Родословная(шэжэрэ)
методическая разработка (4 класс) на тему
В этом материале дается о происхождении праздников,
дается понятие о " ШЭЖЭРЭ",(родословной)
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 17.54 КБ |
Предварительный просмотр:
Маҡсат- Ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, туған телеңде онотмай, ғөрөф- ғәҙәтеңде юғалтмай, милли йолаларҙы белергә өйрәтеү.Үҙ нәҫелеңде, ырыуыңды белергә . Нәҫелеңде ҡоротмай, милли рухлы булып үҫергә ярҙам итеү.Тыуған телеңә,илеңә, халҡыңа һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу- башҡорт тирмәһе, шәжәрәләр, ҡул эштәренән күргәҙмәләр, “Тамыры йыраҡ ағастың –ғүмере оҙаҡ” плакаты.
Борон-борон заманда, ҡәҙимгесә генә йәшәп ятҡан башҡорттар. тормоштарын күңеллерәк итер өсөн, хоҙайға байрам һорап бара.
-Әйҙә, ал ,башҡорт! Күпме теләйһең, ни саҡлыһын алып китә алаһың, шул тиклем байрам бирәм һиңә. Ихлас, йомарт, ҡунаҡсыл халыҡҡа нимә лә йәл түгел. –ти хоҙай.
Ҡыуанысынан арбаһына бик күп байрамдар тейәгән башҡорт, тиҙерәк халҡын шатландырыр өсөн, ҡайтыр юлға сыҡҡан. Әммә бер аҙ барғас та арбаһы ватылған да ҡуйған, ти. Артабан ни эшләргә белмәй аптырап ултырған башҡорт эргәһенән урыҫ үтеп китеп барған.
Хәл әүәхәл һорашҡас, башҡорт урыҫҡа әйткән:
-Әйҙә, Иван дуҫ, ал байрамымды, йөгөм әҙерәк еңеләйер, исмаһам,-тигән.
-Ярай, улайһа!- тип урыҫ Иван ҙур ғына төйөнсөктө күтәреп алған.
Бер аҙҙан мари, татар, украин да ҙур ғына төйөнсөктәр эләктереп, арбалағы байрамдарҙы бушатышҡан.
Ахыр килеп, төйөнсөктәр таратылып бөткән. Йомарт башҡорт буш арбаһын һөйрәп ҡайтып еткән, байрам көткән халыҡ аптыраған, күңелһеҙләнгән.
-Былай йәшәп булмай, әйҙә, тағы барып байрам һорайыҡ, –тигәндәр.
Ил ағаһы йәнә юлға сыҡҡан. Әммә хоҙай уны был юлы ҡоро ҡаршылаған.
-Минең байрамдарым ҡалманы, барыһын да тараттым.- тигән.
-Ни эшләргә һуң беҙгә йәшәүе күңелһеҙ бит.
-Байрам яһаһығыҙ килһә. ҡунаҡ саҡырығыҙ,-тигән хоҙай.
Бына беҙ ҙә бөгөн ҡунаҡ саҡырып, ҙур байрам- шәжәрә байрамы үткәрергә булдыҡ.
-Рәхим итегеҙ, шәжәрә байрамына!
Фәтих Ибраһимовтың шиғыры.
Тыуған ерҙәә нисә быуат
Быуындарҙан быуынға
Ырыу-нәҫел ҡаны күсә
Ата-әсә, балаға.
Шатлыҡ-ҡайғы күреп һәр кем
Ғүмер кисергән ерҙә,
Ете быуын шәжәрәһен
Башҡорт белгән ғүмергә.
Ата-бабаларҙың рухы
Тик иманға әйҙәһен
Яҙмышыбыҙ быуат аша
Рух көсөнә бәйләнһен.
Ир-егеттә ырыу көсө,
Ҡаны тибә тамырҙа,
Тормош йәмен бергә яҙһын
Туған менән татырға.
Йәшәп килгән йола бит ул,
Туған беҙҙең ғорурлыҡ.
Быуат аша һынау үтеп
Бер- береңә тоғролоҡ.
Данлыҡлы башҡорт тоҡомо
Билдәле бөтә илдә.
Нәҫел- ырыу шәжәрәңде
Белеп йәшә һин ерҙә.
Шәжәрә байрамдары- сикһеҙ әһәмиәтле байрамдарҙың береһе. Улар үткәнеңә күҙ һалырға, тарихты аңларға, белергә ярҙам итә. Ә нимә һуң “шәжәрә” тигән һүҙ?
Ул ғәрәпсәнән”ағас. Ырыу ағасы тигәнде аңлата икән. Тамыры-уткәнебеҙ. олоно-бөгөнгөбөҙ, ботаҡтары-киләсәгебеҙ. Башҡорт шәжәрәһендә тик ирҙәр исеме генә алынған, ә ҡатын- ҡыҙҙар исеме яҙылған осраҡта, ул таралып китә алмаған.Йола буйынса башҡорттар үҙ нәҫелдәренең ете быуынын, ауылы, халҡы тарихын белергә тейеш.
Нәҫелеңде белеү, тәү сиратта, донъяла үҙ урыныңды табыу өсөн кәрәк, тамырҙарын белгән кеше генә үҙенең өҙөлмәҫ туғанлыҡ ептәре менән милләтенә бәйлелеген яҡшы аңлай, тыуған ерендә ныҡлы баҫып тора.
Ә хәҙер һүҙҙе уҡыусыларға бирәбеҙ.
Йыр. “Тыуған илем”. Укыусыларҙың шиғырҙары.
Элек шәжәрәләр муллалар тарафынан яҙылған, сөнки улар иң уҡымышлы кеше булған. Һәр быуын шәжәрәһе бер нисә быуын тарафынан төҙөлгән һәм ҡәҙерләп һаҡланылған. Унда тарихи ваҡиғалар сағылдырылған.Урыҫ дәүләтенә лә ҡушылыуы асыҡ күрһәтелгән. Белеүегеҙсә. Быйыл Башҡортостандың үҙ ирке менән Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл була.Шәжәрә байрамдары ла республикабыҙҙың төрлө ауыл –ҡалаларында шаулап –гөрләп үтә.
Ә хәҙер урыҫ һәм башҡорт халҡының дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәүен раҫланған килешеүгә ҡул ҡуйылыуына 450 йыл тулыуға арналған Лариса Абдуллинаның “Мәңгелек ант” тигән тамашаһын ҡарарға саҡырабыҙ.
Йыр. “Татыу ғаилә”
Нәҫел- ара тик туғанлыҡ ептәре менән билдәләнә. Эйе,туған-тыумаса борон бер урам, бер ауыл булып, яҡын тирәлә төпләнергә тырышҡан. Сөнки, мал үрсетергә. хужалыҡ эштәрен алып барыуға шулай ҡулай булған. Бөгөн байрамға Шәриповтарҙы саҡырҙыҡ, хәҙер уларҙың нәҫел ағасы менән танышып үтәйек.
Шәжәрә байрамының аҙағында йәш быуынға ошо кәңәштәрҙе күңелгә һалып ҡуйырға кәңәш итер инек. Ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, туған телеңде онотма, ғөрөф- ғәҙәтеңде юғалтма. Динеңде тот. Милли байрамдарҙы уҙғар. Милли йолаларға иғтибарлы бул. Шул йүнәлештә тәрбиә алырға тырыш. Үҙ нәҫелеңде, ырыуыңды бел.”Тамыры йыраҡ ағастың- ғүмере оҙаҡ” ти башҡорт мәҡәле. Нәҫелебеҙ ҡоромаһа, милләтебеҙ сәскә атасаҡ!
Ана шулай йәшәгәндә генә алға киткән, оҙон ғүмерле, иле, теле, нәҫеле бар милләт булырбыҙ!