Белем - тәрбиә биреү эштәрен планлаштырыу. Тема: « Һау бул балалар баҡсаһы! Һаумы мәктәп!»
календарно-тематическое планирование (подготовительная группа)

Кадаева Гулия Нурисламовна

    Календарно- тематический план  воспитательно - образовательного процесса в группах – это заблаговременное определение порядка, последовательности осуществления образовательной программы с указанием необходимых условий, используемых средств, форм и методов работы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 14-18_may_2018.docx64.25 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                 

«Ҡыңғырау» мәктәпкәсә әҙерлек  төркөмөндә

белем - тәрбиә биреү эштәрен планлаштырыу

Тема: « Һау бул балалар баҡсаһы!  Һаумы мәктәп!»

Үткәреү датаһы:  20  – 24  май  2019 йыл.

Маҡсат: Балалар эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре балалар баҡсаһы менән хушлашыу һәм мәктәпкә барыу темаһына ойоштороу.  

Белем биреү бурыстары: 1 – се синыфҡа  барыуға ыңғай мөнәсәбәттәр формалаштырыу.

Үҫтереү бурысы:  балаларҙың телмәрҙәрен,  ижади хыялдарын , фантазия  үҫтереү.

Тәрбиәләү бурысы: Балаларҙа мәктәпкә, балалар баҡсаһына һөйөү  тәрбиәләү.

Нәфис әҙәбиәтте ҡабул итеү: С.Әлибаев  “Мәктәп юлы”,  “Ҡыңғыраулы иртә” Б.Ноғоманов,  «Эшләп табылған бер һум» грузин халыҡ әкиәте,  Р.Ниғмәтуллин «Тырышлыҡ».  Йәйғор. Хрестоматия. ӨФӨ - 1995

 “ Егәрле Гөлбикә” М. Хисамова; «Васыят» Башҡорт халыҡ әкиәте. « Ике ҡыҙ» Татар халыҡ әкиәте. “Башҡортостан-Гөлбостан” Хрестоматия «КИТАП» нәшриәте ӨФӨ - 2017; 

Хәрәкәтле уйындар: баш.халыҡ уйындары “Осто, осто”, Алырмын ҡош, бирмәм ҡош", " Бүреләр һәм ҡуяндар"; "Уҡсы", "Ҡатырыш","Йәшерәм яулыҡ", “Баҫтырыш»; "Хәйләкәр төлкө","Еҙ бүкән","Ҡаҙ-аҡҡош",”Өкө”, “ Бүре һәм ҡуяндар” , “Буяу һатыу”, “Йыраҡҡараҡ, бейеккәрәк”, “Сөйөш таяҡ”.

Яуаплы тәрбиәсе: Ҡадаева Г. Н.

Йомғаҡлау сараһы: “Һау бул балалар баҡсаһы!” байрам

Аҙна көнө

Белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу.

Белем биреү эшмәкәрлеге режим мәле.

бала үҫтереү ойошмаларының эшмәкәрлеге өсөн мөхит

1

2

3

4

20 май,

дүшәмбе.

1. Танып белеү үҫеше (тирә-йүн менән таныштырыу)

Тема: Мин һәм минең дуҫтарым

Маҡсат: балаларҙы парланышып берлектә хеҙмәттәшлек итергә өйрәтеү; бер-береһен аңлау, ярҙамлашыу, хәстәрлек күреү һәләттәрен үҫтереү; бер- береһенә ыңғай ҡараш  тәрбиәләү.

Ҡулланылған әҙәбиәт: Ф.Ғ. Аҙнабаева, Г.Р.Шафиҡова «Мин – шәхес”

2.Худ.-эстет. үҫеш (рәсем)

Тема: Минең  йөрөгән төркөмөм

Маҡсат: балаларға төркөмдәге интерьерҙы  һүрәтләргә өйрәтеүҙе дауам итеү,

 - төҫ тойғолары, эстетик ҡараш, хәтер үҫтереү.

–үҙ төркөмөнә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Ҡулланылған әҙәбиәт: Т.М. Бондаренко “Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә комплекслы эшмәкәрлектәр”  499-сы бит.

3.Физик үҫеше. ( саф һауала)

( инструктор планы буйынса)

ИРТӘН: балаларҙы саф һауала ҡабул итеү.

Иртәнге гимнастика.

Әңгәмә: « Ял көндәрен мин нисек үткәрҙем»

Маҡсат: коммуникатив оҫталыҡтар формалаштырыу, телмәр үҫтереү. Һүрәттәр ҡарау.

Индивидуаль эш:  Дидактик уйын «Беҙ һандарҙы беләбеҙ» 

Маҡсат: 0- дән 20- гә тиклем  һандарҙы  ҡабатлау, нығытыу;  ҡағыҙға яҙыу, таяҡсалар ярҙамында иҫәпләү . ( Наҙгөл, Семен,  Илдар, Илнар) 

Ябай-көнкүреш хеҙмәте: тәбиғәт үҙәгендәге  бүлмә гөлдәренә һыу һибеү.

Маҡсат: балаларҙы бүлмә үҫемлектәрен дөрөҫ тәрбиәләү, үҫемлектәргә  кәрәкле  һыу күләмен билдәләргә өйрәтеү.(  Нил )

САФ ҺАУАЛА ЯЛ № 1:  «Күк йөҙөн күҙәтеү»

Маҡсат: Балаларҙы төрлө тәбиғәт күренештәре менән таныштырыуҙы дауам итеү, күк йөҙөнөң торошо менән бәйләп һауа торошон билдәләргә өйрәтеү (болотло, аяҙ, аяҙлы – болотло).

Нәфис әҙәбиәт: Ҡыштырҙатып ҡайын япраҡтарын,

 Талғын ғына иҫә таңғы ел.

Ниндәй сафлыҡ. Ошо сафлыҡ, гүйә

Беҙгә күсә һинән, яҙғы ер. («Яҙғы ер» Ш.Биҡҡол)

Дидактик  уйын «Май айы ниндәй?»

Маҡсат: Балаларҙың яҙ миҙгеле, айҙары тураһындағы белемен тулыландырыу, ҡылыҡһырлама бирергә өйрәтеү, телмәрҙәрен үҫтереү.

Физик тәрбиә буйынса индивидуаль эш: Сәпкә һуғыу.

 Маҡсат: күҙҙәр менән төҙләргә өйрәнеү, тигеҙләнеш тотоу. Сыҙамлылыҡ үҫтереү, бала сәләмәтлеген нығытыу.

Хәрәкәтле уйындар "Буяу һатыу",  "Туҡта – ҡат, фигура  күрһәт" 

Маҡсат: етеҙлек, уяулыҡ, хәтер үҫтереү, хәрәкәттәрҙе  координациялау,  камиллаштырыу.

Ябай-көнкүреш хеҙмәте: участокты һепереү .

Максат: үҙ хеҙмәтенән  ҡыуаныс кисереү.

Төш алдынан эш.

Саф һауалағы ялдан һуң кейемдәрҙе матурлап элеү, бер-береһенә ярҙам итеү.

Нәфис әҙәбиәт: “ Егәрле Гөлбикә” М. Хисамова.

Маҡсат: Балаларҙы иғтибар менән тыңларға әйҙәү, һорауҙарға ныҡлы яуап бирергә өйрәтеү.

Башҡортостан – Гөлбостан.  Хрестоматия. ӨФӨ - 2017,  42–се бит.

КИС: Йоҡонан һуң гимнастика. 

Үҙ аллы уйын эшмәкәрлеге

Китап мөйөшендә эш: хайуандарға, ҡоштарға һәм бөжәктәр тураһында  йомаҡтар сисеү .

Маҡсат: балаларға йомаҡтар сисергә өйрәтеүҙе  дауам итеү, уларҙың жанр үҙенсәлектәре тураһында белемдәрен нығытыу, йомаҡтар  аша бөтә тирә-яҡ тереклеккә һөйөү тәрбиәләү.

Нәфис әҙәбиәт: «Васыят» Башҡорт халыҡ әкиәте.

Маҡсат: Балаларға әкиәттең  мәғәнәһен аңлатыу, ишетеү һәләтен, телмәрҙәрен  үҫтереү.

Башҡортостан - Гөлбостан. Хрестоматия; ӨФӨ – 2016

Үҙ аллы уйын эшмәкәрлеге.

Индивидуаль  эш: График диктант.

Маҡсат: хәтер үҫтереү; егәрлелек, ултырыш тәрбиәләү. ( Я. Наҙгөл, Әмир)

Сюжетлы-ролле уйын “Балалар баҡсаһында”

Маҡсат: балаларҙы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре хеҙмәте  тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү һәм нығытыу, уйын барышында дуҫтарса мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Тема буйынса һүрәттәр индереү

 

Сюжетлы – ролле уйындар  өсөн

атрибуттар.

САФ ҺАУАЛА ЯЛ №2. Ҡояшты күҙәтеү

Максат: һауа торошоноң теге йәки был билдәләре араһындағы бәйлелекте табыу, үҫемлек һәм хайуандар доньяһының йылға  ҡарап үҙгәреүен асыҡлау. Ҡояштың йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәткә тәъҫирен күрһәтеүҙә балаларға ярҙәм итеү.

Нәфис әҙәбиәт: Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,

Мәңге нур һибә.

ҡояш ғүмере теләйем мин

Әсәйем һиңә.

Индивидуаль эш: хәрәкәттәр үҫтереү: ян- яҡҡа һикереү. (һулға һәм уңға)

Л. Әмир менән Данил  

Хәрәкәтле уйындар "Аҡ тирәк, күк тирәк ", "Өкө"

Маҡсат: Балаларҙың  хәрәкәт активлығын үҫтереү.    

Үҙ аллы хәрәкәтсәнлек эшмәкәрлеге

Аҙна көнө

Белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу.

                                       

Белем биреү эшмәкәрлеге режим мәле.

 үҫтереү ойошмалары-ның эшмәкәрлеге өсөн мөхит

1

2

3

4

21 май,

шишәмбе

1.Танып белеү үҫеше ( БЯМТ)

Тема: Ҡушыу һәм алыу тамғаларын ҡулланып, ябай арифметик мәсьәләләр сисеү.

Маҡсат: алыу һәм ҡушыуға миҫалдар һәм мәсьәләләр сисеү.

Белем биреү бурысы: геометрик фигураларҙы тасуирлау буйынса танырға өйрәтеү.

Үҫтереү бурысы: балаларҙың иғтибар, уйлау, фекерләү һәләтен һәм зиһенен үҫтереү.

Тәрбиәләү бурысы: иғтибарлыҡ тәрбиәләү.

Ҡулланылған әҙәбиәт: З.Ғ.Нафикова Балалар баҡсаһында математика;

П. В. Новиков. Балалар баҡсаһында математика.

 

2.  Худ.-эстет. үҫеше (музыка) музыкаль етәксеһе  планы буйынса

ИРТӘН: балаларҙы саф һауала ҡабул итеү.

Иртәнге гимнастика саф һауала.  

Маҡсат: сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырабыҙ.

Әңгәмә «Һау бул баҡсам! Һаумы мәктәп!»

Маҡсат: Балаларҙың мәктәп тураһындағы күҙаллауҙарын формалаштырыу. Балаларҙың аң-зиһен, фекерләүен үҫтереү.

Индивидуаль эш: Дидактик уйын  «Киреһен әйт»

Маҡсат: һүҙҙең кире мәғәнәһен аңлатҡан һүҙҙәр һайлап алырға өйрәтеү. Телмәр үҫтереү.

М - н: Мәктәп ҙур – баҡса  (бәләкәй)…    ( Гөлнәзирә, Тимур)

Тәбиғәт үҙәгендә  дежур итеү: бүлмә гөлдәренең саңын һөртөү.  (Нәйлә, Әмир)

Маҡсат: тәбиғәткә ҡарата һөйөү тойғоһо һәм яуаплылыҡ тәрбиәләү.

САФ  ҺАУАЛА  ЯЛ №1    Ҡояшты күҙәтеү

Максат: һауа торошоноң теге йәки был билдәләре араһындағы бәйлелекте табыу, үҫемлек һәм хайуандар доньяһының йылға  ҡарап үҙгәреүен асыҡлау. Ҡояштың йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәткә тәъҫирен күрһәтеүҙә балаларға ярҙәм итеү.

Нәфис әҙәбиәт: Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,

Мәңге нур һибә.

ҡояш ғүмере теләйем мин

Әсәйем һиңә.

Һауа торошон билдәләй торған фактор булып тормош, яҡтылыҡ, энергия сығанағы булған ҡояш тора. Яҙ көнө ҡояш  юғары күтәрелә һәм ерҙе нығыраҡ йылыта.

- Урамдан  ингәндә ҡояштың ҡайһы  тирәлә икәнен иҫләнегеҙме?

- Нимәгә ҡарап  яҙ килгәнен беләһегеҙ?

- Ҡояш яҡты нурҙарын һипһә, үҫемлектәр ҙә нимә күҙәтелә?

Физик тәрбиә буйынса индивидуаль эш : Урындан бейеклеккә һикереү.

Маҡсат: балаларға көстө бер нөктәгә туплау һәләтен үҫтереү. (Сабир, Семен,  Әсҡәр, Нил) Хәрәкәтле уйындар “Баҫтырыш”.

Маҡсат: Иғтибарлыҡ, етеҙлек, сослоҡ һыҙаттары тәрбиәләү.

Башҡорт халыҡ  уйыны "Еҙ бүкән"

Маҡсат: Етеҙлек һәм тиҙлек, йылдамлыҡ  үҫтереү.

Ябай- көнкүреш хеҙмәте: уйнаған ерҙән таштарҙы сүпләп алыу.

Маҡсат: егәрлелек  тәрбиәләү.

Төш алдынан эш.

Нәфис әҙәбиәтте ҡабул итеү: С.Әлибаевтың “Мәктәп юлы” шиғыры.

Маҡсат: Балаларҙы иғтибар менән тыңларға күнектереү, фекерләү , телмәр үҫтереү.

Йәйғор.  Хрестоматия. ӨФӨ - 1995,  211–се бит.

КИС: Күңелде күтәреү өсөн гимнастика 

Үҙ аллы уйындар.

Темаға ҡағылышлы һүрәттәр ҡарау.

Нәфис әҙәбиәтте ҡабул итеү:  Р.Ниғмәтуллиндың «Тырышлыҡ» шиғыры.

Маҡсат: Балаларға тырышлыҡ төшөнсәһен  биреү; белемдәрен киңәйтеү; телмәрҙәрен, ишетеү һәләттәрен үҫтереү.  Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса эш.

Йәйғор.  Хрестоматия. ӨФӨ - 1995,  209–се бит.

Индивидуаль эш: дидактик уйын «Кемдеке?».

Маҡсат: һорауға яуап биреүсе һүҙҙәрҙе табыу, белемдәрен киңәйтеү;  иғтибарлыҡ, хәтер, телмәр, фекерләү үҫтереү.

Мәҫәлән: Күлдәк (кемдеке?) – атайымдыҡы, ағайымдыҡы …   ( Наҙгөл, Морат, Әмир,  Әлиә)

Сюжетлы-ролле уйын "Китапхана"

Маҡсат: баланы үҙаллы фекер булдырып уйындар яһарға әйҙәү,  уйын барышында дуҫтарса мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Үҙ аллы уйындар.

Маҡсат: үҙаллылыҡ үҫтереү, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу.

САФ ҺАУАЛА ЯЛ № 2. Күҙәтеү: Елгә ҡылыҡһырлама биреү.

Маҡсат: тәбиғәттәге яҙғы күренештәрҙе дөйөмләштереү.   

Нәфис әҙәбиәт: Ел иҫә беҙҙең биткә,

Ағастарҙы һелкетә.

Индивидуаль эш:  Хәрәкәт алымдарын үҫтереү.

Маҡсат: предметтарҙы йыраҡҡа ырғытыу күнекмәһен нығытыу.  (Камила, Арсен, Ксения, Әсҡәр)

Хәрәкәтле  уйын "Буяу һатыу"; "Осто, осто"

Маҡсат: хәрәкәт әүҙемлеген  үҫтереү .

Үҙ аллы хәрәкәт эшмәкәрлеге.

“Һау бул баҡсам!” темаһына шиғырҙар булған китаптар индереү.

Сюжетлы- ролле уйын өсөн индерелгән  атрибуттар: предмет- алмаштырыу-сы

уйынсыҡтар.

Аҙна көнө

Белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу.

Белем биреү эшмәкәрлеге режим мәле.

үҫтереү ойошмалары-ның эшмәкәрлеге өсөн мөхит

1

2

3

4

22  май

– шаршам-бы.

1. Телмәр үҫтереү.

Тема: Ч, ч   хәрефе.

 Маҡсат: балаларҙы һаңғырау тартынҡы[ч] хәрефе  менән таныштырыу; һүҙҙәрҙә, хикәйәләрҙә, һөйләмдәрҙә дөрөҫ әйтеүҙе  нығытыу.

Белем биреү бурысы:  Һуҙынҡы, йомшаҡ һәм ҡаты тартынҡы өндәрҙе айырырға өйрәтеү;  өндәрҙе айырыу роле тураһында белемдәрен  нығытыу. Бирелгән өн менән һүҙҙәр төҙөү. Өс һүҙ менән һөйләмдәр төҙөргә һәм уларҙы һүҙҙәргә бүлергә өйрәтеү;  һүҙҙәргә өндәр анализы төҙөү оҫталығын нығытыу.

Үҫтереү бурысы: иғтибарлыҡ, телмәр үҫтереү 

Тәрбиәләү бурысы: йыйнаҡлыҡ, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Әҙәбиәт: Л. Е. Журова  “Грамотаға өйрәтеү" 117 -се бит.

2. Худ. – эстет. үҫеш (рәсем)

Тема: Минең баҡсам. Үҙ теләктәре буйынса һүрәт төшөрөү.

Маҡсат:   үҙенең теләген  һүрәттә оҫта итеп тормошҡа ашырыуға нығытыу, фекерләүен, телмәр, ҡулдарының ваҡ моторикаһын үҫтереү; төҙөүселәр хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү, уларға ҡарата хәстәрлекле мөнәсәббәт булдырыу.

Ҡулланылған әҙәбиәт: Т.М. Бондаренко “Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә комплекслы эшмәкәрлектәр”  497-се бит.

3.Физик үҫеше. (төштән һуң)

физкультура инструкторы

планы буйынса

ИРТӘН: балаларҙы саф һауала ҡабул итеү.

Иртәнге гимнастика саф һауала.

Маҡсат: сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыу.

Әңгәмә «Балалар баҡсаһынан мәктәп нимә менән айырыла? Мәктәп тураһында беҙ нимә беләбеҙ?»

 Маҡсат: мәктәптә уҡыу тураһында ыңғай ҡараш  тәрбиәләү.  Иғтибарлылыҡ, телмәр үҫтереү.

Ябай– көнкүреш хеҙмәте: тәбиғәт календары  менән эшләү.

Маҡсат: тәбиғәт календарын ҡуллана белеүҙәрен нығытыу ( Я.Наҙгөл )

Индивидуаль эш: дидактик уйын “Ниндәй предметтар йәшерелгән?”

Маҡсат: Балаларҙың буталсыҡ һыҙыҡтар араһынан бер нисә предметты күреп таныу һәләтен үҫтереү, предметтарҙы дөйөмләштереүсе һүҙҙәр менән туплау. Аң – зиһен, күҙаллауын, фекерләү һәләтен, телмәрен үҫтереү. ( Камилла, Дарина)

САФ ҺАУАЛА ЯЛ № 1:  Сәскә атҡан бәпембәләрҙе күҙәтеү.

Маҡсат: яңы сәскә атҡан бәпембәләрҙе ҡарау, уларҙың матурлығы менән һоҡланыу һәм төҙөлөшөн ҡабатлау.

Нәфис әҙәбиәт: Әллә танымайһыңмы,

Мин һарыгөл – Бәпембә,

Керпегем дә һап-һары,

Һап һары бит сәсем дә,

Исемкәйем Бәпембә. («Бала менән бәпембә» А.Игебаев)

Дидактик уйын « Кисә, бөгөн, иртәгә».        

Маҡсат: Балаларға барған ваҡиғаны ваҡыт менән ҡатнаштырырға, ҡылым формаларын дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү. Телмәр үҫтереү.

Хәрәкәтле уйын: “Йыраҡҡараҡ, бейеккәрәк”.

Маҡсат: ҡаршылыҡтар һыҙатын үтергә өйрәнеүҙе дауам итеү, еңел һәм тауышһыҙ һикерергә өйрәтеү.

Башҡорт халыҡ уйыны «Осто, осто».

Маҡсат: Иғтибарлыҡ, етеҙлек  тәрбиәләү.

Физик тәрбиә  буйынса индивидуаль эш: бер аяҡта  баҫып, тигеҙлек буйһондороу.

Маҡсат: түҙемлелек үҫтереү. (Данил, Әмир, Семен, Морат)

Ябай – көнкүреш хеҙмәте: Веранданы һепереү.

Маҡсат: бер-береһенә ярҙам итеп, хәбәр итеп эшләргә өйрәтеү, һепертке менән эшләү күнекмәләрен нығытыу.

Үҙ аллы уйын эшмәкәрлеге.

Төш алдынан эш.

Нәфис әҙәбиәт:  “Ҡыңғыраулы иртә” Б.Ноғоманов.

Маҡсат:  Шиғырҙың йөкмәткеһенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ишетеү һәләтен, иғтибарлыҡ үҫтереү.   Йәйғор.  Хрестоматия. ӨФӨ - 1995,  209 –сы бит.

КИС:  Йоҡонан һуң гимнастикалар.

Үҙ аллы уйындар.

Һүрәткә ҡарап хикәйә төҙөү.

Иллюстрациялар, темаға ҡағылышлы альбомдар, фотолар ҡарау.

Маҡсат: Балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, телмәр үҫтереү.

Темаға ярашлы буяу өсөн һүрәттәр биреү.
Индивидуаль эш: Дидактик уйын “ Бармы, юҡмы?”

Маҡсат: Балаларҙы  һүрәткә ҡарап һорауҙарға төплө яуап  бирергә өйрәтеү. (Сәғиҙә, Дарина, Әлиә, Наҙгөл)

Ҡоролмалар ҡороу:  “ Балалар баҡсаһын төҙөү”

Маҡсат: ваҡ ҡул моторикаһын үҫтереү.

Сюжетлы-ролле уйын «Мәктәптә»

Маҡсаты: Сюжетлы уйын төҙөй белеүҙәрен үҫтереү. 

Балаларҙың үҙ аллы эшмәкәрлеге.

САФ ҺАУАЛА  ЯЛ  № 2.  " Урамдарҙа нимә үҙгәрҙе?" күҙәтеү.

Маҡсат: балаларҙа  үҙгәрештәрҙе күреү, таба алыу оҫталығы формалаштырыу, баҡса участкаһында булғанда һуңғы күҙәтеүҙәр һөҙөмтәһен телмәр аша тапшырыу.

Индивидуаль эш: Дид.уйын: «Был ҡасан була?»  

Маҡсат: балаларҙың йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу, төрлө йыл миҙгелендә йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттәге үҙгәрештәр менән таныштырыуҙы дауам итеү. Баланың аң-зиһенен, фекерләүен, күҙаллау һәләтен, телмәрен, хәтерен  үҫтереү.

 ( Сабир, Әмир)

Хәрәкәтле уйын: "Хәйләкәр төлкө", башҡорт халыҡ уйыны "Уҡсы".

 Маҡсат: етеҙлек, үҙ көсөнә ышаныс үҫтереү.

Балаларҙың үҙ аллы эшмәкәрлеге .

Маҡсат. Балаларҙа үҙаллылыҡ тәрбиәләү.

  Сюжетлы- ролле "Мәктәптә" уйыны өсөн шарттар булдырыу,

Атрибуттар индереү:аҡбурҙар, журнал, указка, һ.б.

Балаларҙың хеҙмәте өсөн

атрибуттар:

көрәк индереү.

Аҙна көнө

Белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу.

                                          Белем биреү эшмәкәрлеге режим мәле.

бала үҫтереү ойошмаларының эшмәкәрлеге өсөн мөхит

1

2

3

4

23 май – кесаҙна.

  • 1. Танып белеү үҫеше (ЯМТТ)
  • Тема: Нығытыу.                                     Маҡсат: Балаларҙы аҡса - һум менән таныштырыуҙы дауам итеү. Улар ярҙамында 10 эсендәге һандар араһындағы төрлө бәйләнештәрҙе иҫкә төшөрөү һәм мәсьәләләр сисеү.
  • Белем биреү маҡсаты: тиҫтәләп һәм йөҙәрләп һанарға өйрәтеүҙе дауам итеү.
  • Үҫтереү маҡсаты: логик фекерләүҙе, иғтибарлыҡ үҫтереү. Тәрбиәләү бурысы: үҙаллылыҡ тәрбиәләү, башлаған эште аҙағына еткерергә күнектереү.                                          Әҙәбиәт: П. В. Новиков. Балалар баҡсаһында математика.
  • 33-сө бит

2. Худ.-эстет. үҫеше (музыка) музыкаль етәксеһе  планы буйынса

ИРТӘН. Балаларҙы саф һауала ҡабул итеү.

Иртәнге гимнастика саф һауала.

Йырҙар ҡабатлау. ( Бергәләп ятлау)

Маҡсат: Балаларҙа телмәр үҫтереү.

Индивидуаль эш: Дидактик уйын “ Ярай, ярамай”

Маҡсат: Тәбиғәттә үҙ-үҙенүңде тотоу ҡағиҙәләрен ҡабатлау. ( Иҙел, Сабир, Ләйсән, Аделина)

САФ ҺАУАЛА ЯЛ № 1:   Үләндәрҙе күҙәтеү.

Маҡсат: Ҡояштың йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәткә тәьҫирен күрһәтеүҙә балаларға ярҙам итеү.

Нәфис әҙәбиәт: Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,

Мәңге нур һибә.

Күҙәтеү барышы: Һауа торошон билдәләй торған фактор булып тормош, яҡтылыҡ, энергия сығанағы булып ҡояш тора. Яҙ көнө ҡояш һаман  юғары күтәрелә һәм ерҙе нығыраҡ йылыта.

Тәрбиәсе һорауҙар бирә:

- Урамға сыҡҡанда ҡояштың ҡайһы тирәлә икәнен иҫләйһегеҙме?

- Нимәгә ҡарап яҙ килгәнен һиҙәһегеҙме?

- Ҡояш яҡты нурҙарын һипһә, үҫемлектәрҙә нимә күҙәтелә?

Дидактик уйын "Был ҡайһы ваҡыт?" 

Маҡсат: йыл миҙгелдәрен һүрәтләргә өйрәтеү.

Физик тәрбиә буйынса индивидуаль эш:  Туп менән күнегеү

Маҡсат: тупты өҫкә һикертеп, ике ҡуллап өҫкә һикертеү күнекмәһен нығытыу.

Ябай-көнкүреш хеҙмәте: майҙансыҡты сүп-сарҙан таҙартыу.

Маҡсат: егәрлелек тәрбиәләү.

 Хәрәкәтле уйындар "Бүре һәм ҡуяндар"

Маҡсат: балаларҙың йүгереү һәләтен үҫтереү. Хәрәкәттең үҫешен координациялау, иғтибарлыҡ; етеҙлек  тәрбиәләү.

Башҡ. халыҡ уйыны" Алырмын ҡош, бирмәм ҡош "

Маҡсат: Етеҙлек үҫтереү, хәрәкәттәрҙе координациялау   оҫталығына иғтибар бүлеү.

Төш алдынан эш.

Әңгәмә « Ашағанда һөйләшеүҙең ҡурҡыныс яғы».

Маҡсат: Балаларҙы аш һеңдереү системаһының төҙөлөшө һәм эшмәкәрлеге, кеше ни өсөн  ашауының тәғәйенләнеше менән таныштырыу. Баланы үҙ һаулығы тураһында ҡайғыртырға өйрәтеү, өҫтәл  артында этикет ҡағиҙәләрен һәм хәүефһеҙлекте үтәү .

Шиғырҙарҙы  ҡабатлау

Маҡсат: Балаларға шиғырҙы иҫтә ҡалдырырға ярҙам итеү, нығытыу, телмәр үҫтереү.

КИС:  Йоҡонан һуң гимнастика.

Үҙ аллы уйындар.

Нәфис әҙәбиәт:  «Эшләп табылған бер һум» грузин халыҡ әкиәтен  уҡыу.

Маҡсат: Балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү, телмәр үҫтереү. 

Йәйғор.  Хрестоматия. ӨФӨ- 1995   174–се бит.

Индивидуаль эш: дид. уйын “Яҙ тураһында киреһен әйт”

 Маҡсат: һүҙҙәргә антоним һайларға өйрәтеү.

Мәҫәлән: иртә яҙ – һуң килгән яҙ; йылы яҙ – һыуыҡ яҙ  ( Мәликә, Амалия)

Сюжетлы-ролле уйын “ Мәктәп”

Маҡсат: Сюжетлы уйын төҙөй белеүҙе үҫтереү.

САФ ҺАУАЛА ЯЛ № 2     Күк йөҙөнөң төҫөн күҙәтеү .

Маҡсат: балаларға  күк йөҙөн  күҙәтергә тәҡдим итеү һәм уның һауа торошо менән бәйлелеген аңлатып биреү.  Күк йөҙөнөң төҫөнә ҡылыҡһырлама биреү.  (аҡһыл күк, зәңгәр).

Хәрәкәтле  уйын "Ҡатырғыс","Аҡ тирәк, күк тирәк"

Маҡсат: Балаларҙы уйындың ҡағиҙәһе менән таныштырыу, уйын хәрәкәтен дөрөҫ башҡарыу. Етеҙлек үҫтереү, хәрәкәттәрҙе координациялау.

Балаларҙың үҙ аллы эшмәкәрлеге өсөн  төрлө файҙалы материалдар индереү: трафареттар, буяу өсөн һүрәттәр

« Мәктәп» сюжелы - ролле уйыны өсөн  шарттар булдырыу.

Аҙна көнө

Белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу.

                                          Белем биреү эшмәкәрлеге режим мәле.

 үҫтереү ойошмаларының эшмәкәрлеге өсөн мөхит

1

2

3

4

24 май

– йома.

1. Телмәр үҫтереү.

Тема: Һүрәткә ҡарап хикәйә төҙөү

Белем биреү бурысы: Иллюстрацияны һүрәтләргә, хикәйә төҙөргә өйрәтеү.

 Үҫтереү бурысы: Балаларҙың аң-зиһенен, күҙаллауын, фекрләүен һәм телмәрен үҫтереү.

Тәрбиәләү бурысы тырышлыҡ, иғтибарлыҡ тәрбиәләү.

Ҡулланылған әҙәбиәт: Т.М. Бондаренко “Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә комплекслы эшмәкәрлектәр”

Худ.-эстет. үҫеш (йәбештереү)

Тема: « Хәрефтәр»

Маҡсат: балаларҙы  ярмалар ярҙамында хәрефтәрҙе биҙәргә өйрәтеү;

Белем биреү бурысы: елем менән эш күнекмәләрен нығытыу; үҙ теләге буйынса хәрефтәрҙе биҙәү.

 Үҫтереү бурысы: сәнғәти һәм ижади зауыҡ үҫтереү.

Тәрбиәләү бурысы: тырышлыҡ тәрбиәләү;

Ҡулланылған материал: Т.М. Бондаренко “Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә комплекслы эшмәкәрлектәр”

ИРТӘН. Балаларҙы саф һауала ҡабул итеү.

Иртәнге гимнастика саф һауала.  

Йырҙар ҡабатлау

Маҡсат:  Балаларҙың телмәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

Индивидуаль эш:  «Артыҡ әйберҙе тап».

Маҡсат: балаларҙы предмет билдәләрен айырырға өйрәтеү. ( Ксения, Камила, Әмир)

САФ ҺАУАЛА ЯЛ № 1.  Ҡырмыҫҡаларҙы күҙәтеү.

Маҡсат: Ҡырмыҫҡаларҙы ҡарау, төҙөлөшөн иҫкә төшөрөү. Уларҙың ғаиләһе тураһында һөйләшеү.

Нәфис әҙәбиәт: Китеп бара ҡырмыҫҡа

- Әй, егәрле эшсе,

тиҙерәк  усыма менсе.

Ҡырмыҫҡа бик уҫал ҡараны,

Һәм, үҙенең ауыр йөгөн ауҙарып,

Миңә әйтте: - Эшем күп,

Һинең менән һөйләшергә ваҡытым юҡ.  («Ҡырмыҫҡа» Зарема Әхмәтйәнова)

Дидактик уйын « Йомаҡтар ҡой ».

Маҡсат:  балаларға үҫемлектәр һәм хайуандарға хас сифаттар буйынса һүрәтләп йомаҡтар ҡойорға өйрәтеү. Телмәр үҫтереү.             

Хәрәкәтле уйын "Ҡаҙ-аҡҡош", баш.халыҡ  уйыны "Сөйөш таяҡ"

Маҡсат: балаларҙың йүгереүҙә күнектереү, төп хәрәкәттәрҙе камиллаштырыу.

Индивидуаль эш: күнегеүҙәр  "Кем бейегерәк, кем алыҫыраҡ?"

Маҡсат: балаларҙы дөрөҫ итеп ике аяҡта алға һикереү, һығылмалылыҡ үҫтереү.  

( Әмир, Әсҡәр, Ләйсән, Сәғиҙә)

Ябай – көнкүреш хеҙмәте: Ҡомлоҡтағы ҡомдо өйөп ҡуйыу.

Маҡсат:  Балаларҙа үҙаллылыҡ тәрбиәләү, эше өсөн яуаплылыҡ тойғоһо булдырыу.

 Үҙ аллы уйын эшмәкәрлеге.

Төш алдынан эш.

Йоҡоға  әҙерлек: кейемдәрҙең  бөхтә булыуы һәм сисенеп ултырғысҡа элеү.

 Маҡсат: балаларҙа бөхтәлек һәм йыйнаҡлыҡ  тәрбиәләү

Шиғырҙарҙы ҡабатлау.

Маҡсат: Балаларға шиғырҙы иҫтә ҡалдырырға ярҙам итеү, нығытыу, телмәр үҫтереү.

КИС: йоҡонан һуң гимнастика.

Үҙ аллы уйындар. 

Нәфис әҙәбиәт:  « Ике ҡыҙ» Татар халыҡ әкиәте.

Маҡсат: Йөкмәткеһе буйынса әңгәмә, балаларға  һорауға тулы яуап бирергә өйрәтеү.  «Башҡортостан - Гөлбостан» Хрестоматия   ӨФӨ - 2016 .  186- 187 – се биттәр

Индивидуаль эш: Дидактик уйын " Һөйләмде дауам ит"

 Маҡсат: Балаларҙы һөйләм төҙөргә өйрәтеү; телмәр үҫтереү.

 Мәҫәлән: Әсәй....   уҡый. (китап).  (Нәйлә, Наҙгөл, Гөлнәзирә)

Сюжетлы-ролле уйын « Төҙөүселәр», “ Бөҙрәхана”

Маҡсат: Сюжетлы уйын төҙөй белеүҙе үҫтереү, тәрбиәселәргә  оҡшарға ынтылыш тәрбиәләү.

Үҙ аллы уйын эшмәкәрлеге 

САФ ҺАУАЛА ЯЛ № 2.  Күҙәтеүҙәр: көндөң  оҙонлоғо.

Маҡсат:  Киске ялда балаларҙың иғтибарын көндөң оҙонлоғона, яҡлы булыуына йәлеп итеү. Көндөң оҙонлоғо йәй уртаһына тиклем оҙонайыуы тураһында һөйләү.

Дидактик уйын "Бер-береңде ҡабатла".

Маҡсат: үҫтереүгә иғтибар, хәтер, һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдырыу һәм уйлай белеү формалаштырыу.

Нәфис әҙәбиәтте ҡабул итеү: Ел шаяра, ел ҡотора,

Тәҙрәгә һуғып китә,

Шағыр-шоғор ишек шаҡый,

Ҡапҡаны дер һелкетә. (Фәрзәнә  Ғөбәйҙуллина)

Хәрәкәтле уйын "Тиҙерәк урынға", баш. халыҡ уйыны "Йәшерәм яулыҡ"

Маҡсат: Балаларҙа әүҙемлек үҫтереү, хәрәкәттәрҙе координациялау, оҫталығына иғтибар бүлеү.

Үҙ аллы уйын эшмәкәрлеге.

Тема буйынса иллюстрация-лар индереү.

Балалар хеҙмәте өсөн кәрәкле йыһаздар  (лента)сығарыу


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

занятие по теме "Без табигать балалары"

Конспект посвящен о поведении детей на лоне природы...

Конспект занятия по экологии. Тема: “ Без- табигать балалары.” в средней группе.

Конспект занятия по экологии. Тема: “ Без- табигать балалары.” в средней группе....

Конспект занятия по экологии. Тема: “ Без- табигать балалары.” в средней группе.

Конспект занятия по экологии. Тема: “ Без- табигать балалары.” в средней группе....

Җиңүнең 75 еллыгына багышланган шөгыль Тема: « Җиңү геройлары - балалар» (мәктәпкә әзерлек төркеме)

-   Бөек Ватан сугышы чоры балалары турында белемнәрен гомумиләштерү;-   сүзлек запасын баету һәм үз фикерләрен төгәл әйтә белү;- балаларның-Бөек Ватан сугышы Геройларының сугышчан...

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше

Мәктәпкәсә ойошмала (балалар баҡсаһында) Федераль белем биреү стандартына ярашлы  белем – тәрбиә эшенең яңы йүнәләше...

Обобщение опыта педагога на РМО по теме: "Башҡорт балалар баҡсаһында балаларға ватансылыҡ тәрбиәһе биреү"

Мин Барамбекова Гөлиә Сәғитйән ҡыҙы “Бәпембә”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Кескәйҙәрҙә ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була? Мостай Кәрим әйтеүенсә: ...