ктп 2 клас по башкирскому языку
рабочая программа (2 класс) на тему
календарно-тематическое планирование по башкирскому языку , автор Ф.Ш.Сынбулатова для башкирских школ
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 128 КБ | |
| 129.5 КБ | |
| 168.5 КБ | |
| 232.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Тематик план
2-се класс
Бөтәһе 102 сәғәт
№ | Дәрестең темаһы | Йөкмәткеһе | Уҡыусының эшмәкәрлеге | Дата | Факт | Иҫкәрмә |
1 | Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? | Мәктәптә белем алыу, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Мотив тыуҙырыу. | 2-се класта уҡыу осорона пландар ҡабул итергә, маҡсатлы йүнәлеш алырға. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә. | 4.09 | ||
2-4 | Ҙур хәреф. һөйләм. | Һөйләм башы һәм аҙағы. Уны тейешле интонация менән уҡыу. Һөйләмде әйтеп яҙҙырыу , күсереп яҙыу. Шиғырҙы күсереп яҙыу. Шиғыр строфаһының һәр юлы ҙур хәрефтән яҙылыуы. | Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға. Уның башында ҙур хәреф, аҙағына тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙырға. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә. | 6.09 8.09 11.09 | ||
5-6 | Ҙур хәреф. Кеше исемдәре. | Кеше исемдәре, уларҙың мәғәнәһе, яҙылышы. Әйтелгәнсә яҙылмай торған исемдәр: (элэйә)- Әлиә.Күсереп яҙыу. | Кеше исемдәренең мәғәнәһә тураһында мәғлүмәт алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланырҡа. Кеше исемдәрен дөрөҫ яҙырға. | 13.09 15.09 | ||
7-9 | Ҙур хәреф. Кеше фамилиялары. | Кеше фамилиялары. Әйтелгәнсә яҙылмай торған фамилиялар.(-ыф), (эф) өндәренә бөткән ир-ат фамилияһының аҙағында -ов, -ев хәрефтәре яҙылыуы:(Кәримыф)-(Кәримов) Күсереп яҙыу. | Кеше исем-фамилияларын дөрөҫ яҙырға. һөйләмдә орфограммалар аҫтына һыҙырға. Уларҙы аңлатырға. Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға | 18.09 20.09 22.09 | ||
10-11
| Ҙур хәреф. Ер-һыу атамалары. | Ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылышы. Тыуған ауыл, ҡала янындағы йылға, күл, тау атамалары. Күсереп яҙыу. | Тыуып үҫкән ер-һыу атамалары тураһында мәғлүмәт алырға. Ауыл, ҡала, йылға, күл, тау атамаларын ҙур хәрефтән яҙырға. | 25.09 27.09 | ||
12-14 | Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары. | Хайуан ҡушаматтарының ҙур хәреф менән яҙылышы.Йорттағы хайуандарҙың ҡушаматтарын яҙыу. | Ҡушамат хайуанға нимәгә нигеҙләнеп ҡушылыуын аңлатырға. Уларҙы ҙур хәрефтән яҙырға. | 29.09 2.10 6.10 | ||
15 | Тикшереү эше. Тест | Кеше исем-фамилиялары, хайуан ҡушаматтары, ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу. Диктант. | Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙырға. Һөйләм, тексты дөрөҫ күсереп яҙырға. Диктант тексын иғтибарлы тыңларға. яҙырға. | 9.10 | ||
16 | Хаталар өҫтөндә эш. Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог. | Үҙ-ара аралашыу. Теге йәки был күренеш тураһында уй-тойғолар менән бүлешеү. | Үҙ-ара аралашыу оҫталығына өйрәнергә. | 13.10 | ||
17-18 | Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Йәмғиәт урынында осрашыу. Диалог. | Кеше менән танышыу(диалог ҡороу). Танышҡан кешеңде һүрәтләп һөйләү. | Кеше менән танышҡанда мотлаҡ әйтелә торған һүҙҙәрҙе яғымлы итеп әйтергә, аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнергә. | 16.10 18.10 | ||
19-20 | Яҡын кешеләрҙе ҡотлау, тәбрикләү | Яҡын кешеләрҙе ҡотлау(диалог).Ҡотлау барышындағы һөйләшеү(диалогты) дәфтәргә теркәү | Яҡын кешеләрҙең тыуған көндәрен ҡағыҙға теркәп ҡуйырға, ул көндө уларҙы ҡотларға. | 20.10 23.10 | ||
21-22 | 1 сирек өсөн Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш. | . Программа материалын үҙләштереү сифатын өйрәнеү | Бирелгән эштәрҙе аңлы уҡып, дөрөҫ итеп үтәргә | 25. 10 27..10. | ||
23- | Тикшереү эше. Тест №2. . Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты. | Аралашыу этикеты. Үҙ-ара һөйләшеү мәҙәниәте. Диалогты дәфтәргә яҙыу. | Өндәшеү маҡсатына, урынына ҡарап тауышты тейешлесә көйләргә өйрәнергә. Эште грамотлы яҙырға. Таҙа яҙырға | 30.10 | ||
25-26 | Мәғлүмәт, белешмә эҙләү. | Кәрәкле белешмә алыу маҡсатында кешегә өндәшеү. Телефон аша аралашыу. Диалогты тейешле тәртиптә дәфтәргә яҙыу . | Йәмғиәт урындарында ашығыс белешмә кәрәк булғанда фекереңде ҡыҫҡа итеп аңлата белергә. | 6.11 8.11 | ||
27,28 29. | Диалог ҡороу. Әйтем. Һынамыш. Мәҡәл-әйтемдәр. | Бәләкәй жанр ижады. Диалог ҡороу мәҙәниәте. | Һамаҡ, һынамыш, мәҡәл-әйтемдәрҙе яттан белергә.Телмәр ситуацияларында мәҡәл-әйтемдәрҙе урынлы ҡуллана белергә. | 10.11 13.11 15.11 | ||
30-31 | Иғлан. Белдереү. | Иғлан, белдереү тексы төҙөү, уны матбуғат биттәрендә баҫтырырға әҙерләү. | Иғлан, белдереү йөкмәткеһен ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп төҙөргә, уны матбуғат биттәрендә баҫтырыуҙы планлаштырырға | 17.11 20.11 | ||
32-33 | Тикшереү эше. Эшкә анализ | Аралашыу, диалог ҡороу оҫталығы.Диалогты дәфтәрҙә грамоталы яҙыу. | Актуаль темаларға ике кеше араһында һөйләшеү өлгөһө ижад итергә. Уны дәфтәргә тейешле ҡағиҙәләргә ярашлы итеп яҙырға. | 22.11 24.11 | ||
34-35 | Һөйләм. | Һөйләмдең фекерҙе белдереүе. Һөйләм башы, аҙағы. Хәрәкәтте белдергән һүҙҙеңһөйләмдең иң аҙағында килеүе. | Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, уның мәғәнәһенә төшөнөргә. Һөйләм төҙөргә.Уны ҙур хәрефтән башларға, аҙағында тейешле тыныш билдәһе ҡуйырға | 27.11 29.11 | ||
36-38 | Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр | Һөйләмдең эйәһе, хәбәре. Уларҙың һөйләмдәге функцияһы. | Һөйләмдән баш киҫәктәрҙе табырға, аҫтарына һыҙырға | 1.12 4.12 6.12 | ||
39-40 | Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Торналы күл" | .Яңы йыл байрамы тураһында | Һүрәткә ярашлы бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, сюжет йөкмәткеһен бирергә | 8.12 11.12 | ||
41-42 | Хәбәр һөйләм | Хәбәр һөйләм. Һөйләмдә кем йәки нимә тураһында хәбәр ителеүе. | Хәбәр һөйләм аҙағында нөктә ҡуйырға. Уны дөрөҫ күсереп яҙырға. | 13.12 15.12 | ||
43-44 | Өндәү һөйләм | Өндәү һөйләм. Кешегә сәләм биргән, һөйөнөс.. белдергән һөйләмдәр аҙағында өндәү билдәһе ҡуйылыуы | Өндәү һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға.Хәбәр һөйләм аҙағына нөктә, өндәү һөйләм аҙағына өндәү тамғаһы ҡуя белергә. | 18.12 20.12 | ||
45-46 | Һорау һөйләм. | Һорау һөйләм.Нимәлер хаҡында мәғлүмәт алыу маҡсатында өндәшеү, аҙағында һорау билдәһе ҡуйыу. | Һорау һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, һорау бирергә. Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төҙөргә. | 22.12 25.12 | ||
47-48 | Диктант . Хаталар өҫтөндә эш. | Һөйләм төҙөү. Уның аҙағында тыныш билдәләре. Һөйләмдең баш киҫәктәрен айырыу. Текст күсереп яҙыу. | Һөйләмде дөрөҫ яҙырға. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы күсереп яҙырға. | 27.12 29.12 | ||
49-50 | Текст. Һөйләм | Текст ике һәм унан күберәк һөйләмдәрҙән тора.Текста һөйләмдәр мәғәнәһе буйынса бер-береһенә бәйле булыуы. Ҡыҙыл юл. | 2-3,3-4һөйләмдән торған текст төҙөй белергә. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы күсереп яҙырға. | 15.01 17.01 | ||
51
| Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. | Саф башҡорт һүҙҙәренисек әйтелә,шулай яҙыла: туп, имән...Һүҙҙе ижеккә бүлеү. | 4-5, 5-6хәрефтән торған һүҙҙәрҙеәйтеп яҙырға. Һүҙҙеюлдан юлға күсереү өсөн ижеккә дөрөҫ бүлеү | 19.01 | ||
52-53 | Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр | Ә, ө, ү,е,э,и һәм а, о, у,ы хәрефле һүҙҙәр.Һүҙҙең тәүге ижеге ҡалын булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын, нәҙек булһа, башҡа ижектәре лә нәҙек. | Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға.Ҡағиҙә төҙөргә. | 22.01 24.01 26.01 | ||
54-55 | Һүрәт буйынса инша."Елдерәләр саналар" | Һүрәт йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле бәйән итеү. Яҙма телмәр. | Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, һүрәт буйынса хикәйә төҙөргә. | 29.01 31.01 | ||
56-57
| Һүҙҙе юлдан юлға күсереү | Ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. | Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштерергә. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү оҫталығы булдырырға | 2.02 5.02 | ||
58-59 | У-ү хәрефе | У-ү хәрефле һүҙҙәр, уларҙың өн моделе. Һүҙҙе ижеккә бүлеү, уны юлдан юлға күсереү. | У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, дөрөҫ яҙырға. | 7.02 9.02 12.02 | ||
60 | Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Шарлауыҡ янында" | Инша яҙырға өйрәнергә. Һүрәтте өйрәнеү. һүҙлек эше. Һүрәт йөкмәткеһе буйынса һөйләшеү. План төҙөү. Яҙыу | Инша яҙырға өйрәнергә. | 16.02 | ||
61-62 | О-ө хәрефле һүҙҙәр. | О-ө хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың әйтелеше, яҙылышы. | О-ө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 19.02 21.02 | ||
63 | Изложение."Терпе ҡыҙына күстәнәс" | Текст. Сюжет йөкмәткеһе.Идея-тематикаһы.План төҙөү. | Тексты аңлап уҡырға, төп фекерҙе билдәләргә. Текстың йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле һөйләргә, план төҙөргә, дәфтәргә яҙырға | 26.02 | ||
64-65 | Ээ хәрефле һүҙҙәр | Ээ хәрефе һүҙ башында. Ээ хәрефле һүҙҙәр. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. Күсереп яҙыу. | Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 28.02 2.03 | ||
66
| ( Ыы) өнө һүҙ башында һәм аҙағында | (э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында е хәрефе менән билдәләнеүе. | Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Уны күҙәтергә, һығымта яһарға,(э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында килгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 5.03 | ||
67-68 | Ыы хәрефле һүҙҙәр | Ыы хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында | Һүҙ байлығын арттырырға. Ыы хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Бәйләнешле телмәр үҫтерергә. | 7.03 12.03 14.03 | ||
69-70 | Тикшереү эше. Контрол Хаталар өҫтөндә эш.ь диктант. | Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биргән хәрәкәт һүҙҙәр. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. | Эште грамотлы яҙырға. Таҙа яҙырға | 16.03 19.03 | ||
71 | Үтелгәнде ҡабатлау. Ээ, Ыы хәрефтәре | (э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында е хәрефе менән билдәләнеүе. Ыы хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 19.03 21.03 | ||
72-73 | Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы. | Йә, йө, йү, йе(һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр.Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы. | Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә | 2.04 4.04. | ||
74 | Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Торналы күл" | Һүрәт буйынса инша яҙыу. Сюжет йөкмәткеһе. Уны эҙмә-эҙлекле тасуирлау | Инша яҙырға өйрәнергә. | 6.04 | ||
75-76 | (йа) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? | Яя хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында. Яя хәрефле һүҙҙәрҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы | Я хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 9.04 11.04 | ||
77-78 | (йу) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? | Юю хәрефенең ҡалын һүҙҙә генә яҙылыуы. һүҙҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы | Юю хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 13.04 16.04 | ||
79-80 | (йэ) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? | Ее хәрефенең һүҙ башында яҙылышы. Ее хәрефе һүҙ уртаһында | Ее хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 18.04 20.04 | ||
81-82 | (йо) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? | Ёё хәрефе рус теленән һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә | Ёё хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 23.04 25.04 | ||
83 | Тикшереү эше | Ике өндө белдергән хәрефле(е, ё,ю,я) һүҙҙәрҙең яҙылышы | Тикшереү эшен грамоталы башҡарырға | 27.04 | ||
84- | Һүҙ төркөмдәре | Һүҙҙәрҙе аңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмгә бүлеү: предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр, ярҙамсы һүҙҙәр | Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Текстағы һүҙҙәрҙеаңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмләй белергә | 30.04 | ||
85 | Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр | Тирә-йүндәге предметтар.Уларҙың атамаһы.Кем? Нимә? һорауына яуап биреүсе предмет атамалары. Йәнле, йәнһеҙ предметтар. | Предметтарҙы күҙәтергә, тасуирлап һөйләргә. Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе һөйләм схемаһында тейешле тамғалар менән билдәләргә | 2.05. | ||
86-87 | Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр | Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Ни эшләй? һорауына яуап булыусы һүҙҙәр. Һөйләмдең мәғәнәһен белдереүсе төп һүҙҙәр-эйә һәм хәбәр | Предметтың башҡарған эшен атарға. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙгә һорау ҡуя белергә. Предмет атамаһына ярашлы уның хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр уйлап әйтергә, яҙырға | 7.05 11.05 12.05 | ||
88-89 | Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр | Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр.Ниндәй? һорауына яуап булыусы предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Нисек? һорауына яуап булыусы хәрәкәт билдәһен белдергән һүҙҙәр. | Предметҡа ярашлы билдәне атарға. Һүҙбәйләнеш төҙөп яҙырға. Һөйләмдә билдә- һүҙҙәрҙе айырырға. Уларға һорау ҡуйырға. | 14.05 16.05 18.05 | ||
90-91 | Йыллыҡ тикшереү эше. Д иктант Эшкә анализ | Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биреүсе предмет билдәһен һәм хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдең эйәһе, хәбәре, эйәрсән киҫәктәре | Һөйләмдә һаналып киткән билдә-һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға. Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай белергә | 21.05 23.05 | ||
92-93 | Яр ҙамсы һүҙҙәр | Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың айырым ғына торғанда мәғәнә белдермәүе.Ярҙамсы һүҙҙәрҙең һөйләмдәге функцияһы. Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. Ла-лә, да-дә, та-тә, ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. | Ярҙамсы һүҙҙәрҙе телмәрҙе йәнләндереү маҡсатында ҡулланырға. Уларҙы һүҙҙәрҙән айырым яҙырға | 25.05 28.05 | ||
94-95 | Үтелгәнде ҡабатлау | Программа материалын үҙләштереү сифатын өйрәнеү | Бирелгән эштәрҙе аңлы уҡып, дөрөҫ итеп үтәргә | 30.05 |
Предварительный просмотр:
№ | Дәрестең темаһы | Һүҙлек эше | Сә Ғәт һа ны | Дата | Факт | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Иҫкәрмә |
1 сирек | |||||||
1 | Белем байрамы | Тәбрик итә, сәләмләй, хуш киләһең. | 1с. | 2.09 | Уҡыу осорона пландар ҡабул итергә | ||
2 | Бишек йырҙары (бала йоҡлатыу). Йәнлектәрҙең бишек йырҙары. | Бишек, сәңгелдәк, бәүетә, тирбәтә, йондоҙом, былбылым, күҙ нурым. | 1с. | 6.09 | Уҡыу техникаһын камиллаштырырға,халыҡ ижадын үҙ итергә | ||
3 | Бармаҡтар менән уйындар. Мөғжизәле бармаҡтар.Һамаҡтар. | Башбармаҡ, һуҡбармаҡ, урта бармаҡ, сығанаҡ бармаҡ, сәтәкәй бармаҡ, мөғжизә. Һамаҡ, һамаҡлай, ҡашыҡ. | 1с. | 9.09 | Бармаҡтар менән уйындар уйнарға, һамаҡлай белергә | ||
4 | Йомро-йомро йомғағым, йомғағымда-йомағым. | Йомаҡ, йомаҡ ҡойошоу, оҫта, отҡор, зирәк, ыҫпай. | 1 с | 13.09 | Йомаҡ ҡойоуҙы иҫтә ҡалдырырға | ||
5 | Мәҡәлдәр-ололар һүҙе, ата-бабалар кәңәше, өгөт-нәсихәте, аҡһаҡалдар васыяты. | Мәҡәл, әйтем, өгөт-нәсихәт, аҡһаҡал, васыят. | 1с | 16.09 | Мәҡәлдәрҙе яттан белергә, иҫтә ҡалдырырға | ||
6 | Фәстереүҙәр (уйҙырма) | 1 с | 20.09 | Фәстереү уйлап сығарырға | |||
7 | СабирШәрипов. Хикмәтле хикәйә. | Мәьэлдәй-мәьэлдәй, мөңрәй, уйһыу, һуна өйрәк, ҡыжҡылдай, Барҡылдай,ҡурҡылдай, түмәләк.һырт, лауылдай, безелдәй. | 1 с | 23.09 | Тексты аңлап уҡырға,төп фекерҙе билдәләргә | ||
8 | Уйындар. Шаярыуҙар. | 1 с | 27.09 | Уйында, шаярыуҙа үҙеңде яҡшы яҡтан күрһәтергә | |||
9 | Айһылыу Йәғәфәрова. Беҙ әкиәт тыңлайбыҙ. | Йәл-ҡыҙғаныс, меҫкен-бахыр, йәш түгә-илай, яза. | 1 с | 30.09 | Әкиәтте аңлап уҡырға,әкиәттең йөкмәткеһен һөйләй белергә | ||
10 | Ҡарт менән дейеү. | Дейеү, түмәр сөрөгө, аҡыл, хәйлә, тапҡыр. | 1 с | 7.10 | әкиәттең йөкмәткеһен һөйләй белергә, ыңғай һәм кире образды асыҡларға | ||
11 | Төлкө менән әтәс. | Тауыҡ тибенә, күкрәген кирә биреп-маһайып-маҡтанып, юрый ғына. | 1 с | 14.10 | әкиәттең йөкмәткеһен һөйләй белергә,һүҙ байлығын арттырырға | ||
12 | Май ҡайҙа? | Һике, әҙәм, соҡоған. | 1 с | 18.10 | әкиәттең йөкмәткеһен һөйләй белергә | ||
13 | Төлкө менән айыу. | Ауыҙына һыу уртлаған, һуҡрана, тонған. | 1 с | 21.10 | Изгелекте яуызлыҡтан айырырға | ||
14 | Мөхәмәт Ғабдрахманов. Айыухас менән Айыуҡас мәктәптә. | Бермәл, муҡсай, мәшәҡәт, төҫ-баш, һын килбәт, атлап – юрғалап китә, ҡарт өйәңке, сүгәләй. | 1 с | 25.10 | Әкиәттең геройҙарын сағыштырырға, эҙмә-эҙлекле һөйләй белергә | ||
15 | Ганс Христиан Андерсен. Борсаҡ өҫтөндәге принцесса. | Принц, принцесса, королева, өйләнеү. | 1 с | 28.10 | Йөкмәткеһен белергә | ||
2 сирек | |||||||
16 | Мөҙәрис Мөсифуллин. Төлкө менән ҡырмыҫҡа. | Яфалана, интектергән, уңған, булдыҡлы, хәле мөшкөл. | 1 с | 8.11 | Һөйләү байлығын үҫтерергә | ||
17 | Айһылыу Ғәрифуллина. Терпе ниңә энәле? | Һуҫар, шәшке, ҡама, тәртәһе ҡыйшайыпҡайтҡан бала, еңмеш, ауыр холоҡ, бәләсел, вәғәҙә, Аллаһы Тәғәлә. | 1 с | 11.11 | Аңлы уҡыуҙы булдырыу,әкиәтте башҡа жанр менән айыра белергә | ||
18 | Ай менән Зөһрә. | Көн күрһәтмәгән – ҡаҡҡан –һуҡҡан, Ай битендәге көйәнтәле ҡыҙ. | 1 с | 15.11 | Эҙмә- эҙлекле һөйләй белергә, план төҙөргә | ||
19 | Ринат Хәйри. Туп.Ҡурсағым. | Йәрәхәтләнгән – яраланған, шым бул, ҡыҫ. | 1 с | 18.11 | Тасуири уҡыуҙы камиллаштырыу | ||
20 | Ноғман Мусин. «…Сентябрь баштары». | Күк көмбәҙе, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ матур. | 1 с | 22.11 | Тирә-йүндәге күренештәрҙе өйрәнергә | ||
21 | СөләймәнМуллабаев. Көҙгө урман. Айһылыу Йәғәфәрова. Көҙгө урман. | Ҡыҙыу усаҡ, уҫаҡ. Алтын япраҡ, парашют. | 1 с | 25.11 | Тәбиғәттең матурлығын тойорға | ||
22 | Ынйы, таҡыр – тапалған, шыма, өрпәк ҡар – ҡырпаҡ ҡар. | 1 с | 29.11 | Урман тураһында мәғлүмәт алырға | |||
23 | Фәйрүзә Фәтҡуллина.Ҡарҙағы яҙыуҙар. | Ҡор, үрғуян, өйөрмә, ҡобараһы осҡан-ҡото осҡан. | 1 с | 2.12 | Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙе тәьҫирләнеп уҡырға | ||
24 | МостайКәрим. Ҡунаҡ беснәк. | Беснәк, башын юғары сөйөп, түрҙән уҙ-рәхим ит. | 1 с | 6.12 | Уҡыған буйынса фекер алышырға | ||
25 | СөләймәнМуллабаев. Терпе ҡунаҡ саҡырған.(Әкиәт) | Дүрт күҙ менән көткән-түҙемһеҙләнеп көткән, көтә-көтә көтөк булған. | 1 с | 9.12 | Аңлы уҡырға, уҡығанды һөйләй белергә | ||
26 | АбдулхаҡИгебаев. Урмансы малай. | Былбыл төйәге, мурт ерек, мөһабәт имән, һомғол ҡайын. | 1 с | 13.12 | Йөкмәткеһен белергә һәм фекер алышырға | ||
27 | Салауат Кәрим. Хәстәрлекле сәүкә. | Хәстәр-хәстәрләү-хәстәрлекләү, | 1 с | 16.12 | Ҡоштарға иғтибарлы булырға | ||
28 | ДанутаЦветич. Һайыҫҡан менән һөйләшеү. | Мәҙәк-ҡыҙыҡ, өйкөм-өйөр-төркөм-туп, зирәк-отҡор. | 1 | 20.12 | Төп фекерҙе таба белергә | ||
29 | Салауат Кәрим. Ярҙам. | Мәрйен, сылбыр, тәңкә. | 1с. | 23.12 | Ҡоштарға ҡарата иғтибарлы булырға | ||
30 | РинатМөхәмәҙиев. Яңы йыл күстәнәсе. (Мәҙәк) | Мәке, олтан. | 1 с | 27.12 | Йөкмәткеһен белергә,уйланырға | ||
31 | ФәритИҫәнғолов. Тыңлауһыҙ сана менән саңғы. | Һырынты башы, мәрәкә-көлкө. | 1 с | 30.12 | Уҡыған буйынса фекер алышырға | ||
3 сирек | |||||||
32 | Дауыт Юлтый. Ҡыш. Фәрит Иҫәнғолов. Уртаҡ ҡояш. | Ҡар баҫҡан-ҡар япҡан, ҡура, донъя мамыҡ-донъя ап-аҡ. Емелдәй, туптай кейенгән-ҡалын кейенгән, тәпәшәк, бәхәс. | 1 с | 17.01 | Тәбиғәт миҙгелен һүрәтләгән әҫәрҙә тәбиғәт күренешенең нескәлектәренә иғтибар итергә | ||
33 | Нәжиә Игеҙйәнова. Бәпембә. | Сәнскеле күлдәк, ғәжәп, йәш эркелде, ҡалтырауыҡлы тауыш. | 1 с | 20.01 | Аңлы уҡырға, план төҙөргә,һығымта яһарға | ||
34 | Венер Исхаҡов. Үгәй инә үләне.Әрем. Кесерткән. | Һулап туймаҫлыҡ хуш еҫ, иҫ киткес тәмле еҫ, төйлөгән, телсәр ҡыҙ. | 1 с | 24.01 | Дарыу үләндәрен белергә | ||
35 | Айһылыу Йәғәфәрова. Сәнскеле күлдәк. | Мәкер, зарығып көткән, әсе һүҙ. | 1 с | 27.01 | Дарыу үләндәрен айыра белергә | ||
36 | Тамара Ғәниева. Томбойоҡтар. | Таж, түңгәләктәр. | 31.01 | Дарыу үләндәрен айыра белергә | |||
37 | Фәрит Иҫәнғолов. Флүрәнең ғәйебе нимәлә? | Тупаҫ һөйләшеү, тәмле телле, ғәйебеңде таныу. | 1 с | 3.02 | Кешелеклелек сифаттарын айыра белергә | ||
38 | Гөлсирә Шафиҡова. Зоосиныф. Ф. Иҫәнғолов. Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы | Исем тағыу, Кире ҡағыу-ризалашыу. | 1с. | 7.02 | Геройҙарҙың холоҡ-фиғеле тураһында уйланырға һәм фекер алышырға | ||
39 | С. Яҡупов. Кем маҡтансыҡ? | Маҡтанды-ҡупырҙы, мәргән. | 1 с | 10.02 | Насар күренештәргә ҡарата ҡараңды белдерергә | ||
40 | А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. | Һынап ҡарау – тикшереп ҡарау. | 1 с | 14.02 | Дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә | ||
41 | Йылан менән балыҡ. (Әрмән әкиәте) | Диңгеҙ, аңғармай ҡалдым – күрмәй. | 1 с | 17.02 | Кире образдың хаталарын асырға | ||
42 | Ф. Иҫәнғолов. Ҡәләм кемгә булырға тейеш? | Күҙе дүрт булды-аптыраны-һушы китте. | 1 с | 21.02 | Кире герой ҙарҙың хаталарын асырға | ||
43 | Г. Яҡупова. Рәхмәт яуғанда. | Рәхмәт уғыры – рәхмәт өшкөрө, һыңар- парһыҙ – яңғыҙ. | 1 с | 24.02 | Фекерләргә, бәхәсләшергә | ||
44 | А. Йәғәфәрова. Дөйә менән ҡошсоҡ. | Төймәләй кәүҙә тамаша, хайран ҡалды. | 1 с | 28.02 | Әҫәрҙәге геройҙарҙың образдарын асырға | ||
45 | Ф. Иҫәнғолов. «Батырҙар!». Ғ. Дәүләди. Шапшаҡ Кинйәбай. | Боҫто-йәшенде, лапаҫ. | 1 с | 3.03 | Теге йәки был геройҙарҙың матур, килешле яҡтарын асырға | ||
46 | Ж. Кейекбаев. Оморҙаҡ бабай. | Һаҙлыҡ, әрәмә, күрән, ҡотосто, йән ерҙе –иҫебеҙгә илдек. | 1 с | 7.03 | Йөкмәткеһен белергә, фекер алышырға | ||
47 | Ф.Фәтҡуллина. Мин – Батыр | Түпәлү,шайтан оҫтахана,мазут | 1 с | 10.03 | Насар күренешкә ҡарата ҡарашыңды белдерергә | ||
48 | Аҡшам батыр ҡобайыры.(Өҙөк.) Салауат батыр ҡобайыры | Уҡ-һаҙаҡ, билдәле булыу Бәйге-ярыш, ҡырыҫ ат йрәтелмәгәнат. | 1 с | 14.03 | Ҡобайырҙарҙы көйләй белергә | ||
49 | Милли батырыбыҙ. Салауат батыр | Меңйәшәр | 17.03 | Милли батырыбыҙ тураһында уйланырға, һоҡланырға | |||
50 | Ф. Иҫәнғолов. Уҡытыусы ни өсөн шелтләмәне | Берөлгө быяла,тетмәне тетеү | 1 с | 21.03 | Ғәҙел эшкә баһа бирергә | ||
4 сирек | |||||||
51 | Ф.Фәтҡуллина. Айыубикә таң 6аршылай. Айыу. | Аңра,ҡолаҡһалды | 1 с | 4.04. | Йөкмәткеһен белергә,һөйләй белергә | ||
52 | Г. Юнысова. Сыйырсыҡ йыры. С. Михалков. Һөҙөшкөм килә. | Илдәргиҙеү-сәйәхәтитеү. Бәйләнсек. | 1 с | 7.04. | Кешеләрҙең тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен күҙәтергә, уға баһа бирергә Йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға | ||
53 | Г. Юнысова.Рәссам. Г. Ситдиҡова. Сер. Г. Яҡупова. Ярғанат. | Аяҡтары ергәтейер-теймәҫ Тыңларғаәүәҫ, бошондо, күҙемә салына, ҡашығаяҡ. | 1 с | 11.04 | Аңлы уҡырға,фекер алышырға Сағыштырырға | ||
54 | Н. Мырҙаҡаева. Иң матур бөжәк. | Сихырлаған, еңгәсәй. | 1 с | 14.04 | Аңлы, етеҙ уҡырға, сағыштырыуҙарҙы табырға | ||
55 | Й. Солтанов. Өфөм-баш ҡалам. Р. Янбулатова. Өфө-баш ҡалам. | Эшсән халыҡ, һиңә ашҡынам. | 1 с | 18.04 | Тыуған төйәк, республикабыҙҙы ҡәҙерләргә, һаҡларға | ||
56 | М. Садиҡова. Тыуған яҡтарым һәйбәт. | Шифахана, игенсе. | 1с. | 21.04 | Тыуған яғыбыҙҙың матурлығын тоя белергә | ||
57 | М. Кәрим. Бөркөтлөауылы. .Вахитова. Алмағастар ултыртабыҙ. | Үҙ ихтыяры менән, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ илдәр, тәнде ҡура. | 1 с | 25.04 | Тасуири уҡырға, һүҙ байлығын арттырырға | ||
58 | Ф. Иҫәнғолов. Ҡайһылай көрәшергә. Ә. Ихсан. Әсә рәхмәте. | Билеңде ҡаймыҡтырыр һың. Һабанда һайрашмаһаң. | 1 с | 28.04 | Фекер алышырға Ата-әсәләргә һоҡланыу,фекер алышырға | ||
59 | Р.Ниғмәтуллин. Рәхмәттәр биргән рәхмәт. Р. Сабитов. Булышам. | Тамаҡ туйғас. Туҙан ҡунмай, һиҙәп таға. | 1 с | 5.05 | Изгелек тураһында фекер алышырға | ||
60 | Г.Ситдиҡова. Күҙлек. | Яуыз, сынаяҡ | 1 с | 12.05 | Эҙмә- эҙлекле һөйләй белергә | ||
61 | Ф.Иҫәнғолов. Һин ни эшләр инең? Ысын иптәш. | 1 с | 16.05 | Ысын дуҫ мәғәнәһен аңларға | |||
62 | В.А.Сухомлинский Поезда. | Төшөнмәй, прожектор. | 1 с | 19.05 | Ярҙамсыл булырға | ||
63 | А.Йәғәфәрова. Көтөлмәгән осрашыу. | Төпсөк ҡыҙы, янанылар, иҙән еге. | 1 с | 23.05 | Йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға | ||
64 | В.Исхаҡов. Урман дауаһы Бесәнгә барғанда. Хикәйә. | Теремек, күңеле кителде, мыҫҡаллап. | 1 с | 26.05 | Тасуири уҡырға, һүҙ байлығын арттырырға Аңлы уҡыуҙы булдырырға | ||
65 | Үткәнде ҡабатлау. | 1 с | 30.05 | Тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытырға | |||
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле
Аңлатмалы яҙыу.
2-се класс өсөн «Башҡорт теле предметы буйынса эш программаһы Әлифба һәм Башҡорт теле нән дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн уҡыу программаһына һәм Ф.Ш. Сынбулатованың Башҡорт теле дәреслегенә таянып дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын Федераль дәүләт белем стандарттары талаптарына ярашлы төҙөлдө.
Эш программаһы түбәндәге документтарға
2-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы "Әлифба” һәм “Башҡорт теле” нән дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4-се класс өсөн программаһына, Ф.Ш.Сынбулатованың " Әсә теле" дәреслегенә таянып төҙөлдө.
федераль кимәлдә:
1. “Мәғариф тураһында”ғы федераль законға 29.12.2012 й. № 273-ФЗ,
2. “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына;
3. «Федераль дөйөм белем биреүҙең дәүләт стандарттары» Рәсәй Фән һәм Мәғариф министырлығы пр. №373 06.10.2009 й.“;
«Федераль дөйөм белем биреүҙең дәүләт стандарттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» Рәсәй Фән һәм Мәғариф министрлығы пр. №2357 22.09.2011 й;
4. “Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы”на, Д.Б.Эльконин – В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына;
региональ кимәлдә:
1. “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына (29.12.2007 N 515-з, от 28.02.2008 N 540-з)
2. Башҡортостан Республикаһы региональ базис уҡыу планы 06.05.2014й №814,
3.“Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на
4.2014/2015 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә;
5. “Әлифба» һәм «Башҡорт теле» нән уҡыу программалары, Дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 класстары өсөн Өфө: “Китап”2012- 120 бит., Сынбулатова Ф.Ш.,Вәлиева Г.Ә.
мәктәп кимәлендә:
1. Башҡортостан Республикаһының Белорет районы муниципаль районы Инйәр ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе Муниципаль мәғәриф бюджет учреждениеһынын уҡыу программаһы,
2. Башҡортостан Республикаһының Белорет районы муниципаль районы Инйәр ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына нигеҙләнеп эшләнде.
Баһалау критерийҙары Башҡортостан Республикаһының Белорет районы муниципаль районы Инйәр ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу эшмәкәрлеген баһалау системаһы положениеһына (№8 от 29.08.2014. ) ярашлы.
Был документтарҙа милли мәктәптәрҙә туған телде тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнде. Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға,уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.
Башланғыс мәктәптә тәү башлап грамотаға өйрәтеү осоронда уҡыусыны үрҙә әйтелгән йүнәлештәрҙә үҫтереү өсөн мөмкинселектәр асыла, шарттар тыуҙырыла.
Тыуған илебеҙ Рәсәй, республикабыҙ Башҡортостан, туган тел, халҡыбыҙ, башҡа милләт халҡы менән татыулыҡ, дуҫлыҡ, тирә-яҡ мөхит, уларҙы һаҡлау, яҡлау башҡорт грамотаһына өйрәтеү һәм башҡорт теле программаларының көнүҙәк темалары булып тора.
Был программала башланғыс кластарҙа фән буйынса уҡытыу тематикаһы, уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы тәҡдим ителә.
Башланғыс мәктәптә грамотаға өйрәтеү осоронда мәктәп йәшендәге балаларҙы телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү төп йүнәлеш булып тора. Был эшмәкәрлек баланы грамотаға өйрәтеүҙән башлап, артабан аңлап тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, мәҙәниәтле аралашыу күнекмәләре формалаштырыу, йәғни интеллектуаль-эшмәкәр, аралашыусан шәхес тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Балаға рухи йөкмәтке һалыу, әхлаҡи тәрбиә биреү, эстетик зауыҡ, эмоциональ тотороҡло торош-булмыш формалаштырыу туған тел аша бойомға ашырыла. Был йәһәттән телмәр эшмәкәрлегенә өйрәтеү ҙур әһәмиәткә эйә.
Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған компетентлыҡ булдырыу талап ителә.
Лингвистик компетентлыҡ өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе үҙ эсенә ала.
Аралашыу компетентлыҡ – уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, һүҙ байлығын, телдең грамматик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу.
Этнокультура өлкәһен ҡараған компетентлыҡ – ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләү, йола, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, ихтирам итеүе.
Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:
- туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;
- уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;
- башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;
- дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;
- уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.
Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрлеген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора.
Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдында ҡуйған төп маҡсат – баланы шәхес итеп тәрбиәләү. Рәсәй Федерацияһының мәғарифты үҫтереү программаһында ла «Дөйөм белем биреү мәктәбен модернизациялау, нигеҙҙә, уҡыусыларға билдәле күләмдә белем биреүҙе генә күҙ уңында тотмай, ә уны шәхес булараҡ үҫтереү, танып белеү һәм эшмәкәрлек һәләттәрен үҫтереү” ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың үҙәк мәсьәләләре билдәләнде:
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу;
- тел системаһын ( фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
- башҡорт теле предметы аша тирә-яҡты танып белергә, мәғлүмәтле булырға өйрәтеү;
- башҡорт теле ғилемен өйрәнгәндә баланың шәхси һәләттәрен, мөмкинселектәрен иҫәпкә алып, уның һәләтен, эрудицияһын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу;
- тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү, уҡыу эшмәкәрлегенең төп компоненттарын үҙләштереү;
- милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.
Башҡорт теленә өйрәтеү-өйрәнеү программаһының төп принциптары:
- Фәнни-теоретикбелем биреү.
- Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү.
- Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.
- Баланың тәбиғәттән бирелгән, ата-бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.
- Башҡорт телен заманса аралашыу, коммуникатив эшмәкәр мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.
- Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау, нығытыу.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика.
2-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы "Әлифба” һәм “Башҡорт теле” нән дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4-се класс өсөн программаһына, Ф.Ш.Сынбулатованың " Әсә теле" дәреслегенә таянып төҙөлдө.
Башҡорт теле дәрестәренең маҡсаты һәм бурыстары: - башҡорт теленең үҙенсәлектәрен , дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;
- телдең теге йәки был күренештәрен өйрәнеү,
- телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу.
Ижади эштәр күләмлерәк һәм йөкмәткелерәк йүнәлеш ала. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе бурыс итеп ҡуя:
-фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡты артабан нығытыу, киңәйтеү;
-өҙлөкһөҙ, матур һәм тиҙ яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү;
-грамоталы яҙыу, уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монолог ,текстар төҙөү һәм һөйләү, шиғыр, әкиәт, хикәйә ижад итеү;
-туған тел дәрестәре менән предмет-ара бәйләнеш булдырыу: сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуирлап яҙыу; теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашыңды , фекереңде белдереү күнекмәләрен сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү.
Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдына түбәнге талаптарҙы һәм бурыстарҙы ҡуя:
1.Уҡыусының уҡыу эшенә, белем алыу эшмәкәрлегенә үҙен өйрәтеү, фекерләү, аҡыл-аң ҡеүәһен үҫтереү; үҙен уратып алған һәр нәмәгә, күренешкә, хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашы, баһаһы булған шәхес итеп үҫтереү.
2. Башҡорт балаларының күпселеге мәктәпкә үҙ телендә һөйләшеп килә. Рус теленә өйрәтеү балаларҙың башҡорт телендә алынған белемдәренә нигеҙләнеп өйрәтелә.
3.Телде аралашыу, кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү, мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү.
4.Башланғыс мәктәптә туған тел уҡытыуҙы, уҡытыу- тәрбиә эшен халҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡороу шарт.
5.Башланғыс мәктәптә уҡытылған бүтән фәндәрҙе – рус теле һәм әҙәбиәте, тәбиғәтте өйрәнеү, математика, һынлы сәнғәт, музыка өлкәһендәге белемдәрен башҡорт теле предметы менән тығыҙ бәйләнештә уҡытыу мөһим.
“Башҡорт теле” предметының уҡыу планындағы урыны
2-се класс “ Башҡорт теле”, бөтәһе 102 сәғәт, (34 аҙна х 3 сәғәт).
“Башҡорт теле”предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәрен һүрәтләү
Рәсәй мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы тураһындағы законында төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – программаның төп талаптарының береһе.
Шәхес ул:
- башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;
- белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;
- мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;
- хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;
- үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;
- социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе; тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше;
- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Башҡорт телен үҙләштереүзең шәхси , метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре.
”Башҡорт теле” программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:
2-се класта:
1. Предмет буйынса белем алырға:
- һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә,уларға тейешле һорау ҡуйырға;
- һүҙҙәрҙең өнмоделен төҙөргә,уны хәрефтәр менән яҙырға;
- һөйләмдәр төҙөргә,уларҙы тулыландырырға;
- һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр,өндәү,һорау һөйләмдәргә айыра белергә;
- һөйләмдең баш киҫәктәрен белергә ;
-һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға;
-башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанундарын, ҡағиҙәләрен үҙләштерергә;
-8-10 һөйләмдән торған (35-40 һүҙ ) тексты күсереп яҙырға;
- 30-35 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә;һүҙҙе ижеккә бүлергә,уны юлдан юлға күсерә белергә тейеш.
2.Метапредмет эш төрҙәрен үҙләштерергә:
- үҙ-аллы уҡыу,мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу,мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш,эште планлаштырыу;
- алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү;билдәләмә,ҡағиҙә, алгоритм,һығымта һ.б. график схема,модель,таблица ярҙамында теркәргә;
- диалог ҡорорға,уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға;
- мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тыңлай, хуплай белергә,аңламағанды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға һәм рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткеререргә , уны яҡлай белергә тейеш.
Метапредмет кимәле. Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, ойоштopoy һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүен, әйләнә - тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.
Көйләүсе уҡыу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.
Танып белеү эшмәкәрлеге тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм анализлауҙы, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы тәьмин итә.
Аралашыу эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.
3.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендә уҡыусы өйрәнә:
-үҙ-аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;
- мәктәп йыһаздарын, уҡыу әсбаптарын һаҡларға;
- Тыуған илде яратырға, телде, илде һаҡларға;
- һаулыҡты һаҡларға;
- тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыларға, атай-әсәйеңә, яҡындарыңа, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға.
Уҡыу йылы аҙағына 2-се класс уҡыусыһының әҙерлек кимәленә талаптар
-8-10 һөйләмдән торған (35-40 һүҙ ) тексты күсереп яҙырға;
- 30-35 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә;һүҙҙе ижеккә бүлергә,уны юлдан юлға күсерә белергә тейеш.
-үҙ-аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға; әңгәмәсене тыңлай, хуплай белергә,аңламағанды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға һәм рәхмәтеңде белдерергә;
Грамотаға өйрәтеү һәм “Башҡорт теле” дәрестәре темаларының йөкмәткеһе
2-се класс
“ Башҡорт теле” курсы буйынса уҡыу программаһы түбәндәге бүлектәре буйынса ҡоролған.
- Туған телдә һөйләшәм. Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? 1 сәғәт
- Ҙур хәреф. Һөйләм. Һүҙбәйләнеш. 4 сәғәт
- Кеше исемдәре.Кеше фамилиялары. Ер-һыу атамалары. Хайуан ҡушаматтары. 11 сәғәт
- Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог. Йәмғиәт урындарында осрашыу. Яҡын кешеләрҙе ҡотлау. Аралашыу этикеты. 10 сәғәт
- Мәғлүмәт, белешмә эҙләү. 3 сәғәт
- Һамаҡ, әйтеш, Һынамыш. Мәҡәлдәр, әйтемдәр. 3 сәғәт
- Иғлан, белдереү. 4 сәғәт
- Һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. Һөйләмдә тыныш билдәләре. 6 сәғәт
- Хәбәр Һөйләм. Өндәү һөйләм. Һорау һөйләм. 6 сәғәт
- Текст. Һөйләм. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. 12 сәғәт
- Уу-Үү хәрефтәре. 4 сәғәт
- Оо –Өө хәрефле һүҙҙәр. 3 сәғәт
- ( э ) өнө һәм Ээ хәрефе. Ы ы хәрефе 6 сәғәт
- Йй хәрефле өндәр. 6 сәғәт
- Яя, Юю хәрефле һүҙҙәр. 4 сәғәт
- ( йу), ( йэ), ( йо) өндәре ниндәй хәреф менән тамғалана? 4 сәғәт
- Предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. 7 сәғәт
- Һөйләмдең тиң киҫәктәре. 2
- Ярҙамсы һүҙҙәр. 7
Тематик планлаштырыу
№ | Тема | Сәғәттәр һаны |
1. | Туған телдә һөйләшәм. Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? | 1с |
2 | Туған телдә һөйләшәм. Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? | 4 |
4 | Кеше исемдәре.Кеше фамилиялары. Ер-һыу атамалары. Хайуан ҡушаматтары | 11 |
5 | Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог. Йәмғиәт урындарында осрашыу. Яҡын кешеләрҙе ҡотлау. Аралашыу этикеты. | 10 |
6 | Мәғлүмәт, белешмә эҙләү. | 3 |
7 | Һамаҡ, әйтеш, Һынамыш. Мәҡәлдәр, әйтемдәр. | 3 |
8 | Һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. Һөйләмдә тыныш билдәләре | 4 |
9 | Хәбәр Һөйләм. Өндәү һөйләм. Һорау һөйләм | 6 |
10 | Текст. Һөйләм. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр | 6 |
11 | Уу-Үү хәрефтәре | 12 |
12 | Оо –Өө хәрефле һүҙҙәр. | 4 |
13 | ( э ) өнө һәм Ээ хәрефе. Ы ы хәрефе | 3 |
14 | Йй хәрефле өндәр. | 6 |
15 | Яя, Юю хәрефле һүҙҙәр | 6 |
16 | ( йу), ( йэ), ( йо) өндәре ниндәй хәреф менән тамғалана? | 4 |
17 | Предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр | 7 |
18 | Һөйләмдең тиң киҫәктәре | 2 |
19 | Ярҙамсы һүҙҙәр. | 7 |
Бөтәһе | 99 |
Контроль эштәр
Дәрес № | Тема | Эш төрҙәре | Методик ҡулланма |
15 | Баш хәрф | Тикшереү эше. | №1, 1-4.биттәр Сынбулатова Ф.Ш., Иҡсанова Р.М. “ Башҡорт теле” дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре. Өфө: Китап, 2012й |
21 | Программа материалын үҙләштереү сифатын өйрәнеү | 1 сирек өсөн Контроль диктант. Хаталар өҫтҡндә эш. | Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Ғәлиуллина Г.Б. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы. Өфө: Китап, 2011 й. |
34 | Диалог. | Тикшереү эше. | №2,5-10.биттәр Сынбулатова Ф.Ш., Иҡсанова Р.М. “ Башҡорт теле” дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре. Өфө: Китап, 2012й |
41 | Һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. Һөйләмдә тыныш билдәләре | Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. “Торналы күл". | № 41, “ Башҡорт теле ” дәреслеге, 1-се бүлек, 68-се бит |
48-49 | Хәбәр Һөйләм. Өндәү һөйләм. Һорау һөйләм | Диктант . Хаталар өҫтөндә эш. | Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Ғәлиуллина Г.Б. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы. Өфө: Китап, 2011 й. |
56-57 | Текст. Һөйләм. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр | Һүрәт буйынса инша."Елдерәләр саналар" | № 56-57, “ Башҡорт теле ” дәреслеге, 2-се бүлек,9-сы бит |
63 | Уу-Үү хәрефтәре | Һүрәт буйынса инша. “ Урманда Яңы йыл” | “ Башҡорт теле ” дәреслеге, 2-се бүлек 54-се бит |
66 | Оо –Өө хәрефле һүҙҙәр. | Изложение."Терпе ҡыҙына күстәнәс" | № 66, “ Башҡорт теле ” дәреслеге, 2-се бүлек,30-сы бит |
72 | ( э ) өнө һәм Ээ хәрефе. Ы ы хәрефе | Контроль күсереп яҙыу йәки диктант. | Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Ғәлиуллина Г.Б. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы. Өфө: Китап, 2011 й. |
78 | Йй хәрефле өндәр | Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Шарлауыҡ янында" | № 63, “ Башҡорт теле ” дәреслеге, 22-се бит |
86 | ( йу), ( йэ), ( йо) өндәре ниндәй хәреф менән тамғалана? | Тикшереү эше | №3,11-14.биттәр Сынбулатова Ф.Ш., Иҡсанова Р.М. “ Башҡорт теле” дәреслегенә контроль эштәр дәфтәре. Өфө: Китап, 2012й |
Йомғаҡлау эштәре | 1,2,3,4 сирек өсөн диктанттар | Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф., Ғәлиуллина Г.Б. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы. Өфө: Китап, 2011 й. |
Материал-техник ҡулланмалар
Уҡыу – уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
Уҡытыусы өсөн | Уҡыусы өсөн |
2-се класс | |
Төп әҙәбиәт
Өҫтәлмә әҙәбиәт
|
|
Техник ҡулланмалар:
- Класс таҡтаһы;
- Ноутбук;
- Магнитофон;
- Сканер, лазерлы принтер.
Йыһазландырыу:
- Киҫмә һыҙмалар, киҫмә фишкалар;
- Күргәҙмә материалдар, һүрәттәр;
- Үҫтереүсе өҫтәл уйындары;
- Үҫтереүсе электрон уйындар;
- Таблицалар, картиналар;
Предварительный просмотр:
Әҙәби уҡыу
Аңлатмалы яҙыу
2-се класс өсөн «Әҙәби уҡыу» предметы буйынса эш программаһы яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн уҡыу программаһына һәм Ә.Т.Мәүлиярованың “Әҙәби уҡыу» дәреслегенә таянып, дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын Федераль дәүләт белем стандарттары талаптарына ярашлы төҙөлдө.
Федераль кимәлдә:
1. “Мәғариф тураһындағы федераль законға 29.12.2012 й. № 273-ФЗ,
2.Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына,
3. “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына” 05.03.2004 г. №1089,
4. “Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы”на,Д.Б.Эльконин – В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына.
Региональ кимәлдә:
1. “Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына (29.12.2007 N 515-з, от 28.02.2008 N 540-з);
2. Башҡортостан республикаһы региональ базис уҡыу планы 06.05.2014й №814,
3.“Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на,
4.2014/2015 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә,
5 Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4-се кластары өсөн программа. – Өфө; “Китап”,2010.-24 бит. Ә.Т.Мәүлиярова.
Мәктәп кимәлендә:
1. Башҡортостан Республикаһының Белорет районы муниципаль районы хакимиәте Инйәр ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғәриф бюджет учреждениеһынын уҡыу программаһы,
2. Башҡортостан Республикаһының Белорет районы муниципаль районы хакимиәте Инйәр ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе Муниципаль мәғәриф бюджет учреждениеһының уҡыу планына таянып эшләнде.
Баһалау критерийҙары Башҡортостан Республикаһынын Белорет районы муниципаль районы хакимиәте Инйәр ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе Муниципаль мәғәриф бюджет учреждениеһының уҡыу эшмәкәрлеген баһалау системаһы положениеһына (№8 от 29.08.2014. ) ярашлы.
Бала үҙ телендә һөйләшә, фекер йөрөтә,уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә,тәбиғәт,йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә,улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра,көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала.Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереүҙе,байытыуҙы,камиллаштырыуҙы,баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе,формалаштырыуҙы күҙаллай.
Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә. Башланғыс мәктәптә уҡыусылар туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә, кешеләр араһындағы, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе, үҙен уратып алған донъяны өйрәнә, щәхес булараҡ үҫешә.Тик үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә, киләсәккә өмөт-хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Ошоларға ирешмәйенсә тороп, телеңдең,милләтеңдең киләсәген күҙаллау мөмкин түгелдер. Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү, белеү мотлаҡ.
Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һөҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар- уҡыусыларҙы тормрш менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү, мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу, һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү, әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләттәрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуына , әҙәби китап уҡыуына , уҡығанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.
Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе - телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла. Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ –ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү , ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарыла.
Башланғыс мәктәптә әҙәби уҡыу дәрестәре түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән:
- башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу;
- танып белеү формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;
- уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү;
- уҡыусылар күңелдә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;
- әҙәби әҫәрҙәр, фәнни – популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу;
- әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүеҙемлек кеүек юғары әхләҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;
- туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;
- бергә уҡыу компонентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
“ Әҙәби уҡыу“ предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:
- Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы күҙаллай.
- Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү. Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ унында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.
- Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл – ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи –эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү. Был йүнәлештә мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу – әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.
- Әхләҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән таныштырыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү. Әҙәби әҫәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора
“Әҙәби уҡыу” предметына дөйөм характеристика
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө, башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә. Программа – “Яңы сандартттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 кластары өсөн Туған тел дәреслегенә программа”. – Өфө: Китап, 2010.
Базис уҡыу пландарына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә “Әҙәби уҡыу” предметын өйрәнеүгә 2-се класта халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҙур урын бирелә. Программала 1 сентябрь-Белем байрамына бағышланған материалдарҙан һуң,фольклор жанрҙарын өйрәнеү ҡаралған. Шиғыр уҡыу,тыңлау һәм уны тасуири уҡырға өйрәтеү, яттан һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләүгә лә сәғәттәр бүленгән.Тәбиғәтте күҙәтеү,уны һаҡлау, ишәйтеү проблемаларына һәм шулай уҡ әҙәп,әхлаҡ, мәҙәниле аралашыу, хеҙмәт һәм тыуған ер, ил мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәрҙе өйрәнеүгә лә программала тейешле урын бирелгән. Уҡыу техникаһы- 35-55 һүҙ уҡыу.
Кластан тыш уҡыу. Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала.Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу,китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ- аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат "журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.
Һүҙҙәр менән эш. Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү,уларҙың һүҙ байлығын арттырыу,һүҙбәйләнештәр,фразеологик берәмектәр,һөйләм,бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр,ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң,ундағы яңы һүҙҙәр,фразалар, һөйләмдәр аңлатыла,һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп,һайлап, ролләп ,сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
“Әҙәби уҡыу” – башланғыс белем биреүҙә төп предметтарҙың береһе. Уҡыу - телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө. Уҡыу дәрестәренең маҡсаттары-уҡыусыларҙа аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу,үҙаллы уҡыу тәжрибәһен формалаштырыу, телмәр эшмәкәрлегенең бар төрҙәрен камиллаштырыу;текст һәм китап менән эшләү оҫталығын тәрбиәләү, башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙа китап уҡырға ынтылыш тыуҙырыу, уларҙы дөрөҫ итеп китап һайларға, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәтеү; һүҙ сәнғәтенә дөрөҫ мөнәсәбәт формалаштырыу, әҙәби текстар аша уҡыусыларҙың әхлаҡи тәжрибәһен байытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәренең төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың уҡыу компетентлығын формалаштырыу һәм китап уҡыу эшмәкәрлеген үҙаллы белем алыу сараһы итеп үҫтереү тора. Ошонан сығып, уҡыу дәрестәренең бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:уҡыусыларҙы әҙәбиәт донъяһына алып инеү һәм һүҙ сәнғәтенең образлылығын, әҙәби әҫәрҙәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү;әҙәби әҫәрҙе автор менән аралашыу өсөн уҡыу, уның позицияһын, яҙылғанға мөнәсәбәтен асырға өйрәтеү;бер үк әҫәрҙе яҙыусы, уҡыусы, әҙәби критик күҙлегенән тикшерергә өйрәтеү;төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәр менән таныштырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың хис-тойғоларын байытыу;әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу барышында уҡыусыларҙы әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәтеү, әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу;
Шуны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: башланғыс кластарҙа “Әҙәби уҡыу” дәресенең төп бурысы булып уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын һәм уҡыу тиҙлеген үҫтереү тора.
Әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү уҡыусының тормош тәжрибәһенә бәйле, шуға күрә әҫәрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы ул иң элек үҙенә үлсәп ҡарай , үҙенең фекерен әҫәр геройыныҡы менән сағыштыра, донъяны аңлау кимәленә таянып образ тыуҙыра, барыһын да үҙ аңы аша үткәрә. Уҡыусыға әҫәрҙең төп фекере тәү тапҡыр уҡығанда аңлашылып та бөтмәҫкә мөмкин. Уны яңынан уҡығанда күҙ уңынан төшөп ҡалған өлөштәре лә иғтибарға алына һәм икенсерәк күҙлектән ҡабул ителә. Шуға күрә әҫәрҙе аңлау, ҡабул итеү өсөн ваҡыт кәрәк.
Тасуири уҡыу – әҫәрҙе аңлы ҡабул итеүҙә ҙур ярҙамсы, сөнки геройҙарҙың төрлө кисерештәре, авторҙың йөкмәткегә мөнәсәбәте, әҫәрҙең теле тасуири уҡыу барышында уҡыусыға тағы ла нығыраҡ тәьҫир итә, аңлауҙы еңеләйтә. Тасуири уҡырға уҡыусылар иң элек уҡытыусыһына оҡшатып уҡып өйрәнәләр, артабан был күнекмә үҙ аллы уҡыу барышында камиллаша бара.
Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың күңеле төрлө кисерештәр менән дә байырға тейеш: уҡылған әҫәрҙән баланың күңеле үҫә йәки, киреһенсә, кәйефе кителә,герой эшләгән яҡшылыҡтан ҡәнәғәтлек кисерә, яманлыҡтан йәне көйә. Шуға күрә уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә балаларҙы тирә-йүнде күҙәтергә, күргәндәрҙе анализларға, һығымта яһарға өйрәтергә бурыслы. Ошоға бәйле уҡыусылар әҙәби әҫәрҙәрҙе тормоштоң сағылышы итеп ҡабул итергә өйрәнәләр. Башланғыс класта уҡыу дәрестәренең тағы ла бер маҡсаты булып балаларҙы нәфис әҙәбиәт уҡырға өйрәтеү, уны төп мәктәптә системалы өйрәнеүгә әҙерләү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, грамоталы уҡыусы тәрбиәләүҙең нигеҙен булдырыу тора. Грамоталы уҡыусы – ул уҡыу техникаһын белгән, уҡығанын аңлаған , китаптарҙы белгән һәм уларҙы донъяны танып-белеү сараһы итеп таныған кеше.
Был маҡсатҡа ирешеүҙә түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк:
Уҡыу техникаһын һәм тексты аңлау алымдарын формалаштырыу – бер үк ваҡытта уҡыу процесына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уҡыу ихтыяжын булдырыу;
Әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү;
Балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу;
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе (һүҙ байлығын), балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.
Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы.
Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала:
Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр
Текстың йөкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлешен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып төп геройҙарын билдәләү;
Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм ( уҡыу, эмоциональ, психологик һ.б.) әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау.
Тексты уҡыу барышында башҡарылған эштәр.
Тексты беренсел уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу (текстың үҙенсәлектәренә, уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә бәйле). Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау.
Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Ашыҡмайынса, уйлап ҡабаттан уҡыу (бөтөн тексты йәки өлөштәрен). Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу һ.б.).Һәр мәғәнәүи өлөшкә асыҡлаусы һорауҙар биреү.
Текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда, текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу.
Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр.
Текст буйынса концептуаль әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау.
Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү.
Текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төшөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине).
Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр. Китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм системалы уҡыу күнекмәһе балыҡҡа килтереү ҙур тырышлыҡ, психологик һәм педагогик оҫталыҡ талап итә. Тейешле кимәлдә уҡыу техникаһын үҙләштергән һәм китап уҡыу күнекмәһенә эйә булған балаға мәғлүмәтле булыу мөмкинлектәре асыла. Бала тирә-яҡ донъяны, үҙен уратып алған мөхитте, тәбиғәт күренештәрен, хатта кеше психологияһын һәм кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте,йәғни тормошто китап, гәзит журналдарҙан һәм башҡа заман мәғлүмәт саралары ярҙамында өйрәнә.
Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен, уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге, күңеле аша үткәреп, хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора. Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа-был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.
Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.
Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге, әҫәрҙәге тема менән таныштыра. Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән, баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.
Кластан тыш уҡыу.
Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә. Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала. Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.
Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат " журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.
Һүҙҙәр менән эш.
Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә, аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү, уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр, фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.
Башланғыс кластарҙа әҙәби һәм фәнни- публицистик әҫәрҙәрҙе уҡыу, уныү телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллан алыу айырыуса мөһим.Шунлыҡтан һәр класҡа бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эшләү талап ителә.
Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп һайлап, ролләп сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
Уҡыу техникаһы.
Уҡыу йылы аҙағына 2-се класс уҡыусыһының әҙерлек кимәленә талаптар.
Уҡыусы:
- тексты аңлап , тасуири уҡый;
- тексты эстән уҡый;
- уҡыған әҫәрҙең темаһын һәм төп асылын, мәғәнәһен билдәләй;
- Әҫәрҙең исемен, авторын атай;
- Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килерлек интонация һайлай;
- темп һәм тонды дөрөҫ билдәләп, логик баҫым, пауза ҡуйып, тейешле тауыш менән уҡый;
- уҡылған әҫәрҙе мәғнәүи яҡтан өлөштәргә бүлеп, планын төҙөй;
- Әҫәҙе ентекле итеп, хәл –ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һөйләй;
- Әҫәрҙе ҡыҫҡаса һөйләй;
Әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-тематикаһы буйынса әңгәмәләшә.
Башланғыс мәктәптә әҙәби уҡыу дәрестәре өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәтелгән:
- башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү,
- үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу;
- танып белеү формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;
- уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү,
- әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү;
- уҡыусылар күңелдә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;
- әҙәби әҫәрҙәр, фәнни – популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүеҙемлек кеүек юғары әхләҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;
- туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;
- бергә уҡыу компонентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
“ Әҙәби уҡыу “ предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:
1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы күҙаллай.
2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү. Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ унында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.
3. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл – ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи –эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү. Был йүнәлештә мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу – әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.
4.Әхләҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән таныштырыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү. Әҙәби әҫәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора
“Әҙәби уҡыу” предметының уҡыу планындағы урыны
2 класс өсөн эш программаһы “ Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1-4 кластары өсөн программаһына, авт.МәүлийәроваӘ.Т.“Әҙәби уҡыу “ дәреслектәренә таянып төҙөлдө Сәғәт һаны: 68 сәғ. Аҙнаға: 2 сәғәт
“Әҙәби уҡыу” предметы йөкмәткеһендә тәрбиәүи йүнәлеш ҡиммәттәрен һүрәтләү
Рәсәй мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы тураһындағы законында төп йүнәлештәрҙең береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эшен ойоштороу – программаның төп талаптарының береһе.
Шәхес ул:
- башҡорт теленең фәнни-теоретик нигеҙҙәрен белгән, үҙ теленең төп үҙенсәлектәрен тәрән тойомлаған, туған телендә иркен һөйләшкән кешеләр менән аралашыу мәҙәниәтенә эйә булған;
- белем алыу, уҡымышлы, мәғлүмәтле булыуға, үҙенә кәрәк информацияны үҙ аллы эҙләү һәм уға эйә булыу һәләте булған;
- мәктәптә алған белемдә тормош ситуацияларына сығарыуға һәләтле булған; алған белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡуллана белеүсе;
- хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш итеүсе; яңылышҡанда эшләнгән хаталарҙың сығанағын асыҡлай һәм анализлай белгән, уларҙы булдырмау юлдарын билдәләп, хата эшләнгән эштәрҙән фәһем ала белеүсе;
- үҙен уратып алған һәр объектҡа, күренешкә үҙ фекере, ҡарашы булған;
- социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булыусы; кеше ҡайғыһын, зарын аңлай белеүсе; тотороҡло рухлы, матур эске мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы кеше.
- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Уҡыу йылы аҙағына “Әҙәби уҡыу” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
«Әҙәби уҡыу » предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:
Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;
төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
«Әҙәби уҡыу» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
анализлай һәм синтезлай белеү;
сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;
фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы беле;
үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
һорауҙар бирә белеү.
«Әҙәби уҡыу » курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:
әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;
уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;
уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;
аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;
текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.
таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;
тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;
текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;
текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;
тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;
геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;
телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;
уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;
уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;
асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;
проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;
нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;
уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.
Уҡылғанды аңлау алымдарын формалаштырыу
Әҫәрҙең исеме менән эшләү оҫталығы (уның тура һәм күсмә мәғәнәһен аңлау, исемен йөкмәткеһе, төп фекере менән тиңләштереү,төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу).
Әҫәрҙең йөкмәткеһен исеме, иллюстрациялар, терәк һүҙҙәр ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, тексҡа үҙ аллы исем уйлау.
Оҫталыҡты үҫтереү:
Текста йәки текстың өлөштәрендә терәк һүҙҙәрҙе айырырға өйрәтеү, төп фекер менән терәк һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу;
Тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләү;
Ябай план төҙөү(текстың һөйләмдәренән төҙөлгән план);
Текстың структураһын уҡытыусы тәҡдим иткән план менән тиңләштереү;
Герой тураһындағы хикәйәнең планын үҙ аллы төҙөү;
Тексты уҡыу алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү;
Тексҡа үҙ аллы һорауҙар төҙөү. Уҡыу барышында уның йөкмәткеһен күҙаллау;
Ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу;
Бәйләнешле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү.
Өйрәтеү:
Тексты план буйынса тулы һәм ҡыҫҡартып һөйләү;
Текстың төрлө өлөштәрен һайлап һөйләү;
Тексҡа телдән һүрәтләмә төҙөү;
Бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү;
Шиғырҙарҙы һәм проза әҫәрҙәрен тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән, логик баҫым ҡуйып яттан һөйләү.
Һәр бүлек аҙағында ижади характерҙағы яҙма эштәр үткәреү.
Ижади эштәр: иншалар, хикәйәләр, шиғырҙар яҙыу.
Программаның йөкмәткеһе
Сәғәт һаны: 66: сәғ. Аҙнаға: 2 сәғәт
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө, башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә.
Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: “Әҙәби уҡыу” дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу), уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү, йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр. Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла. Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола. Бала тормош тәжрибәһенән сығып, теге йәки был хәл-ваҡиғаға, күренешкә, кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү,э шлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.
2-се класта .
Белем байрамы. (1 сәғәт)
Көҙгө тәбиғәт, сентябрь башын һүрәтләү. Уҡыуҙың тәүге көнө, 1 сентябрь – Белем байрамы тураһында һөйләшеү. Уҡытыусыға, мәктәпкә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Тырышып белем алыу – төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү.
Халыҡ ижады менән танышыу.
Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа... (5 сәғәт)
Бишек йырҙары. Йәнлектәрҙең бишек йырҙары.
Бармаҡтар менән уйындар. Мөғжизәле бармаҡтар.
Һамаҡтар.
Йомро-йомро йомғағым, йомғағымда – йомағым.
Мәҡәлдәр – ололар һүҙе, ата – балалар кәңәше, өгөт – нәсихәте, аҡһаҡалдар васыяты.
Фәстереүҙәр (уйҙырма).
Уйындар. Шаярыуҙар.
Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады ҡомартҡылар менән таныштырыу. Улар нигеҙендә етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу. Һөйләмдәрҙе һәм тексты, таныш билдәләре ҡуйылған пауза яһап, тейешле интонация менән уҡыу. Шыбырлап , эстән уҡыуға күнегеү.
Әкиәттәр донъяһында (10 сәғәт)
Әкиәтте һөйләү, уҡыу, тыңлау нескәлектәре менән танышыу. Уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Хәл – ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап , ике – өс әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү. Әкиәттән өҙөктәрҙе ролләп уҡыу, сәхнәләштереү, йәғни тасуири уҡыу.
Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү (4 сәғәт)
Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, яттан һөйләү.
Уҡыусыларҙы шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен һәм ритм, рифма, баҫым күренештәрен күҙәтеү.
Тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт матурлығы.
Экологик мәсьәләләр.
Беҙ - тәбиғәт балалары.
Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ ( 12 сәғәт)
Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Уҡыған буйынса фекер алышыу, уҡығанды тасуирлап һөйләү.
Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, тормош хаҡындағы белемдәрен киңәйтеү. Тәбиғәт миҙгелен һүрәтләгән әҫәрҙәрҙә тәбиғәт күренештәренең нескәлектәрен иғтибар итеү, матурлығын тоя белеү, һоҡланыу һәм тәбиғәттән алған уй-фекерҙәрҙе белгертеү, хис – тойғоларҙы тасуирлап һөйләү күнекмәләрен биреү.
Аралашыу мәҙәниәте. Кешеләр нисек аралаша?
Әҙәп төбө – ғәҙәт ( 20 сәғәт)
Уҡылған әҫәрҙә балалар, өлкәндәр араһында булған хәл-ваҡиға, улар эшләгән эштәр, геройҙарҙың холоҡ-фиғеле, ҡылыҡтарын тураһында уйландырыу, фекер алышыу һәм баһа биреү.
Әҫәрҙәрҙәге балалар араһындағы мөнәсәбәткә күҙәтеү яһау. Ыңғай геройҙар өлгөһөндә мәҙәни аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү һәм ғәҙәти етешһеҙлектәр, насар күренештәргә ҡарата ҡарашыңда белдереү, баһа биреү, уларҙы булдырмау йәки бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күреү тураһында уйланыу.
Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ...(10 сәғәт)
Уҡыу дәрестәрендә хеҙмәт тәрбиәһе, тыуған ил һәм тыуған төйәк , ата-бабалар ере тигән тәрән мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр биреү әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бирелгән әҫәрҙәрҙә тыуған ергә , йәшәгән төйәккә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата кеше мөнәсәбәте мәсьәләләре күтәреләю . Бала дәрестә уҡыған шиғыр, әкиәт, хикәйә һәм башҡа жанрҙар аша кешенең тыуған еренә булған мөхәбәтте тырыш хеҙмәте һәм файҙалы эштәре менән билдәләүенә инана.
Кластан тыш уҡыу (8 сәғәт)
Тыуған төйәк, ер – һыу, республикабыҙ. Ҡош – ҡорт, хайуандар, үҫемлектәр, уларҙы ҡайғыртыу һәм кешеләрҙең, шулай уҡ балаларҙың, уларға мөнәсәбәте. Балалар һәм өлкәндәр , бала һәм уның тиҫтерҙәре. Улар араһындағы мөнәсәбәт.
Тематик планлаштырыу
№ | Тема | Сәғәттәр һаны |
1 | Белем байрамы. | 1 сәғәт |
2 | Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа... | 5 сәғәт |
3 | Әкиәттәр донъяһында | 10 сәғәт |
4 | Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү | 4 сәғәт |
5 | Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ | 12 сәғәт |
6 | Әҙәп төбө – ғәҙәт | 20 сәғәт |
7 | Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ... | 10 сәғәт |
Йомғаҡлау | 4 | |
Бөтәһе | 66 |
Уҡыу йылы аҙағына 2 сө-се класс уҡыусыһының әҙерлек кимәленә талаптар
Уҡыусы:
-тексты тулы һүҙҙәр менән аңлап, ҡысҡырып уҡый,
-тексты эстән аңлап уҡый,
-текстан тейешле өҙөктө таба,
- мәғәнәле өлөштәргә бүлә, исемләй,
-әҫәрҙәге төп фекерҙе билдәләй,
-тексты ентекләп уҡый,
-текстағы күренештәргә, хәл-ваҡиғаларға, геройҙарҙың фиғел-ҡылыҡтарына ҡарашын, уй, хис-тойғоларын интонация ярҙамында күрһәтеп, тасуири уҡый,
-биш –алты шиғырҙы яттан һөйләй белергә тейеш,
-күрһәтелгән әхлаҡи төшөнсәләргә эйә булырға тейеш:
-тыуған ер именлеге, йәнтөйәк ҡәҙере һәм уны һаҡлау,
-ата-әсәйгә, яҡын кешеләргә ихтирам күрһәтеү һәм һөйөү, улар тураһында ҡайғыртыу,
-кешелеклелек сифаттары.
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
Материаль-техник ҡулланмалар
-магнитофон;;
- ноутбук;
- Әҙәби уҡыу “Уҡыу китабы” . Төҙөүселәре Ә.Т. Мәүлийәрова, Ишембәтова С.Т., С.Б. Акъюлова.
- Сынбулатова Ф.Ш., Мараканова Р.Й. “Әҙәби уҡыу”дәреслегенә эш дәфтәре. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 2-се класы өсөн.- 2-се баҫма.- Өфө Китап, 2013.
- Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996..
- Һүҙлектәр.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Программа мастер-класса (на башкирском языке)
Тема программы : Формирование универсальных учебных действий на уроках литературного чтения (на башкирском языке) По каждому занятию предлагаются отдельные материалы....

ПРЕПОДАВАНИЕ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА В РЕСПУБЛИКЕ КАК ГОСУДАРСТВЕННЫЙ И РОДНОЙ ЯЗЫК. ЯЗЫК – ХРАНИТЕЛЬ КУЛЬТУРЫ И ТРАДИЦИИ.
ПРЕПОДАВАНИЕ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА В РЕСПУБЛИКЕ КАК ГОСУДАРСТВЕННЫЙ И РОДНОЙ ЯЗЫК.ЯЗЫК – ХРАНИТЕЛЬ КУЛЬТУРЫ И ТРАДИЦИИ....
ОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ПРОГРАММА по учебным предметам «Родной (башкирский) язык» и «Литературное чтение на родном (башкирском) языке» для 2-4 классов общеобразовательных организаций с русским языком обучения
Данная программа по родному (башкирскому) языку разработана в соответствии с Федеральным законом от 29.12.2012 года № 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» и варианта учебного пла...

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 1 класса.
Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 2 класса
Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 3 класса
Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Одушевлённые и неодушевлённые имена существительные. Интегрированный урок (русский язык +башкирский язык) во 2 классе.
Цель урока: 1. Учить классифицировать имена существительные на...
