Главные вкладки

    Атайым тураһында мәҡәләм
    статья на тему

    Мавлетова Зилда Ахмадиевна

    Атайым  Байрамғәлин Әхмәҙиә Әхмәҙғәли улының яҡты иҫтәлегенә, 1937.15.03 - 2006.08.03

    Скачать:

    ВложениеРазмер
    Microsoft Office document icon atayym_bayramgalin_ahmadiya_turahynda.doc31 КБ

    Предварительный просмотр:

    Комбайнсы Әхмәҙиә

       Байрамғәлин Әхмәҙиә Әхмәҙғәли улы 1937 йылдың  15 мартында  Учалы районы Мәҫкәү ауылында тыуған. Алты малай һәм бер ҡыҙлы ғаиләлә икенсе малай булып  үҫкән.  Атаһы,  Байрамғәлин Әхмәҙғәли Байрамғәли улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыштан алған яраларынан оҙаҡ йәшәмәй, 1977 йылда донъя ҡуя. Шулай ҙа балаларына профессия алырға,  тырышып йәшәргә, үҙ донъяларын, ғаиләләрен булдырырға ярҙам итә. Үҙе балыҡсы, һунарсы булараҡ, балаларына был шөғөлөн дә  өйрәтә. Һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ була.

        Атайым, Әхмәҙиә улына, алты класс белеме менән  ҡалырға тура килә. Атаһы менән балыҡҡа йөрөп, Үрге Урал ҡалаһына кәмә менән барып һатып, аҡса эшләр булғандар. Аслыҡтан һунар эше лә ныҡ ярҙам иткән. «Ҡуян, төлкөнөң иҫәбе-һаны булманы, мылтыҡ менән атып алыр инек, тоҙаҡҡа эләгер ине”, тип хәтерләй ине атайым.  Шуларҙы эш итеп, тамаҡ ялғағандар, кейем теккәндәр, уҡыу-кәрәк яраҡтары алғандар.

     1958 йылдың 5 июнендә  Вознесенскиҙә Учалы ауыл хужалығы училищеһын  тамамлап, механик-комбайнсы профессияһына эйә була.  Ошо көндән алып,  хаҡлы ялға сыҡҡансы комбайнсы һөнәренә тоғро ҡала атайым.

        1960  йылдың 21 ғинуарында киң профилле тракторист-машинист һәм слесарь аттестатын ҡулына ала һәм июнь айынан Байрамғол совхозының  туғыҙынсы фермаһында комбайнсы эшен башлай. Тырыш эше өсөн йәш егет 1961 йылдың 15 авгусында  икенсе класлы СК-3 комбайнсыһы исемен яулай. Ошо йылдың көҙөндә, 5 октябрҙә, ураҡ бөтөү менән, 24 йәшлек егетте,  Совет Армияһы сафына алалар. Ул, Тыуған ил алдындағы бурысын тоғро үтәп, 1964 йылдың 28 ғинуарында  тыуған ауылына эшкә ҡайта.  Әрмелә лә тик ятмай, 1963 йылда өсөнсө класлы тракторист – машинист танытмаһын уҡып ала.  Ефрейтор Әхмәҙиә Әхмәҙғәли улы әрмелә икенсе класлы радиотелеграфист һөнәренә лә эйә була.

      Ауылына ҡайтып эш башлағас та атаһы улын өйләндерә.  Бәләкәй генә булһа ла Яйыҡ яры буйына  йорт һалып керәләр.  Инәйем, Әҡлимә Алсынбай ҡыҙы Бүләкова,  тәүге никахынан булған улы Алим Алмас улы менән  Байрамғәлиндар ғаиләһенә йәшәргә килә. Атайым үҙ ғаиләһен булдырған йылды, 1964 йылдың ноябрь айында, партияға керә

    (партия билеты 10213243 номерлы). Йәш ғаилә тырышып йәшәй, ауылы өсөн көсөн биреп эшләй, иле өсөн икмәк үҫтерә.  Атайымдың эшен биҙәп, бер-бер артлы балалары тыуа тора: 1965 йылды Азат улы, 1967 йылда мин – Зилдә ҡыҙы, 1968 йылда Гөлсирә ҡыҙы, 1970 йылда Вәсилә ҡыҙы (1 ай йәшәп үлә), 1972 йылда Ришат улы, 1974 йылда Зәмирә ҡыҙы, 1977 йылда Зинира ҡыҙы, 1981 йылда Зиләрә ҡыҙы донъяға килә. Шулай итеп, атайым менән инәйем бергә һигеҙ бала ҡарап үҫтерәләр.   1968 йылдарҙа йәшәгән йортобоҙҙо кешеләр менән бергә йәшәйек тип, урамға күсерәләр. Ике әзәйҙең ҡаршыһында йәшәнек, уларҙың ярҙамын күп күрҙек.

      1972 йылда атайым профсоюз сафына баҫа. Ҡышын тракторҙа фермаға бесән, һалам һөрәтһәләр, тиҙәк түкһәләр, халыҡҡа  урмандан утын ташыһалар, йәйен бесән эшләнеләр,  яҙын - көҙөн комбайнда икмәк үҫтерҙеләр. Атайымды өйҙә бик һирәк күрер инем. Сөнки, элек концерт менән сығыш яһап, смотр-конкурстары көслө булыр ине. Эштән ҡайтып, ишектән кереп тә өлгөрмәҫ ине,  берәй түрә машинаһы менән килеп туҡтап, атайымды матур кейендереп алып сығып та китер ине.  Башҡорт ҡоралы скрипкала оҫта уйнаған, моңло тауышы менән матур йырлаған атайыма бер ҙә тынғы булманы.  Эш араһында  ул сәхнәнән төшмәне. Әлбиттә, һәр бер конкурстан, концерттан,  һабантуйҙан бүләк (будильник йә ҡул сәғәте, сервиз, картина, күлдәк һ.б.) менән ҡайтты атайым. Йә булмаһа, конверт эсендә аҡса алып ҡайтыр ине. Шулай матур йәшәгәндәр, тип уйлайым, хәҙер иҫкә алһам. Ауылда ла элек ҡунаҡ саҡырышыу, туйҙар  көслө булды.  Атайымды ҡунаҡҡа скрипкаһы менән бергә саҡырырҙар ине.  Ҡунаҡтың ҡото булып йөрөгән икән.

      Эш араһында смотр-конкурстар булһа, өйҙә балалар - уларҙы уҡытыр, ашатыр кәрәк, ә  эштә - социалистик ярыштар.  Барыһына өлгөр атайым 1974 йылда  социалистик ярышта Еңеүсе булды. Уның ошо йылда алған миҙалы ғына һаҡланған, ҡалған миҙалдары юҡ, ниңәлер.  Шулай ул бер-нисә йыл рәттән еңеүсе булып,  комбайнына ҡаҙап, Ҡыҙыл Вымпелдар менән ҡайтты.  Эше һәр ваҡыт маҡтаулы булды, гәзит биттәрендә лә атайым тураһында уҡыныҡ.

       1975 йылда КПСС-тың VIII Учалы ҡала конференцияһына делегат булып барҙы. Яҡшы эшләгәне өсөн атайым Мәскәү ҡалаһына ике мәртәбә барып ҡайтты. Санаторий-профилакторийҙарҙа булды.   Украинаны ла күрҙе. 1983 йылда совхоздың спартакиадаһында Беренсе урын яулағаны  өсөн комбайнына   Аҡ вымпел  тағып  ҡайтты. 1988 йылдың 26 ноябрендә XIII Учалы ҡала партия конференцияһына Байрамғол совхозынан делегат итеп ебәрҙеләр.  Һаулығы ныҡ ҡаҡшап киткәс,  алдынғы комбайнсы 1991 йылдың ҡышы тағы ла санаторий - профилактоирийҙа дауаланды.

      1996 йылда инәйем үлеп киткәс, өйҙәге эштәр атайыма ҡала. Кинйә улын йортло, күҙле-башлы итергә тура килә.  Иң бәләкәй ҡыҙын кейәүгә бирә. 1997 йылдың 27 мартынан ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сыға. 1998 йылда  Хеҙмәт ветераны кенәгәһен тотторалар. Тик атайыма хеҙмәт емештәренең тәмен татып,  уҡытып, үҫтергән балаларының  изгелеген күреп оҙағыраҡ йәшәргә яҙманы. Тракторсыларҙың көн-төн буйы саң йотоп, ауыр эштәренән алған  профессиональ ауырыуы атайымды ла ыҙалатты. 2006 йылдың 8 мартында яҡты донъя менән хушлашты. Уның йортонда, нигеҙен ҡоротмаҫ өсөн тырышып,  Азат улы  йәшәй.