Проект эше Сәйетбаба-алтын бишегем!
план-конспект занятия

Валеева Марзия Миниахметовна

Балаларға тыуған ауыл,уның тәбиғәте,йәшәйеше менән таныштырыуҙы дауам итеү. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл saitbaba.docx17.44 КБ

Предварительный просмотр:

Сәйетбаба-алтын бишегем.

Маҡсат.  Балаларға тыуған ауыл,уның тәбиғәте,йәшәйеше менән таныштырыуҙы дауам итеү. Уларҙың кәйефен булдырыу.  Музыкаль һәләтлелек, тасури һөйләү мәҙәниәтен үҫтереү.

Шағирә Гөлнур  Яҡупованың ижады аша тыуған ауылға, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү.

Бүлмә байрамса биҙәлгән.  Балалар башҡорт милли кейемендә  килеп керәләр.

Алып барыусы. Беҙҙең Сәйетбаба ауылы-сәсән телле, яугир рухлы атай-олатайҙарыбыҙ борон-борондан ғүмер иткән төйәгебеҙ.

Тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте йәмле лә, күркәм дә .Моңло тауышлы Мәндем,Өйә йылғалары,әллә ҡайҙан балҡып күренеп торған Ҡарауыл,Аҡбейек, Таш башы тауҙары,хуш еҫле киң яландар-былар һәммәһе лә Сәйетбаба ауылының ҡабатланмаҫ биҙәге.

        Сәйетбабам, Һинең гүзәллеккә,

        Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән.

        Аҡҡош һымаҡ ап-аҡ Мәндемкәйем,

        Ҡайһы ерҙә генә бар икән.

        Беҙ ҡояшлы  Башҡортостан-

        Йәмле Сәйетбабанан.

        Зифа буйлы,эштә уңған

        Һылыуҙарға бай яҡтан.

Күк Ҡарауыл,йәмле Мәндем

Беҙҙең яҡты биҙәйҙәр.

Киң яландар,ҡарурмандар,

Ҡоштар моңон биләйҙәр.

Аҡбейек тә тауҙың күкрәгенә

Һыйынып ҡына үҫкән аҡ ҡайын.

Мин түгелме, һине һөйөп туймаҫ,

Аҡ ҡайының тыуған яҡҡайым.?!  

Бурап-бурап ҡарҙар яуған икән,

Аҡландарға юлдар өҙөлгән.

Бала кеүек иҙрәп урман йоҡлай-

Мамыҡ юрғанына төрөнгән.  Г.Якупова)

 Башҡорт телендә һөйләшәм”   йыры башҡарыла.

Алып барыусы .Һай, афарин балалар, бигерәк тә оҫта шиғыр һөйләнегеҙ, моңло йырланығыҙ. Ҡапыл ишек асылып китә, hандыҡ күтәреп Тыр-тыр килеп инә.

Тыр-тыр.Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, бынауҙарҙы әйтәм, тәтәй күлдәктәр кейеп матур итеп кейенешеп, яһанышып минән  башҡа ғына йыйылышып ултыраларсы.

А.б. Тороп-тор әле, Тыр-тыр, туҡта, ни эшләп улай шаулап йөрөйһөң ул

Тәүҙә ҡунаҡтар, балалар менән иҫәнләш.

Тыр-тыр. Эй үтеп барышлай балаларҙың шиғыр һөйләп,йырлағандарын ишеттем дә килдем дә керҙем шул.

Һаумыһығыҙ балалар. Эй, һеҙҙең бүлмәгеҙҙә матур биҙәлгән, малайҙар-ҡыҙҙары ла матур итеп кейенгән булғандар. Әллә һеҙҙә берәй байраммы?.

А.б.Эйе. шул,Тыр-тыр, беҙҙә байрам. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килде, балалар уларға үҙ һөнәрҙәрен күрһәтәләр.

Байрамға саҡырмағандарына Тыр-тыр үпкәһен белдерә.

Тыр-тыр.Ни,ҡара әле,мин килгәйнем, шым булдылар ҙа ҡуйҙыларсы., әллә шиғырҙары ла, бейеүҙәре лә бөттө инде.

А.б. Юҡ,Тыр-Тыр ,беҙҙең байрам әле башланды ғына бит әле.

Бына хәҙер беҙҙең ҡыҙҙар матур бейеү бүләк итәләр.

Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү “Ҡульяулығым.”

Тыр-тыр  Шулай меней ,мин ҡыҙҙарҙың бейегәндәрен харап яратам ул.Ҡайһылай шәп,бейейҙәр ул ә.Ҡайҙан шулай бейергә өйрәнгәндәр .

А.б. Тыр-тыр дуҫ, беҙҙең балалар йырлап-бейеп кенә йөрөмәйҙәр,тыуған ауылыбыҙ Сәйетбаба тураһында күп белергә тырышалар,өйрәнәләр.

Ә хәҙер ауылыбыҙҙа киң таралған “ Наза” уйынын уйнап алайыҡ.

Тыр-тыр. Үәт,әй,уйнайһығыҙҙа меней.Уйнарға мин бик яратам.(Ҡыҙҙарҙың сәсен тарта,малайҙарҙы семетә.)

А.б. Туҡта ,тыр-тыр,шундай уйын була тиме ни. Бына беҙҙең балалар матур итеп” Наза” уйынын уйнайҙар.Әйҙәгеҙ ,балалар тыр-тырға нисек уйгарға кәрәклегенкүрһәтәйек.

Уйын  “Наза

Тыр-тыр. Өйрәндем, өйрәндем, мин дә хәҙер нисек уйнарға. Бигерәк күңелле һеҙҙең менән. Миңә бында бик оҡшай.

А.б. Бына был йыр һиңә бигнрәк оҡшар.

Йыр “ Тыуған илем.”

А.б “. Өндәр нимә эшләй белә” уйынын уйнап алайыҡ.

-Мин бер өн беләм.

Тыр-тыр. Вәт шәп, миңә бик оҡшаны был уйын. мин бер өн беләм. Ул бал ҡорто һымаҡ безелдәй. Йә, табығыҙ әле.

-з-з-з

-Ә ата ҡаҙ төҫлө ыҫылдап торған өндө беләһегеҙме

-ҫ-ҫ-ҫ

-Йә.Тыр-тыр, һин әйтеп ҡарҡ әле. Ҡайһы өн ел һымаҡ шаулай.

 –ж-ж

-Юҡ,дөрөҫ әйтмәнең,Тыр-тыр.

-ш-ш-ш өнө ул.

Тыр-тыр. Һандыҡта тағы бер мөхжизә бар икән.Бына ул Алтын йомортҡа килтереп сығара.Йомортҡа ватылып китә,эсенән кәнфиттәр сәселә.Балаларға кәнфиттәр таратыла.

Тыр-тыр хушлашып сығып китә.

А.б. Хөрмәтле, балалар  беҙҙең тыуған ауылыбыҙ бик күркәм. Артабан да ауылыбыҙҙы яратайыҡ, һаҡлайыҡ. Киләсәктә ауылыбыҙҙың ысын шәхестәре булып үҫеүегеҙҙе теләйем.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Әлмәтем – туган бишегем.

Данное НОД посвящен родному городу Альметьевску. Составлено как путешествие по городу....

Социально-коммуникативное развитие младших дошкольников в рамках реализации ФГОС. Долгосрочный проект «Дорожная грамота». Паспорт проекта. Тип проекта- практико-ориентированный, коллективный. Вид проекта - долгосрочный, сентябрь 2018 года - май 2019 года

Актуальность проекта.Ежедневно в дорожно-транспортных происшествиях получают травмы, и гибнет много людей. Дошкольники составляют четвертую часть от общего числа пострадавших в ДТП дете...

Проект "Спортивная зима" Спортивно-познавательный проект «Спортивная зима» Цель проекта: Расширение представлений детей о зимних видах спорта. Задачи проекта: - создавать условия для сознательного изучения детьми здорового образа жизни; • ознакомление с

Спортивно-познавательный проект «Спортивная зима» Цель проекта: Расширение представлений детей о зимних видах спорта. Задачи проекта: - создавать условия для сознательного изучения детьми здоро...

Паспорт проекта «Пчёлкин огород». Тип проекта : среднесрочный, исследовательский. Участники проекта : дети, воспитатели, родители воспитанников. Возраст детей: 6 – 7 лет. Цель проекта: Создание условий в группе и на участке для развития познавательного и

Задачи проекта:Расширять знания детей и представления о культурных  растениях и цветах (их строении и полезных свойствах овощей).Знакомить детей с особенностями выращивания цветов и культурных ра...

МАДОУЦРР д/c «Теремок» Проект «Волшебница вода» " в средней группе «Почемучки» Воспитатель: Ганшу О.А.. 2022г. Проект: краткосрочный (с1.02 -20.02.22) Тип проекта: познавательно – исследовательский. Участники проекта: дети средней группы, воспитат

Проблема:  Отсутствие у детей представлений о значении воды в жизни всего живого на земле.Актуальность проекта: Экологическое воспитание, как никогда, является одной из актуальнейших проблем...

Проект в подготовительной группе на тему: «Зимующие птицы» Вид проекта: познавательно-исследовательский, информационно-творческий. Продолжительность проекта: краткосрочный (1 неделя. С 19.12.2022 – 23.12.2022) Авторы проекта: воспитатель Анисимова

Проект в подготовительной группе на тему:«Зимующие птицы»Вид проекта: познавательно-исследовательский, информационно-творческий. Продолжительность проекта: краткосрочны...

Тема проекта «Ярмарка профессий» Продолжительность проекта: среднесрочный (04.09-11.09.) Тип проекта: познавательный, творческо-информационный. Участники проекта: дети подготовительной группы, педагог, родители. Проблема – мы столкнулись с тем, что дети

Тема проекта «Ярмарка профессий» Продолжительность проекта: среднесрочный (04.09-11.09.) Тип проекта: познавательный, творческо-информационный. Участники проекта: дети подготовительной группы, пед...