Телмәр үҫтереү эшмәкәрлеге: «Башаҡ беҙҙә ҡунаҡта»
план-конспект занятия по развитию речи (подготовительная группа)

Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы

Маҡсат: грамматик яҡтан дөрөҫ һөйләргә өйрәтеү; тәрбиәсе ярҙамында әкиәттән өҙөк һөйләү; ҡылым һәм сифатты телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыуҙы дауам итеү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashak_bezz_kunakta.docx309.46 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

«Миләш» балалар баҡсаһы

Телмәр үҫтереү эшмәкәрлеге:

«Башаҡ беҙҙә ҡунаҡта»

(мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Тәрбиәсе:

Рысбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы

Асҡар,2020й.

Маҡсат: грамматик яҡтан дөрөҫ һөйләргә өйрәтеү; тәрбиәсе ярҙамында әкиәттән өҙөк һөйләү; ҡылым һәм сифатты телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыуҙы дауам итеү.

Бурыстар:

Өйрәтеүсе:  балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу. Эҙмә-эҙлекле һөләргә өйрәтеү, һорауҙарға тулы яуап биреүҙәрен талап итеү. Иген культураһының бер бөртөгө – башаҡ – менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Үҫтереүсе: йомаҡ, шиғыр, хикәйә ҡулланып башҡорт халыҡ ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү.  Балаларҙың телмәр үҫешен активлаштырыу, һүҙлек запасын байытыу.

Тәрбиәүи: яңы белем алырға ыштылыш тәрбиәләү. Икмәккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: башаҡ, баҫыу, бойҙай, игенсе, тирмән.

Йыһазландырыу: башаҡ макеты, дидактик материалдар.

Әҙерлек эше: башаҡ тураһында һүрәттәр ҡарау, шиғырҙар ятлау, хикәйә уҡыу.

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге.

Тәрбиәсе: балалар ҡарағыҙ әле, беҙҙеңалда серле ҡапҡа. Уны асыр өсөн һәр беребеҙ тылсымлы һүҙҙәр әйтергә кәрәк.

Балалар: хәйерле иртә, хәйерле көн, рәхмәт, һаумыһығыҙ....

Тәрбиәсе: беҙгә хат килгән. Беҙ уны хәҙер асып ҡарайбыҙ.

Йомаҡ.

Уҡ, уҡ , уҡ кеүек

Башы алтын суҡ кеүек. (башаҡ)(башаҡ асылып китә)

  • Ҡарағыҙ әле балалар был нимә ул? (башаҡ)
  • Башаҡҡа нимә булған? (бойҙай бөртөктәре ҡойолған)
  • Ни өсөн тип уйлайһығыҙ? (ел булған)

Башаҡ: Әйе балалар, һеҙ мине танынығыҙ. Башаҡ булам, көслө ел булды бойҙай  бөртөктөремде ҡойоп бөттө. Һеҙ миңә ярҙам итәһегеҙме уларҙы йыйырға?

Балалар: ярҙам итәбеҙ.

Башаҡ: Улай булғас тыңлағыҙ, минең һәр бер бойҙай бөртөгөмдә сер бар, уларҙы һеҙгә сисергә кәрәк. Һеҙ әҙерһегеҙме?

Балалар: Әйе.

Тәрбиәсе: Бойҙай бортөгөн алайыҡ, унда ниндәй сер икәнен сисәйек.

Икмәк тураһында шиғыр һөйләгеҙ.балалар:

 Алсаҡ йөҙлө әсәйем

Ҡайырып икмәк телә.

Балам, - ти – был бәхеттең

Мәңге булыуын телә.

Икмәк илдең кеүәте

Беҙҙең бөтмәҫ ғорурлыҡ

Был донъяла байлыҡтың

Икәмәктәндә ҙуры юҡ.

Ниндәй ҡәҙерле ул – икмәк

Өҫтәлдә ята йәмләп.

Атайҙай көслө булырға,

Әсәйҙәй һылыу булырға

Ашайбыҙ уны тәмләп.

 Күпереп бешкән икмәк

Табынға килһен өсөн

Йыл буйына игенсе

Ҡыҙғанмай түгә көсөн.

Тәрбиәсе: Балалар, был шиғырҙа икмәк тураһында шундай һүҙҙәр бар. «Был днъяла байлыҡтың, икмәктән дә ҙуры юҡ ».  Сөнки икмәк табынға еңел килмәй. Уның өсөн бик күп көс түгелә.

Иң тәүҙә ерҙе һөрәләр. Шунан орлоҡ сәсәләр.

  • Кем ерҙе һөрә? (ерҙе тракторсы һөрә)
  • Кем орлоҡ сәсә? (тракторсы сәсә)
  • Игенде кем йыйя? (игенде комбайынсы йыйа)
  • Афарин балалар, беҙ беренсе серҙе астыҡ.

Ә хәҙер башаҡтың икенсе бойҙай бөртөгөн алайыҡ. «Башаҡ» тураһында әкиәт һөйләргә. (мнемотаблица ярҙамында)

«Йәшәгән ти, әтәсбай. Ул башаҡ тапҡан. Башаҡты һуҡҡан, унан бойҙай килеп сыҡҡан. Бойҙайҙы тирмәндә әйләндергән. Он килеп сыҡҡан. Ондан тәмле икмәк бешергән. »

  • Башаҡты кем тапҡан? (Әтәсбай тапҡан)
  • Башаҡты ни эшләткән? (башаҡты һуҡҡан)
  • Башаҡты һуҡҡас нимә килеп сыҡҡҡан? (Бойҙай килеп сыҡҡан)
  • Бойҙайҙы ни эшләткән? (Тимәндә әйләндергән)
  • Бойҙайҙы тирмәндә әйләндергәс, нимә килеп сыҡҡан? (Он килеп сыҡҡан)
  • Ондан нимә бешергән? (тәмле икмәк бешергән)

Афарин балалар, икенсе серҙе лә систек. Өсөнсө бойҙай бөртөгөн алайыҡ. Унда ниндәй наказ?

Ял минуты.

Беҙ бойҙайҙы сәстек (сүкәйеү)

Ямғыр яуҙы, ҡояш йылытты (бармаҡтар менән хәрәкәт к-рһәтеү.)

Ҡыуанып ергә бәүелде (урында бәүелеү)

Бойҙай ҙур булып үҫте (Аяҡ осона баҫыу)

  • Афарин балалар, был серҙе лә астыҡ. Дүртенсе бойҙай  бөртөгөн алайыҡ.

Уйын: «Башаҡты йыйырға»

Өҫтәлдә бер нисә өлөшкә бүленгән башаҡ ята. Шуны бер бөтөн итеп йыйыр кәрәк.  Бына был һүрәткә ҡарағыҙ балалар, башаҡ төшөрөлгән. Ошо һүрәткә ҡарап йыябыҙ.

  • Афарин балалар, был наказды ла үтәнек.  Бишенсе бойҙай бөртөгөн алайыҡ.

Уйын: « Башаҡ дуҫтарын эҙләй ». ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән бойҙай баҫыуын эшләйбеҙ. Һеҙ йыйға башаҡтарҙы бергә йәбештереп баҫыуға урынлаштырабыҙ.

Башаҡтар үҫкән ер – баҫыу- тип атала. Бергәләп ҡабатлайыҡ әле – баҫыу.  

  • Һеҙгә оҡшаймы баҫыу? (оҡшай, бик матур)
  • Бөтә һынауҙарҙы ла үтәгәс беҙҙең дә башаҡ ҡыуанып китте. Уны ла дуҫтары янына ҡуяйыҡ.

Башаҡ: ҙур рәхмәт балалар!  Минең бойҙай бөртөктәремде йыйыған өсөн, минән хеҙгә бүләк.- Бәлеш.

Тәрбиәсе: ҙур рәхмәт һиңә башаҡ.  Рәхмәт әйтәйек балалар.(рәхмәт башаҡ)

  • Балалар бәлеште кем бешергән? (Әтәсбай бешергән)
  • Әйҙәгеҙ ҡулдарыбыҙҙы йыуайыҡ. Һуңынан бергәләп бәлеш менән сәй эсербеҙ.

C:\Users\777\Desktop\Downloads\qiBA5xKrT.jpg

C:\Users\777\Desktop\Downloads\1303468_1.jpeg

C:\Users\777\Desktop\Downloads\depositphotos_135015380-stock-illustration-hand-drawn-set-of-rice.jpg

C:\Users\777\Desktop\Downloads\жернова-старой-руки-зерна-ме-я-60769164.jpg

C:\Users\777\Desktop\Downloads\wheat-and-sack-of-flour-vector-13843615.jpg

C:\Users\777\Desktop\Downloads\whole-homemade-apple-pie-vector-black-vintage-engraving-whole-homemade-apple-pie-vector-black-vintage-engraving-illustration-127721519.jpg


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.

Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...

Белем биреү эшмәкәрлеге. Телмәр үҫтереү. Башҡорт халыҡ уйындары.

Телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге Тема: Башҡорт халыҡ уйындары.Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, уйындарын өйрәнеүҙе дауам итеү.Бурыстар:Белем биреүсе...

Театр эшмәкәрлеге ярҙамында балаларҙың телмәрен үҫтереү.

План по самобразованию - үҙ аллы белемде үҫтереү планы...

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн " Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. " темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге

Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн" Рәсимә Ураҡсина -  башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. "темаһынаойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге      ...