"Балаларға патриотик тәрбиә биреү"
консультация

Буранбаева Әминә Рафиҡ ҡыҙы

Педагогик кәңәшмәлә сығыш

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл balalar_baksahynda_patriotik_trbi_bireu_2.docx14.89 КБ

Предварительный просмотр:

Балалар баҡсаһында патриотик тәрбиә биреү.

         Тыуған ил, тыуған ер...

 Был төшөнсәләр мәғәнәһенә шулай уҡ атай, әсәй,    өләсәй,ҡартатай, беҙҙең яҡын кешеләребеҙ, ғөмүмән, барлыҡ тереклек донъяһы инә.

       Туған тел – тыуған ер, тыуған ил төшөнсәләренең төп мәғәнәһен бала аңына еткереүсе иң мөһим сара. Балаларҙа патриотик тәрбиә биреү туған телдән башҡа мөмкин түгел. Баланың аңы үҫеүе, белеме артыуы, ысынбарлыҡты танып-белеүе һәм ысын кеше булып тәрбиәләнеүе уның туған телен – әсә телен белеүенә бәйле.

       Милләтебеҙгә ҡарата оло ихтирам хистәре тәрбиәләгәндә, башҡорт халҡының милли мираҫынан файҙаланыуға етди иғтибар ителергә тейеш, шунда ғына мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың туған телде яҡшы үҙләштереүҙәренә, уны әсә теле итеп ҡабул итеүҙәренә ирешергә мөмкин.

       Патриотик тәрбиә биреү төшенсәһе киң мәғәнәне аңлата, йәғни ул бала күңелендә тыуған илдең тәбиғәтенә, тыуған йортона, халҡының тарихына, уның мәҙәниәтенә мөхәббәт уятыуҙан ғибәрәт.

       Кескәйҙәр төркөмөндә һәр төр тереклеккә мәрхәмәтле ҡараш тәрбиәләү- балаға бик яҡын һәм аңлайышлы әйберҙәр аша алып барылырға тейеш. Был, иң беренсе сиратта, уйынсыҡтарға ҡағыла. Йәнле әйберҙәргә оҡшаған уйынсыҡтарға (ҡурсаҡтар, айыу, бесәй, ҡуян һ.б.) бала йәнле әйбергә ҡараған шикелле ҡарай- ҡыҙғана, ярата, иркәләй,һөйә, кәрәк саҡта асыулана ла. Уйынсыҡтарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү аша балала, кешеләргә һәм башҡа тереклек эйәләренә мәрхәмәтлелек, кешелеклелек хистәре тәрбиәләргә була.

       Уртансылар төркөмөндә балаларҙың тәбиғәт менән ҡыҙыҡһыныуҙары тағы ла арта, иғтибарлылыҡтары үҫә бара. Улар инде тәбиғәттең матурлығын күреп кенә ҡалмайҙар, ә уның менән ҡыҙыҡһыналар, төрлө күренештәрҙе аңлатырға тырышалар. Бигерәк тә, үҫемлектәрҙең, хайуандарҙың кеше ярҙамына мохтаж булыуҙарын, балаларҙың уларга һәр ваҡыт һаҡ ҡарарға тейеш икәнлектәрен тәрбиәселәр аңлатып торалар. Өлкәндәрҙең был өлкәлә ниндәй эштәр башҡарыуын күрһәтеп, улар менән ҡыҙыкһындыралар, сөнки бала барыһын да үрнәктә күреп үҫергә тейеш.

      Балаларҙа хеҙмәткә ҡарата уңай мөнәсәбәт тәрбиәләү, хеҙмәт итеү, иптәштәренә, өлкәндәргә ярҙам итеү теләге уятыу ҙа бик мөһим булып тора. ҙурыраҡ төркөмдәрҙә балалар күмәк эштәрҙе үҙҙәре теләп башҡарырға өйрәнергә тейештәр. Тирә-йүндәгеләр өсөн кәрәкле кеше икәнлеген бала бәләкәй саҡтан үк белеп, күреп үҫергә тейеш. Ул һәр вакытта ла үҙенең яҡшы эштәре менән өлкәндәрҙе шатландыра һәм  ниндәй ҙә булһа файҙа килтерә алыуын күреп, гел шуға ынтылырға тейеш.

      Өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары менән илебеҙҙең тыныслығын һаҡлауға, был тыныслыҡты һаҡлаусы һалдаттар хеҙмәтенә бәйле һөйләшеүҙәр үткәреү, уларҙа ҡыйыулыҡ, тыуған илде һаҡлауға ынтылыш тәрбиәләргә ярҙам итә. Балаларҙы үҙ илебезҙең патриоттары итеп тәрбиәләүҙә матур әҙәбиәт әҫәрҙәрен уҡыу, патриотик темаға төрлө альбомдар, рәсемдәр ҡарау ҙа файҙа бирә.

       Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының үҙҙәренә хас ғөрөф-ғәҙҙәттәре, мәҙәниәте, шул иҫәптән,башҡорт халҡының тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, милли кейемдәре, байрамдары һәм Республикабыҙҙың ижтимағи тормош ваҡиғалары, символикаһы менән даими таныштырып торорға кәрәк. Милләтебеҙҙең дини йолалары, халыҡ  ижады, һынлы сәнғәте һәм архитектураһы, музыка сәнғәте менән таныштырып тороу ҙа тыуған илде яратыу хисе тәрбиәләргә булышлыҡ итә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Федераль дәүләт стандартына ярашлы мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик тәрбиә биреү

В статье даны методические рекомендации по организации экологического воспитания дошкольников....

Балалар бакчасында патриотик тәрбия бирү юллары

Балалар бакчасында патриотик тәрбия бирү юлларыУрмаем-горурлыгым,Данлы туган төбәгем.Синдәй матур җирне әлеБеркайда юк күргәнем....

Балаларға патриотик тәрбиә биреү

Балалар баҡсаһында патриотик тәрбиә...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....