“Тамсыҡай” төркөмөнөң туған телде өйрәнеү мөйөшө.
презентация урока для интерактивной доски (старшая группа)

ИСМАГИЛОВА ФИЛЮЗА НИГМАТОВНА

“Тамсыҡай”  төркөмөнөң  Тыуған  халҡына арналған мөйөшө.

1.Артҡы фонда Башҡортостандың ете мөғжизәһе.

Маҡсат: Балаларға тыуған илебеҙҙең гүзәл урындары тураһында белем биреү,ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.Консультация.

2. Башҡорт еренең  билдәле шәхестәре, улар тураһында информация, фотолары, әкиәттәре, хикәйәләре.

3. Халҡыбыҙҙың ҡулланған кейем өлгөләре,музыка ҡоралдары.

4. Лепбук .Башҡортостан- гүзәл илгенәм!

Маҡсат: Халҡыбыҙҙың үткәне, ғөрөф- ғәҙәте, көнкүреше,мәҙәниәте менән яҡындан таныштырыу,үҙ халҡына һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.

5. Тыуған еремдең ҡырағай хайуандары.

Маҡсат: Еребеҙҙе йәмләп, барлап торған һәм дә яҡлауға мохтаж булған ҡырағай хайуандар менән таныштырыу, уларҙың көнкүреше тураһында аң- белемдәрен үҫтереү.

6. Минең ғаиләм.

Маҡсат: Үҙебеҙҙең кем икәнебеҙҙе аңлатып торған фотоматериал, туғандарға нисек өндәшергә өйрәтеү, тирә- яғыбыҙҙағы көнкүреш әйберҙәр атамаһын өйрәтеү.

7. Милли аш-һыуыбыҙ.(тоҙло ҡамырҙан эшләнгән макеттар)

Маҡсат: Милли аш-һыуыбыҙҙың атамалары менән таныштырыу, хәтерҙәрендә ҡалдырыу, белемдәрен үҫтереү , камиллаштырыу, үҙ тыуған халҡыңа һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, ҡыҙыҡһыныу  һәм ғорурланыу хистәрен булдырыу.

8. Башҡорт халҡының мәҙәниәте тураһында белешмә.

9. Бармаҡ уйындары.

10.Тиҙәйткестәр, телмәр төҙәткестәр.

11.Дидактик уйындар;

а).Милли һүрәттәрҙә ҡыҙыҡлы математика

Маҡсат: Аҫыл таштар менән  мауыктырғыс уйын һөҙөмтәһендә математик төшөнсәләргә һөйөү тәрбиәләү, домино уйынына әҙерлек, предметтарҙы һанау һәм сағыштырыу оҫталыҡтарын арттырыу,таштар ярҙамында һанау һәм билдәле бер күләмдәге таштарҙы айырып  алыу ,урынына ҡуйыу мәлендә бармаҡ менән ҡул суҡтары мускулатураһын үҫтереү, сағыу һәм  милли һүрәттәр ярҙамында хәтерҙәрен нығытыу, фекерләүҙәрен баһалау

б).Матрешкалар

Маҡсат: математик төшөнсәләрҙе нығытыу һәм аңлау даирәһенә етеү маҡсатында  матрешкаларҙы сағыштырырға, һәр береһен үҙ урынына ҡуйырға өйрәтеү, фекерләүҙе, аң кимәлен үҫтереү, хәтерҙе нығытыу, иғтибарҙы бөтә уйынсыҡтарға ла бүлеү, ҙурлыҡтарын төрлө формала сағыштырып ҡарау, ҡул суғын һәм бармаҡтарҙың нескә хәрәкәттәр эшләй алыуына булышлыҡ итеү.

в). Милли аш-һыуыбыҙ атамаһы.

Маҡсат:Милли аш-һыуыбыҙҙың атамалары менән таныштырыу, хәтерҙәрендә ҡалдырыу, белемдәрен үҫтереү , камиллаштырыу, үҙ тыуған халҡыңа һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, ҡыҙыҡһыныу  һәм ғорурланыу хистәрен булдырыу.

г).Аҫалы балаҫ төҙөү (һуғыу).

Маҡсат: балаларҙы  боронғо балаҫ һуғыу һөнәре менән таныштырыу,ата-бабаларыбыҙҙан ҡалдырылған рухи байлығыбыҙ тураһында һөйләү. Геометрик фигуралар төшөрөлгән кубиктар ярҙамында башҡорт халҡы тирмәһенең милли биҙәге булған аҫалы балаҫтарын төҙөп (һуғып) ҡарау, балаларҙың үҙаллылығын һәм ижади фекерләүен әүҙемләштереү,төрлө яҡлап үҫешкән илһөйәр һәм тыуған илен хөрмәт иткән шәхес итеп тәрбиәләү. Бармаҡ, ҡул моторикаһын, иғтибарын, хәтерен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу, Ҫ өнөн ҡуйыу һәм өндө дөрөҫ итеп әйттереү.

д).Һөлгө сигеү( төҙөү).

Маҡсат:бармаҡ һәм ҡул суғын үҫтереү маҡсатында балаларҙы һөлгө сигеү (төҙөү) уйыны менән таныштырыу.Ҡағыҙға төшөрөлгән милли биҙәктәрҙе тотоп, ҡапшап ҡарап, һыйпап  тәрбиәсе күрһәтеүе һәм уның менән бергә яйлап һөлгө сигеү ( төҙөү).балаларҙың фекерләүен үҫтереү, иғтибарын туплау, ҡыҙыҡһыныу уятыу.

е).Ситектең парын тап.

Маҡсат: балаларҙың хәтерен үҫтереү, фекерләүҙәрен нығытыу,иғтибарын арттырыу өҫтөндә эш алып барыу.

ж).Пазлдарҙы йый.

Маҡсат: башҡорт халҡының көнкүрешендә осраған һауыт- һабалар төшөрөлгән пазлдарҙыйыйыу , фекерләүҙәрен нығытыу.

 

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Туган телдә сөйләшәбез»

Кечкенәләр өчен....

Туган телдә сөйләшәбез

Зурлар төркемендә танып белү шөгыле....

ООД по родному языку "Путешествие по природе Татарстана" для детей старшего дошкольного возраста по проекту "Туган телдә сөйләшәбез"

Занятие по родному языку “Татарстан табигатенә сәяхәт” по проекту "Туган телдә сөйләшәбез" знакомит детей богатством Татарстана. Дети узнают много нового, знакомятся с животным и растительным миром Та...

«Светофорда кунакта» исемле ачык эшчәнлек күрсәтелде.

laquo;Светофорда кунакта» исемле ачык эшчәнлек күрсәтелде....

"Туган телдә сөйләшәбез" (автор З.М. Зарипова.) перспектив план

Мәктәпкә әзерлек төркеме өчен сөйләм үсеше өлкәсенең "Туган телдә сөйләшәбез" буенча перспектив план....