Телтөҙәткес һәм тиҙәйткес.
материал

Хибатуллина Айгуль Ирназаровна

Телтөҙәткес һәм тиҙәйткес.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл teltoztkes_hm_tizytkes.docx19.22 КБ

Предварительный просмотр:

Телтөҙәткес һәм

 тиҙәйткес

        

Та-та-та – Талип тауыҡ ашата,

Ти-ти-ти – тип саҡыра, ти.

Тә-тә-тә – күршенекен өркөтә,

Ти-ти-ти – йөрөмә бында, кит, ти.

Ты-ты-ты – күрше тауығы ҡурҡты,

Тө-тө-тө – кәртәнән осоп төштө.

Те-те-те – Талип тағы ем һипте,

Тө-тө-тө – Талиптың еме бөттө

Һарыҡ һап-һоп баҫып,

һыйырға һыйланырға килгән,

һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй,

һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.

Һылыубикә һигеҙ һарыҡ һуйған, һигеҙе лә һимеҙ, һигеҙенән дә һигеҙ һауыт май сыҡҡан.

Һибәт менән Һәтисә ике ҡалаҡ һөт эсә: бер ҡалағын Һибәт эсә, ә береһен - Һәтисә.

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.

Батырҙың эше лә батыр, һүҙе лә батыр, үҙе лә батыр, йөҙө лә матур.

Сей сейәне сәйнәй - сәйнәй, сикәләрем сатнаны.

Шакирҙың шары шарт-шорт шартланы, Шакир шуға шаңҡып, шып-шым ғына шаҡ ҡатты.

Мейес башында биш бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы.

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес ташы.

Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,

Ҡара ҡарғаға ҡараңғыла ҡараһаң да,

Ҡарамаһаң да, ҡара ҡарғаға ҡарағанда

Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.

Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.

Һары һаҡаллы Һаҙыйҙың һары Һарығолағы һары һаламда ята.

Ҡара ҡарға, ҡара ҡарға,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Аттым ҡарға, төштө ҡарға,

Аҡ ҡарға ҡара ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Ҡа, ҡа, ҡа – ҡыр ҡаҙҙары бейек оса

Күк, күк, күк – урманда ҡысҡыра кәкүк

Ҫа, ҫа, ҫа – һалдаттар сафҡа баҫа,

Ға, ға, ға – ҡара һин тик алға.

Сейэлек сокорон сыккан сакта,

сей сейэне сэйнэй-сэйнэй

сикэлэрем сатнаны.

Ҡаңҡ-ҡаңҡ ҡаңҡылдашып, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡысҡырышып, ҡанаттарын ҡаға-ҡаға ҡаңғылдашып, ҡыр ҡаҙҙары ҡуҙғалыуға, ҡапыл-ҡара ҡырпаҡ ҡар ҡаплапны.Ҡыуана-ҡыуана ҡышты ҡаршыланыҡ. Ҡурҡаҡ ҡуян да ҡыштырҙаҡ ҡарға ҡыуанды. Ҡырыҫ ҡыш ҡаты ҡанундарын ҡайырҙы.Ҡабат-ҡабат ҡоһорон ҡайтарҙы.Ҡар ҡалынайҙы.Ҡалтыратты.Ҡулдарына ҡыйбатлы ҡулсатыр ҡултыҡлаған ҡарт-ҡороно,ҡыйғас ҡара ҡашлы ҡыҙ-ҡырҡынды, ҡунаҡсыл ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы, ҡәйенеңгә-ҡәйенбиәкәләрҙе, ҡыл ҡыбырлатмаҫ ҡылыҡһыҙ ҡәйнештәргә ҡәҙәр ҡуҙғатты.Ҡурҡытма, ҡыш! Ҡурҡҡан ҡыҫҡа ҡойроҡ ҡуян ҡурҡһын.

Өсәр-өсәрҙән өс өйөм,

Өйә-өйә өй була.

Килгән Ғата, кейгән ҡата,

Уң аяҡта һул ҡата.

Ғатала түгел хата,

Ҡата кейелгән хата.

Ләлә алма ала,

Ләлә бәлә һала:

- Алма йәшел ниңә?

Ҡыҙыл кәрәк миңә!

ҺӘНӘК

Тырма! Тик торма!

Һин бесән тырма!

Эй, һәнәк, һәнәк,

Һин уңған һәләк.

(Т.Шаһманов)

ИШЛЕ-ИШЛЕ

Ишле эшле Ишкилде.

Ишкилде иш килде,

Ишле-ишле эш килде.

Ишле-ишле эшләгәс,

Ишле уңыш йыш килде

(Р.Ниғмәтуллин)

РӘХМӘТЛЕ

Раил көн дә Рәхмәттә,

Рәхмәттәрҙә рәхәт тә.

Рәхәтләнеп эшләгәс,

Рәхмәт әйтә Рәхмәт тә.

(Р.Ниғмәтуллин)

Өммөгөлсөм өләсәйем

Өлөштәрен өләшә.

Өлөшһөҙҙәр көтә өлөш,

Өлөшлөләр көлөшә.

Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ,

Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ.

Ҡапҡан таптым,

Ҡапҡанға ҡаптым.

Ҡыҫала менән ҡырмыҫҡа

Баҫмала дуҫлашҡандар.

Иҫтәлеккә аҫыл төҫтәге

Таҫмалар алышҡандар.

Сиңерткә сеңләп йөрөй,

Яланды иңләп йөрөй.

Йәй көнө йәмле, ти, ул,

Миңә күңелле, ти, ул.

Минең исемем матур,

Минең исемем Мансур.

Күпер башында күк күркә,

Күк күркәнән кем ҡурҡа?

Сибәр, Сәймә һәм Сәлимә

Сәй әсәләр өсәүләп.

Сулпан ситтә сәсәй-сәсәй

Сәй көтә был өсәүҙән.

Ҡарамалының ҡара малайына сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамалының ҡара малайы сананы ҡарамаланы микән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамалының ҡара малайы сананы ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла алып ҡайт. Ҡарамаланың ҡара малайы сананы ҡарамалаһа киләһе йыл Ҡарамаланың ҡара малайына сананы ҡарамалатырға тағы бирербеҙ

Ете егет булғандар, етеһе лә уңғандар, етеһе лә ете ерҙән ерән сәсле ете ҡыҙҙы алып ҡайтмаҡ булгандар.

Һалҡын ағай, кит-кит,

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ!

Һөтлө һыйыр яланда, яланда.

Майлы бутҡа ҡаҙанда, ҡаҙанда.

Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа.

Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ! (Халыҡ ижадынан.)

Көләс.

Көләс кеткелдәп көлә:

Кемде күргән көҙгөлә?

Күркәмләнеп киткән Көләс,

Көйәҙләнеп киткән Көләс,

Күкһел күлдәген кейгәс!

Күлдәген күреп көҙгөлә,

Көләс кинәнеп көлә. (Ә. Әхмәт-Хужа.)

Әйтсе.

Әйтсе миңә, әйтсе миңә,

Әйтсе серен, әсәкәй!

Әллә һин бешергәнгәме,

Бигерәк тәмле әпәкәй! (А. Игебаев.)

Вагондар уҙып бара,

Вәли ҡул болғап ҡала.

Выж-выж, выж-выж,

Выжылдайҙыр вышкалағы вертолет,

Вертолетта – Вәкил, Вәсил,

Ваһап, Вил, Вафир, Вәлит

Ҡыҙарып, янып юлдан уҙабыҙ.

Туҡтап, ял алып, ҡулдар йыуабыҙ.

Асыҡ һауала ҡарҙа шыуабыҙ,

Сана шыуабыҙ, саңғы шыуабыҙ.

Ҡар кеүек аҡ айыуҙар

Ҡар өҫтөндә аунайҙар.

Ҙур йорттар һала-һала,                    

Ҙур булып үҫте ҡала.      

                   

Мин ҡыҙҙарҙы ҡаҡмайым,

Мин ҡыҙҙарҙы яҡлайым.

Баҫма, тиһәң, баҫалар,                  

Был ни нәмә, балалар?

Аҫмалы баҫма,

Һин яҙа баҫма!

Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.

Һоло һалдым ҡолонға,                        

Сапмаһын тип болонға.                      

Һары сәскә атты көнбағыш,

Һары нурға батты көнбайыш.

Ҡоймаҡ ҡойҙом, ҡарбуз ҡуйҙым,

Ҡоштар килде һәр яҡтан.

Ҡара ҡарға ҡабаланып,

Ҡайтып китте ҡунаҡтан.