Белем биреү эшмәкәрлеге: “Математика батшалығына сәйәхәт”
план-конспект занятия по математике (подготовительная группа)

Кадаева Гулия Нурисламовна

Занятие способствует закреплению математических знаний и умений, полученных на предыдущих занятиях, а также дальнейшему развитию умений решать арифметические задачи и правильно использовать математические термины.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл matematika_zanyatie_tiko_2.docx25.97 КБ

Предварительный просмотр:

Белем биреү эшмәкәрлегенең темаһы:

“Математика батшалығына сәйәхәт”

Төп белем өлкәһе: танып-белеү үҫеше (ябай математик төшөнсәләрҙе үҙләштереү).

Белем биреү өлкәһендәге интеграциялар: социаль -коммуникатив, танып -белеү үҫеше,  телмәр үҫеше, физик үҫеш.

Эшмәкәрлектең маҡсаты: Квест технологияһын ҡулланып, балаларҙың башланғыс ябай математик төшөнсәләрҙе  үҙләштереүен нығытыу.

Эшмәкәрлектең бурыстары:

Белем биреүсе:  Балаларҙың  һандарҙы әйтеп, ыңғай һәм кире һанай белеү күнекмәләрен, предметтарҙың төҫөн, формаһын, дәүмәле тураһында күҙаллауҙарын нығытыу . Геометрик фигураларҙы таный, айыра һәм тирә-йүндә уларға оҡшаш предметтарҙы табыу күнекмәләрен әүҙемләштереү.

Үҫтереүсе: Балаларҙың иғтибарлылығын, хәтерен, уйлау,  фекерләү  ҡеүәһен үҫтереү, бәйләнешле телмәрен үҫтереү.

Тәрбиәүи бурыстар: балаларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, күҙәтеүсәнлелек,  үҙ аллылыҡ,  бер-береһенә ярҙамсыллыҡ сифаттарын, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү.

Эш төрҙәре: йомаҡтар сисеү, физминут. 

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, карта,  видеояҙма, һандар яҙылған карточкалар.

Таратма материал: “Тико” кострукторы, ҡоролма материалдар .

Эшмәкәрлек барышы

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә сәләм бирәйек.

Алтын ҡояш, һаумы!

Зәңгәр һауа, һаумы!

Шаян елкәй, һаумы!

Кескәй имән, һаумы!

Беҙ йәшәйбеҙ был ерҙә -

Сәләмләйбеҙ һеҙҙе лә!

(Тәрбиәсе хат алып керә)

Тәрбиәсе:  Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә хат килгән! Был хат Математика батшаһынан. Ул беҙгә ниндәй хәбәр ебәргән икән, уҡыйыҡ әле. (Тәрбиәсе хат уҡый)

Математика батшаһы: Һаумыһығыҙ, балалар!

 Мин - Математика батшаһы!

Батшалыҡта нимә булған - һис аңламайым:

Һандар юғалған, белмәйем ҡайҙа?

Түңәрәк, шаҡмаҡ, өсмөйөш

Аҙашҡандар урман эсендә?

Батшалыҡта тәртип булдырырға

Зинһар, ярҙам итегеҙ!

Һеҙгә карта

Ул күрһәтер дөрөҫ юлдан,

Һеҙгә   барырға!

Тәрбиәсе: Математика батшалығына бәлә килгән. Балалар, математика батшабикәһенә ярҙам итәбеҙме? (балаларҙың яуабы). Әйҙәгеҙ ярҙам итәйек! Сөнки математика- ул бөтә фәндәр батшаһы, унһыҙ йәшәү мөмкин түгел!

Батшалыҡҡа барыр өсөн, беҙҙең бит картабыҙ бар, әйҙәгеҙ уны ҡарайыҡ.

(картаны әйләндереп ҡарай ҙа, йомаҡ күреп ҡала)

Бында бит бер йомаҡ бар! Әйҙәгеҙ, уны сисәйек:

Ҡуян, тейен, айыу, бүре

Йәшәйҙәр унда!

Ҡайын, имән, шыршылар,

Үҫәләр шунда

Йә әйтегеҙ әле, нимә ул? (урман)

Тәрбиәсе: Афарин, тимәк беҙҙең беренсе туҡталышыбыҙ урман, әйҙәгеҙ юлға.

(Музыка яңғырай)

Тәрбиәсе :                                   Балалар, балалар!

Урман буйлап баралар

Йүгереп тә алалар,

Һикереп тә алалар

Сүкәйеп тә алалар

Тағы алға баралар!

(һүҙҙәргә ярашлы хәрәкәттәр эшләү)

Слайд ( геометрик урман)

Тәрбиәсе:   Балалар, беҙ тылсымлы  урманға килеп еттек. Иғтибар менән ҡарағыҙ әле, урманда нимәләр бар ? ( балаларҙың яуабы), улар ниндәй фигураға оҡшаған?

(балаларҙың яуабы) Афарин! Тимәк,  был геометрик урман.

Тәрбиәсе: Шыршы ниндәй фигураларҙан тора? Нисә өсмөйөштән? Ағастарҙан өҫтә нимәләр бар?   (Ҡояш, болот), ә аҫта нимәләр бар? бәшмәктәр ниндәй фигуранан тора? Ағастар ниндәй фигураларҙан тора? шыршылар ҡайһы яҡта урынлашҡан? Уң яҡтамы? Әллә һул яҡтамы?  (балаларҙың яуабы)

Тәрбиәсе:  Афарин, һеҙ бигерәк зирәкһегеҙ икән, бик күп геометрик фигураларҙы беләһегеҙ!

Балалар, әйҙәгеҙ өҫтәл янына килеп, ҡоролма материалдарҙы ҡарайыҡ, бында  ниндәй геометрик фигуралар күрәһегеҙ? (балалар яуабы )  хәҙер парлап торабыҙ. ( парлар торалар). Слайдтағы  схемаға ҡарап йәки үҙегеҙ теләгән машинаны бергәләп төҙөгөҙ. Бәлки киләсәктә кемдер инженер конструктор булып, яңы төр машина уйлап табыр.  

(балалар эшләй)

Тәрбиәсе: Афарин, әйҙәгеҙ был машиналарҙы беҙ экомобиль тип атайыҡ.

Экологик яҡтан таҙа, һауаны бысратмай  торған автомобилде шулай атайҙар.

  • Балалар, экомобиль эшләү өсөн нисә геометрик фигура ҡулландығыҙ? Ниндәй фигуралар?
  • Ниндәй фигураларҙы күберәк ҡулландығыҙ, ҡайһыһың аҙыраҡ?
  • Өсмөйөштәр нисәү,  дүртмөйөштәр нисәү?
  • Күберәк , әҙерәк  тамғалары менән билдәләйек әле?

(Бер бала билдәләй)

  • Афарин  балалар, ә хәҙер машиналарға ултырырға ла була.  Тик   машинаға ултырғас, ниндәй ҡағиҙәне мотлаҡ үтәргә кәрәк? (балаларҙың яуабы). Әйҙәгеҙ, беҙ күҙҙәрҙе йомоп ошо машинаға ултырып китеп барыуҙы күҙ алдына килтерәйек.

(машина тауышы)

  • Икенсе туҡталышты белер өсөн, тағы бер йомаҡты сисәйек

Уның бейек ярҙарында

Үҫә ҡайын, тирәктәр.  

Сылтыр-сылтыр аға ла,

Алыҫтарға китә ул.

 (йылға)

Тимәк, беҙҙең  Математика батшалығының икенсе туҡталышы  “Белем йылғаһы”  тип атала  (слайд)

Тәрбиәсе: Балалар, йылғанан нимә  аша сығырға була?

(балаларҙың яуабы)

Тәрбиәсе: Күпер төҙөргә кәрәк.

Ҡарағыҙ әле, балалар! Бында ниндәйҙер таҡталар ята. Таҡталар ниндәй геометрик фигураға оҡшаған? (балаларҙың яуабы) . 

Тәрбиәсе: Был таҡталар – тура дүртмөйөшкә оҡшаған.

Иғтибар менән ҡарағыҙ әле, унда нимәләр яҙылған? (балаларҙың яуабы) . 

Тәрбиәсе: дөрөҫ, унда һандар яҙылған.

Балалар, беҙ- конструкторҙар, әйҙәгеҙ күперҙең макетын төҙөйөк.  Ә беҙ таҡталарҙы нисек һалырға тейешбеҙ?(таҡталарҙы һандары буйынса бер-бер артлы һалырға кәрәк ).

Тәрбиәсе: Әйе, дөрөҫ.

Балалар күперҙең макетын  төҙөйҙәр

( 1 алып 14 тиклем һандар һалына)

Тәрбиәсе: Афарин, балалар  бик шәп булдығыҙ. Тәүҙә һандарҙы ыңғай яҡҡа һанап  сығайыҡ. Хәҙер кире яҡҡа һанап сығайыҡ.

( бер  бала, һуңынан  бергәләп һанау. Һандарҙың күршеләрен әйтеү.) 

Тәрбиәсе: Афарин!  Балалар, алда беҙҙе тағы бер һынау көтә. Экранға ҡарағыҙ әле,  нимә күрәбеҙ? Эйе беҙҙең алда бейек тау хасил булды. Был – Математика батшалығы тауы. Ҡарағыҙ әле тау башында нимә бар? Слайд күрһәтелә

Беҙгә ул һандыҡты алыр өсөн тау башына менергә кәрәк.

Тауға менерҙән алда көс йыйып алайыҡ:

Физминутка

Балалар һикерәләр,

Бик бейек һикерәләр.

Сүкәйеп тә алалар.

Уңға ҡарайҙар,

Һулға ҡарайҙар.

Аҫҡа ҡарайҙар,

Өҫкә ҡарайҙар.

Тағы һикереп алалар.

(балалар һүҙҙәргә ярашлы хәрәкәттәр эшләйҙәр)

 ( өҫтәлдә һандыҡ ) .

Тәрбиәсе: Беҙ һандыҡты алдыҡ, унда нимә барлығын ҡарайыҡ.  Һуңғы  һынауыбыҙ ,  беҙҙең  геометрик  урманда ниндәй йәнлектәр йәшәүен белер өсөн  телдән диктант эшләргә тәҡдим ителгән.

Турадүртмөйөш алабыҙ һәм вертикаль рәүештә урынлаштырабыҙ.

Турадүртмөйөш өҫтөнә бишмөйөш беркетәбеҙ.

Бишмөйөштөң өҫтөнә тигеҙ эргәле өсмөйөштәр беркетәбеҙ.

Турадүртмөйөштөң уң яғына һәм һул яғына берешәр тигеҙ яҡлы өсмөйөш (йәки бишмөйөш) беркетәбеҙ.

Турадүртмөйөштөң аҫтына горизонталь рәүештә тағы бер турадүртмөйөш беркетәбеҙ.

Тәрбиәсе: Афарин,балалар!  Ниндәй йәнлек килеп сыҡты? (Ҡуян)

Ниндәй геометрик фигуралар ҡулландыҡ? Ниндәй төҫтәр?

Бөтә башватҡыстарҙы  ла дөрөҫ систегеҙ!

(Һандыҡтан серле көй ишетелә)

                                    Математика Батшабикәһенән сәләм        

М.Б: Балалар!

Һеҙ бик зирәк, аҡыллы булып сыҡтығыҙ.

Бөтә туҡталыштарҙа ла һынауҙарҙы дөрөҫ итеп башҡарып,минең  батшалығымда тәртип урынлаштырырға ярҙам иттегеҙ.

Һеҙгә мин ҙур рәхмәтлемен.

Һәр ваҡыт тырыш, уңған,ярҙамсыл булығыҙ!

Мин дә һеҙгә бүләктәр әҙерләнем (бүләктәр тапшырыу)

Һеҙгә хәүефһеҙ юлдар теләйем һәм шуның өсөн яҡтыртҡыс смайликтар бүләк итеп ебәрәм.

Тәрбиәсе: Рәхмәт , Математика Батшабикәһе!

Математика Батшабикәһе: Хәйерле юлдар һеҙгә,зирәктәр.

Тәрбиәсе: Беҙгә ҡайтырға ла ваҡыт етте.

Әйҙәгеҙ, күҙҙәрҙе йомдоҡ.

Әйлән-бәйлән әйләндек

Баҡсаға ҡайтып еттек.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге- тәжрибә ”Ҡар таҙа буламы?”

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының“Әкиәт” бала үҫтереү үҙәге балалар баҡсаһыМуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

"Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт" . Тирә - яҡты өйрәнеү, белем биреү эшмәкәрлеге өсөн конспект.

                Йыл миҙгелдәренә сәйәхәт Маҡсат: - балалар менән  берлектә йыл миҙгелдәре тураһындағы белемдәрен нығытыу:- балаларҙың...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....