Йәгеҙ әле егеттәр
план-конспект занятия (3 класс)

Кувандыкова Гузель Ринатовна

Атайҙар байрамына арналған иртәлек

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ygez_le.docx19.54 КБ

Предварительный просмотр:

Ғаиләнең, терәге – ир-ат,атай кеше. Беҙҙең башҡорт халҡында борон-борондан атай кешегә – ғаилә башлығы итеп, уға ҙур ихтирам, оло хөрмәт менән ҡарағандар,  бөгөнгө көндә лә шулай ҡала бирә. Ни әйтһәң дә ғаиләнең бөтөнлөгө, барлығы уның елкәһендә. Атайҙар ил терәге, ғаилә таянысы ла. Беҙҙең атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ, беҙ тыныс йәшәһен, илебеҙ имен булһын өсөн Ватаныбыҙҙы һаҡлағандар. Беҙ  ҡәҙерле кешеләребеҙҙе 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Һезгә,  ныклы сәләмәтлек, балаларығыҙға урнәк булыуығыҙҙы, ғүмерҙәрегеҙҙең оҙон булыуын теләйбеҙ!

1. Бөгөн беҙҙең мәктәптә

Шундай рәхәт, күңелле.

Сөнки ҡунаҡ булып беҙгә

Атайҙарыбыҙ килде.

2. Иң аҡыллы, иң уңгандар

Бар эшкә лә булғандар

Бына шундай атайҙар,

        Байрамға йыйылғандар!

 3.    23 февраль —
        Атайҙарҙың байрамы.
       Аҡыллы, көслө, ғәҙел —
       Унан шәп кеше бармы?

  4.   Ватаныбыҙҙы һаҡлаған,
       Өйҙә лә ныҡлы терәк.
       Көслө булып үҫер өсөн
       Атайҙар бик тә кәрәк!

5. Атайҙар илдең терәге

Ғаиләнең йөрәге.

Ауырлыҡтарға бирешмәй

Атайҙарҙың беләге.

6. Әле ярай һеҙ бар ерҙә

Беҙҙең иң ныҡлы терәк

Бәхетебеҙ тулы булһын

Һеҙ беҙгә бик тә кәрәк.

7. Әсәйҙәр менән бергә

    Оҙон-оҙа йәшәгеҙ.

Шатлык килһен өйөбөҙгә

Ҡайғы-хәсрәт  күрмәгеҙ.

8. Һеҙҙең йөрөгән юлдарыгыҙ

Йәшел уттарҙан торһон.

Һуғыш, ҡан ҡойоу булмаһын

Атайҙар  иҫән булһын.

   9.  Бөгөн байрам көнөндә

          Атайҙарҙы ҡотлайбыҙ.

        Шатлыҡ, бәхет, сәләмәтлек

 Һәммәгеҙгә теләйбеҙ.

     10.Һеҙ беҙҙең күңелдә мәңгелек ышаныс.

Һеҙ көслө, һеҙ – батыр,һеҙ – беҙҙең ҡыуаныс!

Һеҙ – алтын бағана, ғаиләлә – һеҙ терәк.

Тыныслыҡ, именлек һағында – һеҙ кәрәк!!!

 Концерт

(Бүләктәр биреү)

1-се ҡыҙ: Ильнара, тиҙҙән бит малайҙарҙың да байрамы.

2-се ҡыҙ: Ниндәй байрам?

1-се ҡыҙ: Нисек ниндәй байрам, Ватанды Һаҡлаусылар байрамы

2-се ҡыҙ: Беҙҙең малайҙар бит әле һалдат түгел

1-се ҡыҙ: Улар үҫкәс беҙҙе һаҡлаясаҡ

2-се ҡыҙ: Әле улар сәстән тарта, этешә, үсекләшә генә белә.

1-се ҡыҙ: Шулай булғас беҙ уларға егеттәр икәнен иҫкәртәйек. Байрам менән ҡотлайыҡ.

2-се ҡыҙ: Уйлап таптым. Турнир үткәрәбеҙ.

1-се ҡыҙ: Ә нисек?

2-се ҡыҙ: Беҙ уларҙы етеҙлектә, отҡорлоҡта тикшерәбеҙ.

1-се ҡыҙ: Әйҙә улай булғас башлайыҡ. Малайҙарҙы саҡырайыҡ.


А.б. Беҙҙең буласаҡ һаҡлаусыларыбыҙ, яҡлаусыларыбыҙ! Әйҙәгеҙ хәҙер тикшереп ҡарайыҡ инде. “Йәгеҙ әле, малайҙар!” тигән прогамманы асыҡ тип иғлан итәм. Ярышты  баһалап ултырыу өсөн жюри һайлап үтәйек.

Малайҙар өс командаға бүленә. (исем,девиз,йыр)


1.
Штурмандар 

Ә хәҙер ҡарайыҡ әле. Малайҙар, һеҙҙән диңгеҙҙә хеҙмәт итеүсе моряктар сығырмы икән?

Команда буйынса кеглилар араһынан епкә бәйләнгән кәмәләр йөрөтәбеҙ. Кем етеҙерәк.

2. Шифровальшиктар

Афарин, малайҙарыбыҙ! Һеҙҙең етеҙ, отҡор булыуығыҙҙы күрҙек. Тағы бер уйын тәҡдим итәбеҙ. Һөйләмде дауам итергә кәрәк.

Һәр дөрөҫ яуапҡа бер балл

Танкты ...... йөрөтә. (танкист)

Пушка менән ..... ата.

Самолет штурвалы артында ..... ултыра. (пилот)

Пулеметтан ..... ата. (пулеметщик)

Разведкаға ..... йөрөй. (разведчик)

Сикте ..... һаҡлай. (пограничник)

Һыу аҫтында ..... хеҙмәт итә. (подводник)

Парашюттан ..... һикерә. (парашютсы)

Кораблдә ...... хеҙмәт итә. (моряк)

3. Конструкторҙар

Армияла, хәрби хеҙмәттә техника бик мөһим роль уйнай. Техникаһыҙ ил сиген дә һаҡлап булмаҫ ине. Ә ниндәй хәрби техника беләһегеҙ, малайҙар?

Киҫмә һүрәттәрҙе йыйыу.

Командаларға һүрәттәр таратылып бирелә. Самолет, танк, корабль, Балалар һүрәттәрҙе йыя. Кем тиҙерәк йыйыр.

4. Деверсанттар

Һәр команда ҡағыҙҙан икешәр самолет эшләп атайҙарға осора,ә улар самолетты тотоп алып ундағы яҙылған йомаҡты уҡып яуабын әйтергә тейештәр. Ҡайһы команданыһ йомаҡтары тиҙерәк сиселеп бҡтөр

 Йомаҡтар сисеү.

Снайперҙар

Командалар теҙелеп торалар һәм бер-бер артлы кәрзиндәргә туп бәрәләр.Һәр көрзингә төшкән туп өсөн бер балл.

А.б. Афарин, малайҙар! Бөтә һынауҙарҙы ла үттегеҙ. Һәр ваҡыт шулай спорт менән дуҫ булығыҙ, бер – берегеҙгә ярҙамсыл булығыҙ.

Ә хәҙер һүҙҙе жюри ағзаларына бирәйек.

Малайҙарға бүләктәр биреү.

Малайҙарыбыҙ көслө, ныҡлы, тимер йөрәкле батыр булып үҫеүҙәрен, тыуган илебеҙҙең кәрәкле кешеләре булып, тормошта үҙ урындарын табыуҙарын теләйбеҙ. Безгә – ҡызларга, әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә ныклы терәк булырҙар, тип ышанабыҙ. Хушлашыр алдынан бөтәгеҙгә лә теләйбеҙ:

Һәр тыуган таң ерҙә тыныс булһын,

Имен булһын ине доньялар.

Аяҙ күгебеҙҙе болот ҡапламаһын