Әҙерлек төркөмө өсөн дәрес конспекты
план-конспект занятия по развитию речи (подготовительная группа)

Маликова Гульсасак Курмангалиевна

Әҙерлек төркөмөндә үткәрелгән дәрес конспекты.

Тема: «Алмалы сәйәхәт».

Маҡсат:балаларға алма ағасының һәм алманың кешегә файҙаһы тураһында аңлатыу; алманың төрлө сортлы булыуын(йәшел, һары,ҡыҙыл, ҡырағай алмалар,тиҙ өлгөрә торған,һуң өлгөрә торған һ.б) асыҡлау.

Бурыстар:Тирә-йүндәге предметтарҙың кеше тормошондағы роле тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү.Тәҡдим ителгән йәшелсә-емештәрҙе тотоп ҡарап һәм тойоу,һиҙеү органдары ярҙамында айырым билдәләрен табып, үҙҙәренең күҙәтеүҙәре, сағыштырыуҙары аша төрлө нәтижәле һәм үҙенсәлекле һығымта яһарға өйрәтеүҙе дауам итеү.  Балаларҙың иғтибарын,хәтерен,фекерләү ҡеүәһен һәм бәйләнешле телмәрен үҫтереү.Тәбиғәт матурлығына һоҡланыу тойғоһо уятыу, тыуған ергә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:Һары, ҡыҙыл, йәшел төҫтәге алмалар,киптерелгән алмалар,бәләкәй һауыттарҙа балаларға таныш булған йәшелсәләр һәм емештәр; алма баҡсаһы, баҡсасы алма ағасын тәрбиәләп йөрөгән, йәшелсә һәм емештәрҙе эшкәртеүсе цехтарының һүрәттәре.

Дәрес барышы:

(Бүлмә «алмалар» темаһына ярашлы итеп биҙәлгән.Стеналарҙа, таҡтала  алмалар төшөрөлгән һүрәттәр.Алма баҡсаһына килеп ингәнбеҙ икән тип хис уятабыҙ.Бөтә ерҙә лә алмала, бүлмәгә ингәс тә балаларҙан алма тураһында нимә белеүҙәрен һорашыу.)

-Балалар, бөгөн беҙ «алмалы сәйәхәткә» сығасаҡбыҙ.Алма тураһында тағы ла күберәк белгегеҙ киләме?Улайһа ултырғыстарға ултырҙыҡ.Тыңлайбыҙ.

-Бер ваҡыт булған ти шундай хәл.Яҙҙың бер матур көнөндә ағастар япраҡ та ярмаған,үләндәр сыҡмаған да  көслө ел ҡайҙандыр һоро емештәрҙе ергә һалған.Ел тынғас, ҡояш сыҡҡан һоро емештәрҙән үҫентеләр үҫеп сыҡҡан.Улар үләнгә лә, сәскәгә лә оҡшамаған.Бер йыл эсендә бәләкәй алма үҫентеләре үҫеп сыҡҡан.Шулай бер нисә йылдан алма ағастары үҫеп сыҡҡандар.(Алма ағастары һүрәттәрен күрһәтеү.)

-Яҙ еткәс,алма ағасы шаулап сәскә атҡан.Бер аҙ ваҡыт үткәс сәскәләре ҡойолған һәм бәләкәс кенә алмалар күренгән.

Баҡсасылар алма ағастарының төптәрен йомшартҡандар,төрлө зарарлы бөжәктәр  килмәһен тип олондарын ағартҡандар.(Һүрәт күрһәтеү.)Йәй буйы ҡояш алма ағасынүҙенең нурҙары менән йылытҡан, ә йәйге йылы ямғыр ағастың япраҡтарын, алмаларын йыуған.Ә хәҙер әйҙәгеҙ ниндәй алмалар була икәнен ҡарайыҡ.

Балалар өҫтәл артына ултыралар. Өҫтәлдә батмуста төрлө алмалар ята. Улар төрлө формала,төрлө ҙурлыҡта һәм төҫтә.

-Балалар,батмустағы алмалар ниндәй төҫтә?Ниндәй формала? Нисәү? Бына был алманың ботаҡҡа тотоноп торған   һабағы .Алманың тышы бар,тотоп ҡарағыҙ әле ул ниндәй?Эйе шыма ғына хатта ялтырап тора.Эсендә нимә барлығын белеү өсөн алманы уртаға йәки бер нисә өлөшкә бүлергә кәрәк. Бына мин алманы бер нисә өлөшкә бүлдем, ҡарайыҡ әле нимәләр бар икән? Эсендә алманың йошаҡ ере һәм үҙәге.Үҙәгендә көрән генә емештәре,бына ошо емештәрҙән тәмле алмалар үҫеп сыға ла инде.(Алманы киҫеп ҡарау).

-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән «Алмалы сәйәхәткә» сығасаҡбыҙ,уйнаған уйындарыбыҙ ҙа «алмалы » буласаҡ.

Уйын “Тәмләп ҡара һәм әйт”.

Йыһазландырыу:батмуста йәшелсәләр һәм емештәр киҫәктәре, күҙҙәргә күрһәтмәгән күҙлектәр балалар һанына ҡарап.

Балалар йәшелсә йәки емеш киҫәктәрен тәмләп ҡарайҙар һәм ниндәй емеш йәки йәшелсә икәнен билдәләйҙәр.

Уйын “Еҫенән таны”.

Йыһазландырыу:балалар һанына ҡарап һауыттарға йәшелсәләр һәм емештәр киҫеп һалынған(алма,әфлисун,ҡыяр,һуған,һарымһаҡ.)

Балаларға  һауытта ниндәй емештәр һәм йәшелсәләр булыуын әйтеү,күҙҙәрҙе бәйләп еҫкәп ҡарау,йәшелсәне йәки емеште танығас күҙҙәрҙе асып ҡарау, дөрөҫлөгөн ҡарау.

Уйын «Алманы  йый».

Йыһазландырыу:алманың силуэтлы һүрәттәре, шулай уҡ өлөштәргә киҫелгән алма һүрәттәре балалар һанына ҡарап.

Өлгөгә ҡарап өлөштәрҙән  «алманы » йыйыу.

Уйын «Нимә дөрөҫ түгел?»

Йыһазландырыу:таҡтала һүрәттәр ҡуйылған,был һүрәттәрҙә хаталар ебәрелгән йәки дөрөҫ буялмаған.

Бирелгән һәрәттәрҙә ебәрелгән хаталарҙы табыу,беренсе осраҡта балаларға таныш булған мәҫәлән,алманың төҫөн дөрөҫ ҡулланмағандар,алманың формаһы ,ҙурлығы тура килмәүен асыҡлайҙар.

Артабан эште ҡатмарлаштырыу:алма менән груша бер ағаста үҫә йәкиалмалар түтәлдә, гөл һауытында,пальмала,шыршы ағасында үҫә һ.б.

Сюжетлы һүрәттәрҙә ҡояшты алма итеп,алманы кер йыуыу машинаһында йыуып элеү,һ.б.Һәр  хатаны төҙәтеп анализлап барыу.

Алмалы баҡсабыҙға  барайыҡ әле.(Һүрәткә ҡарау).Бында алмалар бешкәндәр, уларҙы йыйырға ваҡыт еткән. Кешеләр алмаларҙы килеп йәшниктәргә йыйып алғандар ҙа алып ҡайтҡандар.Алмаларҙы тейәгән барлыҡ машиналар ҙа магазинға юлландымы икән?Юҡ ,хәҙер мин һеҙгә һөйләйем ҡайҙа юлланғандарын.Һеҙ барығыҙ ҙа завод нимә икәнен беләһегеҙ.Күҙ алдына килтерегеҙ әле ҙур ғына ер, унда бер нисә йорт урынлашҡан-былар цехтар.Алмаларҙы йәшелсә һәм емеш-еләкте эшкәртеү заводына килтергәндәр.(Һүрәтте ҡарау.)Әйҙәгеҙ бер аҙ ял итеп алайыҡ.

Әкрен генә алманы ел һелкетә (ҡулдарҙы күтәреү),

Уң яҡҡа һелкетә (уңға эйелеү),

Һул яҡҡа һелкетә (һулға эйелеү),

Күбәләктәй талпынып (ҡулдарҙы йәйеү),

Япраҡтар ергә төшә (сүкәйеп ултырыу).

Йәш ағастар һөйөнөшөп (ҡулдарҙы бөйөргә ҡуйып),

Көҙгө елдә бейешә (аяҡтарҙы тыпырлатыу).

-Хәҙер күҙҙәрҙе йомдоҡ та ,заводтың бер цехына экскурсияға килгәбеҙ икән тип уйлайбыҙ.Цехтың эсендә ҙур мейестә һауыттар ултыралар.Бер һауытта һыу һалынған,унда шәкәр өҫтәгәс- шәкәрле сироп килеп сыға һәм ваҡ итеп туралған, таҙа алмаларҙы ҡайнаталар.Нимә килеп сыға тип уйлайһығыҙ балалар?(ҡайнатма.)Ниндәй ҡайнатма?(Алма ҡайнатмаһы).

-Ә икенсе һауытта шундай уҡ массаға шәкәр өҫтәп оҙағыраҡ ҡайнатһаң повидло килеп сыға.Ниндәй? (Алма повидлоһы).

-Киләһе цехта ҙур мейескә кәштәләр теҙелгән унда нәҙек итеп алмаларҙы киҫеп һалғандар,кипкәс тәмле компоттар ҡайнаталар.Ниндәй?(Алма компоты).

-Сәйәхәтебеҙҙе артабан дауам итербеҙ.Хәҙер «алмалы»уйындар уйнап алайыҡ.

«Эйе йәки юҡ» уйыны.

Йыһазландырыу:һәр балаға йәшел һәм ҡыҙыл алма һүрәте төшөрөлгән карточкалар.

Уйынды үткәреү ҡағиҙәһе:һәр балаға икешәр карточка таратып бирелгән (ҡыҙыл алма,йәшел алма төшөрөлгән)әгәр бала «эйе»-тип яуап бирергә теләһә йәшел алма төшөрөлгән карточканы күтәрә; «юҡ»- тип уйлаһа ҡыҙыл алма төшөрөлгән карточканы күтәрә.Һорауҙар бирелә:алма ниндәй була,шыйыҡмы?Ҡатымы? Йомшаҡмы?Сәнскелеме?Татлымы?Үтә күренмәлеме?Түңәрәкме?Шаҡмаҡмы?Эҫеме?Әсеме? һ.б.

«Нимә эшләргә ярай,ә нимәне ярамай» уйыны.

Йыһазландырыу:ҡыҙыл һәм йәшел алма һүрәттәре төшөрөлгән карточкалар.

Уйынды үткәреү ҡағиҙәһе: һәр балаға икешәр карточка таратып бирелгән әгәр бала «эйе»-тип яуап бирергә теләһә йәшел алма төшөрөлгән карточканы күтәрә; «юҡ»- тип уйлаһа ҡыҙыл алма төшөрөлгән карточканы күтәрә.Һорауҙар бирелә:алманы нимә эшләтеп була,ә нимә эшләргә ярамай. Һорауҙар:Тыңлап буламы?Ашарға яраймы?Тоҙларға?Таҙартырға?Майҙа ҡурырға?Балта менән ярырға?Һутын һығып алырға?Икмәккә һыларға? Һ.б.

-Хәҙер сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек.Был цехта эшләгән кешеләр врачтарға оҡшағандар.Ап-аҡ халатта.баштарына аҡ ҡалпаҡтар,аяҡта айырым аяҡ кейемдәре .Барлыҡ ерҙә таҙалыҡ, тәртип.Цехта ҙур ҡырғыс урынлаштырылған унда таҙа итеп алмалар һалынған һәм унан пюре эшләйҙәр.Ниндәй? Эйе, алма пюреһы. Кемдәр өсөн эшләнә улар? Иң бәләкәс балалар өсөн.Сөнки уларҙың тештәре юҡ,алманы сәйнәп ашай алмайҙар.Тәғәйен машина пюрены банкаларға һалып ҡапҡастар менән ябып та ҡуя.

-Киләһе цехта һут эшләүсе машина урынлашҡан.Һәм һеҙ дөрөҫ уйланығыҙ, бында һут эшләйҙәр.Ниндәй?Алма һуты.

-Беҙҙең сәйәхәтебеҙ тамамланды.Ултырғыстарға ултырҙыҡ,хәҙер һәр цехта нимәләр эшләгән продукттарҙы тәмләп ҡарарбыҙ.(Һәр балаға алманан эшләнгән аҙыҡтарҙы тәмләтеп ҡаратыу.  )

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл almaly_cyht.docx18.78 КБ

Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект:

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн “Минең бәләкәй Ватаным” темаһына ҡарата әхләки – патриотик тәрбиә буйынса план конспект: Белем биреү өлкәһе интеграциялары:”Комуникация”,”Познание”,”художество...

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.

"Тамыр студияһында ҡунаҡта", мәктәпкә әҙерлек - логопед төркөмөндә фронталь дәрес.                                ...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн асыҡ музыка дәресе...

Телмәр үҫтереү дәресе: «Төлкө һәм торна» әкиәте (мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө)

Тема: «Төлкө һәм торна» әкиәтеМаҡсат: 1) өйрәнелгән һүҙҙәрҙе нығытыу һәм типик конструкцияларҙа ҡулланырға өйрәтеү; яңы һүҙҙәр өйрәнеү: сүлмәк, морон, суҡыш2) бәйләнешле телмәр үҫтере...

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Көҙ байрамы

Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә Көҙ байрамы...

Башҡорт теленән « Башҡорт “Ү” өнө» темаһына әҙерлек төркөмөндә дәрес конспекты

Маҡсат :  “Ү” өнө менән балаларҙы таныштырыу, характеристика биреү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу; һүҙҙәрҙе үҫтереү ижектәргә бүлеү; “Ү” өнөн һүҙҙәрҙә ижектәргә бүлеү; фекерләү ...

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ИЗО белем биреү эшмәкәрлеге буйынса конспект

Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ИЗО белем биреү эшмәкәрлеге буйынса конспектТема:  Рус матрешкаһыМаҡсат: - балаларҙы рус халҡының ғөрөф ғәҙәттөре,й орттарының  биҙәлеше, милли кейемдәре...