"Цветик- семицветик для Красной Шапочки".
материал (средняя группа)

Газизова Лэйсан Рауфовна

Данный сценарий праздника  будет полезен для музыкальных руководителей, воспитателей детских садов, где обучение и воспитание ведется на родном башкирском языке.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 8_marta.docx19.39 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное  дошкольное  образовательное  бюджетное  учреждение  Башкирский  детский  сад  общеразвивающего  вида  №  25  «Теремок»  г. Белорецк  муниципального района  Белорецкий  район  РБ

Сценарий в средней группе на 8 марта

 “Цветик-семицветик для Красной Шапочки”

Составила: музыкальный руководитель

Газизова Лэйсан Рауфовна

2020

А.б. Килеп етте 8 – се март

Әсәйҙәр, был һеҙҙең көнөгөҙ.

Һеҙ үҫтергән балаларҙан

Ҡайнар сәләм  ҡабул итегеҙ.

8 –се март көнөндә

Шаулатып ерен, куген.

Беҙ ҡәҙерле әсәйҙәрҙе

Ҡотлап йырлайбыҙ бөгөн.

Балалар шиғыр һәйләйҙәр.

1.Бөгөн әсәйҙәр байрамы

Бөгөн ерҙә тантана

Ҡояш шуға көлә бөгөн

Гөлдәр шуға шатлана.

2.Әсәйҙәрҙең байрамына

Ҡыуана шулай улар.

Әсәйҙәрҙе ҡотлай бөгөн

Ерҙә барлыҡ балалар.

3.Көндәр аяҙ, күктән алһыу

Нур һибеп ҡояш көлә.

Ергә тама көмөш тамсы,

Һағынып көткән яҙ килә.

Алып килә беҙгә яҙ,

Сәскәләр бәйләме!

Килеп етте матур байрам

Әсәйҙәр байрамы.

Йыр “  Әсәйем-әсәкәйем”

А.б.:Беҙ яҙ килеуен күптән көтәбеҙ, сөнки ул иң беренсе яҙғы байрамды – әсәйҙәр байрамын алып килә. Ул байрам- иң йылыһы, иң нурлыһы, иң ҡәҙерлеһе.

Балалар, тыңлағыҙ әле. Беҙгә кемдер ашыға түгелме? Мин ниндәйҙер тауыш ишетәм.

Күңелле көй аҫтында Ҡыҙыл ҡалпаҡ килеп инә. Ҡулына сәскә һәм кәрзин тотоп алған.

Ҡыҙыл ҡалпаҡ: Һаумыһығыҙ балалар! 

А.б.: Балалар, ә һеҙ танынығыҙмы? Кем беҙгә килгән ул?

Ҡыҙыл ҡалпаҡ: Мин  өләсәйемде  8 март байрамы менән ҡотларға тип китеп барам, юлда сәскәләр йыя- йыя китеп барһам, һеҙҙең күңелле йырығыҙҙы ишеттем дә, һеҙгә инеп сығырға булдым.

А.б.:Бына беҙҙең дә балалар бөгөн әсәйҙәрен ҡотларға тип йыйылдылар. Йыр-бейеуҙәр, шиғырҙар бүләк итәләр улар. Ә һин өләсәйеңә әҙерләнеңме бүләк?

Ҡыҙыл ҡалпаҡ: Күрәһегеҙме, мин ниндәй матур сәскә өҙҙөм. Мин ошо сәскәне өләсәйемә бүләк итәм! Ул бер сәскәгә лә оҡшамаған! (Өйрәлә башлай, таждары ҡойола).

Ҡыҙыл ҡалпаҡ: (илай) Хәҙер өләсәйемә нимә бүләк итәм инде?

А.б. Ҡыҙыл ҡалпаҡ, ҡайғырма, тыңла әле, һин дөрөҫ әйттең был сәскә бер сәскәгә лә оҡшамаған, был ябай түгел,ә тылсымлы сәскә. Балалар, был сәскәнең нисек аталғанын да белә. Ниндәй сәскә ул? (цветик - семцветик).

Ҡарале, Ҡыҙыл ҡалпаҡ. Был сәскәнең таждарына һынауҙар яҙылған, беҙ шуны үтәһәк, таждарынан ҡабат сәскә йыйып була.

Ҡыҙыл ҡалпаҡ: Һеҙ миңә ярҙам итәһеҙме?

А.б. Әлбиттә. Беренсе тажын алайыҡ, уҡыйыҡ , нимә тип яҙылған икән?

Күңелле бөгөн залда

Әсәйҙәр килгән беҙгә

Ултырмайыҡ, баҫайыҡ

Бейеп (Уйнап)күңел асайыҡ.

Бейеу “У меня, у тебя”(мл.группа).

Веселые поварята (ср. группа)

Ҡыҙыл ҡалпаҡ: Афарин, балалар.

А.б. Тажды ҡуяйыҡ. Киләһе тажды алайыҡ. Бында ниндәй һынау яҙылған икән?

Беҙҙең балалар баҡсаһы

Хас гөлдәр иле һымаҡ

Унда үҫкән сәскәләрҙән

Беҙҙең күңелдәр сыуаҡ.

Берәү, икәү, өсәү, дүртәү,

Гөлдәребеҙ күп икән.

Береһе ҡыҙыл, береһе һары,

Ә һинеке күк икән.

Уйын “Сәскәләрҙе вазаға йый”

А.б.Афарин,балалар.

Ҡыҙыл ҡалпаҡ. Бына беҙ сәскәнең таждарын йыйып барабыҙ.

А.б. тағын бер тажын ҡуяйыҡмы ? Улайһа, тыңлағыҙ әле.

Кем иртән һөйөп уята?

Эсерә тәмле сәйен?

Баҡсаға ла оҙата

Көләс йөҙлө ...(Әсәйем!)

Дөрөҫ, әсәйҙәр. Беҙҙең әсәйҙәр шул тиклем уңған, нигә генә тотонһалар ҙа, бөтөн нәмә ҡулдарынан килә.

Шиғыр. Әсәйем уңған минең

Аш бешерә, сәй эсерә.

Ҡоймаҡтымы? Ул ҡоймаҡты

Тел йоторлоҡ бешерә!

(пригрыш дети выстраиваются)

Йыр “Әсәй ҡоймаҡ әҙерләй”

Ҡыҙыл ҡалпаҡ:Балалар, ҡарағыҙ әле. Тағын бер генә таж ҡалды.

А.б. Беҙҙең әсәйҙәр бар ергә лә өлгөрәләр, эшкә лә йөрөйҙәр, тәмле аш бешерәләр, һеҙҙе лә матур, бөхтә итеп ҡарайҙар. Ҡарағыҙ әле, бөгөн ҡыҙҙарҙың сәсен нисек матур итеп үргәндәр?

 Был  таждың һынауы шул: әсәйҙәрҙе тикшереп ҡарайыҡ әле, уйынға саҡырайыҡ.(  2 команда, 3 –шәр әсәй)

Т аҫмаларҙан сәс үреу.

А.б. Афарин, әсәйҙәр. Бына һуңғы таждың да һынауын үтәнек. Ҡыҙыл ҡалпаҡ, бөтөн таждарын сәскәнең йыйҙыҡ.

 

 Ҡыҙыл ҡалпаҡ: Эйе рәхмәт һеҙгә балалар, ярҙам иттегеҙ миңә. Мине өләсәйем бит көтә. Китергә кәрәк миңә. Һеҙҙе барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым....Һау булығыҙ! (Ҡ.ҡ.сығып китә).

Ә хәҙер балаларығыҙҙан киләһе йырҙы бүләк итеп ҡабул итегеҙ.

“Әсәй менән гөл ултырттыҡ”(Ах какая мама)

А.б. Әсәйҙәргә арналған иртәлегебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Әсә һәм бала улар бер бөтөн...Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйҙәргә ҡарата беҙҙең һөйөуебеҙ сикһеҙ.Был тойғо мәңгелек.

                             

                                    Шарҙар менән бейеу.(Сәскәлр менән бейеу)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий спектакля «Красная Шапочка» (по мотивам сказки Ш.Перро «Красная Шапочка»)

Сценарий спектакля написан по мотивам известной сказки Ш. Перро «Красная Шапочка». Сюжет сказки не изменился, однако теперь Красную Шапочку ждут новые приключения по пути к Бабушке. У неё появятся не ...

Методическая разработка на развитие связной речи у детей старшего дошкольного возраста на тему «Красная Шапочка» с использованием, технологии театральной деятельности (инсценировка сказки «Красная Шапочка») и игровой технологии речевого развития

Методическая разработка  на развитие связной речи у детей старшего  дошкольного   возраста  на тему  «Красная Шапочка»с использованием, технологии театральной деятельност...

Театрализованное представление в старшей логопедической группе «Семицветик» «Красна Шапочка на новый лад»

Сценарий театрализованного представления по мотивам сказки "Красная Шапочка"...

Презентация игровой образовательной ситуации по сказке «Красная Шапочка» на основе педагогической технологии Т.А.Егоровой "Встреча с домовенком Кузей "На помощь Красной Шапочке".

Цель: продолжать формировать умение решать диалектические задачи по сказкам.Задачи:1. Обучающие: упражнять детей в умении использовать в устной речи прилагательные и согласовывать их с ...

Конспект по развитию читательских умений. Тема: «Чтение сказки В. Катаева «Цветик-семицветик» Цель: Познакомить детей со сказкой В.Катаева «Цветик – семицветик».

Задачи:Образовательные:- продолжать учить детей правильно воспринимать художественные произведения, выделять главную мысль;- формировать умение подбирать наиболее подходящие по смыслу образные слова и...

Театрализация сказки "Красная шапочка на новый лад" (по мотивам сказки "Красная шапочка" (Шарль Перро)

сценарий театрализованной деятельности в детском саду для старшего дошкольного возраста....