйәхәт

Балаларҙы театр төрҙәре менән таныштырыу, музыкаль театрҙар тураһында күҙаллауҙар булдырыу, тирә-йүнде , сәнғәт  әҫәрҙәрен таныу,  тирә-яҡ мөхиткә эстетик ҡараш тәрбиәләү. Музыка, матур әҙәб...

"Тамыр" тапшырыуынды ҡунаҡта

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары өсөн күңел асыу (досуг)  сараһы...