Әсәйем бергенәм.
план-конспект занятия (2 класс) на тему

Юмагужина Гулназ Ядгаровна

Әсәйем бергенәм.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon syem_bergenm.doc57 КБ

Предварительный просмотр:

Әсәйем бергенәм.

              I - II кластар менән үткәрелгән иртәлек.

Маҡсат: 1.Әсәләр көнө тарихы менән таныштырыу.

              2.Класта ата-әсәләрҙе үҙ-ара таныштырыу, дуҫ-татыу коллектив туплау.

             3.Әсәйҙәргә һөйөү, иғтибарлылыҡ, хәрмәтле ҡараш тәрбиәләү

      Бүлмә шарҙар менән биҙәлгән, ултырғыстар ярым түңәрәк итеп ултыртылған. Килгән ҡунаҡтар теҙелешеп ултыра. Стенала ике плакат эленгән:

             Был донъяла күпме бәрәкәт бар –

              Бөтәһе лә , тимен ҡатын-ҡыҙҙан.

                                             (М. Кәрим.)

             Бармы ерҙә шишмә йә аҫыл таш

             Әсә йөрәгенән сафыраҡ?

Таҡта янында уҡыусыларҙың эштәренән күргәҙмә ойошторолған.

Балалар йырҙары яҙылған күңелле музыка уйнай. Уҡыусылар теҙелеп тора.

 Уҡытыусы:

-Әсә... Һәр кемгә бала саҡтан ғәзәз, күңелгә иң яҡын исем.

Беҙҙең бөгөнгө байрамыбыҙ ҙа һеҙгә, ҡә!ҙерле әсәйҙәргә арнала.

Донъяла иң яҡын кеше ул - әсәй. Әсәй, әсәйҙәр! Күпме ҡайғы, күпме моң-һағыштар, күпме шатлыҡтар һыйҙыраһың һин үҙеңә, һәр балаңдың кисерещтәрен үҙеңдеке итеп ҡабул итәһең, уның яҙмышы менән йәшәйһең.Барлыҡ әсәйҙәр үҙ балаларын ҡәҙерләп, бишек йырҙарын йырлап, изгелеккә, игелеккә әйҙәп үҫтерә.Улар барлыҡ хис-тойғоларын балаларына бағышлап, Иман, тәүфиҡ, сәләмәтлек теләй. Әсәйҙәр балаһының донъяға килгән минутынан алып, үҙенең һуңғы һулышына тиклем иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше булып ҡала.

                                                                                                         

  1. Әсәй, ғәзиз әсәкәйем,

       Ниндәй ҡәҙерле исем.

       Донъяларға йәм биреүсе

       Һин иң ҡәҙерле кешем.

  1. Рәхмәтемде, әсәй, һиңә

       Нисек һуң белдерәйем?

       Фатихаларын алырға

        Нисек һуң өлгөрәйем?

  1. Әсәкәйем, ғүмер буйы

       Юлдашың булһын шатлыҡ.

       Байрамыңда мин теләйем

       Оҙон ғүмер һәм һаулыҡ.

  1. Әллә ниҙәр бирер инем

       Килһә әгәр ҡулдарҙан.

       Алтын, көмөш, гәлсәр һибер инем

       Һин йөрөгән юлдарға.

  1. Йондоҙҙарҙы алып бирер инем

       Етһә әгәр минең буйҙарым.

       Яндарыңа ҡайта алмаһам да

       Һиңә ҡайта уйҙарым.

  1. Бар йыһанды бүләк итер инем

       Тик килмәҫ шул минең ҡулымдан.

        Һинең фатихалар ярҙам итә

        Һикәлтәләр торһа юлымда.

  1. Йөрәгемде бирер инем һиңә,

       Әгәр кәрәк, тиһәң, әсәйем.

       Сөнки Ерҙә һин булғанда ғына

       Мин бәхетле йәшәйем.

8.     Мин бәхетле- ҡояшым бар,

        Ул йылмайып көлөп тора.

        Зәңгәр күктән ер өҫтөнә

        Алтын нурын һибеп тора.

9.    Мин бәхетле-әсәйем бар,

       Ул иркәләп наҙлап тора.

       Йөрәгемдә ниҙәр барын

       Күҙҙәремдән аңлап тора.

10.  Берҙән-берем, күҙ нурым,- тип

        Һәр саҡ арҡамдан һөйә,

        Сирләгәндә төн йоҡламай

        Зарымды белә, көйә.

11.  Кем һуң ул минең өсөн?

        Ул һөйөклө әсәйем!

        Кем ул йәлләмәй көсөн

        Мин иҫән булһын өсөн?

        Ул бит минең әсәйем!

Уҡытыусы:

-Әсәйҙәр... Беҙҙең өсөн йәнен бирергә әҙер торған әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белеп етәбеҙме икән ул? Әсәйҙәргә оло рәхмәт һүҙебеҙ булып тик һеҙгә генә бағышланған йыр яңғырай:

                             Йыр “Әсәйҙәр бер генә”.

                    (Н. Дауытов көйө, Ә.Кәримова һүҙҙәре)

Әсәйҙәр йылмайғас

Өй эсе йәмлерәк.

Әсәйҙәр бешергәс

Аштар ҙа тәмлерәк.

           

             Әсәйҙәр яратҡас

             Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.

             Әсәйҙәр булғас

             Бәхетле көнөбөҙ.

Әсәйҙәр бер генә

Ҡәҙерен беләйек.

Йөрәктең йылыһын

Уларға бирәйек.

                Әсәйҙәр йылмайһа

                 Өй эсе йәмлерәк.

                 Әсәйҙәр бешерһә

                 Аштар ҙа тәмлерәк.

Уҡытыусы:

-Әсә... Әсәйҙәрҙең бөйөклөгенә дан йырын борон-борондан йырлағандар. Мәҫәлән, Боронғо Грецияла Әләрҙең әсәһе Гея аллаһына арналған байрам булған.Һуңғараҡ инде һәр илдең әсәләрҙе данлау өсөн үҙ көндәре булған. Великобританияла XVII быуатта уҡ “Изге Әсә көнөн”билдәләгәндәр.Америка Штаттарыда, Индияла, Норвегияла, Австралияла һәм башҡа илдәрҙә был көндөң үткәрелеүенә хәҙер 100 йылдан ашып киткән.

 Рәсәйҙә был байрам күптәнән түгел билдәләнә башланы: 1998 йылдың 30 ғинуары Президент Указы менән ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе хәҙер Әсәләр көнө тип иғлан ителгән. Был  көн бер кешене лә битараф ҡалдырмай, һәр кем үҙ күңеленән сыҡҡан иң изге хистәрен әсәләренә еткерергә тырыша. Бар кешеләр бөгөн үҙ әсәләренә рәхмәт белдерә. Һәр әсәнең күҙҙәрендә бөгөн генә түгел, ә һәр саҡ тик шатлыҡ нурҙары ғына балҡыһын, йөҙҙәренән йылмайыу китмәһен!

12. Мин яратам әсәйемдең

       Ҡамырлы аҡ ҡулдарын.

       Уға ғына бағышлайым

        Ошо күңелем йырҙарын.

13. Мин яратам әсәйемдең

      Сәсем тарап үргәнен.

       Тағы уның ихлас итеп

       Өй балҡытып көлгәнен.

Уҡытыусы:

-Һәр кеше өсөн үҙ әсәһе миллиондар араһында берҙән-бер генә. Ә беҙҙең уҡыусылар үҙ әсәләрен таный алыр микән?

Уйын: Бер нисә әсәй теҙелеп ултыра. Бер уҡыусы күҙҙәре бәйләнгән килеш әсәһен ҡулынан танырға тейеш. Уйын барышында әсәйҙәрҙең урындарын алмаштырырға мөмкин.

балаларҙың һанына ҡарап бер нисә этап үткәрергә мөмкин.

 

14.Минең әсәйем

      Яғымлы, сибәр.

      Мине әсәйгә

      Оҡшаған, тиҙәр.

      Ул матур йырлай,

      Ә мин-бейеүсе.

       Шуға күңелле

       Беҙҙең өй эсе.

15.Тормошом юлдарында иң ҡәҙерлем

      Яҡыным һин, әсәй, һөйөклөм,

      Күңелемдең күктәрендә һәр саҡ

      Йылы яҙ ҡояшы кеүекһең!

16. Әсәкәйем, моңдашым,

                мең йәшә, йме?!

       Һин бупғанда беҙгә лә

                  йәшәү бик йәмле.

      Әсәкәйем- моңдашым,

                  һин бит һүнмәҫ ҡояшым!

Әсә ул ғаиләлә бөтәһе лә: бала бағыусы, тәрбиәсе, ашнаҡсы, йыйштырыусы... Һанап китһәң әсәйҙәрҙең эше бихисап. Әсә ул донъя тотҡаһы. Ғаиләлә әсәнең урыны бик ҙур. Бөгөнгө көндә татыу, дәҫ ғаиләләргә арнап йырланған йыр бик урынлы булыр.

                      Йыр “ Татыу ғаилә-ил терәге”

                 (Гөлдәр Ишҡыуатова һүҙҙәре һәм көйө)

    Иҫән булһын, татыу булһын

   Атайҙар һәм әсәйҙәр.

   Бәхетле булып үҫһендәр

   Ерҙә бөтә бәпәйҙәр.

   Татыу ғаилә-илебеҙҙең таянысы, терәге.

   Ғорурлыҡ менән тибер һәр сабыйҙың йөрәге.

   Әсәй, атай-иң тәүге һүҙҙәр, иңтәүге һүҙҙәр.

   Әсәй, атай-яғымлы һүҙҙәр, яғымлы күҙҙәр.

   Бөтәбеҙҙең именлеген хоҙай һаҡлаһын.

   Был донъяла бер бәпәй ҙә етем ҡалмаһын.

    Аҡыллы, тырыш егеттәр

    Ҡыҙҙар булып үҫәйек.

    Өлкәндәрҙең һүҙен тыңлап

    Матур итеп йәшәйек.

    Ҡәҙерен генә беләйек, илебеҙ-гөл сәсәге,

    Дуҫтарым, беҙҙең ҡулда бит илебеҙ киләсәге.

Айыуҙың да, кәкүктең дә,

Ҡуяндың да, сыпсыҡтың да,

Терпенең дә, йомшаҡ ҡына төлкөнөң дә

Бәпесем, тип, ап-ағым, тип,

Йән киҫәгем, йомшағым, тип,

һөйөп кенә үҫтерергә

             Ата-әсәһе булһын.

Һәр ғаиләлә татыулыҡ усағы дөрләп янһын!

Һәр ғаиләлә татыулыҡ усағы дөрләп янһын!

 Уҡытыусы:

- Һәр әсә үҙ балаһын бишек йырҙары йырлап үҫтерә, һәр бала үҙ сиратында әсәләренә рәхмәт йырҙары йырлай.

   Ә хәҙер музыкаль таяҡ уйыны. Музыка туҡтағанда таяҡ кемдә ҡала шул дуэт әсәйҙәргә арналған йырҙан өҙөк башҡара.

Уҡытыусы:

- Бөгөнгө байрамда ҡатнашҡан барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ.                                                                                                                                                    Һәр бала үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләген тапшыра. Байрам әсәйҙәр ярҙамы менән ойошторолғаә күңелле сәй табыны менән тамамлана. Бер нисә музыкаль номер ҙа өҫтәргә мөмкин.

 

                                                                                                     

       


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Литературлуг номчулга, ажык кичээл. Тема "Дуза када бергеним"

Сорулгалары : - Чугаанын утказынга дууштур уругларны ада-иезинге дузалажып, ажыл-ишке харысаалгалыг болурун билиндирер. -Чангыс огде чурттап турар уруглар бот боттары дузалажып, карактажырын...