Телмәр үҫтереү өлкәһе.Өлкәндәр төркөмө.Ете тәңкә иленә сәйәхәт
план-конспект занятия по развитию речи (старшая группа)

Гафарова Залия Зайнулловна

Ете тәңкә иленә сәйәхәт

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Ете тәңкә иленә сәйәхәт21.33 КБ

Предварительный просмотр:

Башкортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Тәүәкән ауылы «Бәпембә» балалар баксаһы мәктәпкәсә белем биреү муниципаль автоном учреждениеһы

Өлкәндәр төркөмө өсөн белем биреү эшмәкәрлеге .

Тема: “Ете тәңкә иленә сәйәхәт”

                                                                                       

                                                                                       Тәрбиәсе:Гафарова З.З.

                                                        2021

Өлкәндәр төркөмө өсөн белем биреү эшмәкәрлеге .

Тема: “Ете тәңкә иленә сәйәхәт”

Төп белем өлкәһе: телмәр үҫтереү.

Белем биреү өлкәһендәге интеграциялар: коммуникация, танып белеү, хәүефһеҙлек, физкультура, нәфис әҙәбиәт, хеҙмәт.

Маҡсаттар:

Белем биреүсе маҡсаттар: Тирә-йүндәге әйберҙәр, ваҡиғалар һәм күренештәр тураһында төшөнсәләр биреү аша балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу.

Балаларҙың телмәрен яңы һүҙҙәр менән байыҡтырыу.

Балаларҙың артикуляция аппаратын нығытыу, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү йүнәлешендә элек башланған эштәрҙе дауам итеү.

Балаларҙы Башҡортостандың тәбиғәте , Урал тауы, Ағиҙел йылғаһы менән таныштырыу,ребустар, логик уйындар, йомаҡтар аша белемдәрен киңәйтеү.

Үҫтереүсе маҡсаттар: Балаларҙың фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү.

Балаларҙың диалогик һәм монологик телмәрен үҫтереүҙе дауам итеү, уларҙың әңгәмәгә ҡатнаша белеүҙәренә, бер-береһенә һорауҙар бирҙертеү, шул һорауҙарға яуап ҡайтара белеүҙәренә ирешеү.

Классик әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен аңлай белеү һәләтлеген үҫтереү, көйҙөң характерына ярашлы итеп ритмлы хәрәкәттәр башҡарыу һәләтен нығытыу.


Тәрбиәүи маҡсаттар: Балаларҙа тыуған тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Балаларҙа ярҙамсылыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Башҡорт халыҡ ҡоралы ҡурайға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Солоҡсолоҡ тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү.



Әҙерлек эше:

Йыһазландырыу: магнитофон, интерактив таҡта, дидактик уйынға карточкалар,ноутбук, ҡашмау, күпер өсөн төҫлө таҫма, аудио һәм видео яҙмалар, дарыу үләндәре һүрәттәре,

Һүҙлек эше: солоҡ,ҡашмау,тәңкә.

Үткәреү алгоритмы

Балалар күңелле музыка аҫтында залға килеп инәләр.

Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, балалар! Мин һеҙҙе тағы ла күреүемә бик шатмын. Һеҙҙең кәйефтәр нисек? Әйҙәгеҙ әле беҙ барыһын да йыр менән сәләмләп алайыҡ.

Йоҡо” уйыны.

 (Шул ваҡыт смс тауышы ишетелә)

Балалар, минең электрон почтама ниндәйҙер хат килде ахрыһы.Әйҙә, уҡыйыҡ әле!

Тәрбиәсе ноутбуктан видеояҙманы күрһәтә.

Айгөл: Балалар! Мин Айгөл исемле ҡыҙ булам. Һеҙҙең янға балалар баҡсаһына килергә сыҡҡайным, юлда килә ятҡанда, ҡапыл ел-дауыл күтәрелеп китте лә  мин аҙаштым.Минең түшелдерегемден тәнкәләре төшөп калган,шул тәнкәләр ярҙамында юлды табырһыгыҙ.

Видеояҙма һүнә.

Тәрбиәсе: Ни эшләргә инде хәҙер? Балалар, һеҙ ярҙам итә алырһығыҙмы Айгөлгә?

Балалар: Эйе!

Тәрбиәсе:  

Тик, балалар, юлда беҙгә төрлө ҡаршылыҡтар, көтөлмәгән хәлдәр осрауы мөмкин. Һеҙ барыһына ла әҙерһегеҙме?

Балалар: Эйе!

Тәрбиәсе: Улай булғас, әйҙәгеҙ юлға!Балалар, ниндәй матур яланға килеп еткәнбеҙ, йән-яҡта хуш еҫле сәскәләр! Ҡарағыҙ әле мин тәңкә таптым, был Айгөлдең ҡашмауындағы тәңкәлер моғайын, тимәк беҙ дөрөҫ юлда. Бына һеҙҙең алдығыҙҙа төрлө-төрлө уләндәр, улар ябай түгел, дарыу үләндәре тип һанала.Беҙгә ошо яланды үтер өсөн, үләндәрҙе танып белергә һәм кеше нимә өсөн ҡулланғанын әйтеп үтергә кәрәк.

Тәрбиәсе интерактив таҡтала кесерткән,мәтрүшкә, бәпембә һүрәттәрен күрһәтә, балалар дөрөҫ яуап эҙләйҙәр.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ дөрөҫ итеп яуап бирһәгеҙ, тәңкәнең сыңлауын ишетерһегеҙ. (Балаларҙың яуаптарынан һуң 1-се тәңкә сыңы ишетелә).

Артабан юлыбыҙҙы дауам итәйек. Беҙҙең алда Ағиҙел йылғаһы йәйрәп ята, уны үтер өсөн, ҙур күпер аша сығыр кәрәк. Тик был ябай күпер түгел, ә тылсымлы. Шулай итеп, иғтибар менән тыңлайбыҙ.Халык мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөр кәрәк.

Яуаптарҙан һуң 2-се тәңкәнең сыңлауы ишетелә.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ инде күперҙе һаҡ ҡына аҙымдар менән атлап үтәйек.

Музыка яңғырай, балалар һаҡ ҡына күперҙе үтеп сығалар.

Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, беҙ тау-таштар араһына килеп сыҡтыҡ.( Ҙур таштар урынына дүңгәләктәр һалына) Хәҙер беҙ ошо ҙур таштарҙан үтергә тейешбеҙ. Ә нисек үтергә икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?(Яуаптар).

Балалар ҡулдарын билгә ҡуйып, ике аяҡта дүңгәләктән дүңгәләккә һикереп үтәләр.

Тәрбиәсе: Балалар, бында беҙҙе тағы ла ниндәйҙер һынауҙар көтә!

Балаларҙың иғтибарын ребусҡа юнәлтә. Балаларға ребустағы “ҡояш”,”уҡ”, “ракета”, “ай”, һәм “йылан” һүрәттәренең тәү хәрефтәрҙән торған “ҡурай” һүҙен төҙөү талап ителә.

Ребусты сискәс 3-сө тәңкә сыңы ишетелә.

Тәрбиәсе: Ҡурай тураһында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?

(Балаларҙың яуаптары)

Ҡурайҙа бейеу көйө яңғырай, тәрбиәсе балаларға таныш бейеү хәрәкәттәрен башҡарырға тәҡдим итә.

Тәрбиәсе:Хәҙер юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.Беҙҙен алдыбыҙҙа бейек ағастар үҫә.Был солоҡ ағасы.Борон ҡырағай ҡорттар ағас ҡыуышлығында бал йыйғандар.Ағаста бал ҡорттары барлығын белеү өсөн кешеләр ҡурай көпшәһе менән тынлағандар.Урманда күпләп ағасты ҡырҡа башлағас ҡырағай ҡорттар юҡҡа сыҡҡан.Балалар,ҡорттар тураһында нимә беләһегеҙ?

-Солоҡ һүҙенә өн анализ яһау.Дүртенсе тәнкә сылтырай.

-Ҡ өнөнә һүҙҙәр уйлағыҙ.Бишенсе тәнкә сылтырай.

-Телтөҙәйткес,тиҙәйткес ҡабатлау.

Әйҙәгеҙ,бал ҡортона әүерелеп юлыбыҙҙы дауам итәйек.

-Хәрәкәтле уйын « Бал ҡорттары сәскәнән бал йыя.

Беҙҙен юлда бәләкәй генә йорттар.Балалар тирмә тураһында һөйләй.

-Башҡорт халыҡ уйыны Тирмә.Алтынсы тәнкә сылтырай.

Тәрбиәсе; Айгөлдөн 7 тәнкәһе юғалған,беҙ ҡаршылыҡтарҙы енеп 6 тәнкәне таптыҡ,нисә тәнке табырға ҡалды.Балаларҙын яуаптарынан һун етенсе тәнкә сылтырай.Афарин,балалар.

Эш.Түшелдереккә тәнкәләрҙе йәбештереү.

Айгөл килеп сыға, балаларға рәхмәт әйтә, күмәкләп йырларға тәҡдим итә.

Йомғаҡлау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Урыҫ телендә аралашҡан башҡорт балаларының телмәрен үҫтереү алымдары. Ата-әсәләр йыйылышы өсөн доклад.

Әгәр баланы бала саҡтан уҡ туған теленә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә г...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....

Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора.  Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....