"Бәпескә исем ҡушыу" йолаһы.
материал

Хасанова Айгуль Камиловна

«Исем ҡушыу йолаһы башҡорт халҡында Ислам дине талаптарына ярашлы башҡарылған. Мулла саҡырғандар, Кендек инәһен, яҡын туғандарын йыйғандар. Өйгә шайтан инмәһен өсөн, мулла килгәнсе ишек-тәҙрәләрҙе, йүшкәләрҙе яҡшылап ябып ҡуйғандар. Бәпесте йыуындырып, таҙа йүргәккә төргәндәр, ирененә бал тамыҙғандар һәм, башын көнсығышҡа ҡаратып, мендәргә һалғандар»

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bpes_tuyy.3_1.docx19 КБ

Предварительный просмотр:


Инеш ҡобайыр.

А.К.: -Бер тигәс тә ни яман

Иленә һынау килгән саҡта

Берләшмәгән шул яман.

-Ике тигәс тә ни яман

-Ирек өсөн көрәшкәндә

икеләнһәң, шул яман

-Биш тигәс тә ни яман

Ҡурсаҡ кеүек өй эсендә

Бишек булмау, шул яман

Сәхнә асыла, Ҡарт өләсәй бәпес бәүетеп ултыра. Бишек йырын йырлай, эргәһендә 5-6 йәштәрҙәге бала.

-Әлли –бәлли итергә

Ал бишеге бар уның

Илағанда тирбәтергә

Өләсәһе бар уның

Әлли бәлли итер ул

Мәктәпкә лә китер ул

Тырышып һабаҡ уҡыһа

Ғалим булып китер ул

-Эй ғүмер тигәнең...үтәһең дә ғүмер, ай үтәһең... тигәндәй. өлкән улымдың оло малайына килен төшөрөп, хоҙай миңә өсөнсө быуын ейәндәремде лә күрергә насип иткән, аллаға шөкөр, мин тағы бишек тирбәтеп ултырам.

Кендек инәһе килеп инә, ейәсәрен эйәртеп.

А.К.: -Әле шәпмеһегеҙ, әхирәт?

А.Ф.: - Әйҙүк, әхирәт, түрҙән, ҡалай маҡтап йөрөйһөгөҙ, фатихаң киң булһын .

А.К.: -Эйе, амин, мәжлестәр ҡотло булһын, кәңәштәр ҡушылһын, Исем ататырға булғанһығыҙ икән шул, бик мәслихәт, бала тынысланып ҡала ул.

Бала мыжый. Өләсәй бала бәүетә.

А.Ф.:

  • Аллаһыу, аллаһыу,
  • Кәзәләрҙе тауға ҡыу,тауға ҡыу
  • Тауҙан ҡайтһа, һыуға ҡыу, һыуға ҡыу
  • Һыуҙан ҡайтһа һау ҙа ҡуй,һау ҙа ҡуй
  • Бәпесебеҙ йоҡлаһын, сәскә башы мыртлаһын.

А.К.: -Минең ҡыҙым да бәпес йоҡлата белә ул. йәле, ҡыҙым, йырлап күрһәт.

-Йоҡларға, йоҡларға “(Муса Сиражи һүҙҙәре , Р.Сәхәүетдинова музыкаһы)

-Ә беҙ шиғыр беләм. (Элиза, Риана, Элина шиғыр ятлайҙар)

А.К.: -Эй, ҡайһылай оҫта! (бәпес күстәнәсе өләшелә балаларға)

А.Ф.:  -Ә тиҙәйткес беләһегеҙме?

А.К.:  –Әйҙәгеҙ ,өйрәнәйек әле.

Мейес башында биш бесәй

Биш бесәйҙең биш башы

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес башы

Т.Ф.: -Эй кендек инәйебеҙ ҙә килеп еткән икән, һауғынамы инәй, хәл әхүәлең нисек?

А.К.: -Аллаға шөкөр, килен, бына ҡыҙыл еп менән ҡортбаш алып килдем, кеше –маҙар йыйылып бөткәнсе бәпестең башлығына тегеп, ебен ҡулына тағып ҡуй әле, күҙ тейә күрмәһен.

А.Ф.: -Эйе шул, былай ҙа илап тора әле, килендең апаһы килгән ыңғайына яратҡан ине, ахырыһы, шуның күҙе тейҙе, күлдәк итәгенән һүрентеһен урланым әле, үҙе түрбашта саҡта төтәтә һалайым әле.

Ҡара күҙҙҙән, һоро күҙҙән,

Зәңгәр күҙҙән, көф-ф,көф ф!

Ҡайҙан килдең, шунда кит

Күҙең ҡара ҡаҙан аҫтына

Күҙең ҡара ҡаҙан аҫтына

Тфү, көф-ф!

(Cәңгелдәк тирәләй төтәтә)

(Мулла, хужалар килеп инә, ултырышалар)

(Мулла)

-Бөгөн бик ҡыуаныслы көн, сөнки бөгөн  донъяға килгән ҡыҙ балаға исем ҡушыу байрамына йыйылғанбыҙ, йола буйынса элек –электән ир балаға атаһы,ҡыҙ балаға өләсәһе исем һайлаған. Ниндәй исем таптығыҙ?

А.Ф.: -Әҡлимә исемле ҡыҙ бала,

Беләгемде талдыра,

Үҙе биләүҙә генә булһа ла

Күп егеттәрҙе хайран ҡалдыра

(һамаҡлап өләсәһе ҡыҙ баланы мулла янындағы яҫтыҡҡа ҡиблаға ҡаратып һала.

Мулла

-Ата әсәңә шәфҡәтле бул,

Олоға кесе бул,

Кесегә оло бул,

Уң ҡолағыңа –аҙан

Һул ҡолағыңа –исем!

Мулла аҙан уҡып, уң ҡолағына, шунан һуң һул ҡолағына 3 тапҡыр исемен әйтә.

-Бик хуп!

-Бик мәслихәт!

Мулла.

Атын мин бирҙем, йәшен алла бирһен

Балаға исем ҡуштыҡ-

Донъя гиҙәһе генә ҡалды.

-Эйе бик тә шәп, матур исем һайлағанһығыҙ. Беҙҙең ата бабаларыбыҙ ҙа элек мәғәнәле исемдәр ҡушалар ине, шул ғәҙәтте ташламауығыҙҙы хуплайым, ҡалғандарға ла ошо теләгемде теләйем. Исем-есеменә тап килергә тейеш. Ер – һыуға ,тәбиғәткә бәйләп: Айһылыу, Көнһылыу, Урал тип, тыумыштан миңле булһа Минлебикә, Миңлеғәле, Миңлегөл тип, атаһына иш булһын өсөн Ишбирҙе, Иштуған, Ишбулды тип ҡушҡандар. Бына исем ҡушҡанда ошоларҙы иҫтә тотһағыҙ һеҙгә рәхмәтем сикһеҙ булыр ине, йәш быуын!

-Исем ябай ғына атама түгел. Уға киләсәккә өмөт бағлаған, ата – әсәһенең һөйөүе һалынған .

Т.Ф.: - Эйе, кил әле үҙемә, Әҡлимә ҡыҙым. (баланы алып һикертә)

Балам бар – наҙы бар,

Бер ай һынлы ҡыҙым бар

Йылтыр-йылтыр күҙе бар,

Бөтә кеше ҡыҙығыр

Тфү- тфү,тфү икән,

Ай һынлы түгел икән.

Атаhы баланы алып һөйә.

- Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,

Ҡыҙыма килер йөҙ кеше.

Йөҙ кешенеӊ араhынан,

Алып китер ҡыҙымды

Арыҫландай бер батыр!

А.Ф.: -Минән ейәнсәремә бүләккә юрған бүләк итәм.Бәхетле бул,балаҡай.

ҺАП-ҺАП минең ҡулым түгел

Ғәйшә-Фатима ҡулы

Олоно оло тиең

Кесене кесе тиең

Атаны атам тиң,

Әсәне әсәм тиң

Олонан кесе, кесенән оло була бел

Иҙел күрмәй итек сисмә

Сабырлы, түҙемле бул,

А.К.: - Оҙон ғүмерле бул. Һеҙгә бүләккә ойоҡбаш бәйләнем.

Ата–әсәhенә терәк, ярҙамсы булhын.

Мулла.

- Йома, изге көн, ҡайһылай сауаплы булдығыҙ бына туғандар, йәштәр, бәлки, бик белеп тә етмәйҙер, йома көндө кем ҙурлаһа, йәннәттәргә тура китәр.

Мулла

-Ен-пәрей, шайтан алыштырмаһын өсөн сәңгелдәккә бысаҡ, йә ҡайсы һалып йөрөгөҙ.

-Эйе, эйе шулайтырбыҙ.

(Сәңгелдәккә һалып бишек йыры йырлайҙар).

Т.Ф. : -Әлли – бәлли  итәр ул

Йоҡоларға китәр ул

Бәү-бәү итеп күҙ йомоп

Тирләп, йоҡлап китәр ул.

Шул арала бәпес бүләге тараталар.

Байрам сәйенә рәхим итегеҙ.

1.“Батмус бейеүе»

Батмус менән ашамлыҡтар сығаралар ҙа ултырышалар.

2. Йыр. «Әсәйҙең доғалары». (Р.Миңнуллин һүҙҙәре,И .Закиров музыкаһы)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ана -бөек исем Нэрсэ җитэ Ана булуга...

Торжественное поздравление на День Матери....

" Ана боек исем" (на татарском языке)

Зал матур итеп бизәлгән. Чәчәкләр, шарлар эленгән. Вальс көенә балалар керәләр, ярымтүгәрәк ясап басалар.Тәрбияче:  - Хәерле көн, хөрмәтле кунаклар, әниләр,әбиләр. Без бүген балалар белән бергәлә...

Сценарий "Ана --- бөек исем"

Материал  о  празднике  наших  мам.На  этом  сценарий  разные  стихи  ,  конкурсы  для  мам....

Проект "Әти-әни биргән исем"

Балаларга татар теленең матур яңгыраешын күрсәтү,  татар исемнәренең мәгънәләрен ачу....

сценарий утренника,посвященного Дню Матери на татарском языке "Ана боек исем"

В сценарии использованы песни и танцы из УМК дисков.....

“Бала туды - шатлык артты”(Исем кушу йоласы)

Халкыбызның рухи мәдәниятенә алып керүче тагын бер чыганак- татар халкының милли, күркәм йолалары.  Милли йолалар, гореф гадәтләр  аша, балалар халкыбызның элеккеге тормышы, яшәү рәвеше...