Республика көнө
материал (подготовительная группа) на тему

Газизова Лэйсан Рауфовна

Данный материал будет полезен для музыкальных руководителей и воспитателей.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл respublika_kono.docx23.33 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное  дошкольное  образоватеьное  бюджетное  учреждение

Башкирский  детский  сад  общеразвивающего  вида  № 25  “Теремок”

Г. Белорецк  муниципального  района  Белорецкий  район  РБ

Согласовано:

Старший  воспитатель

Ахматнурова  М.Т.

 _______________________ г.

СЦЕНАРИЙ  ПРАЗДНИКА КО  ДНЮ  СУВЕРЕНИТЕТА  РЕСПУБЛИКИ  БАШКОРТОСТАН

Составила :

Музыкальный  руководитель

Газизова  Л.Р.

Белорецк – 2016

Сәскә  ат, тыуған Башҡортостан!

Мәктәпкәсә  йәштәге  балалар  өсөн  байрам  сценарийы.

Сәхнә  байрамса биҙәлгән. Талғын  ғына  музыка  аҫтында  балалар  һәм  тәрбиәселәр  залғ а инәләр. Балаларҙың  ҡулдарында  япраҡтар. Теҙелешеп  4 рәткә  торалар.

”Танец  с  листьями”

Бейеуҙән  һуң  урындарына  баҫалар.

   Алып  барыусы: Хәйерле  көн, балалар, хөрмәтле  ҡунаҡтар! Бөгөн  беҙҙә  ҙур  байрам!Һәр  кешенең  тыуған  көнө  булған  кеуек, илдәрҙең  дә  барлыҡҡа  килгән  көнө  була. Беҙ  бөгөн  яратҡан  байрамдарының  береһе  Башҡортостан  республикаһы   көнөн  билдәләйбеҙ.

   Алып барыусы: Каждому из нас близко и понятно слово «Родина». Родина, это место, где мы родились, где жили наши родители, дедушки и бабушки и наши далекие предки. Здесь все нам близко и знакомо: язык, быт, обычаи и традиции народа. Здесь живут наши друзья, близкие нам  люди.

1. Тыуган ерем — Уралтау

Балҡып  нурланып ята.

Иртәләнеп   алланып

Якты  тандары  ата.

2. Башкирия, мой  край,  родной

Трудолюбивая  земля!

Сияя   щедрой  красотой

Цветут  сады, шумят  поля

3. Башҡортостан – һин  беҙҙең

Тыуып  үҫкән  илебеҙ

Беҙгә  икмәк, өй  биргән

Һыуын  эскән  еребеҙ!!!

4. Башкирия! Моя земля и небо,

Моя любовь, мой   соловьиный  край.

Мне  жаль того, кто здесь ни разу не был

Мне жаль того, кому еще не пел курай!

5.Великую землю, любимую землю                                  
Где мы родились и  живём.                                                    
Мы Родиной светлой, мы Родиной милой.                                      
Мы Родиной нашей зовём.              

6.Мәңге  йәшә  һин,

Тыуған  илгенәм

Балҡы  һин, ҡояш

Яҡтыр  көн генәм!

Йыр “Ватан” Ф. Гершова  музыкаһы.

Йырҙан  һуң  урындарына  ултыралар.

Звучит  курай. Алып  барыусы:

Голос птиц, мелодии рассвета,

Все передает тростинка эта

Он слов не говорит, наверняка,

Хотя и голос есть, да нету языка

Там, где родились мы,

      И тростник поет

       Спросите, что это,

      Каждый назовет!

Алып барыусы: Эйе, дөрөҫ, был  ҡурай. Ә  ҡайҙа  үҫә  ул  ҡурай?

Слайд 2.Ҡурай  үләне  Урал  тауҙарында  ғына  үҫкән  тәбиғи  үҫемлек. Ошо  үләндән  музыкаль  инструмент  яһайҙар  ҙа  инде. Һабаҡты  ҡырҡып  алалар һәм  5  уйым  яһайҙар.Ҡурайҙа  өрөп  уйнайҙар.

Слайд  3.

Алып  барыусы: Балалар ,ҡарағыҙ әле, бына   миндә  тылсымлы  ҡурай  сәскәһе бар, тик  ел  уны  тирбәтеп  сәскәнең  таждарын  туҙҙырып  ташлаған. Һанай  ҙа, һорай, ни  эшләп  7? Эйе, ҡурайҙың  7  тажы - 7  ырыуҙы  белдерә, уларҙың  башҡорт  халҡының  (7) Ҡурайҙың  Һәр  бер  тажында  һорау  яҙылған, уларға  яуап  тапһаҡ, ҡурай  сәскәһен  йыйып буласаҡ. Һеҙ  әҙерһегеҙме?

2 – се  алып барыусы: 1 – се  тажын   алайыҡ  әле. Ер  йөҙөндә  һәр  бер  илдең, республиканың  3  билдәһе  бар, йәки  символы . Әйтегеҙ  әле, нисек  атала  улар?

(балаларҙың  яуаптары)

Слайд. Флаг, герб, и гимн.

Отдельно  слайд  флага:

1 - се символ- республикабыҙҙың  дәуләт флагы.Ниндәй  төҫтәрҙән  тора  ул  флаг? Дәуләт  флагында  өҫтән  аҫҡа  зәңгәр, аҡ, йәшел  төҫтәр  бар. Нимәне  аңлата һуң  был   төҫтәр? Зәңгәр  төҫ – күк  йөҙөн, ғәҙеллекте, теләктәрҙең  сафлығын  аңлата. Ағы – татыулыҡты  белдерә.Йәшеле – ер  йөҙөн  иҫкә  төшөрөп  тора. Ул  азатлыҡ  һәм  тормоштоң  мәңгелек  билдәһе. Ә  ҡурай  сәскәһе – дуҫлыҡ  символы. Афарин, беләһегеҙ  икән!  

2 – се  дәуләт  символы  ул -  герб.Уның  авторы  - рәссам  Фазлетдин  Ислахов.Герб  нимәнән  тора? (балалрҙың  яуабы)Дөрөҫ,балалар, герб –түңәрәк  эсендәге беҙҙең  батырыбыҙ   Салауат  Юлаев  һәйкәле  һүрәтенән  тора.

3 – сө  символы  булып  гимн  тора. Гимн – Башкортостан  республикаһының  иң  төп , тантаналы  йыры  булып  һанала. Гимндың  авторы  - композитор  Фәрит  Иҙрисов. Гимнды  ҡайҙа  ишетергә  мөмкин? (радио, телевидениела).Гимн   матурлыҡты   данлай, беҙҙең  күңелдәрҙә  ғорурлыҡ  тойғоһо  уята. Шуға уны  һәр  саҡ  баҫып  тыңлайҙар.

(Звучит  гимн) Тыңлағандан  һуң  урындарына  ултыралар.

-Алып  барыусы: беренсе  һорауға  яуап  таптыҡ, икенсе  тажды  алайыҡ  әле. Ҡыҙҙар  бейеуен  ҡарап  алайыҡ, тип  яҙылған.

Танец  девочек “Кукушка” Урындарына  ултыралар.

-Алып  барыусы: Икенсеһенә  лә   яуапты  ла  таптыҡ.

Алып  барыусы: Киләһе   тажында  нимә  көтә  икән  беҙҙе? Тыуған  ил  тураһында  мәҡәлдәр   әйтеп  китегеҙ.

Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.

·        Ил ҡәҙерен белмәгән - башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән - ашын юғалтҡан.

·        Ир аҡылы - бер алтын, ил аҡылы  – мең алтын.

·        «Халҡым» тигән ир - алтын.

·        Ир- егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.

·        Ил эшенең иртәгәһе маҡтаулы.

·        Мал торған ерен онотмаҫ, егет  тыуған илен онотмаҫ.

·        Илең  ни күрһә, һин дә шуны күрерһең. 

Алып  барыусы: Афарин, бик  күп  беләһегеҙ  икән  мәҡәлдәр.3  сө таждың  да  һынауын   сос  үттегеҙ.Ҡурай  сәскәһенә  оҡшай башланы  шикелле. Шулаймы  балалар?

Алып  барыусы: 4 – се  тажды  ла, алайыҡ, һынауын  үтәп  ҡарайыҡ.Ә  хәҙер  батырҙар  йырлар- бейеп  күрһәтһен.

Йыр  “Мин – башҡорт  балаһы”(малайҙар)

Алып  барыусы: Афарин, малайҙар! Һеҙҙең  ярҙамығыҙ  менән  4 – се  тажды  ла  йыйып  ҡуйҙыҡ.

Алып  барыусы: Киләһе  тажда  ниндәй  һынау  көтә  икән? Һеҙ  ниндәй  милли  башҡорт   уйындарын  беләһегеҙ ?(әйтеп  китәләр).         Әйҙәгеҙ, әле  шуларҙың  береһе  “Тирмә” не  уйнап  алайыҡ.

Уйнағандан  һуң  урындарына  ултыралар.

Алып  барыусы: Балалар, нисә  тажды йыйҙыҡ  беҙ? 5.

Алып  барыусы: Алтынсыһын да алайыҡ, яуабын  табып  ҡарайыҡ.  Әйҙә әле, баҫ, баҫ,

Йырлап, бейеп күңел ас!

Халҡыбыҙҙың көйҙәре

Бер ҡасан да ялҡытмаҫ!

Ҡыҙҙар  менән  малайҙар  бергә  бейеу  башҡарһын. Әйҙәгеҙ, әле .

Танец  с  тканью “Хан  ҡыҙы“

Алып  барыусы: берҙәмлектә  -  көс  тиҙәр, бергәләп  был  һынауҙы ла үттек.

Алып  барыусы : Иң  һуңғы  7 –се тажына  ла  килеп  етттек. Башҡортостан  тураһында  шиғырҙар  һөйләп  китегеҙ. Балалар, ҡарағыҙ  әле, беҙ  таждарҙан   ниндәй  матур  ҡурай  сәскәһе  һеҙҙең  менән  йыйып  ҡуйҙыҡ. Ә  хәҙер  әйҙәгеҙ, шиғырҙарға  күсәйек.

1.Мы рассказать хотим о том,

Как   мы живем в краю родном.                          
Мой край, родной  Башкортостан,

Ты  лучше  всех  далеких стран.                    

2.Башҡорт  иле – изге  төйәк,

Дуҫ  йәшәй  барса  милләт.

Киң  күңелле  халҡым  өсөн,

Дуҫлыҡ  көсө  бик  ҡиммәт.

3.Ҡотло  булһын  ҙур  байрамың,

Республикам, бергенэм

Сәскә ат һәм  тыныслыҡта  

Йәшә  ғәзиз  ергенәм!

Йыр “Башҡортостан – илгенәм”

Ә  хәҙер  һүҙҙе  балалар  баҡсаһының мөдире  Таңсулпан  Нуритдин  ҡыҙына  бирәбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий беседы с применением презентации для старших дошкольников, посвящённой 95 –летию Республики Коми «Известные спортсмены Коми республики».

Данный материал можно использовать по тематической неделе "Я живу в Коми Республике", знакомя детей с известными людьми (спортсменами) республики для старших дошкольников....

ЗАКОН ЧУВАШСКОЙ РЕСПУБЛИКИ ОБ ОБРАЗОВАНИИ В ЧУВАШСКОЙ РЕСПУБЛИКЕ (измененный)

(в ред. Законов ЧР от 27.03.2014 N 18, от 26.06.2014 N 38,от 01.11.2014 N 67, от 08.12.2014 N 77)...

Сценарий посвященный празднику День республики «Татарстан — моя республика»

Сценарий посвященный празднику День республики «Татарстан — моя республика»...

Проект «Родная моя республика», посвященного 95-летию Республики Коми

Цель проектаФормирование основ нравственной культуры, гуманистического отношения к окружающему миру и любви к родному краю.Назначение проектаМероприятия, направленные на расширение знаний и представле...

Сценарий праздника ко Дню Республики Башкортостан «Цвети, Республика моя!»

Сценарий праздника посвященный Дню Республики Башкортостан...