Тема: Икмәк - ҙур байлыҡ
методическая разработка по окружающему миру (старшая группа)

Юсупова Фаниса Хасаньяновна

- икмәктең ҡайҙан килеүе, кемдәр уны үҫтереүе, нисек бешерелеүе тураһында һөйләү

- икмәк төрҙәре тураһында аңлатма биреү;

- балаларға икмәктең көндәлек аҙыҡ булыуы тураһында төшөнсә биреү;

- игенсе һөнәренә һөйөү һәм икмәккә ихтирам тәрбиәләү.

- балаларҙың аң –зиһенен,фекерләү ,күҙаллау, һәләтен, хәтерен үҫтереү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл otkrytoe_zanyatie_ikmk.docx26.97 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Икмәк - ҙур байлыҡ.

Маҡсат:

- икмәктең ҡайҙан килеүе, кемдәр уны үҫтереүе, нисек бешерелеүе тураһында һөйләү

- икмәк төрҙәре тураһында аңлатма биреү;

- балаларға икмәктең көндәлек аҙыҡ булыуы тураһында төшөнсә биреү;

- игенсе һөнәренә һөйөү һәм икмәккә ихтирам тәрбиәләү.

- балаларҙың аң –зиһенен,фекерләү ,күҙаллау, һәләтен, хәтерен үҫтереү.

Һүҙлек эше: икмәк, агроном, иген, игенсе, баҫыу, комбайынсы, тракторсы, элеватор, ырҙын табағы, һабан, ураҡ.

Алдан эшләнгән эш. Игенсе хеҙмәте буйынса һүрәттәр ҡарау, әкиәт-шиғырҙар уҡыу.

Йыһазландырыу : уйынсыҡ трактор, комбайн, башаҡ, баҫыу макеты, икмәк төрҙәре, он.

Дәрес барышы

I. Инеш өлөш

Тәрбиәсе:

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Балалар: Хәйерле көн!Хәйерле көн һеҙгә ҡунаҡтар!

Тәрбиәсе: Балалар, мин һеҙгә бер йомаҡ әҙерләнем, тыңлағыҙ әле.

Һеҙгә әйтәм бер йомаҡ:

Ап-аҡ ҡына тумалаҡ,

Аҡ мейескә инеп ята

Йомро-йомро йомарлаҡ

Нимә тураһында был йомаҡ?

Балалар: Икмәк тураһында.

Тәрбиәсе: Йомаҡтың яуабын дөрөҫ таптығыҙ. Афарин!

Икмәк тураһында бик матур шиғырҙар ҙа бар. Тыңлап үтәйек әле.

Бала: Алсаҡ йөҙлө әсәйем

Ҡайырып икмәк телә.

– Балам, – ти, – Был бәхеттең

Мәңге булыуын телә!

Икмәк илдең ҡеүәте,

Беҙҙең бөтмәҫ ғорурлыҡ.

Был донъяла байлыҡтың

Икмәктәндә ҙуры юҡ.

Күпереп бешкән икмәк

Табынға килһен өсөн,

Йыл буйына игенсе

Ҡыҙганмай түгә көсөн.

Тәрбиәсе: Балалар, был шиғырҙа икмәк тураһында шундай һүҙҙәр бар:”Был донъяла байлыҡтың икмәктәндә ҙуры юҡ”. Ни өсөн шулай тип әйтелә икән ?

Балалар:

-Икмәк булмаһа - табын ярлы.

-Икмәкһеҙ өҫтәл йәмһеҙ.

-Өҫтәлгә иң беренсе икмәк ҡуйыла.

-Икмәк - иң тәмле ашамлыҡ.

II. Төп өлөш.

а) икмәк тураһында төшөнсә.

Тәрбиәсе: Эйе, балалар, дөрөҫ әйтәһегеҙ, икмәк беҙҙең төп риҙығыбыҙ. Беҙҙең өҫтәлгә килеп еткәнсе ул бик оҙон юл үтә. Ауыл хужалығы эшсәндәренә йыл буйына тырышып эшләргә тура килә, әйҙәгеҙ әле , икмәктең нисек барлыҡҡа килеүен иҫебеҙгә төшөрәйек (трактор,комбайын,йөк машинаһы һәм баҫыу макеты буйынса һөйләү).

Иген сәсер өсөн, иң беренсе ерҙе әҙерләйҙәр: трактор һабан менән ерҙе һөрөп, тырма менән тырматып йомшарта. Трактор йөрөтөүсене кем тип атайбыҙ әле?

Балалар. Тракторсы.

Тәрбиәсе. Эйе, тракторсы баҫыуҙа иң беренсе эште башлап ебәрә. Ер әҙер булғас, сәскестәрҙе тағып, орлоҡтарҙы тигеҙ итеп сәсеп сығалар. Йылы ҡояш йылмайым, ямғырлар яуғас, күп тә тормай, бойҙай үҫеп тә сыға. Башта ул йәшел була, үҫә-үҫә, көҙгә яҡынлай, һарғая башлай, башаҡтар тулыша. Бойҙайҙың нисек үҫеүен агроном ҡарап, тикшереп тора. Агроном һүҙен бергәләп ҡабатлап алайыҡ әле.

Балалар. Агроном.

Тәрбиәсе. Өлгөргән ваҡытта башаҡтар һары төҫкә инә, был ваҡытта бойҙай баҫыуы айырыуса матур була. Игеннәр өлгөргәс, ураҡ башлана. Нимә ул ураҡ?

Балалар. Ураҡ – игенде урыу, йыйыу була.

Тәрбиәсе. Басыуға комбайндар килә. Комбайнда эшләүсене нисек атайҙар?

Балалар. Комбайнда эшләүсе – комбайнер, комбайынсы була.

Тәрбиәсе. Комбайынсы игенде ура, башаҡ эсендәге бойҙай бөртөктәрен бункерларға йыя. Артабан йөк машиналарына төйәп ебәрәләр. Һаламды рулондарға урап ҡалдыралар. Был малдарға яҡшы риҙыҡ. Машина йөрөтөүселәрҙе беҙ нтсек атайбыҙ?

Балалар. Машина йөрөтөүсе – ул шофер.

Тәрбиәсе .Машиналар бойҙайҙы ырҙын табағына,элеваторға алып ҡайтып бушаталар.Бергәләп ҡабатлайыҡ, ырҙын табағы, элеватор.

Элеваторҙа бойҙайҙы сүбеннән систарталар,киптерәләр.Әҙер бойҙай шунда һаклана. Икмәк һәм башка риҙыҡтар бешерү өсөн ондо тигермәндә тарттыралар .Шуннан әзер ондо икмәк заводтарына, пекарняларға алып китәләр. Пекарняла икмәк, ҡалас, булочкиҙар, бәлештәр, шәңгәләр, пряник-печеньялар бешерәләр. Пекарняла икмәкте кем бешерә?

Балалар. Пекарняла икмәкте икмәк бешереүсе бешерә.

Тәрбиәсе. Улар һыу, тоҙ, ондо ҙур һауыттарға һалып машина менән баҫалар,икмәк формаларына һалалар. Мейестә бешерәләр. Һәм шул икмәктәр һәр көн безҙең табын түрендә урын ала. Бына шундай оҙон юл үтә - икмәк.

III. Нығытыу.

Тәрбиясе: Тимәк, балалар,әйтегеҙ әле, икмәк бешереү өсөн кемдәр тир түгә?

Балалар: Тракторсы, комбайынсы, икмәк бешереүсе, шофер.

Тәрбиясе:Ниндәй машиналар эшләй?

Балалар. Тракторҙар,йөк машиналары,комбайндар.

Тәрбиясе:Балалар,онытмагыҙ икенсе,

Икмәк ул бына шундай

Тырыш хеҙмәт емеше.

Бер үк ҡәҙерен белегеҙ,

Хөрмәт итә күрегеҙ…

IV. Динамик пауза

Тәрбиәсе. Балалар, әйҙәгеҙ  бергәләшеп                                                                        

«Аҡ ҡалас» уйынын уйнап алайык .

   (Йырлы- уйын “Аҡ ҡалас ”)

Ҡунаҡтарҙың  килеүенә

Бешерҙек беҙ аҡ ҡалас.

Бына шулай ҡабарған,

Бына шулай тәпәшәк.

Бына шулай киңлектә,

Бына шулай тарлыҡта.

Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,

Теләгәнеңде һайлап баҫ.

 (Башкорт бейеүе башҡарыла)

Тәрбиәсе. Балалар, һеҙ икмәккә ҡағылышлы ниндәй ҡағиҙәләр беләһегеҙ?

Балалар. Икмәк менән уйнарға ярамай.

Икмәкте ваҡламаҫҡа.

Икмәкте ергә ташламаҫҡа.

Икмәк һынығын ҡалдырмаҫҡа.

б) ҡамырҙан рогаликтар эшләү.

Тәрбиәсе. Балалар, ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн рогаликтар бешереп алайыҡ.

Тәрбиәсе. Афарин, балалар, ошоноң менән бөгөнгө эшмәкәрлек тамам.

Башкортостан Республикаһы Асҡын районы  Муниципаль районының Урмияҙ ауылы дөйөм үҫеш төрөндәге  «Йәйғор»балалар баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы.

                  Тема:Икмәк –ҙур байлыҡ

                                                                                             Башҡарҙы:                                                                                                                                                                                                                                                              

 тәрбиәсе Урмияҙ ауылы                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                   дөйөм үҫеш төрөндәге  «Йәйғор»балалар                                                              баҡсаһы муниципаль бюджет мәктәпкәсә                                                   белем биреү учреждениеһы

Йосопова Фәнисә Хәсәнйән ҡыҙы

                                                                                                                         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Домашние задания для родителей по лексическим темам. Тема «Транспорт". Тема "Посуда".

Предлагаемые задания помогут расширить словарный запас ребенка, сформировать грамматический строй речи, развить внимание, вербальную память, логическое мышление....

Тема: «Времена года. Осень».Тема: «Времена года. Зима».Тема: «Времена года. Весна».

Формирование представлений детей о времени года (зима).Формирование представлений детей о времени года (весна).Формирование представлений детей о времени года (осень)....

2020-2022 гг: Тема по самообразованию №1 за 2020г; Тема по самообразованию № 2, 3 за 2021 г; тема по самообразованию № 4 за 2022 г.

                ГБОУ Школа №1400 8ДКМладшая  группа № 2Воспитатель- Фролова Елена Владимировна Тема по самообразованию 2020-2021 уч. год. ...

Тема недели: Птицы осенью Конспект НОД по ознакомлению с окружающим миром на тему: «Почему не все птицы улетают на юг? Как птицы к зиме готовятся?» (РК) Тема : Птицы Алтая осенью»

Тема недели: Птицы осенью Конспект НОД по ознакомлению с окружающим миром на тему: «Почему не все птицы улетают на юг? Как птицы к зиме готовятся?» (РК) Тема : Птицы Алтая осенью» Цель: закрепить ...

Һаулығың—байлығың

laquo;Һаулығың—байлығың»ата-әсәләр өсөн консультация        “Әгәр бер йыл алдан уйлайһың икән - орлоҡ сәс, ун йыл алдан уйлаһаң - ағас ултырт, әгә...

Игра на тему "Космос" в 1 младшей группе №1 «Медвежата» Конспект игры-путешествия для детей 2-3 лет. Тема: «Космос» Тема: Путешествие в космос. 20.10.2021 г.

Игра на тему "Космос" в 1 младшей группе №1 «Медвежата»Конспект игры-путешествия для детей 2-3 лет. Тема: «Космос»Тема: Путешествие в космос.Цель: сфо...

"Икмәк-ил байлығы" сара конспекты

Конспект мероприятия для старших дошкольников. ...