Ғаиләм – минең байлығым
методическая разработка по орксэ (4 класс) на тему

Галиуллина Раушания Хайбрахмановна
Балаларға ғаилә төшөнсәһен аңлатыу, кеше тормошонда ғаиләнең роле, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының мөһимлеген асыҡлау, балалар күңелендә ата-әсәгә, туғандарға, өлкәндәргә ҡарата һөйөү, ихтирам хисе тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл gailm_-_minen_baylygym.docx28.34 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль район Аҫҡар ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Исламбай филиалы

ОРКСЭ

                                                                          Тема: “Ғаиләм – минең байлығым

                                                                                                                                      Башҡарҙы:  

 башланғыс кластар уҡытыусыһы

 Ғәлиуллина Раушания Хайбрахман ҡыҙы

                                                                                       

                                                                                        2016–2017  уҡыу йылы

Класс: 4

Тема: “Ғаиләм – минең байлығым

Маҡсат:  Балаларға ғаилә төшөнсәһен аңлатыу, кеше тормошонда ғаиләнең роле, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларының мөһимлеген асыҡлау, балалар күңелендә ата-әсәгә, туғандарға, өлкәндәргә ҡарата һөйөү, ихтирам хисе тәрбиәләү. 

Бурыстар: ғаилә темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙең, һүҙбәйләнештәрҙең актив һүҙлек составына инеүен булдырыу; уҡыусыларҙы башҡортса әүҙем аралашыуға ылыҡтырыу, фекерләү ҡеүәһен,  телмәр күнекмәләрен, хәтерҙәрен үҫтереү; һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу; уҡыусыларҙа уҡыуға ынтылыш,  башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу, атай – әсәйҙәргә, олатай – өләсәйҙәргә ихтирам, иғтибар, ярҙамсыллыҡ, тәрбиәләү.

Дәрес төрө: мультимедиа презентацияһы ярҙамында яңы материалды өйрәнеү.

Ҡулланылған методтар: уҡытыусы һүҙе, әңгәмә, дәреслек менән эш, күргәҙмәлелек, күнегеүҙәр, диалог, слайдтар, аудирование, уйын уйнау

Йыһазландырыу: һүҙҙәр яҙылған карточкалар, компьютер, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы.

Эш төрө

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Иҫкәрмә

                                                           Дәрес барышы

1.

 Психологик комфорт булдырыу

Хәйерле көн, балалар! Бөгөнгө көнөбөҙ, дәресебеҙ уңышлы үтһен өсөн бер-беребеҙгә йылмайып шатлыҡ бүләк итәйек.

 Сәләмләү:

 Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

  Һаумы, мәктәп!

 Һаумы, китап!

 Һаумы, илем – ғәзиз ерем!

2.

 Дәрестең темаһына сығыу

Балалар, мин һеҙгә сюжетлы һүрәт тәҡдим итәм, шул һүрәт ярҙамында һеҙ бөгөнгө  дәресебеҙҙең темаһын  асыҡларға тырышығыҙ

 Үҙ фекерҙәрен әйтәләр

3.

 Дәрес темаһын билдәләү

Афариндар! Бөгөнгө дәрес темаһы: “Ғаиләм – минең байлығым” 

4.

 Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

1. Әңгәмә ҡороу

 2. Һүҙлек буйынса    “Ғаилә” һүҙенә аңлатма биреү

 

 3. Ата-әсә тураһында шиғыр

4. Ижади эш 

4.  Өләсәй, олатай хаҡында

Нимә ул ғаилә?

Һеҙ был һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ?

Шиғыр уҡый.

Әсәйем, бәғрем, күҙ нурым,

ҡояшым, айым һәм йондоҙом.

Доньялар кисеп тә тапмаҫһың

Әсәйҙән нурлыраҡ ер ҡыҙын.

Иң-иң сабыр, иң-иң тыйнаҡ,

Иң яғымлы кешеләр.

Иң һөйкөмлө, мәрхәмәтле –

улар беҙҙең әсәйҙәр.

 Ер йөҙөндә иң гүзәл,ғәзиз һүҙ әсәй. Ул бөтә телдәрҙә лә наҙлы яңғырай. Шул һүҙ менән баланың теле асыла.Әсәйҙәр тураһында ниндәй тылсымлы һүҙҙәр беләһегеҙ. –

 2.Атай булһа, хәүеф-хәтәр ҙә юҡ,

Бәләләрҙән ҡалҡан кеүек ҡаплай ул.

Безҙең, әсәйҙәрҙең тыныслығын,

Саф, яғымлы  йылмайыуын һаклай ул.

Атай - әсәй – беҙҙең күңелдә мәңгелек ышаныс,

Атай – көслө,  атай – батыр,  атай – беҙҙең  ҡыуаныс.

 Атай – алтын бағана, ғаиләлә ул терәк.

Тыныслык, именлек һағында ул кәрәк.

Шиғырҙа әсәйҙәрҙе, атайҙарҙы нимәгә тиңләйҙәр?

Атайҙар  тураһында ниндәй тылсымлы һүҙҙәр беләһегеҙ?

Уҡыусылар,мин һеҙгә ижади эш тәҡдим итәм. Донъяла беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешеләр –ул беҙҙең атай һәм әсәй. Мин һеҙгә карточкалар таратам. Малайҙар атай кешегә хас сифаттарҙы һәм ғаиләлә атай улын ниндәй эштәргә өйрәтә тигән һорауға яуап яҙалар,ҡыҙҙар әсәйҙәргә хас сифаттарҙы һәм ғаиләлә әсәй ҡыҙын ниндәй эштәргә өйрәтә һорауына яуап яҙалар.

1. Атайға хас сифаттар : ….
Әсәйгә хас сифаттар: …..

2. Атай улына ниндәй эштәр өйрәтә: …….
Әсәй ҡыҙын ниндәй эштәргә өйрәтә: ………

Ғаиләлә тағы ла оло ихтирамға лайыҡлы

кешеләр кемдәр? Уларға ниндәй сифаттар хас?

 Балалар фекере

Ғаилә-минең атайым,әсәйем һәм мин.
- Ғаилә-минең атайым,әсәйем ,олатайым,өләсәйем.
-Ғаилә-минең атайым,әсәйем олатайым,өләсәйем,ағайым,апайым, ағайым,апайым,ҡустым, һеңлем.

Ҡояшым, ҡәҙерлем, матурым ,әсәкәйем, мин һине яратам, әсәй.

         Атайым – ҡәҙерлем,

Атайым – берҙән-берем,

Атайым – таянысым,

Атайым – ҡояшым,

Атайым – яратҡаным,

Атайым – батырым,

Атайым – ышанысым,

Атайым – тормош нурым,

Атайым күңел нурым,

Атайым – терәгем...

Һүҙҙәр: Аҡыллы, матур, көслө, иғтибарлы, батыр,наҙлы,хөрмәтле, тырыш, оҫта.

Һүҙҙәр: өй йыйыштырырға, төҙөргә,бешерергә, тегергә,бысырға,гөл-сәскә тәрбиәләргә, йышырға, малдарҙы ҡарарға, бала тәрбиәләргә, ат егергә, йорт матурларға.

 Балалар яуабы

5.

   Коллектив эш: “Аңлатмаларға дөрөҫ яуап тап”

  • Ғаилә ағзалары көн һайын  бергә йыйыла торған урын
  • Атай, әсәй, олатай , өләсәй, балалар  бергә
  • Бәләкәй генә, илаҡ, хәсәтәрләү талап итә
  • Уны ҡәҙерләп һаҡлайҙар, быуындан – быуынға тапшыралар
  • Бәпес

  • Шәжәрә

  • Өй, йорт

  Ғаилә

6.

 “Ғаилә ағзаларын барлайыҡ”

 Башҡорт халҡында ғаилә ағзаларын, туғандарҙы нисек атап йөрөтәләр?

 Балалар яҡын туғандарын нисек атауҙары тураһында һөйләй

слайд

7.

Ғәмәли-  индивидуаль эш: “Кешеләргә ғаилә ни өсөн кәрәк?”

Үҙегеҙҙең ғаиләгеҙ тураһында һөйләгеҙ

 

8.

Ял минуты

 

 Күҙҙәргә, ҡулдарға күнекмәләр эшләйҙәр

9.

  Проблемалы һорау:  “Ғаилә бәхетле булһын өсөн ни эшләргә кәрәк?”

-Татыу, берҙәм, бер-береһенә ярҙам итергә.. Ысынлап та ауырлыҡтарҙы бергә кисереп, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән ғаиләләр генә бәхетлеләр.

Балалар  фекере

10.

 Төркөмдәрҙә ижади эш: “Синквейн”

 Өлгөгә ҡарап синквейн төҙөйбөҙ Нисек яҙыла һуң синквейн

Уны яҙыр өсөн билдәле ҡағиҙәләрҙе үтәргә   кәрәк.

1 юл -  теманы асыҡлаусы бер исем.

2 юл -  предметты баһалаусы ике сифат.

3 юл -  предметҡа хас булған эш-хәрәкәтте белдергән өс ҡылым.

4 юл -  теманың йөкмәткеһен асыусы, авторҙың темаға булған мөнәсәбәтен күрһәтеүсе фраза

5 юл -  һығымта, теманың төп фекерен ҡабатлаусы һүҙ.

   Миҫал:

Бөрйән.

Йәмле, матур.

Үҫә, ҙурая, яҡшыра.

Ауылымды яратам.

Атайсалым.

Ҡурай.

Моңло, тылсымлы.

Уйната, йырлата, моңландыра.

башҡорт халҡының музыка ҡоралы.

Моң.

Ағай

Батыр, ҡыйыу

 Көрәшә, һаҡлай, яҡлай.

 Халҡының батыр улы.

 Һалдат.  

   Атай, әсәй,  ғаилә  һүҙҙәре менән синквейн төҙөйҙәр

 Синвейндың  схемаһы слайдта

11.

 Рефлексив анализ

 Бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек? Ниндәй эш төрҙәрен ҡулландыҡ?   Нимәләр белдек?

 Һеҙгә дәрес оҡшанымы?  Ни өсөн?

Ата-әсәгә хөрмәт күрһәтеү, уларға ,өлкән кешеләргә ихтирамлы
булыу. 

Тәрбиәле,иманлы, тәртипле булығыҙ, балалар!

 Балалар яуабы

12.

 Өй эше

  1. Ғаилә ағасын зшләргә.

 

13.

 Йыр “Бәхет өсөн”

 Дәресебеҙҙе  йыр менән тамамлайыҡ

 Балалар йыр башҡара.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ана тілім-баға жетпес байлығым

бұо іс шараның Мақсаты: Оқушылардың өз ана тіліне деген құрмет сезімін арттыру, тіл мәртебесін көтеру, таза сөйлеуге үйрету, өз ұлтына, еліне деген сүйіспеншілігін ояту. Ана тіліміздің тұғырының мықты...

Минем туган ягым, минем мәктәбем, минем профессиональ эшчәнлегем

Кили башлангыч мәктәбендә       1992 нче   елдан эшлим. Педагогик эш стажым – 27 ел.Укытучы буларак тормыш девизым- Укучылар өчен һәр дәрес ачыш, һәр дәрес...

Классный час на тему : Ғаиләм - минең байлығым

Классный час посвященный к году семьи...

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“

ldquo;Һаулыҡ – ҙур байлыҡ“темаһына арналған класс сәғәте...

Һаулыҡ-ҙур байлыҡ

Класс сәғәте...

“Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”

Әҙерлек төркөмө балалары өсөн тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге ...