ФГОС
рабочая программа на тему

Материал ФГОС на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл fgos.docx26.08 КБ

Предварительный просмотр:

       Аңлатма яҙыу

 Мәктәптең башланғыс кластары өсөн башҡорт теленән яҡынса программа дөйөм белем биреүҙең дәүләт стандартына нигеҙләнеп, белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереп яңыртыу, уның сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү бурыстарын хәл итеү маҡсатында төҙөлдө һәм эш планын төҙөү өсөн нигеҙ булып тора. Ул һәр баланың башҡорт теленән сифатлы белем алыуға хоҡуғын гарантиялай, һәр уҡыусыға тигеҙ мөмкинселектәр тыуҙыра, дөйөм белем биреүҙең төрлө баҫҡыстарындағы уҡытыу программаларының бәйләнешен булдыра.

Яңы стандарттар буйынса төп иғтибар уҡыусының эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм үҙаллылығына бирелә. Башҡорт теле дәрестәре, телмәр үҫтереү менән бер рәттән, баланың танып белеүен, фекерләү һәләтен үҫтерергә, уҡыусының дөйөм үҫеш кимәлен күтәрергә ярҙам итергә тейеш. Башланғыс мәктәп грамотаға өйрәтеүҙән башлап, етеҙ, аңлап, дөрөҫ һәм тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, дөрөҫ һөйләү, үҙеңде итәғәтле һәм әҙәпле тота белеү күнекмәләрен, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм көслө ихтыярлы шәхес булып үҫеүен тәьмин итергә тейеш. Был бурысты хәл итеүҙә башҡорт теленең, телмәр эшмәкәрлегенең әһәмиәте айырыуса ҙур.

Башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү уҡыусыларҙы ижади эшкә өйрәтә, тормошҡа әҙерләй. Телде дөрөҫ ҡулланыу - фекерҙе асыҡ, теүәл, матур һәм дөрөҫ итеп әйтә һәм яҙа белеү тигән һүҙ.

Балалар башҡорт телендә аралаша, белем ала, башҡа фәндәрҙе өйрәнә, төрлө күренештәргә һәм ваҡиғаларға мөнәсәбәтен белдерә, үҙенең һәләттәрен үҫтереүгә нигеҙ һала.

Тел фекерләүҙән айырылғыһыҙ, телмәр баланың фекерләү һәләтен үҫтереүҙә төп сара һанала. Телде дөрөҫ ҡулланыу барыһынан да элек эҙмә-эҙлекле итеп фекер йөрөтә алыуға ҡайтып ҡала. Уҡыусы ни тиклем логик эҙмә-эҙлекле фекер йөрөтә алһа, уның теле лә, ғәҙәттә, шул тиклем төҙөк була. һөйләү һәм яҙыу күнекмәһе уҡыусыға йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу һәм мәктәптә уңышлы уҡыу өсөн кәрәк. Тимәк, башланғыс класс уҡыусыларын телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәренә (һөйләгәнде аңлау, һөйләшеү, уҡыу, яҙыу) өйрәтеү төп урында тора.

Бынан тыш, балаларҙа уҡыуға ихтыяж үҫтереү, уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мәсьәләһе лә ҡуйыла. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыуға, китап һәм һүҙлектәр, төрлө сығанаҡтар менән эш итергә өйрәтеү ҙә бик мөһим.

Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре тәҡдим ителә.

Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура әлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлеләге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.

Этнокультура әлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ, йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

  • туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;
  • уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;
  • башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;
  • дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;
  • башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;
  • уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрлеген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белемдәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә. Проект төҙөү эше тәүҙә уҡытыусы етәкселегендә башҡарыла.

Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп барыу һорала. Бары шунда ғына уҡыусылар һүҙҙең мәғәнәһен, ҡулланылыш үҙенсәлеген дөрөҫ тоя аласаҡтар.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлдө:

  1. һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;
  2. фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;
  3. уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;
  4. баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.

 Уҡыусыларға текстың төҙөлөшө, типтары, жанрҙары, бәләкәй күләмле халыҡ ижады әҫәрҙәре хаҡында белем биргәндә, тәрбиәүи эш тә алып барыла. Был текстар уҡыусыларҙың әҙәпле телмәр мәҙәниәтен, дөйөм мәҙәни үҫешен формалаштырыуға ярҙам итә.

Грамматик материалды өйрәнеү төшөнсәне күҙәтеүҙән, күнегеүҙәр эшләүҙән башлана. Уҡыусылар телмәр өндәрен, һүҙҙәрҙе, уларҙың формаларын, һөйләмдәрҙе, текстарҙы күҙәтәләр, сағыштыралар, төрлө күнегеүҙәр эшләйҙәр. Тәүге осорҙа уҡытыусы ярҙамында, һуңынан, мөмкин булғанда, уҡыусылар көсө менән һығымта яһала, ҡағиҙә уйлап сығарыла. Уҡыусыларҙың тормош тәжрибәһенә, тел байлығына, элекке белемдәренә нигеҙләнеү әһәмиәткә эйә. Эште ошолай ойоштороу грамматик төшөнсәләрҙе һәм орфография ҡағиҙәләрен аңлы үҙләштерергә ярҙам итә.

1-4 кластарҙа башҡорт теле предметы буйынса белем биреү, һөйләү һәм яҙма телмәр формалаштырыу, уҡыусыны кешелек сифаттарына эйә булған эшмәкәр шәхес итеп тәрбиәләү, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү - программаның төп йүнәлештәре булып тора.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге - белем ала белеүҙе, йәғни уҡыусының яңы социаль тәжрибәне, белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы аңлы һәм әүҙем рәүештә уңышлы үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙкамиллашыуға һәләтлелеген аңлата.

Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: уҡытыу-тәрбиә биреү алымдары, формалары һәм технологиялары һәр ваҡыт үҙгәреш кисерһә лә, уларҙың нигеҙе - башҡорт теле үҙгәрешһеҙ универсаль сара булып ҡала килә. Тел - ул изге мираҫ, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло ҡаҙаныш. Быуаттар үтә, быуындар алмашына, ә тел һаман йәмғиәткә һәм кешенең рухи үҫешенә хеҙмәт итә. Кеше тел мөхитендә аралашып тәрбиәләнә, аң-белемгә эйә була, үҙендә ысын кеше сифаттарын үҫтерә.

ФГОС  индереү шарттарында башҡорт теле дәрестәренә талаптар

        Яңы стандарттар индереү шарттарында дәрестең яңылығы нимәлә?

  1. Методик яҡтан дөрөҫ ойошторолған дәрес яҡшы йыһазландырылған кабинетта  уҙғарылырға һәм яҡшы итеп башланып киткән дәрес шундай уҡ кимәлдә тамамланырға тейеш;
  2. Уҡытыусы үҙ эшмәкәрлеген һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген планлаштырырға һәм аныҡ итеп маҡсат, бурыстарҙы билдәләргә тейеш;
  3. Дәрес проблемалы һәм үҫтерешле, уҡытыусы уҡыусыларҙы эшмәкәрлеккә йүнәлдерә һәм уларҙы класташтары менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлтә белергә тейеш:
  4. Уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуацияларын ойоштора, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген активлаштыра алырға тейеш;
  5. Репродукция минимум, ә күберәк ижад һәм ижадташлыҡ булырға тейеш;
  6. Ваҡытты рациональ ҡулланыу һәм һаулыҡ һаҡлау һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш;
  7. Дәрес үҙәгендә уҡыусылар булырға тейеш;
  8. Уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен һәм индивидуальүҙенсәлектәрен, шулай уҡ кластың профилле булыуы, уҡыусыларҙың тырышлығы, балаларҙың кәйефе иҫәпкә алынырға тейеш;
  9.  Уҡытыусы үҙенең методик оҫталығын күрһәтә белергә тейеш;
  10. Кире бәйләнеш булдырырға тейеш;
  11. Дәрес йылы мөнәсәбәттә үтергә тейеш;
  12. Рефлексия булырға тейеш;

Дәрестә нимәләргә иғтибар итергә?

  1. Һайлау мөмкинлеге (уҡыусының һәр өйрәнеү һәм етәкселек итеү эшмәкәрлегендә һайлау мөмкинлеге булдырыу);
  2. Асыҡлыҡ  (белемде биреү генә түгел, ә уның сиктәрен күрһәтеү, уҡыусыны өйрәнелгән курс сиктәрендә ятҡан проблема алдына ҡуйыу);
  3. Эшмәкәрлек  (уҡыусы үҙ эшмәкәрлеге аша белем, күнекмәләрҙе үҙләштерергә һәм үҙенең белемен ҡуллана алырға тейеш);
  4. Идеальность – идеяллек, өлгөлө, һоҡландырғыс (уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын, белемдәрен максималь рәүештә ҡулланыу);
  5. Кире бәйләнеш (уҡыу процесында даими рәүештә үҫтерешле система ярҙамында кире бәйләнеш алымдарын контролдә тотоу).

Ғәҙәти дәрестәр уҡыусыларҙан бирелгән өй эше буйынса яуаптар алыу һәм дәрестең икенсе өлөшөндә яңы тема аңлатып, нығытыу  һәм өйгә эш биреү менән тамамлана ине.

Яңы стандарттарға ярашлы дәрестә уҡыусының тирә-яҡты танып белеүгә мотивация булдырыу, уға мәктәптә алған белемдең  тормоштан айырмалы рәүештә алынған белем түгел, ә киреһенсә, уҡыусыны тормошҡа әҙерләү, уны танып белеү, тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм белем, күнекмәләрҙе реаль тормошта ҡулланырға мөмкинлеген күрһәтеү.

Яңы стандарттар уҡыу ситуацияһы тигән яңы термин индерә, был уҡыу процесының шундай айырым берәмеге уҡыусылар уҡытыусы ярҙамында үҙҙәренең хәрәкәт предметын билдәләйҙәр, төрлө уҡыу хәрәкәттәр ярҙамында уны тикшерәләр, уны үҙгәртәләр, мәҫәлән, формулировкаһын үҙгәртәләр, йә үҙҙәренсә тасуирлайҙар һ.б., өлөшләтә уны хәтерҙә ҡалдыралар. Уҡытыусы алдында айырым уҡыу эшмәкәрлеге берәмеге булараҡ уҡыу ситуацияһын барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ уҡыу бурыстарын уҡыу ситуацияһына әйләндерә  белеү бурысы ҡуйыла.

Уҡыу ситуацияһын барлыҡҡа килтереү түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алырға тейеш:

  1. Уҡыусының йәш үҙенсәлеге;
  2. Уҡыу предметының үҙенсәлеге;
  3. Уҡыусыларҙы универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыуы.

Дәрес типтары

Дәрестең үҙенсәлеге һәм сифаты уның маҡсаттарына, йөкмәткеһенә, үткәреү методикаһына, мәктәптең, уҡытыусының һәм уҡыусыларҙың үҙенсәлектәренә бәйләнгән. Уҡытыусылар тарафынан үткәрелгән күп төрлө дәрестәрҙең дөйөм һыҙаттарын билдәләү өсөн уларҙы классификацияларға кәрәк. Яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандартарына ярашлы, ниндәй маҡсатҡа йүнәлтелгәнлегенә һәм ниндәй һөҙөмтәләр алырға теләүгә ҡарап, дәрестәр түбәндәге типтарға бүленә:

Дәрес тибы

Маҡсат

Уҡытыуҙың һөҙөмтәһе

Яңы белемде тәүгә күрһәтеү (яңы белем менән таныштырыу) дәресе

Предмет буйынса яңы белемде тәүге (беренсе тапҡыр) үҙләштереү

Үҙ һүҙҙәре менән ҡағиҙәләрҙе, төшөнсәләрҙе, алгоритмдарҙы барлыҡҡа килтереү, өлгө (үрнәк), алгоритм  буйынса ғәмәлдәрҙе эшләү

Предмет   буйынса белемде ҡулланыу дәресе

Ҡатмарлы күнегеүҙәрҙе эшләү өсөн предмет  буйынса белемде ҡулланыу

Айырым уҡыусылар йәки класс коллективы тарафынан ҡатмарлы күнегеүҙәрҙе эшләү

Һығымта яһау һәм систематизациялау (алған белемде системаға һалыу) дәресе

Предмет буйынса белемде, универсаль эшмәкәрлекте систематизациялау

Һығымталар буйынса йомғаҡ яһай белеү, универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең кимәлен күтәреү

Ҡабатлау дәресе

Предмет буйынса белемде нығытыу, универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу

Айырым уҡыусылар йәки класс коллективы тарафынан   күнегеүҙәрҙе хатаһыҙ эшләү; хатаһыҙ телдән яуап биреү; үҙ хаталарыңды табыу һәм төҙәтеү; бер-береңә ярҙам итеү

Контроль дәрес (тикшереү дәресе)

Практик эштәрҙе башҡарыуҙа предмет буйынса белемде тикшереү

Контроль йәки үҙ аллы эштең һөҙөмтәләре

Коррекцион (төҙәтеү) дәрес

Хаталар өҫтөндә индивидуаль эш

Үҙ хаталарыңды табыу һәм төҙәтеү

Ҡатнаш дәрес

Бер дәрес рамкаларында эшләй алмаған күнегеүҙәрҙе эшләү

Ҡуйылған дидактик бурыстарҙы хәл итеү

Уҡыу экскурсияһы

Тирә-яҡ мөхитте,  күренештәрҙе яҡындан өйрәнеү

Реаль тормош ситуацияларында тирә-яҡ мөхитте,  күренештәрҙе яҡындан өйрәнгәндә предмет буйынса белемгә эйә булыу һәм уларҙы ҡулланыу; ижади отчет төҙөү

Проекттар эшләү һәм  практика дәресе

Теоретик ҡағиҙәләрҙе (положениеларҙы) өйрәнеүҙе практик яҡҡа йүнәлтеү

Дәрестәрҙең типологияһы менән бер рәттән хәҙерге методика фәне дәрестең структураһына ла ҙур иғтибар бүлә. Дәрестең структураһы – уның бөтөнлөгөн тәьмин итеүсе бөтә элементтарының берләшмәһе. Дәрестең өлөштәре бер-береһе менән тығыҙ бәйләнә һәм билдәле тәртиптә эҙмә-эҙлекле төҙөлә. Дәрестең структураһы ҡуйылған маҡсаттарға, өйрәнеләсәк материалдың йөкмәткеһенә, уҡытыу методтары һәм алымдарына, уҡыусыларҙың белем һәм үҫеш кимәленә, уҡытыу процесында дәрестең урынына бәйле. Дәрестәрҙең структураһы күп төрлө, уларҙы тапалған бер ҡалып буйынса ғына үткәрергә ярамай. Үрҙә һанап киткән факторҙарҙан тыш, дәрестең структураһына  уҡытыусының ижади  потенциалы, конкрет класта  конкрет шарттарҙа эшләүе лә тәьҫир итә. Дәрестә ҡулланылған методтар, алымдар, юлдар төрлө бәйләнештә, тәртиптә килергә мөмкин. Заманса башҡорт теле дәресенә белемде үҙләштереү, синтез (тикшеренеү), ҡабатлау һәм нығытыу, белемде тикшереү, практикала ҡулланыу, үҙ аллы эш кеүек элементтарҙың бер-береһенә бәйләнеп килеүе хас.

Яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы дәрес структураһына үҙгәрештәр индерелде. Дәресте төҙөгәндә иң мөһиме – уҡыусыларҙы төрлө эшмәкәрлеккә өйрәтеү.   Дәрестең яңы структураһында түбәндәге этаптарҙы билдәләргә була:

  • Белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү;
  • Проблема ҡуйыу;
  • Гипотезалар тәҡдим итеү;
  • Проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү;
  • Тәүге (беренсел) белемде нығытыу;
  • Алған белемдең проект эшмәкәрлегендә сағылыуы.    

ФГОС  шарттарында дәрестең ҡайһы бер төрҙәренең структураһы

Яңы белемде үҙләштереү дәресе

  1. Ойоштороу моменты;
  2. Дәрестең маҡсат һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация.
  3. Белемдең актуаллеге.
  4. Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү;
  5. Уҡыусының аңлауын беренсе тапҡыр тикшереү;
  6. Тәү тапҡыр нығытыу.
  7. Өй эше буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.
  8. Рефлексия. Дәрескә һығымта эшләү.

Белем һәм күнекмәне комплекслы ҡулланыу (ҡабатлау дәресе)

  1. Ойоштороу моменты;
  2.  Өй эшен тикшереү, уҡыусыларҙың белемен нығытыу һәм уларға ишеттереү. Белемде актуалләштереү.
  3.  Дәрестең маҡсат һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация.
  4. Беренсе тапҡыр белемде нығытыу:

а)  таныш ситуацияла (өйрәнелгәнсе);

б) үҙгәртелгән ситуацияла (конструктив).

  1.  Белемде ижади ҡулланыу һәм яңы ситуацияла белемде алыу (проблемалы эш);
  2. Өй эше буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.
  3.  Рефлексия. (Дәрескә һығымта эшләү).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Преемственность ФГОС начального общего образования и ФГОС основного общего образования

Преемственность ФГОС начального общего образования и ФГОС основного общего образования предусматривается преемственность в достижении новых образовательных результатов, преемственность требовани...

Аналитико – сопоставительная таблица ФГОС 1 и ФГОС второго поколения

В материале дана сопоставительная характеристика стандартов. Что изменилось в образовании, в чем инновационность ФГОС второго поколения?...

ФГОС Рабочая программа по литературному чтению 2 класс, УМК "Школа России".Календарно-тематическое планирование с УУД , в соответствии с ФГОС.

Рабочая программа по литературному чтению   2 класса, УМК «Школа России», составлена на основе федерального компонента государственного стандарта основного общего образования.Рабочая п...

ФГОС Рабочая программа по окружающему миру 2 класс, УМК "Школа России".Календарно-тематическое планирование с УУД , в соответствии с ФГОС.

Рабочая программа по  окружающему миру   2 класса, УМК «Школа России», составлена на основе федерального компонента государственного стандарта основного общего образования.Рабочая...

Изучение содержания обновленных ФГОС НОО, ФГОС ООО на основе сравнительного анализа ФГОС НОО 2009/ 2021, ФГОС ООО 2010/2021.

Статья содержит изучение содержания обновленных ФГОС НОО, ФГОС ООО на основе сравнительного анализа ФГОС НОО 2009/ 2021, ФГОС ООО 2010/2021....