Беҙ хәҙер уҡыусы.
материал (1 класс)

Хибатуллина Айгуль Ирназаровна

Беренсе класс өсөн байрам сценарийы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bez_hezer_ukyusy.docx30.54 КБ

Предварительный просмотр:

Беренсе класҡа бағышлау сценарийы

“Беҙ хәҙер уҡыусылар”

Уҡытыусы:

Ҡәҙерле әсә - аталар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам- Беренсе класҡа бағышлау байрамы! Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел түгел. Әммә беҙ тырышабыҙ, өйрәнәбеҙ. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”- ти башҡорт мәҡәле. Булдырҙылар! Бөгөн беҙҙең кластағы барлыҡ балалар ҙа уҡый, яҙа, иҫәпләй беләләр.

Бөгөн һеҙҙең байрам, беҙҙең байрам, барыбыҙҙың да байрамы. БАЙРАМ МЕНӘН БАРЫҒЫҘҘЫ ЛА!

Туҡтағыҙ әле, беҙ байрам да байрам тип һөрән һалабыҙ,  ә беҙҙе байрамға саҡырған ҡыҙҙар – малайҙар ҡайҙа һуң?

Музыка яңғырай “ Беҙ хәҙер уҡыусылар” (Тамыр студияһы)

Ҡаршы алығыҙ, бына улар:

Русса дөрөҫ, матур һөйләй

Ярата  иҫәпләргә

Матур яҙа дәфтәренә

Бик уңған ҡыҙ, Гүзәлиә.

Уҡыуҙа ул һынатмай,

Кәрәк икән инәлтмәй

Арыҫлан булыр батыр

Үҙе бит шундай матур.

Алтынай исемле ҡыҙ

Үҙе алтын, үҙе ай

Бейей белә һәм йырлай

Уҡыуҙа ла, яҙыуҙа ла,

Бер кемдәндә ҡалышмай.

Бик бәләкәй беҙҙең Эдик

Бик башлы ул – математик

Русса ул яҡшы белә

Иң шәп класта   йүгерә.

Разия беҙҙең бик уңған

Әкиәт бик күп уҡыған

Аҡыллы, етеҙ бала

Шиғыр тиҙ отоп ала.

Бөтә яҡтан тырыша ул

Матур яҙа, шәп уҡый

Йырлай белә, бейейҙә

Әсәһенә ярҙамсы

Аделина – уҡыусы.

Ә Илшат бик шуҡ малай

Дәресте ул шым тыңлай

Һөйләм төҙөй бик оҫта

Миҫалдарҙы ярата.

Дарина тырыш бала

Арыһа йырлап ала

Бик тиҙ ҡуша һәм ала

Йомаҡ та  сисә белә.

Азалия исемле һылыу

Үҙе шым, үҙе  һылыу

Бөтә хәрефте белә

Оҫта һүрәт төшөрә.

Радик  малай бик етеҙ

Шәп йүгерә күрегеҙ

Класташтарын ярата

Ярҙам ҡулы гел һуҙа.

Карина ла тырыша

Тик тәнәфестә шаша

Һанай етеҙ, уҡый шәп

Һүрәтте төшөрә  шәп.

Жасмин беҙҙең бик оҫта

Шиғырҙар бик ярата

Дәрестә ул ҡатнаша

Йырлап ала арыһа.

Бына улар күрегеҙ, һәр саҡ хөрмәт итегеҙ!

Бергә:

Беҙ, беҙ, беҙ инек

Ун ике бала инек

Бер класҡа беҙ йыйылдыҡ

Уҡыусыға әүрелдек.

Йыр “Теперь мы первоклашки”

Уҡытыусы:

Балалар! Һеҙгә уҡыусы булыу оҡшаймы?Мин дә шулай тип уйлайым. Сөнки   һеҙ тәүге көндән үк бөхтә кейенеп, дәрестәргә әҙерләнеп йөрөнөгөҙ. Уҡыусы булыуығыҙ әллә ҡайҙан күренеп тора.

  • ә хәҙер һүҙҙе уҡыусыларҙың үҙҙәренә бирәйек.  Уларҙың уңған, тырыш булыуҙарын үҙ күҙебеҙ менән күрәйек.

Посмотрите вы на нас

Перед вами первый класс

Первый класс – начало тропки

В жизнь огромного пути,

Вместе с новыми друзьями

Мы по ней хотим идти.

Ҡулдарға китапты

Дәртләнеп алдыҡ.

Һәм белем серҙәрен

Дәртләнеп астыҡ.

Һыҙыҡтарҙан,ырғаҡтарҙан

Тора икән хәрефтәр.

Хәрефтәрҙән һүҙ төҙөргә,

Өйрәнәбеҙ дәрестә.

Яҙырға ла өйрәнәбеҙ

Ручканы тотоп ҡулға

Хәрефтәрҙе теҙәбеҙ беҙ

Тигеҙ, тура юлдарға

Миҫал, мәсьәләләрҙе

Сисеү юлын эҙләрбеҙ,

Дәфтәрҙәрҙе, көндәлекте

Бишле менән биҙәрбеҙ

Хыялдар беҙҙең ҡанатлы

Хыялдар шундай матур

Киләсәктә барыбыҙ ҙа

Булырбыҙ ҡыйыу,батыр.

Апайымдан ҡалышмайым тип

Тырышам бар көсөмә

Тәртипле бул, күпте бел тип

Маҡсат ҡуйҙым үҙемә.

Иртә менән торам да

Йыуынам һәм кейенәм

Аҙаҡ мәктәпкә барып

Алып ҡайтам бишлеләр.

Мәктәптә беҙ әйләнәбеҙ

Ҙур белемле кешегә.

Сирек һайын өлгәшербеҙ

«Дүртле»гә  һәм «бишле»гә !

Алда көтә ҙур юлдар,

Төрлө ҡыҙыҡлы фәндәр.

Белем донъяһына илтер

Мәктәптә үтер көндәр

Беҙҙә бөгөн тантана

Йөҙҙәр нисек нурлана

Беҙҙең менән бергәләп

Әсәйҙәр ҙә ҡыуана, атайҙар ҙа шатлана.

«Беҙ хәҙер уҡыусылар»,- тип

Торабыҙ, ғорурланып.

Бөтәһе лә беҙгә ҡарай,

Иҫе китеп, һоҡланып.

                                           Йыр “Все новое у нас”

Уҡытыусы:

Балалар, ишетәһегеҙме, кемдер ишек шаҡый.

Балалар ҡарарға сыға.

Мәскәй менән шүрәле инә.

Мәскәй әбей.     

Абҙаҡ мәктәбендә байрам бара икән. Эх,көнләшәм шул кешеләрҙән,уҡырға,яҙырға өйрәнәләр ҙә,әллә нимәләр,әллә нимәләр беләләр. Ә беҙ ятабыҙ шул урманыбыҙҙа ҡырағайланып. Уҡығас ни улар,матур өйҙәрҙә йәшәйҙәр,яҡшы итеп кейенәләр,рәхәтләнеп эшләйҙәр,ял да итә беләләр. Эх,ни эшләргә икән,нисек тә шул байрамды булдырмаҫҡа кәрәк. Шүрәле-е, һин нимә иҫең китеп тораһың? Йә, тап берәй сараһын.

Шүрәле.        

Бына шуны уйлап торам инде. Нисек тә булдырмаҫҡа кәрәк был байрамды. Әһә,таптым. Әйҙә,беҙ уларҙың уҡытыусыһын урлайыҡ,  уларға яуап бирә алмай торған һорауҙар бирәйек. Шул һорауҙарға яуап бирә алмаһалар,улар уҡытыусыһыҙ ҡалалар, наҙан, белемһеҙ булалар. (һикерәләр,һөйөнәләр,залдан сығалар)

Залға балалар инә.

Шүрәле.         

Бына килеп тә еттек,ә байрам башланған.

Балалар.       

Һаумыһығыҙ, Мәскәй әбей, һаумы Шүрәле!

Уҡытыусы. 

Балалар,беҙҙең байрамға саҡырылмаған ҡунаҡтар ҙа килгән бит.

Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ҡунаҡтар. Рәхим итегеҙ,түрҙән уҙығыҙ!

Шүрәле.         

Беҙ бит былай матур һөйләшә белмәйбеҙ...

Мәскәй әбей.    

Ты-ырр!(һеперткеһенә атланып әйләнеп сыға)

Шүрәле.         

Ай-һай,ниндәй йомшаҡ,тәмле балалар. Әҙерәк кети-кети уйнарға ине шулар  менән.

Мәскәй әбей.   

Һин бит улар менән кети-кети уйнарға килмәнең.

Уҡытыусы.   

Ә һеҙ нимәгә килдегеҙ, дуҫтар?

Мәскәй әбей.  

Беҙ һеҙҙең байрамды булдырмаҫҡа килдек. Беҙ кешеләрҙән көнләшәбеҙ.    

Уларҙың ошондай матур мәктәптәрҙә белем алып, яҡшы йәшәүҙәре”,яңынан- яңы машиналарҙа елдереүе беҙҙең асыуҙы килтерә.

Уҡытыусы.    

Ә һеҙ ниңә уҡыманығыҙ һуң, ҡунаҡтар?

Шүрәле.       

Беҙҙең бәләкәй саҡта бер ҙә уҡыйһыбыҙ килмәне,шуға күрә ҡырағайланып бөттөк.

Уҡытыусы.    

Ә-ә,бына эш нимәлә икән? Уҡыусылар, аңланығыҙмы инде уҡымауҙың нимәгә  килтереүен? Билдәле ғилем эйәһе, сәсән, аҡһаҡал Мифтахетдин Аҡмулла әйкән һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә, фәһемле кәңәш тупланған. Уҡымышлы, белемле, мәҙәниәтле кеше генә тормошта үҙ урынын таба,күп нәмәгә өлгәшә ала. Ул тыуған ерен, илен,телен ярата,һаҡлай, байыта.

Уҡытыусы.  

Ә һеҙ дуҫтар,беҙгә нисек ҡамасауларға уйлайһығыҙ?

Мәскәй әбей. (Уҡытыусыны бәйләп ташлай) 

Кем зирәк,кем етеҙ,һынап ҡарайыҡ,әйҙәгеҙ, әгәр балаларығыҙ дөрөҫ яуап бирһә, беҙ һеҙҙе ебәрәбеҙ.  Һеҙ арттабан уларҙы уҡыта алырһығыҙ.

Уҡытыусы:

Килештек, мин балаларыма ышанам.

Шүрәле.       

Беҙ йомаҡтар әйтәбеҙ,ә һеҙ яуабын табығыҙ.

Мәскәй әбей. 

Һеҙҙе яратыусы, хәстәрләүсе, иртән иркәләп уятыусы-кем ул?     Әсәй

Шүрәле.       

Үҙе әсе,тышы һары, магазинда һатыла.                                            Лимон

Мәскәй әбей.  

Сөсө түгел-әскелтем,телгеләнгән һыныҡлы,барынанда туҡлыҡлы.     Икмәк

Шүрәле.       

Кескәй генә күҙҙәре,мороно оҙон бигерәк.

Уның исемен әйтеү өсөн,өс кенә хәреф кәрәк.                                           Фил

Мәскәй әбей.  

Ике һылыу һыуға бара.                                                                        Биҙрә

Шүрәле.       

Үҙе ул бал ярата,

Ҡыш буйы йоҡлап ята.                                                                           Айыу

Мәскәй әбей. 

Ай-һай,һеҙ аҡыллылар, афарин! Бөтә йомаҡтарға ла дөрөҫ яуап бирҙегеҙ.

Уҡыйыҡ әле,ниндәй һүҙ килеп сыҡты икән?

Уҡыусылар. Ә-Л-И-Ф-Б-А.

Мәскәй әбей. Быларҙы бер нисек тә еңеп булмай,ни эшләргә икән,Шүрәле?

Шүрәле.

Мәскәй әбей,мин был балаларға ҡарап һоҡлана ла,ҡыҙыға ла башланым бит әле. Бик оҫталар бит. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әллә күпме нәмәгә                        

өйрәнгәндәр!  Әһә, белдем, әйҙә улар һанап күрһәтһендәр.

Мәскәй әбей:

Йәгеҙ әле, балалар, апайығыҙҙы ҡотҡара алырһығыҙмы икән?

Бына һеҙгә мәсьәлә:

Әхмәттең бер алмаһы,

Әсәттең бер алмаһы,

Бер алма бар Әсмәлә,

Бер алма бар Сарала,

Берәү өҫтәлдә ята,

Ә бөтәһе нисә алма?

Шүрәле: Эх, бер нисек тә планыбыҙ барып сыҡмайсы.

 Ә минең мәсьәләмде һеҙ бер нисек тә сисә алмайһыгыҙ.

Алмағаста дүрт алма,

Улар бешкән- алланған.

Береһен алды Әнисә,

Ағаста ҡалды нисә?

Шүрәле менән Мәскәй әбей шыбырлашып ала.

Мәскәй әбей:

Ярар, балалар, уҡый-һанай беләһегеҙ икән, яҡшы (серле генә йылмая), бына һуңғы  эшебеҙ, әгәр ошо эште яҡшы үтәһәгеҙ апайығыҙҙы ебәрәбеҙ, ул һеҙҙе арт табан белем тауына үрләтер, әгәр үтәй алмайһығыҙ икән апайыгыҙҙы беҙ үҙебеҙ менән ҡара урманға алып китербеҙ, ризаһығыҙмы? Башын тырнап уйлап ала

Тәк – тәк, әһә, таптым, һеҙ беҙгә бейеп күрһәтегеҙ.

Уҡытыусы:  йәгеҙ инде балалар, һынатмғыҙ, минең ҡара урманға барғым килмәй.  Унда һыуыҡ, ҡараңғы, мин ҡурҡам.

Бейеү “Ал бәйлә ҡулыңа, гөл бәйлә ҡулыңа”

Уҡытыусы: Күңелегеҙ булдымы?  (өндәшмәйҙәр ).  Әйткән һүҙ, атҡан уҡ тиҙәр, минең уҡыусыларым һеҙ ҡушҡан бөтә эштәрҙе лә үтәнеләр, ебәрәһегеҙ инде мине. (Мәскәй килеп бәүҙе сисә) Әйҙәгеҙ,  һеҙҙә беҙең менән ҡалығыҙ, байрамыбыҙҙың ҡунаҡтары булырһығыҙ. Ә беҙ,балалар,дауам итәйек. (Мәскәй әбей менән Шүрәле залдан урын алалар). Дөрөҫ әйтте ҡара урмандан килгән ҡунаҡтар.  Уҡырға килеүебеҙгә күп ваҡытта үтмәне, ә беҙ һеҙҙең менән уҡырға  ла, яҙырға ла, һанарға ла өйрәндек. Ләкин кеше гел генә эшләп, уҡып йөрөргә  тейеш түгел, ә ял итеп тә алырға тейеш, әйҙәгеҙ әле беҙҙә килгән ҡунаҡтарыбыҙға  үҙебеҙҙең нисек ял иткәнде күрһәтәйек.

Бейеү “Барбарики”

Уҡытыусы: Ер өҫтөндә  ни яҡшы ?        

                                            Урал тигән тау яҡшы.                                                    

                                            Уралдың итәгендә

                                            Башҡорт иле- шул яҡшы.              

Ер өҫтөндә  ни яҡшы ?

                                            Белорет  ере – шул яҡшы.

                                            Минең тыуған ауылым

                                            Абҙаҡ ере шул  яҡшы.

Ил өҫтөндә  ни яҡшы ?

                               Тыуған телем – шул яҡшы.

                               Уҡый- яҙа белгәнгә

                                         Минең күңелем яҡты

Ил өҫтөндә  ни яҡшы ?

                                         Тыуған өйөм- шул яҡшы.

                                         Мине һөйөп үҫтергән

                                        Атам- әсәм  бик яҡшы.

Йыр “Атай-әсәй”

Уҡытыусы: Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙың  яҡшы уҡыуында  һеҙҙең өлөшөгөҙ бик ҙур! Хәҙер һеҙҙең балаларығыҙ ысын мәғәнәһендә уҡыусылар булдылар! Бөгөнгө көнгә балалар бөтә хәрефтәрҙе беләләр, бик күп шиғырҙар ятланылар, әкиәттәр уҡынылар.  Уҡып ҡына ҡалманылар, һеҙгә бүләккә тип сәхнәләштереп тә ҡуйҙылар. Рәхим итеп ҡарағыҙ.

“Кәзә үҙенә нисек итеп өй һалған” әкиәт сәхнәләштереү

Уҡытыусы:  Ҡәҙерле уҡыусылар, №е8 белем ба46ысыны5 ас6ысын 6улы7ы87а алды7ы8,б2т1 х1рефт1р мен1н танышты7ы8,у6ыр7а 31м я8ыр7а 2йр1ндеге8.?илем 9р81рен1 ки5 юл асылды. :ыйыу атла7ы8, кеше булы7ыҙ! Ә хәҙер һеҙҙе ҡотларға һүҙҙе мәктәп директоры Йомағужина Гөлшат Рауил ҡыҙына бирәйек.

Ҡотлау өсөн һүҙҙе әсә-аталарға бирелә.

Уҡытыусы:

Беҙҙең байрам  бөтөр яҡҡа  яҡынлаша!
Байрамды беҙ тамамлайбыҙ,
Нимә тағы әйтергә,
Рөхсәт итегеҙ хушлашҡансы
Һаулыҡ һеҙгә теләргә.
Мин теләйем, бөтәгеҙҙең йылмайыуын
Теләктәрҙең тормошҡа ашыуын,
Балаларға шатлыҡлы төштәр күреүен теләйбеҙ!