Йәнлектәр донъяһына сәйәхәт
план-конспект занятия (старшая группа)

Зинира Аскатовна Абубакирова

Сәйәхәт формаһында балаларҙы төрлө ерҙәрҙә йәшәүсе йәнлектәр менән таныштырыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ynlektr_donyahyna_syht_1.docx26.37 КБ

Предварительный просмотр:

“ Йәнлектәр донъяһына сәйәхәт”

Йүнәлеш: танып белеү үҫеше.

Маҡсат: яңы технологиялар ҡулланып, балаларҙа йәнлектәр донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уятыу.

Бурыстар:

Белем биреүсе: өҫтәмә материал менән эш итеү күнекмәләрен булдырыу йәнлектәр тураһында балаларҙың белемдәрен камиллаштырыу; уларҙың йәшәгән ере тураһында белемдәрен нығытыуҙы дауам итеү; йәнлектәр тураһында  яңы мәғлүмәт биреү.

Үҫтереүсе: балаларҙың башҡорт телендә камил һөйләшеүҙәрен, фекерҙәрен еткерә белеүҙәрен, логик фекерләү, ижади конструктив һәләттәрен, техник уйҙы һәм Мерсибо программаһында эшләй белеүҙәрен үҫтереү.

Тәрбиәләүсе: тыуған илгә, туған телгә һөйөү хисе, тыуған илдең тәбиғәте менән ғорурланыу, уларға һаҡсыл ҡараш, балаларҙың, үҙ-ара һөйләшеп, коллективта эшләй белеүҙәрен һәм эҙләнеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуҙарын тәрбиәләү.

Һүҙлек эше: йылы яҡ - джунгли, диңгеҙ, тутыйғош, тауис, ташбаҡа, маймыл, тейен, сәтләүек, сәйәхәт.

Йыһазландырыу: мольберт, йәнлектәрҙең һүрәттәре, интерракив таҡта, һәр бер балаға таратып биреү материалдары, алтын асҡыс, кәрзин, урман макеты һәм йәнлектәр.

Дәрес барышы.

- Һаумыһығыҙ, балалар!

- Һаумыһығыҙ!

- Балалар, әйҙәгеҙ ҡунаҡтарҙы ла сәләмләп үтәйек.

- Һаумыһығыҙ!

-Ә хәҙер һеҙгә бөгөнгө көндө сәләмләргә тәҡдим итәм.

Бөгөнгө көндө бергәләп сәләмләү.

Һаумы, Ҡояш! Һаумы , көн!

Яҡты булһын еребеҙ!

Шатлыҡтан, бәхеттән

Нурлы булһын йөҙөбөҙ!

-Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып алайыҡ. Күңелдәр күтәрелеп китһен.

Балалар, беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ телмәр үҫтереү һәм танып-белеү буйынса була.

        Артикуляцион гимнастика.

- Әйҙәгеҙ әле эш башлар алдынан артикуляцион гимнастика эшләп алайыҡ. Ә бының өсөн беҙгә көҙгөләр кәрәк була. Беренсе күнегеү:

1. “Таған”. Ауыҙҙы асабыҙ, телде аҫҡы иренгә ҡуябыҙ, шунан өҫкө иренгә кусерәбеҙ. Артабан аҫҡы иренгә төшөрәбеҙ һәм яңынан күтәрәбеҙ. 6-7 тапҡыр башҡарабыҙ. Ял итәбеҙ әҙерәк.

2. “Осло энә”. Ауыҙҙы киң итеп асабыҙ, телде алға табан сығарабыҙ һәм 3-5 секундҡа туҡталып ҡалабыҙ. Телде урынына ҡайтарып, ауыҙҙы ябабыҙ. Ял итеп алабыҙ.

3. “Сәтләүек”. Ауыҙ ябыҡ, тел менән тәүҙә уң яҡ сикәгә, шунан һул яғына таянабыҙ. 6-7 тапҡыр башҡарабыҙ.(Салфеткаға һөртәбеҙ).

- Үәт, афариндар! Телдәр әҙер микән тикшереп ҡарайыҡ әле: “ҡ” өңөнә башланған ниндәй һүҙҙәр беләһегеҙ?(ҡыш, ҡар, ҡарһылыу, ҡуян, ҡояш, ҡарға, ҡош, ҡыуаҡ)

-Тап шулай! Афарин, балалар!

Экранда электрон хат килгәне күренә.

- Балалар, беҙгә кемдер смс-хәбәр ебәргән. Был смс-хәбәр Буратинонан килгән.

Аудиохат яңғырай: «Һаумыһығыҙ, балалар! Мин Буратино.  Һеҙгә бер үтенес менән мөрәжәғәт итәм. Яңыраҡ мин сәйәхәттә булдым һәм шунан һуң алтын асҡысымды таба алмайым. Бик ныҡ мәктәпкә барғым килә, тик әлифбам өйҙә бикле. Зинһар асҡысымды табырға ярҙам итегеҙсе!  Мин йөрөгән юлымда тәңкәләр йәшереп киттем, улар һеҙгә картала юл күрһәтер».

- Балалар, Буратиноға ярҙам итәбеҙме ?

- Эйе.

- Улай булғас мин һеҙҙе сәйәхәткә  саҡырам. Ҡаршылыҡтарҙан ҡаушап ҡалмаҫһығыҙмы?

- Юҡ.

- Картаны ҡарап алайыҡ та, юлға сығайыҡ. Сәйәхәткә беҙ һеҙҙең менән серле балаҫҡа ултырып барабыҙ. Әйҙәгеҙ балаҫҡа баҫайыҡ һәм күҙҙәребеҙҙе йомайыҡ.

Балалар тәрбиәсе менән балаҫҡа баҫалар.

Ос һин, серле балаҫым,
Алыҫ-алыҫ араға.
Балаларҙы алып бар

Әкиәтле урманға.

- Балалар, беҙ килеп еттек ахыры. Ниндәй матур урын был?

- Диңгеҙ

- Афарин! Был диңгеҙ. Балалар анау таш өҫтөндә нимәлер ялтырай, әллә асҡыс микән? Юҡ, тәңкә икән.

“Ижектәргә булеү”

- Бында беҙгә бер һынау яҙылған. Экранда бирелгән хайуандарҙың атамаларын ижектәргә бүлеп ишеттерегеҙ тигән.

- Балалар, иҫкә төшөрөп үткәрәйек әле, нисек һүҙҙәрҙе ижектәргә бүләбеҙ?

- Сәпәкәйләп бүлеп була.

- Әйҙәгеҙ бергәләп үтәп ҡарайыҡ. Мәҫәлән, кит һүҙе.

- Кит. Нисә ижектән тора?

-Бер ижек.

- Эйе, дөрөҫ. Артабан дельфин. Әйҙәгеҙ был һүҙҙе лә ижектәргә буләйек.

- Дель-фин

- Нисә ижектән тора был һүҙ, балалар?

- Ике ижектән тора.

- Тап шулай, афариндар! Һәм беҙҙең ташбаҡа ҡалды.

- Таш-ба-ҡа

- Балалар, был һүҙ нисә ижектән тора?

- Өс ижектән тора.

- Дөрөҫ, өс ижектән тора.

- Афарин, балалар! Һеҙ был эште бик тиҙ атҡарып сыҡтығыҙ.

“Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт”: ә һеҙ беләһегеҙме, донъяла иң ауыр хайуан – ул кит. Уның йөрәге генә бер фил ауырлығы тора.  

-Бына ниндәй ҡыҙыҡлы белемдәр алдыҡ һеҙҙең менән. Балалар тик Буратиноның асҡысы бер ҡайҙа ла күренмәй бит. Тимәк юлды дауам итәйек инде, дуҫтар. Әйҙәгеҙ серле балаҫҡа баҫайыҡ бергәләп.

Балалар тәрбиәсе менән балаҫҡа баҫалар. Күҙҙәрҙе йомабыҙ.

- Күҙҙәребеҙҙе астыҡ.

- Балалар, бына килеп тә еттек. Ҡарағыҙ әле, беҙ ниндәй урмандабыҙ ул?

- Джунгли, йылы яҡ урманы.

- Тап шулай, аҡыллым! Бындала бер тәңкә ята. Был тәңкәлә ниндәй эш ҡалдырған икән Буратино?

        Схема буйынса һөйләм төҙөү.

- Балалар, өҫтәлдәр артына  үҙ урындарығыҙ ға ултырығыҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа джунгли һүрәтле планшеттар. Унда төрлө йәнлектәрҙең һүрәте бар. Һәр кемдең үҙ һүрәте.

-Балалар, иҫкә төшөрөп үтәйек әле, һөйләмдәрҙе схема ярҙамында күрһәткәндә, һөйләмдең башын ниндәй тамға менән билдәләйбеҙ?(балаларҙың яуаптары). Артабанғы һүҙҙәрҙе ябай һыҙыҡтар менән билдәләйбеҙ. Ә һөйләм аҙағында нимә ҡуйырға кәрәк? (балаларҙың яуабы). Ә кем таҡтала эшләргә теләй? (Жираф оҙон муйынлы.)

Балаларға өҫтәлдә эшләр өсөн карточкалар һәм таратып биреү материалдары һалынған. Һәр кем үҙ-аллы эшләй.

- Балалар, ә был джунглила ниндәй йәнлектәр йәшәй, кем белә?

- Йыландар, маймыл, крокодил,тутыйғоштар.

-Тап шулай!  

“Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт”: ә һеҙ беләһегеҙме был урманда иң матур ҡоштарҙың береһе тауис йәшәй. Уның ҡойроғо асылған килеш бер метрҙан ашыу була.

- Афарин, был һынауҙы ла бик уңышлы үттек. Ә шулай ҙа алтын асҡыс күренмәй бит. Картала ниндәй илгә артабан юл ята икән? Балаҫҡа баҫайыҡта, остоҡ.

Балалар тәрбиәсе менән балаҫҡа баҫалар.

- Күҙҙәребеҙҙе астыҡ. Балалар, беҙ ҡайҙалыр килеп еттек. Ҡарағыҙ әле, беҙ ҡайҙа ул?

- Беҙ үҙебеҙҙең урманыбыҙҙа.

- Ысынлапта, үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтҡанбыҙ бит. Һеҙҙең менән әллә күпме эш эшләнек, әйҙәгеҙ юлдан һуң ял итеп алайыҡ.

Ял минуты.

Беҙ урманға барабыҙ, барабыҙ (атлау хәрәкәте),

Йәнлектәрҙе күрәбеҙ, күрәбеҙ (баш менән  уң һәм һул яҡҡа хәрәкәт),

Ана тейен һикерә, һикерә (ҡулдарҙы өҫкә күтәреү),

Ағастарға үрелә, үрелә. (алға табан үрелеү)

- Балалар мин тағы бер тәңкә таптым. Бындала беҙгә эш бирелгән.

“Артыҡ йәнлектәрҙе алып ҡуй”(экран менән эш итеү).

-Ошо экранда бирелгән йәнлектәрҙең бөтәһе лә беҙҙең урманда йәшәмәй. Ҡайһы йәнлек артыҡ икән? Кем таный?

- Афарин, балалар! Был һынауҙы ла берҙәм башҡарҙығыҙ. Әйҙәгеҙ хәҙер бергәләп ошо һүрәткә ҡарап бәләкәй генә хикәйә төҙөп ҡарайыҡ. Кем башларға теләй?

“Ҡыш килде. Урманда ҡар яуа. Ағас башында тейен сәтләүек сирә. Ҡуян ағас аҫтына йәшенгән, ә төлкө уны эҙләй. Айыу өңөнә китеп бара. Бүре барлыҡ йәнлектәрҙе күҙәтеп тора. Ағастар ҡарлы юрған ябынып йоҡлай.”        

- Бына булды, афарин!

“Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт”: ә һеҙ беләһегеҙме,  был урмандарҙа йәшәүсе тейен, ағастан-ағасҡа бик оҫта һикерегә ярата һәм һыуҙа ла оҫта итеп йөҙә белә икән.

-Ҡарағыҙ әле балалар, нимәлер ята бында.

- Алтын асҡыс!

- Бына ҡайҙа булған ул. Әйҙәгеҙ, балалар тиҙерәк балалар баҡсаһына ҡайтып Буратиноға асҡысын ебәрәйек. Серле балаҫҡа баҫайыҡ бергәләп.

Балалар тәрбиәсе менән балаҫҡа баҫалар.

Ос һин, серле балаҫым,
Алыҫ-алыҫ араға.
Балаларҙы алып бар

Әкиәтле урманға.

- Күҙҙәребеҙҙе астыҡ. Беҙ ҡайтып еттек.  Буратиноға смс-хәбәр ебәрәйек: “Буратино асҡыс табылды”. Хәҙер ошолай итеп ябып асҡысты ебәрәйек почта менән.

- Унан яуап аудиохәбәр килде. Тыңлайыҡ әле бергәләп.

Буратиноның яҙмаһы.

“Рәхмәт, һеҙгә балалар. Асҡысым табылғас, хәҙер мин мәктәпкә бара алам. Һау булығыҙ, дуҫтар!”

-Һау бул, Буратино!

Рефлексия

-Ниндәй ҙур эш эшләнегеҙ һеҙ, ярҙам иттегеҙ! Афариндар!

-Балалар, ә һеҙгә сәйәхәт оҡшанымы?

- Эйе, оҡшаны.

- Иң оҡшағаны нимә булды?

Блалаларҙың яуаптары.

- Ә миңә беҙҙең илдә йәшәүсе йәнлектәр нығыраҡ оҡшаны.

-Мин бик шатмын. Балалар, сәйәхәт барышында беҙ һеҙҙең менән төрлө ерҙәрҙә йәшәүсе йәнлектәр менән таныштыҡ. Шуны, иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, уларҙың һәр береһе үҙ ерендә генә йәшәргә яраҡлашҡан.

- Ҡарағыҙ әле, балалар, беҙгә ниндәйҙер кәрзин ҡалдырғандар. Был һеҙгә Буратино алтын асҡысты табышҡан өсөн күстәнәс ебәргән икән. Ул үҙенең алтын тәңкәләрен һеҙҙең менән бүлешә.  Әйҙәгеҙ уға рәхмәт әйтәйек.

- Рәхмәт, Буратино!

- Балалар, минең менән сәйәхәткә барғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!

-Һау булығыҙ!

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

УМК буенча физик эшчәнлектә куллану өчен тематик план

"Татарча өйрәнәбез" укыту-методик  комплектының сүзлек минимумын  физик эшчәнлектә кулланып,  балаларга тел үзләштерергә ярдәм итү....

"Серле әкиәт донъяһына сәйәхәт" Кисә-ярыш, викторина

Балаларҙың башҡорт халыҡ әкәиәттәре буйынса белемдәрен, бәйләнешле телмәрен үҫтереү. Башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, балаларҙы ыңғай сифаттарға өйрәтеү....

«Урман йǝнлектǝре»

Тема: «Урман йǝнлектǝре»  Маҡсат: Урман йǝнлектǝре менǝн таныштырыуҙы дауам итеү hǝм уларҙыӊ ҡайҙа йǝшǝүҙǝрен (урманда) ǝйтергǝ ɵйрǝтеү;    Дɵйɵмлǝштереүсе h...

“Коммуникация өлкәсен төрле эшчәнлектә куллану”

ldquo;Коммуникация өлкәсен төрле эшчәнлектә куллану”                    Балаларны кечкенәдән ...

Йәнлектәр нисек ҡышлай?

Балаларға уҡығыҙ...

"Йыр-моң донъяһы" конкурсы

Йыр-моң – кешенең ғүмерлек юлдашы. Бик яҡшы тәрбиә сараһы ла. Музыка балаларҙа шатлыҡ, күңел күтәренкелеге, моңланыу кеүек төрлө хистәр уята, баланың рухи донъяһын байыта....