Мәктәп ҡағиҙәләре.
материал

Хибатуллина Айгуль Ирназаровна

Күркәм холоҡло булыуҙы оло бәхет тип иҫәпләгеҙ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dlya_stenda.docx13.62 КБ

Предварительный просмотр:

     1. Мәктәпкә мөмкин тиклем иртә барығыҙ. Ваҡыт үткәс, башҡаларҙың әйтеүҙәрен көтмәйенсә, үҙегеҙ белеп әҙерләнегеҙ һәм кешенең әйтеүенән алда сығып китегеҙ.

    2. Мәктәпкә барғас, әҙәпле генә урынығыҙға ултырығыҙ. Дәрес ваҡытында һөйләшмәгеҙ. Белем алыр өсөн ихлас тырышығыҙ, әҙәпле булырға өйрәнегеҙ. Күркәм холоҡло булыуҙы оло бәхет тип иҫәпләгеҙ.

     3. Китап, ҡағыҙ һәм башҡа яҙыу әсбаптарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ. Ҡәләмегеҙҙе кейемегеҙгә, сәстәрегеҙгә һөртмәгеҙ һәм ауыҙығыҙға ҡапмағыҙ. Бындай нәмәләр, беренсенән, әҙәпкә ҡаршы, икенсенән – ауырыуға сәбәп. Ҡулдарығыҙҙы бысратмағыҙ. Көтмәгәндә бысранһа, һыу һәм һабын менән яҡшылап йыуығыҙ.

     4. Мәктәптә уйнарға рөхсәт бирелһә, әҙәпле булығыҙ. Уйнар өсөн яҡшы һауалы урындарҙы эҙләгеҙ. Бысраҡ урындарҙа, туҙан һәм балсыҡ араһында уйнамағыҙ. Сөнки бындай нәмәләрҙән әҙәм балаһына ауырыу йоға.

     5. Мәктәпкә барғанда һәм ҡайтҡанда тәрбиәһеҙ балалар менән йөрөмәгеҙ. Кибет алдында һәм башҡа ҡыҙыҡлы урындарҙа оҙаҡ ҡарап тормағыҙ. Оло кешеләр кеүек кәүҙәгеҙҙе тура тотоп йөрөгөҙ.

Ризаитдин Фәхретдин.