Мине һөйләшергә өйрәтегеҙ!
консультация (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа)

Кутдусова Гульнара Ураловна

Телмәр үҫтереү буйынса ата- әсәләр өсөн кәңәштәр

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mine_hoylsherg_oyrtegez.docx16.49 КБ

Предварительный просмотр:

Ата- әсәләр өсөн

Мине һөйләшергә өйрәтегеҙ!

Һуңғы йылдарҙа насар һөйләшкән йә иһә бөтөнләй һөйләшмәгән балалар һаны артты. Бының сәбәптәре төрлө: экологик, социаль һәм психологик мөхиттең насарайыуы. Ошоға бәйле бала телмәре формалашыуында һәм үҫешендә мөхиттең роле ҙур. Мөхиттең теләһә ниндәй кәмселеге лә бала телмәре формалауышыуын сикләгән сәбәп буласаҡ.

    Бала тирә – яҡтағыларҙың телмәренә оҡшатып һөйләргә тырыша.Шуға ла бала менән аралашалыусылар янында телмәр кәмселеге булған кешеләр бар икән, был сабыйҙың телмәрендә сағылыуы мөмкин. Бала телмәрен үҫтереү өсөн нимә эшләргә мөмкин?

  • Сабый менән һөйләшергә һәм уның яуаптарын мотлаҡ тыңларға кәрәк.

Сабый әңгәмәләшеүсегә, уның менән һөйләшеүсегә генә түгел, ғөмүмән, иғтибарлы булған кешегә мохтаж.

  • Баланы нимәләр эшләүе тураһында һөйләргә өйрәтегеҙ. Уға билдәле һүҙҙәрҙе ҡулланырға ярҙам итегеҙ. Сюжетлы уйындар уйнарға, уны һүҙҙәр менән һөйләп аңлатырға өйрәтегеҙ.
  • Саф һауала йөрөгәндә сабый өсөн яңы предметтарҙы күрһәтеп, улар хаҡында һөйләгеҙ. Бала өсөн яңы булған һүҙҙәрҙе интонация ярҙамында билдәләгеҙ.
  • Һеҙҙең балаға йүнәлтелгән  телмәрегеҙ дөрөҫ булырға тейеш. Һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы асыҡ итеп әйтегеҙ. Баланың телмәрен ҡабатлап сөсөләнмәгеҙ. Һеҙҙең телмәр сабый өсөн үрнәк булырға тейеш!
  • Бергәләп иллюстрациялы китаптар ҡарағыҙ. Кескәйегеҙҙе һеҙ әйткән һүрәттәрҙе күрһәтергә өйрәтегеҙ. Нимә төшөрөлгәнен үҙе әйтеүен һорағыҙ.
  • Сабыйығыҙҙың  төрлө сағы төшөрөлгән фотоальбом әҙерләгеҙ.  Фотооһүрәттәр ҡарағанда нимә күреүен һөйләп  биреүен һорағыҙ. Бындай альбомды транспортта ла, саф һауала йөрөгәндә лә ҡарап була.
  • Бала менән ритмдарын таҡылдатып ябай йырҙар йырлағыҙ.

Сабыйҙың тел үҙләштереүҙәге уңыштарының нигеҙендә уның тирә- яҡты танып белеүгә ынтылышы, аралашыу теләге  һәм оҫталығы ята. Балалар телде социаль мөхиттә, ата- әсәләр менән аралашып өйрәнә. Сабыйығыҙ менән һөйләшкәндә уға үҙ фекерен белдереү өсөн аныҡ һүҙҙәр табырға ярҙам итегеҙ. Телмәрегеҙҙе ябайлаштырмағыҙ, кескәйегеҙҙең һорауҙарына ентекләп яуап бирегеҙ. Уға ҡыҙыҡлы китаптар уҡығыҙ, көн дә яңы нәмәләр белергә ярҙам итегеҙ. Ошо ябай ғына кәңәштәрҙе тотһағыҙ,сабыйығыҙ телмәренең уңышлы үҫешенә ярҙам итерһегеҙ.

                                                 Гөлнара  Котдосова, укытыусы - логопед


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Проект мини-музей «Мир воздуха » Руководитель мини-музея: Горкина С.С.- воспитатель первой категории р.п. Пышма МБДОУ ПГО « Пышминский детский сад № 7».

Наименование мини-музея: мини-музей «Мир воздуха »Профиль музея:  познавательно- исследовательский.   Цель:Изучение детьми воздуха и способы его обнаружения.Формировать осоз...

Обогащение предметно-развивающей среды посредством создания мини-музея в группе. Наш мини- музей "Чудо-дерево"

Каждое посещение нашего мини-музея – это деятельность, имеющая учебную, воспитательную, развивающую цель. В мини-музее  в условиях группы происходит развитие познавательных интересов и познавател...

Презентация "УЕННАР АША БАЛАЛАРНЫ ТУГАН ТЕЛДӘ СӨЙЛӘШЕРГӘ ӨЙРӘТҮ"

Уеннар , үткәрелү максатыннан чыгып, өч аспектка нигезләнә:-Танып белү. Балаларның иҗади күзаллауларын арттыра, логик фикерләү сәләтен үстерә.-Сөйләм үстерү. Балаларның диалогик сөйләмен формалаштыра,...