«Бармаҡ уйындары ярҙамында балаларҙың туған телдә телмәрен үҫтереү»
материал (старшая, подготовительная группа)

Мостафина Динара Самат Ҡыҙы

Мәктәпкәсә бала саҡ осоро  — ул  баланың телмәре ынтылышлы үҫешкән ваҡыт. Балаларҙың телмәрен үҫтереү – иң мөһим эштәрҙең береһе.  Тик балалар баҡсаһы һәм ғаилә араһында тығыҙ бәйләнеш булғанда ғына, туған телгә һөйөү һәм уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләп була.

Бала сабый саҡтан ук туған телдә һөйләшкәнде ишетеп үҫә. Әсәһенең йырҙары, әкиәттәре был донъяға юл аса, тормошон хис-тойғоло итә, яҡшылыҡ барлығына өмөт һәм ышаныс бирә. Әкиәттәрҙе тыңлап, бала халҡы яратҡан ҡиммәттәрҙе ярата башлай.

 “Баланың аҡылы — бармаҡ осонда”, — тигән билдәле педагог В. А. Сухомлинский. Бармаҡ уйындары бәләкәй моторика күнекмәләрен үҙләштерергә, телмәр үҫтерергә, баш мейеһе ҡабығының эшсәнлеген арттырырға, фекерләү, иғтибарлылыҡ, хәтер, күҙ алдына килтереү һәләте кеүек психик процестарҙы үҫтерергә ярҙам итә, борсолоуҙы бөтөрә. Бармаҡтар тиҙ генә оҫтарып китә алмай. Шуның өсөн, баланың шәхси үҙенсәлектәрен, йәшен, кәйефен, теләген һәм мөмкинселектәрен иҫтә тотоп, төрлө уйындар, күнекмәләр, бармаҡтарҙы яҙылдырыу уйындары балалар баҡсаһында һәм өйҙә көн дә үткәрелергә тейеш.

  Үҙемдең эшемде методик әҙәбиәт менән танышыуҙан башланым һәм башҡорт телендә бармаҡ уйындары картотекаһы булмау проблемаһына юлыҡтым.  Шуға күрә, йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бармаҡ уйындары картотекалары төҙөү мәсьәләһе тыуҙы.

     Үҙ эшемде ары ла дауам итергә планлаштырам, сөнки туған телдә телмәрҙе үҫтереүҙә бармаҡ уйындары иң уңышлы сараларҙың береһе, тип иҫәпләйем. Киләсәктә театр эшмәкәрлеге  мөйөшөн урта һәм өлкән төркөмдәргә бармаҡ театры һәм бармаҡ уйындары өсөн яңы персонаждар менән байытыуҙы дауам итергә уйлайым.

Бөтә мәсьәләләр ҙә уңышлы хәл ителер, тип өмөтләнәм.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә сторителлинг технологияһы

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы шәхес итеп формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.  Тап бәйләнешле телмәрҙә телдең иң мөһим функцияһы (коммуникатив  функция) тормошҡа ашырыла ...

Мәктәпкәсә белем биреүгә федераль дәүләт белем стандарты талаптарына ярашлы балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Бәйләнешле телмәр  фекер  менән бергә үҫешә, йәғни телмәрҙең бәйләнешле булыуы ...

КОНСПЕКТ.Телмәр, хәрәкәт күнегеүҙәрен ҡулланып һәм бармаҡ уйындары ярҙамында тән өлөштәрен өйрәнеү.

Телмәр, хәрәкәт күнегеүҙәрен ҡулланыпһәм бармаҡ уйындары ярҙамында тән өлөштәрен өйрәнеү....