Ноғман Мусин. "Етемәк болан балаһы" (дәрескә презентация),4 класс, Әҙәби уҡыу
презентация к уроку (4 класс) по теме

Муфтахова Гузель Иделовна

Презентация к уроку на башкирском языке

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

болан үлән бүре сәскә ҡайын ҡарағай ҡуян

Слайд 2

Н.Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған .. Оло яҙыусыға 85 йәш . ғ ғ

Слайд 3

Етемәк болан балаһы

Слайд 4

ЕТЕМӘК ҮГЕҘ ЕГЕЛГӘН АРБА ҺАРЫНА ШЫРЛЫҠ ШАҠ ҠАТАМ АҠАЙЫП ҠАРАП ТОРА КӘТМӘН

Слайд 5

Һарына бик файҙалы үҫемлек. Ул теш ауыртыуын баҫа. Тән яраһын дауалай, ә төбөндәге картуфы аҙыҡ булып тора.Хәҙерге ваҡытта Ҡ ыҙыл китапҡа индерелгән .



Предварительный просмотр:

Өфө ҡалаһы

“Зәйнәб Биишева исемендәге 140–сы  Башҡорт гимназияһы”

4 класс

Әҙәби уҡыу

 “Тәбиғәттең йәмен боҙма, йәнлектәрҙең йәнен ҡыйма».

 ( Н.Мусин “Етемәк болан  балаһы”)

                                               

                                                           Төҙөнө :Муфтахова Гүзәл Иҙел ҡыҙы

                                                                   башланғыс кластар уҡытыусыһы

                                            Өфө-2016

Класс: 4

Предмет: башҡорт әҙәбиәте

Тема: Тәбиғәттең йәмен боҙма, йәнлектәрҙең йәнен ҡыйма. ( Н.Мусин “Етемәк болан  балаһы”

Маҡсат: Н.Мусин  тормошо һәм ижады менән яҡыныраҡ таныштырыу; аңлы, йүгерек уҡыу күнекмәләрен үҫтереү; иғтибар, хәтер, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү; һүҙ байлыҡтарын арттырыу; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш.һөйөү, яратыу хистәре тәрбиәләү, тыуған ергә хужаларса ҡарашлы шәхес тәрбиәләү өҫтөндә эш алып барыу

Йыһазландырыу: Н.Мусиндың портреты, китаптары күргәҙмәһе.

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Психологик комфорт булдырыу

1. - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Бөгөн беҙҙең ябай дәрес түгел, беҙгә бик күп ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ, уларҙы үҙ телебеҙҙә сәләмләйек (1-cе слайд)

Уңыш ситуацияһын ойоштороу

-Уҡыусылар , ә һеҙ мөғжизә яратаһығыҙмы? Нимә һуң ул мөғжизә?

Ғәжәпләндереү алымын ҡулланыу

“Серле эшләпә”.

“Йәшеренгән һүҙҙәр”

 “Интеллектуаль ҡаршылыҡ”  ситуацияһын тыуҙырыу.

Слайдта” Серле эшләпә” эсендәге һүҙҙәр.

Бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләргә.

Дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ?

Нимәләр белербеҙ икән?

Дәрестең темаһын, планын күҙаллау.

 Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

  1. Н.Мусин  тураһында нимә беләһегеҙ? Ниндәй әҫәрҙәрен уҡынығыҙ? Уны ниндәй кеше итеп күрәһегеҙ? Һөйләгеҙ. (Слайдта Н.Мусиндың  биографияһы)

  1. Төркөмдәрҙә мини-тикшереү эше. Бирем: уҡыясаҡ әҫәрҙең исеменә таянып уның йөкмәткеһен асыҡлағыҙ.

  1. Ял минуты.
  2. Тел шымартыу
  3. Әҫәр өҫтөндә эш.

         -Һүҙлек эше.

       -. Балаларҙың  сылбыр буйынса уҡыуы

        -Һайланма уҡыу.

   -Һүҙ менән һүрәтләү.

Әҫәргә ниндәй һүрәт төшөрөр инегеҙ? Китапта бирелгән һүрәт менән танышыу, әҫәрҙең ҡайһы өлөшөнә тура килеүен асыҡлау.

Һорауҙарға  тулы яуап биреү, үҙҙәренең кисерештәрен менән бүлешеү.

Тулы яуап биреү.

Ғәмәли эштәр

Төркөмдәрҙә эш.

1-се төркөм. Ни өсөн автор әҫәргә шундай исем биргән?

2-се төркөм. Төп геройҙарҙы ниндәй һүҙҙәр менән анализларһығыҙ?

3-сө төркөм. Һеҙҙеңсә, автор ниндәй фекер еткерергә уйлаған?

Эштәрҙе яҡлау.

Рефлексив анализ. Баһалау.

Бөгөн дәрестә беҙ нимә эшләй алдыҡ? Бөгөнгө осрашыу нимә менән иҫегеҙҙә ҡалыр?

Кем үҙе өсөн яңылыҡ асты?

Өй эше дифференциаль бирелә.  

  1. Хикәйәне өлөштәргә бүлеп, һәр өлөшкә исем бирергә.
  2. Йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләп өйрәнергә.

Баһалау.

Тулы яуап биреү.

“Уңыш экран”ын тултырырыу.

Нимә белә инем

Ниндәй яңылыҡтар белдем

Үҙемде нисәгә баһаланым.



Предварительный просмотр:

Талғын ғына музыка. Сәхнә артында бер бала әтәс булып ҡысҡыра.  

 (Магнитофонда әкрен генә көй ишетелә)

- Кикирикүк! Кикри-күк! Таң атты, тороғоҙ! Байрам башлана! Дуҫтарым, әйҙә байрамға! Балалар сәхнәгә йүгерешеп ҡыҙҙар сығалар.

-Ярма, ярма, -тип ҡысҡырышалар. Тирә-яҡтан ҡатын-ҡыҙҙар килеп сығалар, ҡыҙҙарға ярма бирәләр. Бергәләшеп һамаҡлайҙар:

Ҡарға әйтә ҡарр-ҡарр!

Байрамыма бар, бар!

Ярма, майын алып бар,

Сәй, шәкәрен һалып ал!

2. Байрамдың алып барыусыһы –Байрамбикә. Уны йыраҡтан күреп ҡыҙҙар ҡысҡырыша башлай. Байрамбикә килә! Байрамбикә! Байрамбикә сығыу менән, ҡатын-ҡыҙҙар уны уратып ала. Байрамбикә тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарай ҙа әйтә: (Ҡурай һалмаҡ ҡына көй уйнай башлай.)

- Ашҡынып-талпынып, тирә-яҡты илаһи гүзәллеккә сорнап, тағы ла яҙ килде. Яҙ көнө ер уяна. Ҡояш нығыраҡ йылыта башлай. Ҡар ирей, шарлауыҡтар сылтырап аға. Ағас бөрөләре тулыша башлай. Бар тәбиғәт әкиәт донъяһылай сихри матурлыҡҡа сорнала, күңелле шау-шыуға күмелә. Ҡолаҡ һалығыҙ әле, нисек йәмле итеп ҡоштар һайрашалар. (ҡурай тауышына ҡоштар тауышы ҡушыла.) “Ҡарғатуй” байрамына сыҡҡандар, бейегәндәр, уйнағандар.

 Ҡыҙҙар! Бутҡа бешкәнсе әйҙәгеҙ, «Тәңкә һалыш» уйынын уйнайбыҙ. Тәңкә һалыусыны һанашмаҡ әйтеп билдәләйбеҙ. Кем һанап күрһәтер?

Мин!(һанай)

Бер бабай юлға сыҡҡан, тәгәрмәсе боҙолған, тәгәрмәсен төҙәтергә нисә сөй кәрәк булған? (билдәләнә һәм тәңкә һалыусы һала башлай). Бейеү көйө яңғырай.

Тәңкә һалыусы: Тәңкә кемдә?

ҡыҙ. Миндә. (Ул хаталана)

Тәңкә һалыусы. Был ҡыҙға ниндәй яза бирәбеҙ?

Барыһы ла: Йырлаһын, йырлаһын!

( ҡыҙы йырлатыу).

Тәңкә һалыусы: Тәңкә кемдә?

Икенсе тапҡыр Бейеһен, бейеһен!

Бала бейеп бөткәндә, Байрамбикә сыға һәм һамаҡлай: “Бай булығыҙ! Оҙон ғүмерле булығыҙ!”

Бер бөртөккө ун бөртөк!

Ун бөртөккә –мең бөртөк!

Бер тамсыға –ун тамсы,

Ун тамсыға – мең тамсы!

-Балалар, ҡарғатуй байрамында теләк теләгәндәр. Мин әйткәнде ҡабатлағыҙ! Бергәләшеп теләк теләйек әле!

- Илдә булһын именлек!

Ҡыҙҙар ҡабатлай.

Байрамбикә:

  • Ерҙә еңһен изгелек!

Ҡыҙҙар ҡабатлай.

Байрамбикә:

  • Бөтһөн бар яуызлыҡ!

 Ҡыҙҙар ҡабатлай.

Байрамбикә:

  •  Булмаһын донъяла аслыҡ!

Шунан бергә һамаҡлайҙар:

Ҡарғаларға ем булһын,

Баҫыуҙа иген уңһын!

Ҡарғалар ҙа туҡ булһын,

Беҙҙең икмәк күп булһын!

Байрамбикә апай, был йола беҙгә нисек килеп еткән? Балалар, был йола байрамдар сәсәндәрҙән  телдән-телгә күсеп килән. Хәҙер, балалар, шул сәсәндәрҙең береһе тураһында ҡобайыр әйтеп китәйек.

Йәш уҡытыусылар сығып, ҡобайыр һөйләйҙәр.

Айгөл Рәсүл ҡыҙы

Борон заманда түгел

Теүәл 60 йыл элек

Районы булған Әлшәй,

Ауылы – Яңы –Сәпәш.

Донъя көткән, көн күргән, ти

Бер әбей менән бабай.

Бала-сағалы булған

Донъяһы етеш булған,

Өйҙәренә йәм биреп,

Тормошона нур бөркөп,

Ауаз һалған ҡыҙ бала

Тирә-яҡҡа дан һибеп.

Ай ҡыҙ бала, ҡыҙ бала,

Бик теремек күренә.

Ай үҫәһен көн үҫкән,

Ата-әсә ҡыҙына

Розалия тип ҡушҡан.

“Изге йәнле, үткер күҙле,

Илсиә Салауат ҡыҙы

Әйтер һүҙен өҙөп әйтер,

Торған ерҙән шартлап өҙөр,

Аҡыллы фекерҙәре

Изге уй-ниәттәре

Халҡына барып етер”-тип

Уй-теләк теләгәндәр.

Розалия буйға етер,

Сәскә атып, емеш бирер,

Ике ғәзиз балаһына

Изге әсә булып китер,

Кеше итер, тәрбиәләр

Ысын башҡорт юлына илтер.

Рәзинә Ҡәһәрман ҡыҙы

“Бал ҡортолай кәрәҙ ҡойор,

Халҡы күңеленән йыйыр,

Хәҙергеһе йәшәһен өсөн

Үткәненә кире “барыр”,

Шөғөлдәрен,йәшәйешен

Ҡобайырын, сәсәндәрен,

Ҡурайсыһын, бейеүсеһен,

Йыр-шиғырын, батырҙарын

Бөгөнгөгә алып ҡайтыр.

Башҡортомдоң данын яҡлар,

Илде, телде, ҡотон һаҡлар

Уңған сая батыр ҡыҙ.

Тау ярырҙай һүҙ әйтеп,

Сәсәниә булып китер ул.

Ҡобайырҙар ижад итер,

Аҡмулланы, Вәлидиҙе

Зәйнәп апай Бейеште лә,

Ишмулла Дилмөхәмәтте

Данлап халҡына илтер.

Альбина Закир ҡыҙы

Батырҙарҙы данлар ул,

Киләсәкте ҙурлар ул.

Ысын башҡорт рухлыларҙы

Тик ятмаҫҡа өндәр ул.

Күңелдәре һүнгәндәрҙе

Терелтер һүҙ әйтер ул,

Башҡорт илен, башҡорт телен

Данлап, ҙурлап һүҙ әйтер,

Сит тарафҡа танытыр.

60 йыллап ваҡыт үткән

Розалия сәсәниә булып киткән

Кәңәштәре, һүҙе менән

Ил инәһенә еткән.

Эҙләнеүсе, тикшереүсе,

Өйрәнеүсе- фольклорсы.

Һүҙ оҫтаһы ғына түгел

Таратыусы, дан йырлаусы,

Йырсы- импровизатор ул.

Ғалимә, сәсәниә,

(Күҙ ҡараһылай үҫтергән

Ике балаға әсә.)

Ижадсы, шағир, яҙыусы

Үткәнде тергеҙеүсе,

Мәҙәниәтте үҫтереүсе-

Бик күп китап авторы.

-Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар! Һаумыһығыҙ, һүҙ ҡәҙерен белеүселәр, хәйерле көн һеҙгә, һүҙҙең бәҫен арттырыусылар! Бөгөн беҙҙә күркәм кисә. Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы сәсәниә, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, ҡобайырсы, С.Юлаев ордены кавалеры Розалия Әсфәнйәр ҡыҙы Солтангәрәева менән осрашыу кисәһе.

Концерт номерҙары.

  • Ҡобайыр – халҡыбыҙҙың борон-борондан донъяны, хәл-ваҡиғаларҙы тәрән уй, аҡыл, йә ҡырсындай, йә тылсымдай, йә ҡылыс, йә ебәк теле менән тасуирланған йәнйыры, ҡанйыры ул, тип әйткән беҙҙең ҡунағыбыҙ БАССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, Алма-Атала үткән Халыҡ-ара аҡындар һәм сәсәндәр фестивале лауреаты, халыҡ йырҙарын башҡарыусы Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты. Розалия апай Солтангәрәева һүҙ бирелә.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Новейшее время", презентация, 4 класс

Презентация к уроку по окружающему миру "Новейшее время" 4 класс, УМК "Школа России"...

Род имен существительных (Учебная презентация 3 класс)

Учебная презентация по русскому языку для 3 класса.Можно использовать на уроках русского языка по теме "Род имен существительных"...

Презентация. Мастер класс по шахматам "Шахматные фигуры. Король" Ф.Ф.Рахимова, учитель начальных классов,МБОУ СОШ №4

Тема: Шахматные фигуры.КорольТип урока: урок закрепления изученного материалаЦель:   повторить и обобщить пройденный материал в игровой форме с элементами инсценировки.Задачи:Образовательные...

презентация 1 класс окружающий мир "Мой класс, моя школа"

программа "Школа России", презентация по окружающему миру на тему "Мой класс, моя школа" 1 класс...

Н.Мусин Етемәк болан балаһы 4 класс

1.Н.Мусиндың  тормошо һәм ижады менән танышыу. 2. Һүҙ байлығын арттырыу,  уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү.  3.Йәнле тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү , яҙыусы иж...