"Сөмбөлә байрамы"
план-конспект занятия (подготовительная группа)
Көҙ үткәрелгән "Сөмбөлә байрамына" иртәлек сценарийы
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 18.85 КБ |
Предварительный просмотр:
Мәктәпкә әҙерлек төркөмө
Сөмбөлә байрамы
Күңелле көй аҫтына ҡулдарына төҫлө япраҡтар тотҡан балалар килеп инә.
А.б. Хәйерле көн, балалар, ата-әсәләр! Бөгөн беҙ йыл да үткәрелеп килгән ҙур байрамға йыйылдыҡ. Тәбиғәттә бар үҫемлектәр әйтерһең дә береһенән-береһе матурыраҡ күлдәк кейгән. Ағастарҙа һары-ҡыҙыл япраҡтар.
Йыр “Килеп етте тағы көҙ көнө”
Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел, көҙҙөң алтыны.
Саған япраҡтары ғәжәйеп,
Яна улар, яна ялҡынлы.
Һары, йәшел тәңкә ҡойола
Талғын ғына йомшаҡ елдә лә.
Һабағынан япраҡ айырыла
Йылы ғына сыуаҡ көндә лә.
Балалар ике шеренгаға теҙелә. Залға Сөмбөлә – Көҙһылыу килеп инә.
Сөмбөлә. Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Мин һеҙҙе күрергә бик шатмын. Йыл үтеү менән тағы һеҙҙең янға килдем.
Шиғырҙар
1-cе бала
Ел менән ҡыуышып
Япраҡтар ҡойола.
Осар ҡош талпынып,
Китергә йыйына.
2-се бала
У меня букет осенний
Разноцветный и последний.
В нем есть клена лист резной,
Лист калины расписной
Япраҡтар менән бейеү
Балалар ултыралар.
А.б. Көҙһылыу килгән ҡунаҡҡа. Үҙе менән ниндәй генә буяу алып килмәгән. Улар менән барлыҡ япраҡтарҙы төрлө төҫкә буяған да ҡуйған. Рәссам беҙҙең өсөн көҙгө пейзаж яһаған һәм үҙенең вернисажына саҡыра.
(экранда - көҙгө пейзаж. Залға ҡарға килеп инә.)
Ҡарға. Ҡар-ҡар! Ах, вернисаж, ах, вернисаж! Ниндәй портрет?! Ниндәй пейзаж?! Бер минуттан картина галереяһы ябыла. Барығыҙҙың да сығып китеүегеҙ һорала. Ҡар-ҡар!
Сөмбөлә. Ни өсөн ябыла һуң әле ул? Һеҙ бында ни эшләп ҡарҡылдайһығыҙ? Ҡарға. Ҡар! Синоптиктар әйтеүе буйынса тиҙҙән бында көслө туҡтауһыҙ ямғырҙар яуасаҡ. Шуға күрә был картиналар, япраҡтар, малайҙар һәм ҡыҙҙар һыуланып бөтәсәк. Ҡар-ҡар! Тиҙерәк ямғырҙан ҡасығыҙ, әле һуң түгел!
Сөмбөлә. Ҡарға Карповна! Һеҙ беҙҙе үҙегеҙҙең прогноз менән ҡурҡытмағыҙ!
А.б. Беҙ ямғырҙан ҡурҡмайбыҙ. Ямғыр яуһа ла, балалар һеҙҙең күңелегеҙҙе күтәрерлек уйын-бейеүҙәр белә. Әйҙәгеҙ әле, малайҙар, һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ!
Ҡалаҡтар менән уйын-бейеү
Ҡарға. Ҡарап-ҡарап торам да һеҙгә көнсөллөгөмдән шартламаһам ярай инде. Бигерәк тә күңелле һәм яғымлы инде һеҙҙең Сөмбөләгеҙ. Күптән түгел мин китапханаға осоп ингән инем. Шиғырҙар уҡыным һәм көҙ тураһында нимәләр генә белмәнем. Бына тыңлағыҙ әле.
Шиғырҙар
1-се бала
Моңһоуланды урмандар,
Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө.
Йылға-күлдәр тып-тыныс –
Көҙ килде бит, көҙ килде.
2-се бала
Наступила осень,
Пожелтел наш сад.
Листья на березе
Золотом горят.
3-сө бала
Көҙгө урман бигерәк матур,
Алтын төҫөнә кергән.
Ҡойолған һары япраҡтар
Балаҫ булып түшәлгән.
4-се бала
Заглянула осень в сад –
Птицы улетели.
За окном с утра шуршат
Желтые метели.
5-се бала
Һуҡмаҡтарҙа – һары япраҡ,
Көҙ айы килеп еткән.
Күҙҙе асып йомған ара
Донъяны алтын иткән.
А.б. Эйе шул, көҙ төрлө була: моңһоу ҙа, күңелле лә, болотло ла, ҡояшлы ла. Ниндәй генә булһа ла – ул иҫ киткес!
Ҡарға. Ҡар-ҡар! Бигерәк күңелһеҙ инде. Ҡоштар йылы яҡҡа осоп китәләр. Мин дә китер инем улар менән бергә. Ләкин ярамай, эшем шундай минең.
Сөмбөлә. Ниндәй эш ти ул тағын?
Ҡарға. Мин – ҡош секретарь. Ҡоштарҙы һанайым, диңгеҙ яғына уларҙы ебәрәм. Ә ҡайһы бер ҡоштар йылы яҡҡа китмәйбеҙ, тиҙәр. Бына нимә эшләргә инде?
Сөмбөлә. Ә беҙ уларҙың күңелдәрен күтәрәйек, бәлки шул саҡта осорға риза булырҙар.
А.б. Балалар, әйҙәгеҙ яратҡан уйынығыҙҙы уйнап алайыҡ.
Уйын “Ҡойма” (уйында ҡатнашыусылар 4 төркөмгә бүленә. Дүртмөйөш яһап, ҡара-ҡаршы баҫалар. Көй аҫтында бейеп, бер-береһенә ҡаршы киләләр һәм кире урындарына ҡайталар. Музыка үҙгәреү менән барыһы ла төрлө бейеү хәрәкәттәре эшләп, тарала. Көй туҡтағанда барыһы ла үҙ урындарына ҡайта. Кем ҡойманы беренсе төҙөп бөтә, шулар еңеүсе)
А.б. Ә хәҙер был уйынға ата-әсәләрҙе саҡырабыҙ.
Ҡарға. Ҡар-ҡар! Бик күңелле уйнанығыҙ. Әммә ләкин беҙгә йылы яҡҡа китергә кәрәк. Остоҡ! (сығып китә)
Сөмбөлә. Ҡоштар йылы яҡҡа осоп киттеләр. Урманда тып-тын, аяҡ аҫтында япраҡ ҡыштырлауы ғына ишетелә.
Шиғырҙар
6-сы бала
Бик күңелле урамда –
Алтын-һары бар донъя,
Ел япраҡтар бейетә,
Көҙ шатлана, туй итә.
7-се бала
Поглядите: за окном
Листья сыплются дождем.
На прогулку мы пойдем,
Их в букеты соберем
Желтые и красные –
Все такие разные!
8-се бала
Көҙгө урман. Ағастарҙан
Алтын япраҡ ҡойола.
Зәңгә күктән парашюттар
Төшкән кеүек тойола.
Йыр.
Над пожелтевшей травушкой,
Над рощей тополей
Летит на юг журавушка
Со стаей журавлей.
Журавушка, журавушка,
Счастливого пути!
Журавушка, журавушка,
Весною прилети!
Пусть тучки в небе хмурятся
И нам грозят дождем.
А мы с тобой любуемся
И ласково поем.
Мелькают рощи и поля
В осенней тишине,
Прощальный крик журавушки
В остывшей вышине.
Сөмбөлә. Бик матур йырланығыҙ. Ә һеҙ минең һорауыма яуап бирегеҙ әле. Урманда нимәләр үҫә? (балаларҙың яуаптары) урманда тағы бик күп емеш-еләктәр үҫә!
Бейеү “Ягода-малинка”
А.б. Афарин, балалар. Ысынлап та, көҙ - мөғжизәле осор! Йылдың был мәлендә тотош тәбиғәт яңы, ғәжәйеп матур кейемдәр кейгән кеүек: ағастар йәшел «кейемдәрен» сағыу һары-ҡыҙыл төҫтәргә алмаштыра.Эйе, көҙ болотло һәм моңһоу көндәр күберәк була. Ямғырҙар ҙа йыш яуа. Ямғырҙан һуң бик күп күләүектәр барлыҡҡа килә. Әйҙәгеҙ, ошо күләүектәр аша һикереп уйнап алайыҡ.
Уйын. “Күләүектәр аша һикер”
Сөмбөлә. Афарин! Бик күңелле уйын.
А.б. Төрлө төҫлө сағыу көҙгө япраҡтар елдә нисек бейегәнен, өйөрөлгәнен күргәнегеҙ бармы? Беҙҙең ҡыҙҙарҙың бик дәртле бейеүен ҡарағыҙ.
Ҡыҙҙар бейеүе
Сөмбөлә. Ҙур рәхмәт, балалар, миңә шундай матур байрам ойошторғанығыҙға! Миңә хәҙер китергә ваҡыт.
А.б. Туҡта, Сөмбөлә! Беҙҙең һиңә тағы бер йырыбыҙ ҡалған.
Йыр.
Көҙ апай, оҫта рәссам
Биҙәп үтте ер өҫтөн.
Ана, бөтә нәмәнең
Үҙгәртеп ҡуйҙы төҫөн.
Шыршы-ҡарағайҙарға
Әллә буяу етмәгән.
Шуға уларҙан йәй төҫө
Һаман әле китмәгән
Сөмбөлә. Рәхмәт, балалар! Һеҙгә баҡсаларҙағы уңыштарҙың бер өлөшөн тәмләргә күстәнәс тә килтерҙем. Рәхим итеп алығыҙ. Һау булығыҙ, дуҫтарым!
А.б. Рәхмәт, Сөмбөлә! Һау бул!
Бына байрамыбыҙ ҙа тамамланды. Хәҙер Сөмбөләнең күстәнәсен ауыҙ итергә барығыҙҙы ла төркөмгә саҡырам.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Кәкүк сәйе байрамы.
Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1. Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2. Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3. Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)
« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Бал байрамы
Данный сценарий будет интересен музыкальным руководителям, воспитателям и педогогам дополнительного образования...

КОНСПЕКТ совместной деятельности педагога и детей (НОД) по теме «Празднование Курбан байрама»
познакомить детей с традициями проведения крымскотатарских праздников, поддержать у детей интерес к обычаям и традициям этнического народа Крыма. Познакомить с культурой, с ремеслами крымс...


