Эссе "Я-учитель" (на башкирском языке)
статья на тему

Мурзагалина Дина Гафуровна

Эссе "Я-учитель"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse_uchitel_goda_2017.docx15.34 КБ

Предварительный просмотр:

Эссе «Мин – уҡытыусы…»

Ғилем – ғилем өсөндөр,

Ғилем – үҙең  өсөндөр.

Һин үҙеңде белмәһәң,

Уҡыу нимә өсөндөр?!

Яңы уҡыу йылы башланды. Мәктәптәргә һәм бик күп уҡыу йорттарына йән инде – йәм инде. Кластар – балалар, аудиториялар – студенттар менән тулды. Дәрестәр, фәндәр, лекциялар…Яңы асыштар, яңы мәғлүмәттәр. Барыһы ла һеҙҙең ғилемегеҙҙе арттыра, яңы асыштарға нигеҙ һала.

Эйе, һис шикһеҙ,тура мәғәнәһендә, бөгөнгө алған белем баланы яңы үрҙәргә юлыҡтырасаҡ. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла – белем кәрәк. Ә белемдең нигеҙе – уҡыуҙа, тырышлыҡта.

 Бөгөнгө тормошобоҙ ҡатмарлы.Ҡыйынлыҡтар, етешһеҙлектәр, ғәҙелһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.Уларҙы еңер өсөн ғилем эйәһе булыу кәрәк.Әгәр ҙә тормош кәмселектәренә баш эйеп, уҡыуға иғтибарҙы һүлпәнәйтһә, балаларҙан кемдәр сығыр?

Ә беҙҙең халҡыбыҙ ниндәй ауырлыҡтар килһә лә, ғилемгә өндәгән. Белемле кешене генә ихтирамға лайыҡлы тип иҫәпләгән. Мәшһүр шағир Аҡмулланың ҡыҫҡа ғына, ләкин  ғәжәп тос мәғәнәле һүҙҙәрен иҫтән сығармаһаҡ ине: «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!»  Ниндәй ҡиммәтле һүҙҙәр!

Үҙ илеңдең таянысы, халҡыңдың таянысы булыу фәҡәт белем аша ғына тормошҡа ашыуы мөмкин. Ысынлап та, бөгөнгө көндә, электроника, кибернетика, космология кеүек фәндәр тормошобоҙҙоң үҙәгенә әйләнгән осорҙа, белемең булмаһа, ни ҡылмаҡ кәрәк?!

Сирек быуат ғүмерем балалар тәрбиәләүгә арналған, күп уҡыусыларым минең юлымдан киткән.

      Шулай ҙа йыш ҡына үҙемдең мәктәп йылдарымды, уҡытыусыларымды

һағынып иҫкә алам. Белемгә ынтылыш барлыҡҡа килеүендә, моғайын, әсәйем сәбәпселер. Сөнки, беҙҙең ғаиләлә китап уҡыу иң яратҡан шөғөл була торғайны. Әсәйем нисектер китапты уҡырға талап итмәй, ә был шөғөл менән ҡыҙыҡһындыра ала ине. Берәй әҫәрҙе үҙе уҡый башлай ҙа, иң ҡыҙыҡ ерендә туҡтай ине, ә беҙ ағайым, апайҙарым менән, аҙағын уҡып бөтөр өсөн талашып бөтә торғайныҡ.

Мәктәп йылдары…Моғайын, улар һәр кемдең ғүмерендә иң яҡты, мөғжизәле осорҙор. Бәхетемә күрә, Төркмән урта мәктәбенең иң ихлас, оло йөрәкле уҡытыусыларында: Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улында, Байрамғолова Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙында, Набиуллина Әлфиә Әхтәм ҡыҙында, Фәтҡуллин Ришат Нурғәле улында - белем, тәрбиә алдым. Уларҙы мин  кеше күңеленә асҡыс ярата белеүсе, уны үҫтерергә бар күңелен һалыусы тылсымсылар тип атар инем. Оло йәштэге  остаздарымды  уңыштарым  менән ҡыуандыра алам икән – мин бәхетле.

 Мин – УҠЫТЫУСЫ. Мин дә хәҙер бөйөк исемле шәхес. Үҙ алдыма һынатмаҫҡа,  һәр өлкәлә  яҡшы булырға тейешмен тип, үҙемә маҡсат ҡуйҙым. Киләсәктә ҡуйған маҡсатыма ирешермен тип ышанам. Сөнки мин дә үҙемдән һуң халҡыбыҙға, киләсәгебеҙгә ысын уҡытыусы бүләк итергә тейешмен. Минең өҫтөмдә ҙур бурыс – кешеләрҙе уҡытыу!

     Үҙемдең фекеремде йомғаҡлап,  Бөйөк Гётеның һүҙҙәрен иҫкә төшөрәһе килә. Уның йѳкмәткеһе бына шундай: буласаҡ уҡытыусы донъяға килгәндә уның баш осонда ѳс фәрештә пәйҙә була. Беренсеһе әйтә:

—Күңелең һинең мәңге йәш булыр, сѳнки һине һәр ваҡыт балалар уратып алыр…

Икенсеһе:

—Күңелең гел матур булыр, сѳнки һин балаларҙы яҡшылыҡҡа ѳйрәтәсәкһең,—ти.

—Һин бәхетле буласаҡһың, сѳнки хеҙмәтеңдең емештәрен татыясаҡһың, уҡыусыларың һинән юғарыраҡ бейеклеккә күтәреләсәк, ә шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ,—ти ѳсѳнсѳ фәрештә.

         Мин – уҡытыусы. Уҡытыусы булыуым менән мин бәхетле…

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Программа мастер-класса (на башкирском языке)

Тема программы : Формирование универсальных учебных действий на уроках литературного чтения (на башкирском языке) По каждому занятию предлагаются отдельные материалы....

План-конспект урока по башкирскому языку

План-конспект урока по башкирскому языку для 4 класса русскоязычной школы...

ПРЕПОДАВАНИЕ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА В РЕСПУБЛИКЕ КАК ГОСУДАРСТВЕННЫЙ И РОДНОЙ ЯЗЫК. ЯЗЫК – ХРАНИТЕЛЬ КУЛЬТУРЫ И ТРАДИЦИИ.

ПРЕПОДАВАНИЕ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА В РЕСПУБЛИКЕ КАК ГОСУДАРСТВЕННЫЙ И РОДНОЙ ЯЗЫК.ЯЗЫК – ХРАНИТЕЛЬ КУЛЬТУРЫ И ТРАДИЦИИ....

ОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ПРОГРАММА по учебным предметам «Родной (башкирский) язык» и «Литературное чтение на родном (башкирском) языке» для 2-4 классов общеобразовательных организаций с русским языком обучения

Данная программа по родному (башкирскому) языку разработана в соответствии с Федеральным законом от 29.12.2012 года № 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» и варианта учебного пла...

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 1 класса.

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 2 класса

Автор учебника: З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина. В русских школах где есть родной башкирский язык....

Рабочая программа по учебному предмету "Родной башкирский язык и литературное чтение на родном башкирском языке" для 3 класса