Йәнлектәр тураһында шиғырҙар
учебно-методический материал (старшая группа)

Шагапова Ира Тимразовна

Йәнлектәр тураһында шиғырҙар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ynlektr_turahynda.docx12.7 КБ

Предварительный просмотр:

ЙӘНЛЕКТӘР ТУРАҺЫНДА

ҠУЯН
Бәләкәй генә ҡуянға
Әсәһе аҡ тун теккән.
Еңдәрендә йомшаҡ суҡтар
Итәккә йондоҙ сиккән.

ТЕРПЕ
Сәнеске тун терпекәй
Сыҡҡан бәшмәк йыйырға.
Кәрзиндәрен тултырғас
Белмәй ҡайҙа һалырға.


СЕЛӘҮСЕН
Ер йомшартып селәүсен
Килеп сыҡҡан баҡсаға.
Кишер,кәбеҫтә,һуған
Һатып алған аҡсаға.


КӨНГӨРӘ - КЕНГУРУ

Бармаҡ ҙурлыҡ ҡына икән
Көнгөрәнең балаһы.
Көнгөрәләр көн иткән ер - 
Австралия далаһы.

Инәһенең ҡорһағында,
Ғәжәйеп бер сумкала
Йоҡлай кескәй көнгөрә,
Ул үҙе лә сумкалы.

БОЛАН

Йәм-йәшел кәбән ултыра,
Уға ҡар бүрек булған.
Ә аҡлан ситендә тора
Озон аяҡлы болан.
Ул бында көрт йырып үткән,
Ҡарап тора кәбәнгә —
Башында ҙур һәнәк бар,
Килгән, ахыры, бесәнгә.

ӨЛӘСӘЙ БҮЛӘГЕ

Өләсәйем байрамға

Бүләк итте аҡ ҡуян.

Үҙе йомшаҡ, бик иркә,

Яратып һыйпап ҡуям.

ТЕЙЕН

Ағас башында

Тумалаҡ тейен.

Ул кейеп алған

Һоп-һоро кейем.

МИН  - ҠУЯН

Танышайыҡ, мин – ҡуян,

Урман эсендә оям.

Бары тик оямда ғына

Үҙемде батыр тоям.

АЙЫУ

Тау башында – ҡар, ҡар.

Тау аҫтында ҡар, ҡар.

Унда айыу бар, бар.

Ҡурҡытмағыҙ, йоҡлаһын!

Тауышығыҙ сыҡмаһын.

                        И.Токмакова


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сәләмәтлек тураһында ауыҙ-тел ижады өлгөләре

Әҙерләне                                               Ҡолмөхәмәтова Рәүилә Юлай...

Башҡорт халыҡ ризыҡтары тураһында шиғырҙар

Башҡорт халҡының борондан килгән ризыҡтары...

Балаларға "Әхмәткужин Әсхәл Әбүтәлип улы тураһында"

Информация детям о поэте своего района. Ахметкужин Асхаль Абуталипович....

БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ....

ӘСӘЙҘӘР, ӨЛӘСӘЙҘӘР ҺӘМ 8 МАРТ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ Әсәйҙәр йылмайғас, Өй эсе йәмлерәк.Әсәйҙәр бешергәнАштар ҙа тәмлерәк....

Яңы йыл тураһында шиғырҙар

ҠАРҘАР ЯУА Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа, Елбәҙәкләп төшә еремә. Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә. Аҡ күбәләк булып осоп уйнап Килеп ҡуна улар ҡулдарға,...