Главные вкладки

    Материал по технологии:
    Исследовательская работа. "Игрушки из помпонов" - "Тумалаҡ суҡтарҙан уйынсыҡтар", Булякова Наркас Газимовна, 2 класс

    Мавлетова Зилда Ахмадиевна

    Тикшеренеү маҡсаты. Тумалаҡ суҡтарҙың  барлыҡҡа килеү тарихын һәм уларҙың тәғәйенләнешен өйрәнеү. Тумалаҡ суҡтарҙан уйынсыҡтар  эшләргә өйрәнеү һәм башҡаларҙа  ҡыҙыҡһыныу уятыу.

    Скачать:

    ВложениеРазмер
    Microsoft Office document icon tumalak_suktarzan_uyynsyk._bulkova_nrks_2_klass.doc78.5 КБ

    Предварительный просмотр:

    Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

     Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

    Башланғыс кластарҙың

    “Ижад юлдары буйлап” исемле

    II зональ  фәнни – практик конференцияһы

     

    Тикшеренеү эше йүнәлеше: Халыҡ мәҙәниәте һәм тарихы

     

    Темаһы: Тумалаҡ суҡтарҙан уйынсыҡтар

         (Игрушки из помпонов)

    Авторы:  Бүләкова Нәркәс Ғазим ҡыҙы, 2 класс уҡыусыһы,

     Башҡортостан республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбе

    Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, Башҡортостан республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең  башланғыс кластар уҡытыусыһы

     

    Мәҫкәү 2019

    Йөкмәткеһе

     Инеш ................................................................................................2-се  бит

    1-се бүлек.  Тумалаҡ суҡтарҙы  барлыҡҡа килтереү тарихы.......3-сө  бит

    2-се бүлек.   Тумалаҡ суҡтарҙан эштәр..........................................3-4-се биттәр

    3-сө бүлек.   Тумалаҡ суҡтарҙан ҡурсаҡтар эшләргә өйрәнеү....4 - се бит

    Йомғаҡлау.........................................................................................5 - се  бит

    Ҡулланылған әҙәбиәт.......................................................................6- сы   бит

    Ҡушымта..........................................................................................7 -10 –сы биттәр

    1

    Инеш

       Мин өйҙә өләсәйем менән ҡул эштәре менән булышырға яратам. Өләсәйем менән төрлө ҡурсаҡтар эшләйбеҙ, энә тотоп тегәбеҙ, ептәр менән бәйләргә өйрәнәбеҙ. Ҡул эштәре менән мауығыуым – минең күңелемә  йәм өҫтәй, ә өләсәйем һөйөнөп бөтә алмай. Ижади эш менән шөғөлләнеүем үҙемә лә ныҡ оҡшай. Хеҙмәт дәресендә  ептәр менән уйынсыҡтар яһарға өйрәнә башланыҡ.

      Тик миңә төҫлө ептәр менән уйынсыҡтар яһау нығыраҡ оҡшай. Был эште уҡытыусым менән   ихлас күңелдән өйрәнәм. Төҫлө ептәрҙән тумалаҡ суҡтар эшләүҙән башланды ла инде. Тәүге эшем – өй эйәһе булды. Ә тумалаҡ суҡтарҙан бик күп һәм матур ҡул эштәре эшләргә була. Шуға күрә мин тумалаҡ суҡтарҙан уйынсыҡтар эшләргә һеҙҙе лә өйрәтәм.

       Сөнки, тумалаҡ суҡтарҙан эшләнгән уйынсыҡтарҙы дуҫтарыңа бүләк итергә була. Әсәйгә, өләсәйгә бик матур бүләк ул. Үҙеңдең кейемдәреңде тумалаҡ суҡтар менән биҙәү- үҙе бер йыуаныс. Хатта үҙеңде дизайнер итеп тояһың.

    Тикшеренеү эшенең актуаллеге.  Һәр бер кеше  матурлыҡты үҙ ҡулы менән  эшләргә  тейеш.

    Тикшеренеү объекты. Тумалаҡ суҡтар эшләргә өйрәнеү

    Эҙләнеү предметы. Тумалаҡ суҡтарҙан ҡул эштәре өйрәнеү

    Тикшеренеү маҡсаты. Тумалаҡ суҡтарҙың  барлыҡҡа килеү тарихын һәм уларҙың тәғәйенләнешен өйрәнеү. Тумалаҡ суҡтарҙан уйынсыҡтар  эшләргә өйрәнеү һәм башҡаларҙа  ҡыҙыҡһыныу уятыу.

    Эҙләнеү эшенең бурыстары.

    1. Тумалаҡ суҡтарҙың  барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү;

    2.  Тумалаҡ суҡтарҙың  төрҙәрен һәм эшләү юлдарын өйрәнеү;

    3.  Башҡаларҙа   был  ҡул эшенә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙеңде дизайнер ролендә күреү

    Эҙләнеү эшенең гипотезаһы. Тумалаҡ суҡтар уйынсыҡтар өсөн генә  түгел, кейем-һалым, йорт биҙәү әйберҙәре, иҫтәлекле бүләктәр эшләү өсөн дә кәрәк.

    Эҙләнеү эшенең методтары.

    Тумалаҡ суҡтарҙан эштәр  өйрәнеү өсөн кәрәкле белешмәләр йыйыу.

    2

    1-се бүлек.    Тумалаҡ суҡтарҙы барлыҡҡа килтереү тарихы

        Тумалаҡ суҡ  йәки  помпон   француз теленән тәржемә иткәндә  «йомро» тигәнде аңлата. Бөгөнгө көндә тумалаҡ суҡ кейемдең генә биҙәү әйбере түгел, ә йәшәгән бүлмәнең интерьеры өсөн дә ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта дизайнерҙар тумалаҡ суҡтарҙы  баш кейемдәрен, өҫ кейемдәрен, аяҡ кейемдәрен  биҙәүҙә, сумкаларҙы, бирсәткәләрҙе һәм башҡа әйберҙәрҙе матурлауҙа ҡуллана.

        Ә бит тумалаҡ суҡтар бик борондан данлы булғандар. Уларҙы   иң тәүҙә  һалдаттарҙың  хәрби кейемдәренә теккәндәр. Мәҫәлән, 18 быуаттарҙа рус армияһының хәрби кейемендә тумалаҡ суҡтар айырма билдәләре булған. Тумалаҡ суҡтарҙың төҫтәренә ҡарап  һалдатты унтер – офицерҙан айырып булған. Һалдаттың  тумалаҡ суҡтары  бер төҫтә генә булған, ә унтер – офицерҙың ике төҫлө булған.  Ә француз моряктары тумалаҡ суҡтарҙы үҙҙәренең баш кейемдәрендә икенсе маҡсат менән ҡулланған. Элек кораблдең эсе тар, ә  һайғауы тәпәш кенә булған, ә тумалаҡ суҡ  моряктың  башын кинәттән һайғауға ныҡ һуғылыуҙан  һаҡлаған. Хәҙер кораблдең эсе иркен, һайғауы бейек, ләкин фрнацуз моряктары аҡ шапкаларына ҡыҙыл төҫтәге тумалаҡ суҡты һаман тағалар, был уларҙың  йолаһына әйләнгән.

       Бына шунан бирле тумалаҡ суҡлы баш кейемдәре йәшәп килә, бөтәһен дә ҡыҙыҡһындыра, донъяға йәм өҫтәй.

    2-се бүлек.   Тумалаҡ суҡтарҙан эштәр

      Тумалаҡ суҡтарҙан йорт әйберҙәре  тағы ла матурыраҡ күренә. Сөнки йомшаҡ ҡына ептәрҙән эшләнгән эштәр уйынсыҡ һымаҡ матур, еңел, йомшаҡ һәм ҡыҙыҡ күренә. Өй эсенә  тумалаҡ суҡтарҙан иҫ киткес матур һәм күңелле әйберҙәр эшләп була:  иҙәнгә – балаҫ,  диванға – мендәрҙәр, ҡорғанға – суҡтар һәм башҡа төрлө кәрәк-яраҡ нәмә.  Тумалаҡ   суҡтар мебелдәрҙе заманса  йәмләй белә.

      Тумалаҡ суҡтар бәләкәс балалар өсөн генә  ҡыҙыҡлы әйбер түгел, ә өлкәндәр өсөн дә кәрәкле һәм матур биҙәү әйбере.  Һыуыҡтар төшөү менән кешеләр йылы баш кейемдәре кейә. Өлкәндәр  баш һәм өҫ кейемдәрен тумалаҡ суҡтар

    3

     менән биҙәп алалар. Аяҡ кейемдәренә лә тағалар. Ул – күркәмлек, матурлыҡ  билдәһе икән. Быйылғы йылда бигерәк тә модаға инеп китте.  Һатыуҙа тумалаҡ суҡлы әйберҙәр бик күп. Ә үҙең эшләгәне бигерәк ҡәҙерле.

    3-сө бүлек.   Тумалаҡ суҡтарҙан ҡурсаҡтар эшләргә өйрәнеү

     Мин һеҙгә бөгөн үҙем эшләгән уйынсыҡтарымды күрһәтәм. Мин уларҙы магазинда һатылған төҫлө ептәрҙән эшләнем. Уйынсыҡтарым тумалаҡ суҡтарҙан тора.

       Шуға күрә иң тәүҙә тумалаҡ суҡты эшләргә өйрәнер кәрәк.

    1.  Бының өсөн матур төҫтәге епте һайлар кәрәк. Ҡуян өсөн аҡ төҫтө һайлайыҡ.  
    2. Епте түңәрәк ҡатырғаға урап эшләргә. Ә ҡатырғанан түңәрәк икәү һәм  береш  булырға тейеш.
    3. Түңәрәктең уртаһын түңәрәкләп  уйып, ситен ҡырҡып алырға. Шулай иткәндә епте урауы уңайлы була.
    4. Епте 4-5 ҡат урағас, ҡайсы менән ике ҡатырғаның араһынан епте ҡырҡырға.
    5.  Ҡырҡҡас, уртаһын еп менән бәйләргә. Ҡуяндың кәүҙәһе  һәм башы өсөн ике тумалаҡ суҡ эшләйек.
    6. Ике тумалаҡ суҡты еп менән бергә тоташтырайыҡ.

       Ошондай тумалаҡ суҡтарҙы  күпме кәрәк, ниндәй размерҙа  кәрәк, эшләп алырға ла, бер-береһе менән тоташтырып, күңелеңә килгән уйынсыҡты  яһарға мөмкин.

    1. Күҙ, ауыҙ, ҡолаҡ, ҡойроҡ өҫтәһәң, был уйынсыҡ һиңә йылмайып та ҡараясаҡ. Ҡойроҡто ла шул ысул менән эшләп була, тик бәләкәйерәк размерҙа. Ә күҙҙҙәре, ауыҙы, ҡолаҡтары  өсөн фетр, йә төҫлө тауар ҡулланырға була. Улар елем менән дә йәбешә.
    2. Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян

    Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

    Ҡойроғо  ҡыҫҡа  ғына

    Ҡолағы ергә тейгән, тип һамаҡлап уйнарға ғына ҡала.

    4

    Йомғаҡлау.

      Шулай итеп, тумалаҡ суҡтарҙан уйнатыу  өсөн ҡуян, эт, бесәй,  өкө, терпе һәм башҡа уйынсыҡтар яһап була. Бындай уйынсыҡтар һәр балаға оҡшай. Ялҡауланмай эшләргә генә  өйрәнер кәрәк. Етмәһә, өләсәй  йә әсәй менән бергә  эшәләүе тағы ла күңеллерәк. Улар  менән бергә серләшеп туймайһың. Тыуған көндәргә, байрамдарға һә тигәнсе күңелеңә ятҡан уйынсыҡты эшләп, яҡын кешеңә бүләк итәһең. Үҙең эшләгән бүләк  ҡәҙерлерәк була. Онтомайыҡ, дуҫтар,   һәр бер кеше  матурлыҡты үҙ ҡулы менән  эшләргә  тейеш.

    5

    Ҡулланылған әҙәбиәт

    1. Интернет селтәренән: https://i-fakt.ru,

    http://girl21.ru/moda/18168-modnye-shapki-s-pomponami-2018-2019.html

     

    vse-footbolki.ruhat_pompom-967471

    livemaster.rutopic/665541-o-pomponah

    6

    Ҡушымта.


    По теме: методические разработки, презентации и конспекты

    Конспект урока и презентация по ИЗО "Выражение намерений человека через форму и украшения. Сказочный флот." во 2 классе по программе Школа России.

    Конспект урока и презентация по ИЗО "Выражение намерений человека через форму и украшения. Сказочный флот." во 2 классе по программе Школа России....

    Из серии уроков по математике по теме "Пространственные отношения. Геометрические фигуры ".2 класс

    В серию уроков входят разработки 3 уроков по темам: 1.Углы.Виды углов.                                    ...

    технологическая карта по ИЗО по теме "Что может карандаш. Рисование на тему: «Сказочный дворец», 2 класс

    технологическая карта по ИЗО по теме "Что может карандаш.  Рисование на тему:  «Сказочный дворец», 2 класс...

    Исследовательская работа "игрушка - свистулька моего дедушки""

    ВведениеОднажды мне мама принесла и показала птичку -  игрушку. Она сказала, что это игрушка моего дедушки. В 50 годы прошлого столетия у крестьянск...

    Исследовательская работа. Игрушки из носков. Халитова Гузель Наиловна, 2 класс.

    Тема: "Игрушки из носков".Цель: Изготовить игрушки  из носков.Задачи:  познакомиться с историей игрушек из носков;  изучить технологию изготовления игрушек из носочков...

    Исследовательская работа. "Снежинки" - "Серле ҡар бөртөктәре", Булякова Энйе Газимовна, 4 класс

    Тикшеренеү эшенең актуаллеге. Ябалаҡлап яуған ҡарҙар берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Ҡар бөртөгөн ҡулға алып, уның менән бөтәһе лә ҡыҙыҡһына.  Шуға күрә, уларҙың серҙәрен өйрәнеп,  башҡаларға ...