Дәрес-конспект "Ағастар. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?"
учебно-методический материал (3 класс)

Ильясова Ләйсән Рафат ҡыҙы

3-сө кластар өсөн башҡорт теленән (3 линия) ағастар темаһы буйынса дәрес. Грамматик тема буйынса нимәләр? нимә эшләйҙәр? һорауҙарына яуап биререү өҫтөндә эшләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл agastar_3klass.docx42.28 КБ

Предварительный просмотр:

Класс 3 (3 линия)

ТемаАғастар, Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?

Дәрес маҡсаттары: Белем биреү: Ағастар темаһы буйынса яңы һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе үҙләштереү, үтелгәндәрҙе ҡабатлап китеү, бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Үҫтереүсе: Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Һорауҙарын дөрөҫ яуап бирергә, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү өҫтөндә эшләү;

Тәрбиәүи:тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Дәрес төрө:яңы тема үтеү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

  1. Предметтың УУЭ һөҙөмтәләре: белемде актуалләштереү,үҫтереү,нығытыу.
  2. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а)регулятив: тыңлап белеү, уҡыу маҡсатын һәм бурыстарын ҡуя белеү, уҡытыусының баһаһын адекват ҡабул итеү;

б) танып белеү: логик-структур схемалар,таблица,мәғлүмәт менән эшләү, төркөмләргә, һығымта яһарға,үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә белергә,үҙ эшен баһаларға өйрәтеү;

в)коммуникатив: темаға бәйле һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү, үҙ фекерен әйтә белеү,парлашып эшләү процесында иптәшенә ярҙам итеү,үҙ-ара килешеү,бер-береһен тыңлау күрекмәләренә эйә булыу.

  1. Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: белем алыуға ынтылыш, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылык тойғоһо тәрбиәләү,толерантлыҡ хисе булдырыу.

Йыһазландырыу:

Дәрес барышы.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә әҙерлек. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

Сәләмләшеү. (слайд 1)

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Хәйерле көн!

Һаумы, ҡошым!

Һаумы,зәңгәр күгем!

Һаумы, дуҫым!

Һаумы, уҡытыусым!

Афарин,уҡыусылар! Ултырығыҙ.

Телдәрҙе шымартып алайыҡ әле. Тырыз тотоп еләккә барабыҙ.

Ға-ға-ға – әйҙә киттек урманға

Шә –шә –шә – урманда еләк бешә.

Ле-ле –ле – ауыҙ итәйек әле,

Ге- ге – ге – ҡалай тәмле еләге.

Сәләмләшеү.

Шиғырҙы хор менән һөйләү.

Тырыз тотоп күрһәтәм. (ҡайын туҙынан)

Еләк уйынсығы күрһәтәм

#1041;елемде актуалләштереү

Әйҙәгеҙ әле. Урманда йәшәгән хайуандарҙә, ҡоштарҙы үҫемлектәрҙе хәтергә төшөрәйек.

  1. Йәйен урманда батша, ҡышын ҡарҙанда аҫта.
  2. Бар белгәне ҡар ҙа ҡар.
  3. Хужанан да, эттән дә
    Һис тә ҡурҡып тормайҙар.
    Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға,
    Килеп ҡунды …

  1. Ҡара морон, һарғылт йөн,
  2. Иң моңло йырҙы тыңлата
    Беҙгә, йәмле яҙ булғас,
    Барса кеше бирелеп тыңлай,
    Ул ҡош була ..
  3. Һоролор төҫө, үткерҙер теше.

-Уҡыусылар, ә ошо йәнлектәр, ҡоштарҙың йорто – урман. Ә нимә булмаһа урман юҡҡа бөтә ?

- Уҡыусылар, эйе урманды беҙ ағастарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.

Кроссворд сисеү

Ағастарһыҙ.

#1059;ҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

  • Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
  • Ағастар тураһында.
  • Дәрескә маҡсаттар ҡуйып китәйек.

Беҙ бөгөн нимәгә өйрәнергә тейеш?

Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгөдатаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Бөгөн дәрестә беҙ нимәгә өйрәнәсәкбеҙ? (слайд – знаки)

Башҡортса ағас исемдәрен әйтергә, уларҙы һөйләмдәрҙә ҡуллана белергә.

Башҡортса дөрөҫ итеп уҡырға һәм яҙырға.

Яуаптар.

#1059;ҡыу мәсьәләһен сисеү

Дәреслектең 48-се битен асығыҙ.

Ағастарҙы таныйһығыҙмы икән?

1 –се эш(.аудирование ) Ә ағастарҙы нимәһенә ҡарап исемен әйтәбеҙ?

  1. Миро таҡтаһында эш.Ағас һәм яңы һүҙҙәрҙе биреү.
  2. Афарин, уҡыусылар.

Һығымта:Бына беҙ һеҙҙең менән ағас исемдәрен белдек.

Ә хәҙер иғтибар менән дәреслектең 47 –се битендә бирелгән диалогты тыңлайыҡ. Диалогты тыңлап бөткәс һеҙгә һорауҙар бирәсәкмен. Арыҫлан исемле малай әсәһе менән һөәләшә.

2- се эш. (говорение) Диалог төҙөү. Парлап.

Һорауҙар.

  • Арыҫлан мәктәптән һуң ҡайҙа барған?
  • Паркка
  • Паркта ул ниндәй япраҡтар йыйған?
  • Имән, ҡайын, саған, миләш

Эйе, Арыҫлан эшләп алып килгән гербарийҙа паркта йыйған ағас япраҡтары ғына тугел тағы ла башҡа ағас япраҡтарын күрергә мөмкин.

Арыҫлан ниндәй ағас япраҡтарын ҡуйған?

Ә ул паркта йыйған ниндәй япрағ юҡ (миләш)

Япраҡтарына, олонона, сәскәһенә һәм емеше йә орлоғона ҡарап танырға мөмкин.

Миро таҡтаһында эш.

Аудиояҙманы тыңлау.

Әҙер карточкалар таратыла. Диалог өсөн.

Слайдтан гербарий ҡарау.

#1071;л минуты

Ел иҫә,ел иҫә (ҡулдарҙы күтәрәләр)

Ағастарҙы һелкетә (сайҡалыу)

Ел бөтә,бөтә,бөтә (яйлап сүгәләр)

Ағастар бейек үҫә (ҡулдарҙы өҫкә күтәреү)

VI. Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу)

  • Уҡыусылар, ә һеҙ ошондай япраҡтарҙан гербарий эшләгәнегеҙ бармы? Теләр инегеҙме?
  • Улай булғас. Беҙҙә һеҙҙең менән япраҡтар коллекцияһының проектын эшләп ҡуяйыҡ.

Эш карталары бирелә.

3-сө эш. (Писмо.)

Нимәләр төшөрөлгән? Уҡыусыларҙан һорау.

Ҡайҙа

Нимәләр?

Нимә эшләйҙәр?

Урманда

ҡарағайҙар

йүкәләр

ҡайындар

сағандар

үҫә

сәскә ата

һарғая

япраҡ яра

Һығымта. Беҙ һеҙҙең менән ағастарҙың нимә эшләгәндәрен белдек.

Уҡыусылар, ә һеҙ беләҙегеҙме, ағастарҙың бик оҙаҡ үҫәләр.

Бына, ҡарағыҙ әле, ошо киҫелгән ағас киҫелгән түмәрсектәрҙән ағастың йыллыҡ балдаҡтарны һанап йәшен белергә була.

Слайд.

Имән – 2000 йыл

Йүкә – 1000 йыл

Саған – 500йыл

Ҡарағай – 300 -550йыл

Ҡайын – 120-150 йыл

Миләш – 100 йыл

Шулай итеп, ағастарҙы беҙ һаҡларға тейеш. Башҡорт халҡында һәр бер ир кеше ғүмерендә ағас ултыртырға тейеш булған.

Уҡыусылар, ә һеҙҙең ағас ултырҡанығыҙ бармы?

Әйҙәгеҙ, беҙҙә быйыл яҙ көнө ағас ултыртайыҡ.

Һеҙгә имән ағастарының сәтләүеген бирәм.Яҙ көнө тәүҙә тәҙрә төбөндә һауытҡа сәсерһегеҙ, кҡндәр йылыпҡас баҡсағыҙға йә урманға алып барып ултыртырһығвҙ.

Түмәрсектәрҙе күрһәтеү.

VII. Өйгә эш

  1. Ағас исемдәрен япларға.
  2. Ата-әсәйҙәрегеҙ менән бергә ағас ултыртырға
  3. Үҙегеҙҙең башҡорт ырыуҙарының ағастарын белеп килегеҙ.

VIII. Дәресте йомғаҡлау. Рефлексия.

Баһалау

Класс _______________

Дата _______________

Тема__________________________________________________________________

Дәрес маҡсаттары:

  • Белем биреү:_______________________________________________________

_______________________________________________________________________

  • Үҫтереүсе:_________________________________________________________

_______________________________________________________________________

  • Тәрбиәүи:_________________________________________________________

_______________________________________________________________________

Дәрес төрө:

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

  1. Предметтың УУЭ һөҙөмтәләре: белемде актуалләштереү,үҫтереү,нығытыу.
  2. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а)регулятив: тыңлап белеү, уҡыу маҡсатын һәм бурыстарын ҡуя белеү, уҡытыусының баһаһын адекват ҡабул итеү;

б) танып белеү: логик-структур схемалар,таблица,мәғлүмәт менән эшләү, төркөмләргә, һығымта яһарға,үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә белергә,үҙ эшен баһаларға өйрәтеү;

в)коммуникатив: темаға бәйле һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү, үҙ фекерен әйтә белеү,парлашып эшләү процесында иптәшенә ярҙам итеү,үҙ-ара килешеү,бер-береһен тыңлау күрекмәләренә эйә булыу.

  1. Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: белем алыуға ынтылыш, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылык тойғоһо тәрбиәләү,толерантлыҡ хисе булдырыу.

Йыһазландырыу:

Дәрес барышы.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә әҙерлек. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

#1041;елемде актуалләштереү

#1059;ҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

#1059;ҡыу мәсьәләһен сисеү

#1041;елемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу)

VI. Ял минуты

VII. Өйгә эш

VIII. Дәресте йомғаҡлау. Рефлексия.

Баһалау