Конспект обрядового праздника у башкир "Встреча малыша"
план-конспект занятия (старшая, подготовительная группа) на тему

Лутфуллина Ляйсан Гумаровна

В конспекте участвуют дети и бабушка. Описывается утварь башкир, песни, игры.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_halkynda_bala_ustereu_bala_bplu_yolahy.docx10.19 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы Өфө ҡала округы Орджоникидзе районының

мәктәпкәсә йәштәге баланы үҫтереүсе муниципаль бюджет учрежденияһы

“Баланы үҫтереү үҙәге 182 – се балалар баҡсаһы”

«Башҡорт халҡында бала үҫтереү, бала бәпләү йолаһы»

                                                    Төҙөнө: тәрбиәсе

Лотфуллина Ләйсән Ғүмәр ҡыҙы

Өфө 2016

Маҡсат: балаларҙа үҙ халҡының ғөрөф - ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу; йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: сәңгелдәк, башҡорт орнаменттары төшөрөлгән балаҫ, ҡурсаҡ, самауыр, аш – һыу, һауыт-һаба, умарта.

Алдан эшләнгән эш: йырҙар ятлау, башҡорт халҡының йолалары тураһында әңгәмә үткәреү, «Әлиләү-бәлиләү» уйынын өйрәнеү.

Һүҙлек эше: Зәйнәп, Хәтирә, Мәҙинә, сәңгелдәк.

Сәхнә башҡорт йорто һымаҡ матур итеп биҙәлгән. Сәңгелдәк эленеп тора. Иҙәндә балаҫ, уның өҫтөнә сәк-сәк, ҡоймаҡ, бал, самауыр менән сынаяҡтар ҡуйылған.  Сәхнә артында көй яңғырай, Кендек инәйҙең тыуыр балаға әйткән теләктәре яңғырай:

Әлли-бәлли, һин ҡайҙа

Әйҙә миңә, мин бында.

Шатлыҡ-бәхет был ерҙә,

Барын ауыҙ ит әйҙә.

Ипләп кенә кил тыуымға,

Атаң китте инсе мал һуйырға.

Әсәкәйеңде интектермә,

 Әбекәйеңде бик тилмертмә,

Үрле-ҡырлы йүгертмә.

 Бәпес тауышы ишетелә. Бала тотоп, Кендек инәй килеп инә.

Кендек инәй: Бөгөн беҙҙә ҙур шатлыҡ, бәпесебеҙ тыуҙы. Кеше артты доняла, ризығың менән, төклө аяғың менән. Аллаға – шөкөр имен–аман ғына тыуҙы. Зифа буйлы , һылыу, егәрле, хәстәрле, саф күңелле, бәхетле, сәләмәт, ата – әсәңә ярҙамсыл бул.

Уңын бир, йүнен бир,

Йүнен бир, уңын бир. (Көй яңғырай)

Сәхнәгә ҡулдарында төрлө тәм-том тотоп, берәм-берәм балалар килеп инә. Улар Кендек инәйҙән һаулыҡ һорашалар:

Балалар: Һаумы Кендек инәй! Һаумы бәләкәс!

  1. се бала: Беҙ бәпес күрергә килдек.
  2. се бала: Бәпес ҡоймағы ашағы килә.
  3. сө бала: Бәхетле булһын.
  4. се бала: Сәләмәт булһын.
  5. се бала: Таштай ныҡ булһын.

Кендек инәй: Рәхмәт балалар теләктәрегеҙ өсөн, бигерәк аҡыллыһығыҙ икән, күстәнәсте лә мул алып килгәнһегеҙ. Әйҙәгеҙ ултырышығыҙ.

Балалар иҙәнгә йәйелгән балаҫҡа ултырышалар. Кендек инәй балаларҙы бәпес меәнән таныштыра.

Кендек инәй: Бына һеҙҙең бәләкәс кенә һеңлегеҙ. Бер – берегеҙҙе ҡарап, яҡлап, һаҡлап, ярҙам итеп йәшәгеҙ балалар, берҙәм булып үҫегеҙ!

Сәхнәгә әсә кеше килеп инә лә баланы ҡулына алып, һамаҡлай башлай:

Әсә: Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,

Ҡыҙыма килер йөҙ кеше

Йөҙ кешенең араһынан

Алып китер бер кеше.

Тфү-тфү күҙ теймәһен бәләкәсемә!

Кендек инәй: Балалар беҙ хәҙер бәпесте беренсе тапҡыр йыуындырып алайыҡ.

Кендек инәй баланы йуындыра, әсә кеше һыу һалып тора.

Кендек инәй:

Һалҡын һыу, тәмле һыу,

Минең биттәремде йыу,

Минең күҙҙәремде йыу,

Биттәрем алһыуланһын,

Күҙҙәрем ялҡынланһын,

Ҡулдарым таҙа булһын.

Балалар янына килеп бәпесте һикегә һалып тығыҙ итеп биләйҙәр.

Кендек инәй: Бәпестең муйыны нығынып башын тотһон өсөн тығыҙ итеп биләргә кәрәк. Балалар ә һеҙ беләһегеҙме, яңы тыуған баланы ҡырҡ көнө тулмайынса, яңғыҙын ҡалдырырға ярамай. Ен – шайтан алмаштырыуҙан һаҡларға кәрәк.

Әсә балаһын ҡулына ала.

Әсә: Балама күҙегеҙ тейеп ҡуймаһын, маңлайына ҡором һөртөп, ҡулына ҡыҙыл сепрәк бәйләргә кәрәк әле.

Барыһы ла ултырышалар.

1-се бала: Өләсәй ә бәләкәскә кем тип исем ҡушабыҙ?

2-се бала: Әйҙәгеҙ Зәйнәп булһын!

Кендек инәй: Зәйнәп – ғәрәп исеме, таҙа тигәнде аңлата.

«Зәйнәп» йырын йырлайҙар:

Зәйнәп килгән өймә,

Зәйнәп килгән өймә,

Зыңҡылдатып бейергә,

Зыңҡылдатып бейергә.

3-сө бала: Хәтирә тип ҡушайыҡ.

Кендек инәй: Хәтирә – ғәрәпсә иҫтәлек тигәнде аңлата балалар.

 «Хәтирә» йырын йырлайҙар:

Ҡапҡа төбөндә тораһың,

Ҡапҡа төбөндә тораһың,

Кем өсөн өҙөләһең, Хәтирәм,

Кем өсөн өҙөләһең, Хәтирәм?

4-се бала: Әйҙәгеҙ Мәҙинә булһын.

Кендек инәй: Мәҙинә – изге ҡала исемен аңлата. Бигерәк матур исем. Ә “Мәҙинә” йырын беләһегеҙме?

Балалар: Эйе, беләбеҙ!

 «Мәҙинә» йырын йырлайҙар:

Ҡулъяулығым икәү ине,

Береһе һыуҙарға аҡты,

Мәҙинәм, гөлкәйем,

Береһе һыуҙарға аҡты, бәғеркәйем!

Кендек инәйгә лә был исем оҡшай, әсә кеше менән һөйләшәләр ҙә,Мәҙинә тип ҡушырға булалар.

Кендек инәй: Ярар балалар, беҙгә лә был исем оҡшай, баланың етеһенә тиклем мулла саҡыртып, исем ҡуштырып алырбыҙ.

Әсә: (Баланы ҡосаҡлап) Бына исем дә һайланды минең ҡыҙыма, Мәҙинәм!

Кендек инәй: Бәләкәсебеҙ арып та киткәндер инде, малайҙар, ҡыҙҙар әйҙәгеҙ уны бишек йыры йырлап, сәңгелдәктә бәүелтеп, йоҡлатып ебәрәйек.

Барыһы бергә сәңгелдәк ҡырына баралар, баланы һалып, бәүелтеп йырлайҙар:

Хәтфә үлән – йәшел бәрхәт,

Йөрөр юлдарың.

Һинең өсөн бишек булһын

Минең ҡулдарым.

Йоҡла балам, йом күҙеңде,

Әли-бәли бәү.

Мин һаман да һинең яныңда,

Әли-бәли бәү.

Кендек инәй: Йоҡланы! Балалар әйҙәгеҙ күңел асып, берәй уйын уйнап алайыҡ.

1-се бала: Әйҙәгеҙ «Әлиләү-бәлиләү» уйынын уйнайыҡ.

«Әлиләү-бәләләү» уйынын уйнайҙар.

   Әлиләү генәйем,

   Бәлиләү генәйем.

   Әсмәбикә тыпырлатып

   Баҫып килә генәйем.

   Иртә лә кил, кис тә кил,

   Тәҙрәмде сирт тә кил.

   Сиртеүеңдән танырмын да,

   Ҡаршы сығып алырмын.

Кендек инәй: Эй афарин балалар, бигерәк күңелле һеҙҙең менән. Әйҙәгеҙ инде хәҙер самауырҙы яңартып алып керәйек, үҙегеҙ алып килгән күстәнәстәр менән сәй эсеп алырбыҙ.

Көй яңғырай.

Кендек инәйсамауырҙы алып сығып китә, балалар ҙа уның артынан сығалар. Бала илап уяна. Әсә кеше баланы күтәреп алып, һамаҡлай башлай:

Әсә: Һәтес, һәтес, һәтес тә,

Бигерәк матур бәпес тә,

Кем ҡарамай, кем һоҡланмай

Бындай матур бәпескә.

Көй яңғырай.

Әсә лә балаһы менән башҡалар артынан китә.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Хәйҙәров Х. «Туй йолалары». – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. – 64 бит.
  2.  Ғәләүетдинов И. Ғ. Һ.б. Балалар фольклоры: Бала саҡ – уйнап – көлөп үҫер саҡ. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. – 160 бит.
  3. Ғөбәйҙуллина Ф. Х. Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар. – Өфө: Китап, 2011. – 208 бит.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ПРОГРАММА – СИНТЕЗ «НЕИССЯКАЕМЫЙ РОДНИК» Ознакомление дошкольников с культурными общечеловеческими ценностями, обычаями, обрядовыми праздниками народов России и Европы в условиях детского сада. Ч.3

Русские с интересом осваивают европейскую и мировую культуру, но и богатейшая российская культура, одна из наиболее своеобразных и богатых культур Евразии, не должна оставаться тайной за семью п...

Цикл календарно-обрядовых праздников по русскому народному фольклору

Как проводить календарно-обрядовые праздники, включая песни, игры, хороводы....

Обрядовый праздник на основе национальных традиций "Играем в свадьбу" (Туйлы уйныйбыз) на татарском языке

Способствовать знанию культуры своего народа и в игре познакомить дошкольников с одним из важнейших обрядов во всех традиционных культурах - свадьбой....

Фольклорный обрядовый праздник "Сватовство"

НАш детский сад принимал участие во Всероссийском конкурсе "Юные звезды сцены-2011".  Тема конкурса: "Фольклор"., по тиогам конкурса мы заняли второе место по Центральному  Федеральному окру...

"Рождественские посиделки" (календарно - обрядовый праздник, конспект)

Материал полезен, тем кто ищет конспект занятия по проведению календарно - обрядовых праздников....

"Праздник русской берёзки" - сценарий календарно-обрядового праздника для детей старшего дошкольного возраста.

      Народный календарно - обрядовый праздник проводится на основе фольклорного материала.  Петь русские народные песни, водить хороводы, играть в любимые народом игры - эт...

План-конспект театрализации русского обрядового праздника «Лельник» для детей подготовительной к школе группы.

[[{"type":"media","view_mode":"media_large","fid":"12803241","attributes":{"alt":"","class":"media-image","height":"270","width":"480"}}]]План-конспект театрализации русского обрядового праздника...